Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өс Ҡыҙыл Йондоҙло яугир
Өс Ҡыҙыл Йондоҙло яугирҺалдат ордены һәм миҙалы — ҡан менән яуланған дан билдәһе ул. Башҡорттоң данлы улы — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 12 орденға лайыҡ була, шуларҙың өсөһө — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Икенсе бер данлыҡлы яҡташыбыҙ, 16-сы гвардия башҡорт атлы дивизияһының Кусимов полкында эскадрон командиры булған Баймаҡ баһадиры Бәҙретдин Мәмбәтҡолов та өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Уға Сибай ҡалаһында таҡтаташ ҡуйылды. Мин белгән өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙарының өсөнсөһө Ейәнсура егете Ғәлиулла Моратов булыр. Шуныһы үкенесле: уның исемен мәңгеләштереү буйынса бер ниндәй ҙә сара күрелгәне юҡ.
Еҙнәм Ғәлиулла Ғәлиарыҫлан улы 1916 йылдың 1 майында йәмле Оло Һүрәмде һыулаған Байдәүләт ауылында донъяға килә. Атаһы Ғәлиарыҫлан менән әсәһе Йомабикә үтә тыныс холоҡло, егәрле зат булып, үҙҙәре белгән күп шөғөлдө балаларына ла өйрәтергә тырыша. Мал аҫрау, ағас эше, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү был ғаиләнең төп көн итеү сығанағы була.
Ғәлиулла Ғәлиарыҫлан улының бала сағы, йәшлек йылдары шул замандағы яңы тормош өсөн ҡатмарлы көрәш шарттарында үтә. Ауыл мәктәбенән һуң Йылайырҙа һөнәрселек училищеһын тамамлай, колхозда хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ яңы ойошторолған Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолда “Ударсы” гәзитендә эшләй, йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша. 1937 йылдың көҙөндә армияға алына. Үҙен һәр яҡтан өлгөлө итеп күрһәткән ҡыҙылармеец Моратовты Мәскәүҙәге хәрби-сәйәси училищеға ҡабул итәләр. Унда ла ата-әсәһе, башҡорт халҡының намыҫына тап төшөрмәй — фотоһы Почет таҡтаһында тора. Уҡыу йортон тамамларға ярты йыл ҡалды тигәндә, 1939 йылдың 30 ноябрендә, совет-фин һуғышы башланып китә. Уларҙың курсы, фин фронтына ебәреүҙәрен һорап, СССР-ҙың оборона министрына рапорт яҙа. Оҙаҡ та үтмәй улар тулы составта һуғышҡа оҙатыла. Рота политругы Ғәлиулла Моратовҡа 1940 йылдың февраленә тиклем айырыуса ҡатмарлы шарттарҙа — сатнама һалҡында ҡалын көрт кисеп йөрөргә тура килә. Финдарҙың яҡын бара алмаҫлыҡ “Маннергейм линияһы”н өҙөүҙә уның часы ҙур батырлыҡ күрһәтә. Февралдә уң яурыны ҡаты яралана, ҡар өҫтөндә оҙаҡ ятҡанлыҡтан аяҡ-ҡул бармаҡтары туңа. Бер нисә ай Ленинград госпиталендә дауаланғандан һуң, 1940 йылдың йәйендә тыуған яғына юл тота. Фин һуғышында ҡатнашыусыларҙы район халҡы хөрмәтләп ҡаршы ала. Был яуҙа Ейәнсуранан 13 кеше һәләк була, байтаҡ яугир йәрәхәтләнә.
Ауылында оҙаҡлап ял итеп ятмай Ғәлиулла Моратов. Дәүләкән педагогия техникумын тамамлап, Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән апайым Рауза менән өйләнешәләр. 1940 йылдың авгусында йәш ғаилә еҙнәнең яңы эш урыны — Әрмәнстандың Ленинакан ҡалаһына юллана. Бер йыл да үтмәй фашистар илебеҙгә баҫып инә. 1941 йылдың август аҙағында уларҙың часы фронтҡа оҙатыла.
Ошо йылдың сентябренән 1945 йылдың мартына тиклем Ғ.Ғ. Моратов Көньяҡ, Сталинград, 2-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре сафында дошман менән ҡыйыу алыша. Үҙенә ышанып тапшырылған хәрби төркөм менән оҫта етәкселек итә, рота политругынан алып уҡсылар батальоны командирына тиклем хәрби вазифаларҙы башҡара. Күрһәткән батырлығы өсөн өс Ҡыҙыл Йондоҙ, ике Ватан һуғышы (I һәм II дәрәжә), Александр Невский ордендары һәм күп миҙал менән бүләкләнә.
