Быйылғы миҙгел ер эшсәндәрен иркәләмәне. Тәүҙә бер туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар йонсотһа, йәйге һалҡындар йәнә сабырлыҡҡа һынаны. Шулай ҙа ныҡышмалы хеҙмәт юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте. Бураларға бөтәһе дүрт миллион тонна самаһы иген һалынды, 200 мең тонна көнбағыш, 1,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, бер миллион тонна бәрәңге йыйып алынды. Тап шуға ла Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө быйыл айырыуса йәнлелек менән үтте.Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында башланып киткән тантананы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов асып, ауыл эшсәндәренең фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһаланы, Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2017” күргәҙмәһендә республика уңғандарының юғары баһаға лайыҡ булыуын билдәләне, уңыштар теләне.
– Яҡшы күрһәткестәр — һеҙҙең эшегеҙҙең уртаҡ һөҙөмтәһе. Барығыҙ ҙа өлгәшелгәндәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, — тине ул.
Ирек Радил улы күрһәткән өлгөлө хеҙмәте өсөн ике йөҙҙән ашыу ауыл эшсәненә Хөкүмәтебеҙҙең юғары наградаларын тапшырҙы. Улар араһында комбайнсылар, инженерҙар, йәшелсә үҫтереүселәр, ҡымыҙ бешеүселәр, һауынсылар, селекционерҙар һәм башҡа үҙ шөғөлөнөң нескәлеген яҡшы аңлаған, юғары уңыш өсөн көсөн ҡыҙғанмаған һөнәр эйәһе бар ине. Быйыл тәүге тапҡыр “Янғантау”, “Асы”, “Танып” шифаханалары туғыҙ эшһөйәрҙе юллама менән бүләкләне.
Бер аҙҙан байрам Конгресс-холда дауам итте. Бында республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы предприятиелары, кооперативтары, фермер хужалыҡтары етештергән аҙыҡ-түлектән бай күргәҙмә ойошторолдо. Республика Башлығы төбәк уңғандарының эше, пландары, продукцияны һатыу барышы, борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды.
Тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов тармаҡ эшсәндәрен Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләне.
– Беҙ барлыҡ ауырлыҡты лайыҡлы еңеп сыға алдыҡ, алда торған мөһим бурыстарҙы уңышлы үтәнек, — тине ул. — Һөҙөмтәлә республиканың агросәнәғәт комплексы быйыл яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ауыл хужалығының тулайым продукция күләме 150 миллиард һумдан артып китте. Айырыуса Стәрлетамаҡ районы эшсәндәренең фиҙакәрлеген билдәләп үтер инем. Улар 200 мең тонна иген үҫтереп алды. Район хакимиәте башлығы: “Беҙ 200 мең тонна ашлыҡ йыясаҡбыҙ”, — тип вәғәҙә биргәйне. Йыйып алдығыҙ, афарин! Һеҙҙең өсөн бик шатмын.
Сөгөлдөрсөләр ҙә быйыл яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандырҙы. Барлығы 1,5 миллион тонна татлы тамыр үҫтереп алынған. Уртаса уңыш гектарынан 310 центнерға яҡынлашҡан. Әйткәндәй, 500 — 600 центнерға еткергән хужалыҡтар ҙа юҡ түгел. Улар — Саҡмағош районының “Победа” ауыл хужалығы кооперативы, Ғафури районының “Сатурн” фермер хужалығы, Туймазының “Зекура”, Өфөнөң “Алексеевка”, Ауырғазының “Салауат” хужалыҡтары.
Йәшелсә, бәрәңге үҫтереү йәһәтенән дә йыл уңдырышлы килгән. Республикала теплицалар булдырыу уңышлы үҫешә.
Үҙенең сығышында республика Башлығы бурыстарға ла туҡталды, тармаҡты үҫтереү перспективалары һәм агросәнәғәт комплексында тормошҡа ашырылған эре инвестиция проекттарын билдәләне. Борай, рапс, етен, нут, крамбе кеүек баҙар шарттарында юғары табыш бирерҙәй культураларҙы үҫтереүгә ныҡлап тотонорға кәрәклеген белдерҙе.
2018 йылда Федоровка, Бишбүләк, Ейәнсура райондарында Италия компанияһы менән берлектә мал һимертеү майҙандары төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлау күҙаллана.
– Беҙ илдә ауыл хужалығы продукцияларын етештереү буйынса иң ҙур биш төбәк иҫәбенә инергә тейеш. Был ҡулдан килә, — тине ул. — Тағы ҡабатлап әйтәм — беҙҙә барыһы ла бар. Бәрәкәтле ер, уңған кешеләр, техник мөмкинлектәр...
Рөстәм Зәки улы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә ҙур уңышҡа өлгәшкән Ейәнсура, Стәрлетамаҡ, Балтас, Мәсетле, Саҡмағош райондары хакимиәте башлыҡтарын республика Хөкүмәтенең дипломдары менән бүләкләне. Ә иң яҡшыһы тип танылған ун механизатор Дмитрий Григорьев (Баҡалы районы), Владимир Филонов, Әхмәт Фәттәхов (Стәрлетамаҡ), Альберт Мөхәмәтҡолов (Ғафури), Владислав Бикмурзин (Ҡалтасы), Раил Раянов (Нуриман), Михаил Шерышев (Ҡырмыҫҡалы), Айрат Вәлиәхмәтов (Шишмә), Флүзә Сафина (Бүздәк), Илнар Ниғмәтйәновҡа (Дыуан) “Шевроле Нива” автомобиленең асҡысын тапшырҙы. Әйткәндәй, улар араһында иң йәше Илнар Дыуан күп профилле колледжында белем ала. Булдыҡлы егет КЗС-812 “Полесье” комбайнында 2604 тонна иген урған.
Сарала Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Левин республиканың агросәнәғәт комплексы эшсәндәре хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе.
– Башҡортостандың ауыл хужалығы продукциялары етештереүселәр һоҡланғыс уңышҡа өлгәште. Һеҙ бының менән ғорурлана алаһығыҙ. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә килә, — тине ул.
Тантана сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.