Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙең теләп ...эскелек һаҙлығына
Ябай ауыл ҡыҙымын. Бала сағымдан ауылымдың матурлығына, уның эшсән кешеләренә, арҙаҡлы шәхестәренә һоҡланып үҫтем. Туған мәктәбемдә яратҡан уҡытыусыларымдың һәр дәресен иғтибар менән тыңлап, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым. Ышаныстарын да аҡланым, буғай: ҡулыма юғары уҡыу йорто дипломын тотоп, туған мәктәбемә эшкә ҡайттым. Ауылдаштарымдың дәртләнеп донъя көтөүенә, һәр ҡайһыһының эше булыуына, бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп яңы йорттар һалған сағына тура килдем...
Ауылдың гөрләп торған мәле. Кемдер, таң һарыһы менән тороп, тракторын ҡабыҙа, икенселәре һыбай мал ҡарарға китә, өсөнсөләре, саналарға тейәлеп, фермаға ашыға. Һәр кемдең — үҙ эше, һәр береһенең — үҙ мәшәҡәте. Мөрйәләрҙән иртәле-кисле төтөн сыға. Хатта кемдең ниндәй утын яҡҡанына тиклем билдәле: ҡайын утынының төтөнө тигеҙ күренһә, ана, еректеке ҡапыл ҡарайып китә лә бер аҙ һүрелә төшә. Бар ине ошо ҡышҡы һиллекте күҙәткән саҡтарым.
Бөгөн тормош икенсерәк. Ауылдаштарым элеккесә иртән ҡайҙалыр ашыҡмай, мөрйәләрҙән дә борлап төтөн сыҡмай. Хәҙер халыҡ “зәңгәр яғыулыҡ” ҡуллана ла ул, ләкин утын яҡмауҙың сәбәбе ошо ғынамы икән? Эшкә ҡабаланаһы түгел, сөнки ауылда бюджет хеҙмәткәрҙәренән башҡаларға даими эш урыны юҡ.
Ана, таң әтәстәрен уятып, эт өрҙөрөп, урам уртаһынан кемдер атлай. Эҙләгән кешеһен тапмағандай, теге йәки был йорттоң ҡапҡаһын ҡаға, ишек асыусы табылмағас, тирә-яҡҡа бер аҙ ҡарап тора ла аяҡтары күптән күнегелгән йорт янына ҡайтанан бара. Тағы кеҫәһенә тығыла, һуңғы аҡсаһына алыпмы, нимәгәлер алмаштырыпмы, бер шешәне ҡуйынына тыға. Кемдең өйөндә ут янһа, шуның менән әлеге шешәне бушатырға тигән уй менән, тыңлауһыҙ аяҡтарын һөйрәй-һөйрәй, артабан атлауын дауам итә.
Һуңғы ваҡытта һәр ауыл өсөн ошондай күренеш ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара, ләкин күрмәмешкә һәм белмәмешкә һалышабыҙ. Шайтан һыуынан ағыуланып үлгән ир-аттың ғына түгел, хатта донъя тотҡаһы булыр ҡатын-ҡыҙҙың да ҡәбере артыуына битараф ҡала бирәбеҙ. Күптән түгел ҡалала йәшәүсе бер ауылдашымдың: “Һуғыш осоронда ла шунса кеше ҡырылмағандыр. Бөгөн ауыл эсеп, үлеп бөтөп бара”, — тигән һүҙҙәре уйланырға мәжбүр итте.
Ысынлап та, әлеге көндә ауылдарҙың күпселеге эскелек һаҙлығына батып бара түгелме һуң? Ни өсөн эсәләр, был юлдан ҡотолоу юлын табырға мөмкинме, тигән һорауҙарға яуап эҙләргә тырыштым.
Әлбиттә, күптәрҙең шөғөлө юҡ, халыҡ эшһеҙлектән эсә, тип яуап бирәсәген дә аңлайым. Ошо урында оҙаҡ йылдар “йәшел йылан” менән дуҫ булған, шуның арҡаһында ғаиләһен, балаларын юғалтҡан бер ирҙең фекеренә туҡталайыҡ. “Ни өсөн эсәмме? Сөнки донъя көтөүе ҡыҙыҡ булмай башланы: көн дә барырлыҡ эш юҡ, көн дә ҡатындың, ҡасан аҡса табаһың, уға шул кәрәк, бының шуныһы туҙған, тип игәүе, екереүе йәнемде әрнетә. Кемгәлер, аҙыраҡ аҡса булыр, тип ярҙамлашһаң, шешә ултырта, аҡса һораһаң, уңайһыҙ. Аптырап, үҙемдең көсһөҙлөгөмдән араҡыны һайлауым тотош тормошомдо селпәрәмә килтерҙе”, — тине ул.
Бәлки, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барҙыр. Уның да эшләп, көрәп аҡса табаһы киләлер, әммә кәсеп юҡлығы, йәки ҡайҙалыр китеп, эшкә төшөп тә, бер тинһеҙ ҡайтыуы араҡыны үҙ итергә сәбәпсе булғандыр.
Ысынлап та, колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы халыҡ өсөн көтөлмәгән хәл булды. Эшһеҙ ҡалған ир-ат ҡайҙалыр, кемгәлер ялланып эшләргә тырышты, тик аҡсаһын ғына түләүсе булманы. Ошо хәлде оҫта файҙаланып, бәғзеләр көмөшкә ҡыуып һатыуға тотондо. Аҙаҡ, еңелерәк юл һайлап, техник спиртҡа күстеләр, ә хәҙер ауылдарҙа ҡаҙаҡ “араҡы”лары менән һатыу итәләр. Кустанайҙан килтерелгән арзан һәм сифатһыҙ иҫерткестең Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында ғына түгел, хатта Йылайыр, Ейәнсура тарафтарында ла һатылғанын ишеткәс, бер аҙ шаңҡып ҡалғандай булдым. Тимәк, был ағыу бөтә республиканы ялмап бара түгелме? Ни өсөн ҡаҙаҡ араҡыһын, сифатһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һатып алыусылар табыла һуң, тип һорау биререңде лә беләм, уҡыусым. Шешә дуҫтарының быға ла яуабы күптән әҙер: булғас, эсәбеҙ. Тәүҙә һатҡан кешеләрҙе тотоғоҙ, уларҙы тикшерегеҙ, аҙаҡ беҙҙе өйрәтерһегеҙ, тип тә ебәрә эскән кеше. Халыҡта “урлаған — бер ғәйепле, урлатҡан — мең ғәйепле” тигән мәҡәл йәшәй, бөгөн ошоно икенсерәк әйләндереп, “эскән — бер ғәйепле, һатҡан — мең ғәйепле” тип тә булыр ине. Бәлки, ауылдарҙа көмөшкә, спирт һәм сифатһыҙ араҡы һатыусыларға ныҡлап көрәш асҡанда, уларҙың “бизнес”ына кәртә ҡуйғанда, кем белә, эскеселәр ҙә кәмер ине. Бер биҙрә картуфын, 3–4 кило итен, тауығын йәки бер йомғаҡ майын, ниндәйҙер башҡа әйберен тотоп, улар ҡалаға йәки күрше ауылға һатырға сапмаясаҡ. Унда-бында һуғылып, ул өйгә, был ихатаға керер ҙә, кире үҙенә ҡайтып, ауырыһа ла төҙәлеп китер ине, бәлки. Ғаиләһендә лә тыныслыҡ урынлашыр, әйбере имен торор, балаларының ашар ризығы ла янында ҡалған булыр ине. Ә бит, эскесенең нимә ташыуына ҡарамаҫтан, көмөшкәһен, спиртын тоттороп сығарыусылар ауылдарҙа берәү-икәү генә түгел, күберәк. Шуға күрә улар үҙ клиенттарын юғалтырға теләмәй. Минән алмаһа, икенсенән барып ала, тигән уйҙан сығып эш итә заман эшҡыуары. Эйе, улар үҙҙәрен хәҙер эшҡыуар тип кенә ебәрә хатта. “Ғаиләне шул аҡсаға аҫрайым, балаларға кейемде шунан килгән табышҡа һатып алам, һис кемдән ярҙам һорағаным юҡ”, — тип ысҡындырғаны ла осрай араларында. Күпме күҙ йәше, рәнйеш, талаш, балаларҙың ас һәм яланғас ултырыуы, хатта мәйеттәр аша йыйылған байлыҡ уларҙы ҡурҡытмай, хатта борсомай ҙа. Ауыл биләмәһе башлығының да араҡы, көмөшкә һатыусыға ҡарата бер ниндәй йоғонтоло “ҡоралы” юҡ.
Дөрөҫ, полиция тарафынан төрлө рейд үткәрелә, араҡы һатыусыны, көмөшкәсене тотоп, йәшник-йәшник тауарын юҡ итеп, штраф һалып киткән осраҡтар ҙа күҙәтелә, әммә барлыҡ сығымды улар, үҙҙәре әйтмешләй, бер көндә ҡаплай ала. Тимәк, дәүләт кимәлендә ҡатыраҡ саралар күреү, ҙурыраҡ штрафтар билдәләү кәрәк.
Берәү ҙә донъяға алкоголик булып тыумай, эскесе балаһының да ул юлға баҫмауы мөмкин. Ата-әсәһе эскән бер ғаилә балаларының һәммәһе лә, үҙ көсө менән юғары уҡыу йортон тамамлап, әле юғары урындарҙа эшләүен беләм. Был яман сиргә һәр кем үҙе юлыға: берәү ҙә ауыҙға көсләп ҡоймай, тәүге рюмканы ҡулына алғанда, “юҡ, мин эсмәйем” тип кире ултырта алмағандар, үҙенә күпме мөмкин икәнлеген белмәй, һәр ҡойолғанды төбөнә тиклем йотоусылар яйлап хәмер ҡолона әүерелә. Ғәҙәттә, тормош һынауҙарын еңә алмай, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалған көсһөҙ бәндәләр ҡулына стакан алыусан. Киреһенсә, ауырлыҡтарҙың кешене сыныҡтырыуын, һынауҙар артынан яңы офоҡтар асылыуын, йәшәүгә дәрт һәм сәм барлыҡҡа килеүен улар тоймай ҙа, тойорға ла теләмәй. Еңел юл һайлап, проблеманы араҡы менән йыуырға тотоналар. Яҡындары уларға төрлөсә ярҙам итеп ҡарай ҙа, ахыр килеп, бөтөнләй ҡул һелтәй. Ғәйеп үҙемдә тип уйламай, һеҙ ҙә миңә ярҙам итмәйһегеҙ, эсеүемә аҡса бирмәйһегеҙ, тип туғандарын ғәйепләй аҙаҡ ундай әҙәмдәр.
Минеңсә, эскән кеше үҙен үҙе ҡулға алмаһа, уға ярҙам итергә тырышыу файҙаһыҙ. Күпме генә аҡланырға тырышмаһындар, теләге булған кешегә һәр ерҙә эш етерлек. Бигерәк тә ауылда. Бәлки, уларға ниндәйҙер йүнәлеш бирергә, башта ышаныс күрһәтеп ҡарарға ла кәрәктер. Хәтеремдә, бынан бер нисә йыл элек ауылдарҙан, эскән кешеләрҙе автобусҡа тейәп, Ырымбур өлкәһендәге Абдулла ауылына әллә нисә рейс менән дауаларға алып барғайнылар. Бөгөн шуларҙың күбеһе, эсеүен ташлап, бынамын итеп донъя көтә, хатта араларында дин юлынан китеүселәр ҙә бар. Бына бит, кешенең рух ныҡлығы, теләге булһа, араҡыны ташлап та, үҙеңде тотоп та була.
Икенсенән, ауылға берәү ҙә килеп, элекке кеүек ферма һалып бирмәйәсәк, төҙөлһә лә, ул дәүләттеке түгел, ә шәхси эшҡыуарҙыҡы буласаҡ. Эшһеҙлектән эсәбеҙ, тигәндәргә, “эсмә, шунан эш тә табырһығыҙ”, тип әйтке килә. Шулай ҙа сифатһыҙ араҡы һәм көмөшкә һатыусыларға ҡаршы ҡаты сара күрелергә тейештер. Был Ислам ҡанундары буйынса ла ҡәтғи тыйыла һәм иң оло гонаһ, хәрәмдәрҙең береһе тип иҫәпләнә.
“Кеше эскесегә бер ҡабым ашамлыҡ бирһә, Аллаһы Тәғәлә уның тәненә йыландар һәм саяндар ебәрер, кемдер берәү хәмер эсеүсенең хәжәтен үтәһә, ул Ислам диненең тарҡалыуына ярҙам иткән булыр. Эскесегә бурысҡа биргән кеше бер мөьминде үлтереүсегә ярҙам иткәндәй булыр. Әгәр кемдер эскесе менән бер мәжлестә ултырһа, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә уны һуҡыр хәлендә ҡубарыр. Эскесе менән никахланмағыҙ, әгәр ауырыһа, хәлен белешмәгеҙ. Әгәр шәһәдәт бирһә, уны ҡабул итмәгеҙ”, — тигән һүҙҙәр ҙә ҡурҡытмай яңылыш юлда булған бәндәләрҙе.
Кемгәлер — ҡанун, кемгәлер — дин, кемгәлер яҡындарының ярҙамы кәрәктер эскелек һаҙлығынан сығырға. Эскелек арҡаһында күпме ғаилә тарҡала, ата-әсәһе иҫән булып та, күпме бала етемдәр һанын арттыра, күпме ҡартайған ата-әсә үҙ улдарынан, ҡыҙҙарынан, ейән-ейәнсәрҙәренән рәнйеү ала. Батшаларға баш эймәгән башҡорттоң бөгөн үҙе теләп эскелек тоҙағына эләгеүе, араҡы алдында баш эйеүе борсолдора, көйөндөрә һәм тәрән уйға һала. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Бәлки, күмәкләгәндә, милләттәштәребеҙҙе был ҡазанан йолоп ҡала алырбыҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 17.04.2012, 02:47
    Кэримэ ханым , бик актуаль мэсьэлэ кутэрэhегез. Дорэс, был темага куп языла,эммэ hозэмтэ юк .Ошо темага ауыл хакимиэте башлыктары,катын-кыз йэмгиэте вэкилдэре менэн hойлэшеп,уларзын фекерен гэзиткэ биреп булмасмы ?Мэсэлэн,самогон,аракы hатып акса эшлэуселэргэ нинэ сара курмэйзэр?Ауыл хакимиэте башлыгы h.б. сара курмэй икэн, тимэк,унан югарырак ултырган турэ тикшерергэ, сара курергэ тейеш.






Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты 05.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты 05.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Еңеү байрамын лайыҡлы итеп ойошторорға ҡушты...

Тотош уҡырға 13

Сентябрҙә «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бронепоезд ҡуйыла

Сентябрҙә «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бронепоезд ҡуйыла 05.05.2025 // Йәмғиәт

Сентябрҙә «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бронепоезд ҡуйыла...

Тотош уҡырға 16

Социаль фондтан республикала байрам алдынан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр

Социаль фондтан республикала байрам алдынан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр 05.05.2025 // Йәмғиәт

Социаль фондтан республикала байрам алдынан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда +25 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда +25 градусҡаса йылыта 05.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда +25 градусҡаса йылыта...

Тотош уҡырға 17

«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» үҙенең тауар билдәһен теркәне

«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» үҙенең тауар билдәһен теркәне 05.05.2025 // Йәмғиәт

«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» үҙенең тауар билдәһен теркәне...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды 05.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 16

Рәсәйҙә өс көнлөк эш аҙнаһы башланды

Рәсәйҙә өс көнлөк эш аҙнаһы башланды 05.05.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә өс көнлөк эш аҙнаһы башланды...

Тотош уҡырға 17

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш 30.04.2025 // Йәмғиәт

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш...

Тотош уҡырға 72

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде 30.04.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде...

Тотош уҡырға 54

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана 30.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 55

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды 30.04.2025 // Йәмғиәт

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 51