“Энциклопедия русских наград” китабында (авторы — А. Кузнецов) былай тиелгән: “Награждение орденом Красной Звезды производится: “...за мужество и отвагу, проявленные при исполнении воинского и служебного долга в условиях, сопряженных с риском для жизни ...Во время Великой Отечественной войны за боевые заслуги советские люди награждались этим орденом 2860 тысяч раз”. Шуныһы ғына йәл: күпме кешенең был орден менән өс тапҡыр бүләкләнеүе тураһында мәғлүмәт юҡ. Яҙмабыҙ геройы Ғ. Моратов ниндәй батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына өс тапҡыр лайыҡ булған һуң?
“Описание боевой деятельности гв. подполковника Муратова Гали Араслановича в Великой Отечественной войне 1941 — 1945 гг.” исемле документта түбәндәгеләр яҙылған:
“1941 йыл, ноябрь. Көньяҡ фронт. 136-сы уҡсылар дивизияһының политругы Ғ. Моратов булған 6-сы ротаһы ингән 733-сө уҡсы полкы дошман танктарын Ростов ҡалаһына ебәрмәү өсөн Ревка районында оборона тота. Полкка ҡаршы дошмандың 150 техникаһы һөжүм итә. Беҙҙекеләр ҙә был алышҡа ныҡлы әҙерләнгән: окоп һәм траншеялар тәрән итеп ҡаҙылған, ҡорал һәм боеприпастар әҙерлеккә килтерелгән. Беҙҙең һалдаттар көслө ут асып, танкылар артынан килеүсе дошман пехотаһын ҡырып һала. Бер нисә атака яһап та уңышҡа өлгәшә алмаған дошман, байтаҡ техникаһын һәм һалдатын юғалтып, сигенергә мәжбүр була. 6-сы рота оборонаһы алдында ғына ла немецтың алты танкы яндырыла”.
Был алыштан һуң Советтар Союзы Маршалы К.Е. Ворошилов: “136-сы дивизия яугирҙәре хәҙерге һуғышта дошман танктарын нисек итеп юҡ итергә кәрәклеген иң беренсе булып күрһәтте”, — тип махсус телеграмма ебәрә. Полкка һәм дивизияға гвардия исеме бирелә, улар “50-се гвардия полкы”, “15-се гвардия дивизияһы” тип атала. Дивизияның бөтә шәхси составы тиерлек орден һәм миҙалға лайыҡ була. Ғ. Моратовҡа, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырып, өлкән политрук званиеһы бирәләр. 1942 йылдың август — ноябрь айҙарында Сталинградты обороналағанда күрһәткән батырлығы өсөн Ғ. Моратов икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
1944 йылдың ноябре. 2-се Белоруссия фронты. 21-се айырым миномет батальоны командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары майор Ғ. Моратов Гродно ҡалаһы районындағы хәрби бәрелештәрҙәге шәхси батырлығы өсөн өсөнсө тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Шул уҡ документта Ғ. Моратовтың I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм 1945 йылдың мартында уҡсылар батальоны командиры булараҡ Александр Невский орденына лайыҡ булыуы тураһында мәғлүмәт бирелгән.
1945 йылдың март аҙағында Көнсығыш Померанияла ҡаты яраланып, госпиталгә оҙатыла. 29 йәшлек яҡташыбыҙ, гвардия майоры Ғәлиулла Моратов өсөн ҡан ҡойғос һуғыш, ниһайәт, тамамлана. Ошо йылдың көҙөндә уға ҡатыны Рауза, улы Руслан, ата-әсәһе, туғандары менән күрешергә насип була.
