Иләүгә ябырылған ҡорт28.11.2017
Упҡын шул тиклем тәрән, уға олатайҙар ҙа, атайҙар ҙа, ейәндәр ҙә ҡолай: медицина фәндәре докторы А. В. Немцовтың мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә алкоголгә һәм уға бәйле башҡа сәбәптәр арҡаһында көн һайын ике мең самаһы кеше үлә!
Халҡыбыҙҙы ялмап алған эскелек үҙенән-үҙе килмәгән, ул яһалма рәүештә индерелгән. Бөгөн иһә йәмғиәтебеҙ ломехуза ҡорттары ингән ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Улар тураһында Г. Шовен үҙенең “От пчелы до гориллы” тип аталған китабында бына нимә тип яҙа: “Ломехузалар ҡырмыҫҡа иләүенә инеп, йомортҡа һала, ә бер нимә уйламаған ҡырмыҫҡалар сит тоҡомдо туйындыра бирә. Шул арала аппетиты шәп ҡарышлауыҡ үҙенең хужаларын да ашай башлай. Уңайы тура килгәндә, улар ҡырмыҫҡа ҡарышлауыҡтарын да ашап ҡуя. Әммә хужалар уларҙы ҡыумай, сөнки ломехуза һәр саҡ артҡы аяғын күтәреп, трихомаларын – ҡырмыҫҡа ҡомһоҙланып ялаған еүеш төксәләрен сығарырға әҙер генә тора.
Ҡырмыҫҡалар бер хәсрәтһеҙ төксәләр бүлеп сығарған наркотик шыйыҡсаны эсә. Трихомаларҙың бүлендегенә өйрәнеп, эшсе ҡырмыҫҡалар үҙҙәрен генә түгел, тотош иләүҙе үлемгә дусар итә. Улар үҙҙәренең бәләкәй генә донъяһы, үлгәнсе бил бөгөүҙе талап иткән меңәрләгән эше тураһында бөтөнләй онота; улар өсөн үлемгә илтеүсе һәм бурыс хаҡында оноторға мәжбүр иткән ҡәһәрле трихомаларҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Тиҙҙән ҡырмыҫҡалар үҙҙәренең ер аҫты галереяһы буйлап хәрәкәт итә алмай башлай: яҡшылап туҡландырылмаған ҡарышлауыҡтары ғәрип ҡырмыҫҡалар булып үҫә. Бер аҙ ваҡыттан һуң иләү бөтөнләй көсһөҙләнә һәм юҡҡа сыға, ә ломехуза ҡорттары яңы ҡорбан эҙләп, күрше иләүгә юллана...”
Кешелек йәмғиәтендәге бындай “ҡорттар” хеҙмәтте бүлешеп башҡара: берәүҙәр наркотик, иҫерткес шыйыҡса менән тәьмин итә, икенселәр үҙ ҡарамағында булған матбуғат, телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларын файҙаланып, хеҙмәт һөйгән “ҡырмыҫҡа”ларҙы идеологик яҡтан эшкәртә, өсөнсөләр... туҡтауһыҙ байрамдар уйлап сығара. Тағы ла эсергә, эсергә, эсергә... Шулай итеп, бик күптәрҙә алкоголгә психик һәм психологик бәйлелек барлыҡҡа килә, уларҙың күпселеге алкоголь ҡулланыу һөҙөмтәһендә һәләк була, төрмәгә эләгә, эшен, ғаиләһен юғалта... “Байрамдарҙы мин һуғыш көткән, ҡара болот ябырылған кеүек ҡаршылайым, – ти бер ауыл кешеһе. – Бер генә байрам да үлемһеҙ тамамланмай. Байрамдарҙа кемделер үлем көтә. Миңә байрамдар ҡурҡыныс бер нәмә кеүек тойола. Эш көндәрендә кешеләр эшләй һәм ял итә, байрамдарҙа уларҙың күпселеге йыртҡыс хайуанға әйләнә”.
Башҡортостан ауыл-ҡалаларының йәмәғәт урындарын тәүлек әйләнәһенә спиртлы эсемлектәр, һыра һатҡан киоскылар, магазиндар баҫҡан. Был үҙе үк геноцид сәйәсәтенең бер өлөшө булып тормаймы ни? Шул рәүешле халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре аяҡ аҫтына һалып тапалмаймы, халыҡты һаҡлап торған йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ емерелмәйме? Ни өсөн өндәшмәйбеҙ? Ата-әсәләр, өләсәйҙәр, олатайҙар, ниңә һеҙҙең тауышығыҙ ишетелмәй? Нимә көтәбеҙ? Нимәгә өмөтләнәбеҙ?
Беҙҙең хатта көрәш яланында яңғыҙ ҡалғанда ла ҡул ҡаушырып ултырырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Атай-олатайҙар хаҡындағы хәтер һәм балаларыбыҙҙың киләсәге тураһындағы уйҙар беҙҙе бергә тупларға тейеш!