Һәр яҡты көн – үҙе шатлыҡ07.11.2017
Һәр яҡты көндә күңелде күтәрерҙәй шатлыҡтар, яңы эштәргә ҡанатландырырҙай ваҡиғалар, фәһем алырҙай яңылыҡтар булып тора. Ошо арала ҡыуандырған-һөйөндөргәндәрҙе барлап, олоһона ла, кесеһенә лә мөрәжәғәт иттек.
Шәһит ҒҮМӘРОВ, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Йәштәр өсөн һөйөнәм. Мин күреп белгән элекке уҡыусыларым, үҙемдең ул-ҡыҙҙарым да хәйерле юлда. Ир ҡорона еткәндәре ғаиләле, эсеп-туҙып йөрөмәйҙәр. Ҡаланан ялға ҡайтҡандары урамда күрешеп хәл-әхүәл белешә, ара-тирә мин дә һораштырам, үҙем уҡытҡан балалар бит. Йүн сыҡҡан быларҙан, тип ҡыуанам.
Ауылда төпләнгән йәштәр ҙә йүнсел. Уйлап ҡараһаң, эш бар бит: кемдер йөк машинаһы алып, халыҡҡа утын-бесән ташый, шәхси эш асҡандар ҙа юҡ түгел. Вахтала эшләгәндәр ҙә күренә. Унан матур итеп йорт күтәрәләр, ғаилә ҡоралар. Ауыл халҡы эсмәй – шатландырыр бөтә күренештең сәбәбе ошондалыр, тим.
Сәбилә ҒҮМӘРОВА, музыка белгесе:
– Һуңғы йылдарҙа айыҡ туйҙар үтеүе ҡыуандыра. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ менән кейәүҙең туйын да, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән кәңәшләшеп, араҡыһыҙ үткәрҙек, сөнки балаларыбыҙ шулай теләне. Ҡымыҙ-буҙа менән үткәреү ҡиммәтерәккә төштө, әлбиттә, әммә дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер, тим. Туйҙы матур милли йолалар менән ҡыҙымдың еңгәләре – килендәрем алып барҙы. Быйыл йәй Баймаҡ, Күгәрсен, Архангел райондарында беҙ барған туйҙар бөтәһе лә айыҡ үтте. Халыҡ ҡалыплашҡан ҡараштарҙан милли асылына ҡайта. Йәштәр ҙә бөгөн аңлы. Ығы-зығылы туй мәжлесенән бигерәк, ҡорған ғаиләләрҙең именлеге, бала-сағаның тәүфиҡлы, иманлы булып үҫеүе мөһим.
Әминә ШАКИРОВА, ашнаҡсы:
– Әлеге ваҡытта үҙебеҙҙең республика телевидениеһында “Йөрәк һүҙе” тигән бик матур тапшырыу бара. Шундағы кешеләрҙе ҡарайым да ҡыуанам. Мәле булып, телевизорҙы асҡан арала шиғырҙарын һөйләп ебәрһәләр, әхирәтем менән икәүләп тыңлайбыҙ. Шул хәтлем күңелгә үтерлек итеп матур һөйләгәндәр бар. Ололар менән бергә йәштәр ҙә, балалар ҙа сыға, уларҙы тыңлап күңел ял итә. Хәҙер бит китаптан шиғыр уҡып ултырыр ваҡыт түгел, ә элек Рәми, Мостай, Бабич шиғырҙарын яратып уҡый торғайныҡ.
Хәҙерге замандың да көслө генә яҙыусылары һоҡландыра мине. Бөгөнгө әҙәбиәттең һүҙен әйткәндәре, мәҙәниәтте йәшәткәндәре өсөн рәхмәт шул кешеләргә.
Гөлшат, буласаҡ драматург:
– Ҡала һәм райондарҙағы бөтә ыңғай күренештәрҙе барлап, күңелдә иң яҡты тәьҫораттар ҡалдырғаны ул ауыл ағинәйҙәрелер, тип уйлайым. Уларҙы күрһәм, ысын мәғәнәһендә һөйөнәм. Ысынлап та күңелдәре аҡ уларҙың. Һәр ауылда һәм районда барҙар, дәртле итеп үткәргән һәр байрамдары менән йәштәргә лә өлгө күрһәтәләр. Килешле генә итеп бейеүҙәре, бешергән аш һыуҙары, ҡул эштәре менән милли мәҙәниәтебеҙҙе йәшәтә улар. Кәңәштәрен дә бирергә әҙерҙәр. Райондарға сыҡҡан һайын улар булған ерҙә үҙемдең ижадым өсөн дә яңы образдар йыйыла. Ихлас халҡыбыҙҙың ағинәйҙәре – милли ҡотобоҙҙо һаҡлаусылар, тип яратып әйткем килә.
Әлимә, бәхетле кеше:
– Беләһегеҙме, һәр тыуған көн – үҙе шатлыҡ минең өсөн. Быныһы – ҡыуаныс, ә быныһы – үкенес, тип айырып ҡына әйтә алмайым. Ысынлап та, күңел ҡырылған осраҡтар ҙа булғылай, әммә һәр яҡты көн өсөн күңелдә рәхмәт тойғоһо йөрөтөү оптимист булырға өйрәтә, ә ҡыуаныстарҙы икеләтә арттырған кеүек. Ике балам, ирем менән өс йыл дөйөм ятаҡта йәшәгәндән һуң яңыраҡ фатир һатып алдыҡ – бәхет. Етеш булыуҙан да түгел, шатлығымды ысынлап тоя алыуым, яҡындарымдың имен-һау булыуы – үҙе ҙур бәхет.