Ғ. Моратовты 1945 йылдың аҙағында Үзбәкстан Республикаһының хәрби комиссариаты ҡарамағына ебәрәләр. Башта ул Ҡашҡа-Даръя өлкәһенең Яккобаг районында хәрби комиссар була. Бында эште юлға һала, районда һәм өлкәлә абруйлы хеҙмәткәр була. Үзбәктәр уны хөрмәтләп “Морад әкә” тип йөрөтә. Артабан Андижан өлкәһендәге Мәрхәмәт ҡалаһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Әммә һуғыш яралары тора-бара һаулығын ҡаҡшата, тыуған яҡтар ҙа үҙенә тарта. Ғаиләһе менән 1957 йылда Ейәнсураға ҡайтып, район үҙәге Иҫәнғолда төпләнә. Хәҙерге кеүек, ул заманда ла торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тора: дүрт бала менән өс йыл бәләкәй генә бүлмәлә көн итә. Нисек тә булһа өй һалып, әҙәм рәтле йәшәргә кәрәк. Тәүәккәл, һәр эште аҡыл менән атҡарырға күнеккән элекке гвардеец был мәсьәләне лә үҙенсә хәл итә. Оло Һүрәм буйындағы иң төпкөл Ибрай ауылынан 15-16 саҡрымдағы Шауҙым урманынан өйлөк ҡарағай ауҙарып, уны Байдәүләткә тиклем һал менән килтереп, ҙур ғына бура бурата ла, Иҫәнғолда күркәм өй һала. Илем-ерем тип нисәмә йылдар ҡан ҡойған яугиргә, күпме йөрөп ҡараһа ла, ихата өсөн ни бары алты сутый ер бирәләр. Ул бының өсөн бик бошоноп та бармай. Иң мөһиме, ғаиләм менән тыуған төйәгемдә, ағай-эне, дуҫтарым янымда, тип йыуана. Балаларын башҡорт рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
Еҙнәм типографияла, һуңынан көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында директор, апайым район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә методист, аҙаҡ 1-се мәктәптә тәрбиәсе булып эшләне. Икеһе лә райондың йәмәғәт тормошонда ҙур теләк менән ҡатнашты. Еҙнәмде йәштәрҙе әрмегә оҙатыу тантаналарына, мәктәпкә осрашыу кисәләренә йыш саҡырһалар, апайым үҙе эшләгән мәктәп һәм райондың мәҙәниәт йортондағы сараларҙа, башҡорт халыҡ йырҙарын аһәңле башҡарып, барса кешене әсир итер ине. Ғәлиулла Ғәлиарыҫлан улы донъя көтөү өсөн кәрәкле күп шөғөлдө белде: ағас, тимер менән оҫта эш итте, шәп балыҡсы, баҡсасы булып та танылды. Иҫәнғолда иң тәүгеләрҙән булып слива, виноград үҫтерә башланы. Ә былауҙы Рауза апайым кеүек үзбәксә тәмле итеп бешереүсе яҡын-тирәлә булмағандыр. Улар ойошторған ғаилә мәжлестәре бик күңелле, матур үтә торғайны. Апайым менән Әнүәр ағайым башҡарыуындағы “Ерән ҡашҡа”, “Ғәлиәбаныу”, “Урман ҡыҙы”, “Һибелә сәсем” йырҙарын әҫәрләнеп тыңлап ултырған еҙнәбеҙҙең “уй, әйтәгүр”, “ай, афарин!” тип ҡеүәтләүе әле лә иҫтә.
...Йәш саҡтарым бар ине,
Киң урамдар тар ине.
Киң урамды тар итеп
Йөрөгән саҡтар бар ине!
Был уның яратҡан йыры булды. Һуғыштан ҡайтҡас, үҙенсә мәрәкәләп, йырының аҙағын:
“Фашистарҙы тар-мар итеп
Йөрөгән саҡтар бар ине!”
— тип тә бөтөрөп ҡуйыр ине.
Бейергә лә ихлас булды ул. Таҡмаҡ әйтеп, “Перовский”ҙы һалмаҡ ҡына бейеп йөрөгәне һаман да күҙ алдында.
Кешеләргә яҡшылыҡ ҡына эшләгән, ғүмере буйы иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеп, тотош донъяны гөл-баҡса итергә ынтылған изге заттың артабанғы яҙмышы бәхетле булһа икән дә һуң... Юҡ шул. Аяуһыҙ тормош уны тағы ла ҡаты һынауҙар алдына ҡуя. Матур ғына йәшәп ятҡанда ғаиләгә ҙур ҡайғы килә: бер-бер артлы ҡыҙҙары, ике улы, оҙаҡ та үтмәй апайыбыҙ вафат булды. Тормош ауырлығын күп татыған, ҡәһәрле һуғыш михнәтен үҙ иңендә күтәргән ҡарт һалдат үҙе лә 1994 йылдың майында фани донъяны ҡалдырып китте. Хәҙер был ҙур ғаиләнән берәүһе генә иҫән: ҡыҙҙары Рәйлә Һарытау өлкәһендәге бер ҡалала дауахананың баш табибы булып эшләй.
Арабыҙҙан киткән яҡын кешеләр тураһында яҙыу бик ҡыйын, әммә азатлыҡ бүләк иткән ҡаһармандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың үткән юлы, йәшәгән йылдары, ҡылған изгелектәре беҙгә, тереләргә, мәңгелек маяҡ булһын.
Булат АҠМАНОВ.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873