Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыу көсө нимәлә?
Һуңғы йылдарҙа халыҡ үҙ нәҫел ебен, араһын барлауға айырыуса иғтибар бирә. Был эштең балалар араһында йәнле үтеүе айырыуса ҡыуаныслы. Быйыл да уҡыусылар Шәжәрә байрамына ентекле әҙерләнде. Мәртәбәле сараға Туймазы ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән уҡытыусылары менән 12 уҡыусы, төбәктең “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары килде. Ҡаланың 4-се мәктәбе ҡурай моңо аҫтында ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды.

“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Шәжәрә – ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның, бер туғандарҙың дөйөм танытмаһы ла булып һаналған, сөнки унда ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәл­гән.
Ошо яғы менән шәжәрә – ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаһын белергә тейеш булған. Ырыуҙа ҡан яңыртыуға ынтылыш та аныҡ күҙәтелгән.
Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монахтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарға килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы алыҫҡа, быуаттар төпкөлөнә, барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы “Урал батыр”, “Уғыҙнамә”, “Манас” кеүек тарихи, мифик эпостар дәлилләй.
Тәүге осорҙа төрки халыҡтар шәжәрәһе телдән телгә тапшырылып килгән. Ырыуҙар тарихының 30 – 40 быуынға тиклем телдән тапшырыла алыуы – ғәжәйеп күренеш. Ул ғына түгел, ҡаһарман иҫтәлектәр, ата-бабаларҙың ғәмәлдәре тураһында легендалар һөйләнелгән. Һуңғараҡ шәжәрәнең яҙма төрө барлыҡҡа килгән. Төрки шәжәрәһенең иң боронғо төрө тип XIV быуат тарихсыһы Фазлаллаһ Рәшид-әд-Диндең “Йылъяҙмалар йыйын­тығы” иҫәпләнә. Йыйынтыҡта төрки ҡәбиләләр тарихы генеалогик белешмәләр менән бергә бирелә. “Уғыҙнамә” эпосында шәжәрәнең төҙөлөүе тураһында шундай һүҙҙәр бар: “Уғыҙ бөйөк батша булған һәм, донъя менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алғас, ул байлыҡ һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал йыйған. Быларҙың барыһы ла хәҙер һеҙҙең ҡарамаҡта, һеҙ алты ағай-эне һәм һәр берегеҙҙең балалары бар. Балаларығыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынын, шөғөлөн, дәрәжәһен, исемен, шулай уҡ ырыу тамғаларын белергә тейеш. Был дәүләт тотороҡло булһын һәм ырыуығыҙҙың данлы исемен һаҡлау өсөн кәрәк”.
Шулай итеп, аңлашылмаусанлыҡ һәм бәхәстәрҙән ҡотолоу, дәүләттең һәм халыҡтың тотороҡло үҫеше, теге йәки был ырыуҙың абруйын күтәреү өсөн халыҡ үҙенең генеалогик йылъяҙмаһын, ата-бабаларының шәжәрәһен, ырыу тамға­ларын белергә һәм төҙөргә бурыслы булған.
Шәжәрәңде белеү башҡорттарҙа мотлаҡ һанала. Был турала билдәле шағир- мәғрифәтсе, ғалим Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев шулай тип яҙып ҡалдырған: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығы­шыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү”.
Башҡортта ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп еткән. Уларҙы тарихи сығанаҡ булараҡ файҙаланып, ғалимдар башҡорт­тарҙың Алтын Урҙа, Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу үҙенсәлектәрен асыҡлаған. Документтар башҡорттарҙың Алтын Урҙаға ла, Урыҫ дәүләтенә лә килешеү нигеҙендә ҡушылғанлығын иҫбатлай. Юрматы, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙары яҙмала­рында был хаҡта аныҡ һөйләнелә. Үҫәргәндәр һәм Табындар шәжәрәһе иһә Сыңғыҙхан менән башҡорт ырыу башлыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте тарихын киләсәк быуынға тапшыра алған. Һуңғараҡ шәжәрәләр ҡағыҙға теркәлә башлай. Был ырыу тарихын ғына түгел, дөйөм алғанда, башҡорттарҙың ырыу, ҡәбилә тормошон­дағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы ла тарихта ҡалдырырға мөмкинлек бирә.
Шәжәрә үҙендә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә, тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай мәғлүмәт туплай. Шуға күрә уны халыҡ тормошо энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ул тарихи һәм лингвистик сығанаҡтан бигерәк, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарын, ырыу тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙе өсөн, эше өсөн ауылдаштары, ырыуҙаш­тары алдында яуаплы булыу хоҡуғын бирә.
Башҡорттарҙа шәжәрә ҡиммәтле документ һаналған, ул ырыуҙың абруйлы кешеләрендә һаҡланған. Улар иһә, үҙ сиратында, йәш быуынға тапшыра килгән. Шәжәрә фольклорға яҡын. Уның авторы билдәле түгел, уны беҙ дөйөм халыҡ яҙған тип беләбеҙ. Һәр ваҡыт, яңы ваҡиғалар булыу менән, тулыланып торған.
Туймазы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Г. Фазуллина, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, “Ағинәйҙәр ҡоро” эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, уларҙың әүҙем ағзаларына дипломдар тапшырҙы. Ҡор етәксеһе ба­ла­ларға туған телде белеү мөһим­легенә, уның хатта сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауына, телен белгәндең төрлө илдәр белгәнлегенә баҫым яһаны. Һәр кемдең быуын сылбырын белеүе, шәжә­рәһен өйрәнеүе бөгөн ҙур мәртәбә икәнен, бик модала булыуын билдәләне.
Байрамса биҙәлгән залда абруйлы баһалама ағзалары “Шәжәрә” төбәк-ара ойошмаһы вәкиле М. Ғәйнетдинов, мәға­риф ойошмаһы методисы А. Ситдиҡова, 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М. Зәйҙуллина, “Етегән” район-ара гәзите мөхәррире Г. Фазуллина һәр сығышты иғтибар менән тыңлап, ғәҙел баһаланы. Быуындар сылбырын барла­ғандар араһында үҙ ырыуын тәрән белгәне лә, яңы ғына өйрәнә башлағаны ла бар ине. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: сығыш яһаған һәр уҡыусы күҙендә дәрт-дарман, рух сағылды. Баһалама ағзаларының һорауҙарына ҡаушамай, ышаныслы яуап бирҙе улар. Марат Ғәйнетдинов һәр сығышты файҙалы мәғлүмәт менән тулыландырҙы.
Сығыш яһаусыларҙың күбеһе Ҡаңны ырыуына ҡарай ине. Нәҫелдәрендә абруйлы дәүләт эшмә­кәрҙәре, герой исеменә лайыҡ булғандар ҙа, уҡытыусылар, табиптар, ябай ауыл эшсәндәре лә бар. Балаларҙың ырыу-нәҫеле, туғандары тураһында оло ғорурлыҡ, наҙ менән һөйләүе ҡыуаныслы.
Сығыш яһаған балаларҙың барыһы ла махсус номинацияла билдәләнеп, диплом­дарға лайыҡ булды: “Тәрән тамырлы шәжәрә” номинацияһында – Ҡандраның 2-се мәктәбе уҡыусыһы В. Бирюзова (етәксеһе – Н. Горшкова), “Шә­жәрәгә ижади ҡараш” номинацияһында – 1-се гимназиянан И. Шәйехов (етәксеһе – З. Вәлиева), Ғафур ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ә. Ғи­маҙетдинова (етәксеһе – Р. Хәмзина), “Ға­илә ҡиммәттәрен ҡулланыусы” – 6-сы мәк­тәптән К. Сәлихова (етәксеһе – Н. Абдул­лина), Төмәнәк ауылы мәктәбенән Б. Әх­мәҙиев (етәксеһе – Г. Әх­мәҙиева) һәм башҡалар.
Үҙеңдең быуыныңды, тамырҙарыңды таныу, белеү, улар менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн модала. Өйрәнәйек, барлайыҡ нәҫел ебен, сөнки милләтебеҙ, илебеҙ яҙмышы – беҙҙең ҡулда, киләсәк ҡулында.

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
6-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Туймазы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872