Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр яҡты көн – үҙе шатлыҡ
Һәр яҡты көндә күңелде күтәрерҙәй шатлыҡтар, яңы эштәргә ҡанатландырырҙай ваҡиғалар, фәһем алырҙай яңылыҡтар булып тора. Ошо арала ҡыуандырған-һөйөндөргәндәрҙе барлап, олоһона ла, кесеһенә лә мөрәжәғәт иттек.

Шәһит ҒҮМӘРОВ, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Йәштәр өсөн һөйөнәм. Мин күреп белгән элекке уҡыусыларым, үҙемдең ул-ҡыҙҙарым да хәйерле юлда. Ир ҡорона еткәндәре ғаиләле, эсеп-туҙып йөрөмәйҙәр. Ҡаланан ялға ҡайтҡандары урамда күрешеп хәл-әхүәл белешә, ара-тирә мин дә һораштырам, үҙем уҡытҡан балалар бит. Йүн сыҡҡан быларҙан, тип ҡыуанам.
Ауылда төпләнгән йәштәр ҙә йүнсел. Уйлап ҡараһаң, эш бар бит: кемдер йөк машинаһы алып, халыҡҡа утын-бесән ташый, шәхси эш асҡан­дар ҙа юҡ түгел. Вахтала эшлә­гәндәр ҙә күренә. Унан матур итеп йорт күтәрәләр, ғаилә ҡоралар. Ауыл халҡы эсмәй – шатландырыр бөтә күренештең сәбәбе ошондалыр, тим.
Сәбилә ҒҮМӘРОВА, музыка белгесе:
– Һуңғы йылдарҙа айыҡ туйҙар үтеүе ҡыуандыра. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ менән кейәүҙең туйын да, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән кәңәшләшеп, араҡыһыҙ үткәрҙек, сөнки балаларыбыҙ шулай теләне. Ҡымыҙ-буҙа менән үткәреү ҡиммәтерәккә төштө, әлбиттә, әммә дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер, тим. Туйҙы матур милли йолалар менән ҡыҙымдың еңгәләре – килендәрем алып барҙы. Быйыл йәй Баймаҡ, Күгәрсен, Архангел райондарында беҙ барған туйҙар бөтәһе лә айыҡ үтте. Халыҡ ҡалыплашҡан ҡараштарҙан милли асылына ҡайта. Йәштәр ҙә бөгөн аңлы. Ығы-зығылы туй мәжлесенән бигерәк, ҡорған ғаиләләрҙең именлеге, бала-сағаның тәүфиҡлы, иманлы булып үҫеүе мөһим.
Әминә ШАКИРОВА, ашнаҡсы:
– Әлеге ваҡытта үҙебеҙҙең республика телевидениеһында “Йөрәк һүҙе” тигән бик матур тапшырыу бара. Шундағы кешеләрҙе ҡарайым да ҡыуанам. Мәле булып, теле­визорҙы асҡан арала шиғырҙарын һөйләп ебәрһәләр, әхирәтем менән икәүләп тыңлайбыҙ. Шул хәтлем күңелгә үтерлек итеп матур һөйләгәндәр бар. Ололар менән бергә йәштәр ҙә, балалар ҙа сыға, уларҙы тыңлап күңел ял итә. Хәҙер бит китаптан шиғыр уҡып ултырыр ваҡыт түгел, ә элек Рәми, Мостай, Бабич шиғырҙарын яратып уҡый торғайныҡ.
Хәҙерге замандың да көслө генә яҙыусылары һоҡландыра мине. Бөгөн­гө әҙәбиәттең һүҙен әйткәндәре, мәҙәниәтте йәшәткәндәре өсөн рәхмәт шул кешеләргә.
Гөлшат, буласаҡ драматург:
– Ҡала һәм райондарҙағы бөтә ыңғай күренештәрҙе барлап, күңелдә иң яҡты тәьҫораттар ҡалдырғаны ул ауыл ағинәйҙәрелер, тип уйлайым. Уларҙы күрһәм, ысын мәғәнәһендә һөйөнәм. Ысынлап та күңелдәре аҡ уларҙың. Һәр ауылда һәм районда барҙар, дәртле итеп үткәргән һәр байрамдары менән йәштәргә лә өлгө күрһәтәләр. Килешле генә итеп бейеүҙәре, бешергән аш һыуҙары, ҡул эштәре менән милли мәҙә­ниәтебеҙҙе йәшәтә улар. Кәңәш­тәрен дә бирергә әҙерҙәр. Райондарға сыҡҡан һайын улар булған ерҙә үҙемдең ижадым өсөн дә яңы образдар йыйыла. Ихлас халҡыбыҙҙың ағинәй­ҙәре – милли ҡотобоҙҙо һаҡлаусылар, тип яратып әйткем килә.
Әлимә, бәхетле кеше:
– Беләһегеҙме, һәр тыуған көн – үҙе шатлыҡ минең өсөн. Быныһы – ҡыуаныс, ә быныһы – үкенес, тип айырып ҡына әйтә алмайым. Ысынлап та, күңел ҡырылған осраҡтар ҙа булғылай, әммә һәр яҡты көн өсөн күңелдә рәхмәт тойғоһо йөрөтөү оптимист булырға өйрәтә, ә ҡыуаныстарҙы икеләтә арттырған кеүек. Ике балам, ирем менән өс йыл дөйөм ятаҡта йәшәгәндән һуң яңыраҡ фатир һатып алдыҡ – бәхет. Етеш булыуҙан да түгел, шатлығымды ысынлап тоя алыуым, яҡындарымдың имен-һау булыуы – үҙе ҙур бәхет.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә