Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡшы хеҙмәт яҡшы баһаланырға тейеш
Яҡшы хеҙмәт яҡшы баһаланырға тейешБыйылғы миҙгел ер эшсәндәрен иркәләмәне. Тәүҙә бер туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар йонсотһа, йәйге һалҡындар йәнә сабырлыҡҡа һынаны. Шулай ҙа ныҡышмалы хеҙмәт юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте. Бураларға бөтәһе дүрт миллион тонна самаһы иген һалынды, 200 мең тонна көнбағыш, 1,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, бер миллион тонна бәрәңге йыйып алынды. Тап шуға ла Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө быйыл айырыуса йәнлелек менән үтте.


Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында башланып киткән тантананы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов асып, ауыл эшсәндәренең фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһаланы, Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2017” күргәҙмәһендә республика уңғандарының юғары баһаға лайыҡ булыуын билдәләне, уңыштар теләне.
– Яҡшы күрһәткестәр — һеҙҙең эшегеҙҙең уртаҡ һөҙөмтәһе. Барығыҙ ҙа өлгәшелгәндәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, — тине ул.
Яҡшы хеҙмәт яҡшы баһаланырға тейешИрек Радил улы күрһәткән өлгөлө хеҙмәте өсөн ике йөҙҙән ашыу ауыл эшсәненә Хөкүмәтебеҙҙең юғары наградаларын тапшырҙы. Улар араһында комбайнсылар, инженерҙар, йәшелсә үҫтереүселәр, ҡымыҙ бешеүселәр, һауынсылар, селекционерҙар һәм башҡа үҙ шөғөлөнөң нескәлеген яҡшы аңлаған, юғары уңыш өсөн көсөн ҡыҙғанмаған һөнәр эйәһе бар ине. Быйыл тәүге тапҡыр “Янғантау”, “Асы”, “Танып” шифаханалары туғыҙ эшһөйәрҙе юллама менән бүләкләне.
Бер аҙҙан байрам Конгресс-холда дауам итте. Бында республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы предприятиелары, кооперативтары, фермер хужалыҡтары етештергән аҙыҡ-түлектән бай күргәҙмә ойошторолдо. Республика Башлығы төбәк уңғандарының эше, пландары, продукцияны һатыу барышы, борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды.
Тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов тармаҡ эшсәндәрен Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләне.
– Беҙ барлыҡ ауырлыҡты лайыҡлы еңеп сыға алдыҡ, алда торған мөһим бурыстарҙы уңышлы үтәнек, — тине ул. — Һөҙөмтәлә респуб­ликаның агросәнәғәт комплексы быйыл яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ауыл хужалығының тулайым продукция күләме 150 миллиард һумдан артып китте. Айырыуса Стәрлетамаҡ районы эшсәндәренең фиҙакәрлеген билдәләп үтер инем. Улар 200 мең тонна иген үҫтереп алды. Район хакимиәте башлығы: “Беҙ 200 мең тонна ашлыҡ йыясаҡбыҙ”, — тип вәғәҙә биргәйне. Йыйып алдығыҙ, афарин! Һеҙҙең өсөн бик шатмын.
Сөгөлдөрсөләр ҙә быйыл яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандырҙы. Барлығы 1,5 миллион тонна татлы тамыр үҫтереп алынған. Уртаса уңыш гектарынан 310 центнерға яҡынлашҡан. Әйткәндәй, 500 — 600 центнерға еткергән хужалыҡтар ҙа юҡ түгел. Улар — Саҡмағош районының “Победа” ауыл хужалығы кооперативы, Ғафури районының “Сатурн” фермер хужалығы, Туймазының “Зекура”, Өфөнөң “Алексеевка”, Ауырғазының “Салауат” хужалыҡтары.
Йәшелсә, бәрәңге үҫтереү йәһәтенән дә йыл уңдырышлы килгән. Республикала теплицалар булдырыу уңышлы үҫешә.
Үҙенең сығышында республика Башлығы бурыстарға ла туҡталды, тармаҡты үҫтереү перспективалары һәм агросәнәғәт комплексында тормошҡа ашырылған эре инвестиция проекттарын билдәләне. Борай, рапс, етен, нут, крамбе кеүек баҙар шарттарында юғары табыш бирерҙәй культураларҙы үҫтереүгә ныҡлап тотонорға кәрәклеген белдерҙе.
2018 йылда Федоровка, Бишбүләк, Ейәнсура райондарында Италия компанияһы менән берлектә мал һимертеү майҙандары төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлау күҙаллана.
– Беҙ илдә ауыл хужалығы продукцияларын етештереү буйынса иң ҙур биш төбәк иҫәбенә инергә тейеш. Был ҡулдан килә, — тине ул. — Тағы ҡабатлап әйтәм — беҙҙә барыһы ла бар. Бәрәкәтле ер, уңған кешеләр, техник мөмкинлектәр...
Яҡшы хеҙмәт яҡшы баһаланырға тейешРөстәм Зәки улы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә ҙур уңышҡа өлгәшкән Ейәнсура, Стәрлетамаҡ, Балтас, Мәсетле, Саҡмағош райондары хакимиәте башлыҡтарын республика Хөкүмәтенең дипломдары менән бүләкләне. Ә иң яҡшыһы тип танылған ун механизатор Дмитрий Григорьев (Баҡалы районы), Владимир Филонов, Әхмәт Фәттәхов (Стәрлетамаҡ), Альберт Мөхәмәт­ҡолов (Ғафури), Владислав Бикмурзин (Ҡалтасы), Раил Раянов (Нуриман), Михаил Шерышев (Ҡырмыҫҡалы), Айрат Вәлиәхмәтов (Шишмә), Флүзә Сафина (Бүздәк), Илнар Ниғмәтйәновҡа (Дыуан) “Шевроле Нива” автомобиленең асҡысын тапшырҙы. Әйткәндәй, улар араһында иң йәше Илнар Дыуан күп профилле колледжында белем ала. Булдыҡлы егет КЗС-812 “Полесье” комбайнында 2604 тонна иген урған.
Сарала Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Левин республиканың агросәнәғәт комплексы эшсәндәре хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе.
– Башҡортостандың ауыл хужалығы продукциялары етештереүселәр һоҡланғыс уңышҡа өлгәште. Һеҙ бының менән ғорурлана алаһығыҙ. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә килә, — тине ул.
Тантана сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән 16.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы үткәрелә

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы үткәрелә 16.09.2026 // Йәмғиәт

Ойоштороусылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һайлаусыларға ......

Тотош уҡырға 1

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 16.09.2026 // Йәмғиәт

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды 16.09.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 3

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә