Ырыу көсө нимәлә?27.10.2017
Һуңғы йылдарҙа халыҡ үҙ нәҫел ебен, араһын барлауға айырыуса иғтибар бирә. Был эштең балалар араһында йәнле үтеүе айырыуса ҡыуаныслы. Быйыл да уҡыусылар Шәжәрә байрамына ентекле әҙерләнде. Мәртәбәле сараға Туймазы ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән уҡытыусылары менән 12 уҡыусы, төбәктең “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары килде. Ҡаланың 4-се мәктәбе ҡурай моңо аҫтында ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды.
“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Шәжәрә – ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның, бер туғандарҙың дөйөм танытмаһы ла булып һаналған, сөнки унда ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.
Ошо яғы менән шәжәрә – ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаһын белергә тейеш булған. Ырыуҙа ҡан яңыртыуға ынтылыш та аныҡ күҙәтелгән.
Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монахтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарға килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы алыҫҡа, быуаттар төпкөлөнә, барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы “Урал батыр”, “Уғыҙнамә”, “Манас” кеүек тарихи, мифик эпостар дәлилләй.
Тәүге осорҙа төрки халыҡтар шәжәрәһе телдән телгә тапшырылып килгән. Ырыуҙар тарихының 30 – 40 быуынға тиклем телдән тапшырыла алыуы – ғәжәйеп күренеш. Ул ғына түгел, ҡаһарман иҫтәлектәр, ата-бабаларҙың ғәмәлдәре тураһында легендалар һөйләнелгән. Һуңғараҡ шәжәрәнең яҙма төрө барлыҡҡа килгән. Төрки шәжәрәһенең иң боронғо төрө тип XIV быуат тарихсыһы Фазлаллаһ Рәшид-әд-Диндең “Йылъяҙмалар йыйынтығы” иҫәпләнә. Йыйынтыҡта төрки ҡәбиләләр тарихы генеалогик белешмәләр менән бергә бирелә. “Уғыҙнамә” эпосында шәжәрәнең төҙөлөүе тураһында шундай һүҙҙәр бар: “Уғыҙ бөйөк батша булған һәм, донъя менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алғас, ул байлыҡ һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал йыйған. Быларҙың барыһы ла хәҙер һеҙҙең ҡарамаҡта, һеҙ алты ағай-эне һәм һәр берегеҙҙең балалары бар. Балаларығыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынын, шөғөлөн, дәрәжәһен, исемен, шулай уҡ ырыу тамғаларын белергә тейеш. Был дәүләт тотороҡло булһын һәм ырыуығыҙҙың данлы исемен һаҡлау өсөн кәрәк”.
Шулай итеп, аңлашылмаусанлыҡ һәм бәхәстәрҙән ҡотолоу, дәүләттең һәм халыҡтың тотороҡло үҫеше, теге йәки был ырыуҙың абруйын күтәреү өсөн халыҡ үҙенең генеалогик йылъяҙмаһын, ата-бабаларының шәжәрәһен, ырыу тамғаларын белергә һәм төҙөргә бурыслы булған.
Шәжәрәңде белеү башҡорттарҙа мотлаҡ һанала. Был турала билдәле шағир- мәғрифәтсе, ғалим Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев шулай тип яҙып ҡалдырған: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү”.
Башҡортта ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп еткән. Уларҙы тарихи сығанаҡ булараҡ файҙаланып, ғалимдар башҡорттарҙың Алтын Урҙа, Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу үҙенсәлектәрен асыҡлаған. Документтар башҡорттарҙың Алтын Урҙаға ла, Урыҫ дәүләтенә лә килешеү нигеҙендә ҡушылғанлығын иҫбатлай. Юрматы, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙары яҙмаларында был хаҡта аныҡ һөйләнелә. Үҫәргәндәр һәм Табындар шәжәрәһе иһә Сыңғыҙхан менән башҡорт ырыу башлыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте тарихын киләсәк быуынға тапшыра алған. Һуңғараҡ шәжәрәләр ҡағыҙға теркәлә башлай. Был ырыу тарихын ғына түгел, дөйөм алғанда, башҡорттарҙың ырыу, ҡәбилә тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы ла тарихта ҡалдырырға мөмкинлек бирә.
Шәжәрә үҙендә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә, тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай мәғлүмәт туплай. Шуға күрә уны халыҡ тормошо энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ул тарихи һәм лингвистик сығанаҡтан бигерәк, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарын, ырыу тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙе өсөн, эше өсөн ауылдаштары, ырыуҙаштары алдында яуаплы булыу хоҡуғын бирә.
Башҡорттарҙа шәжәрә ҡиммәтле документ һаналған, ул ырыуҙың абруйлы кешеләрендә һаҡланған. Улар иһә, үҙ сиратында, йәш быуынға тапшыра килгән. Шәжәрә фольклорға яҡын. Уның авторы билдәле түгел, уны беҙ дөйөм халыҡ яҙған тип беләбеҙ. Һәр ваҡыт, яңы ваҡиғалар булыу менән, тулыланып торған.
Туймазы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Г. Фазуллина, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, “Ағинәйҙәр ҡоро” эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, уларҙың әүҙем ағзаларына дипломдар тапшырҙы. Ҡор етәксеһе балаларға туған телде белеү мөһимлегенә, уның хатта сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауына, телен белгәндең төрлө илдәр белгәнлегенә баҫым яһаны. Һәр кемдең быуын сылбырын белеүе, шәжәрәһен өйрәнеүе бөгөн ҙур мәртәбә икәнен, бик модала булыуын билдәләне.
Байрамса биҙәлгән залда абруйлы баһалама ағзалары “Шәжәрә” төбәк-ара ойошмаһы вәкиле М. Ғәйнетдинов, мәғариф ойошмаһы методисы А. Ситдиҡова, 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М. Зәйҙуллина, “Етегән” район-ара гәзите мөхәррире Г. Фазуллина һәр сығышты иғтибар менән тыңлап, ғәҙел баһаланы. Быуындар сылбырын барлағандар араһында үҙ ырыуын тәрән белгәне лә, яңы ғына өйрәнә башлағаны ла бар ине. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: сығыш яһаған һәр уҡыусы күҙендә дәрт-дарман, рух сағылды. Баһалама ағзаларының һорауҙарына ҡаушамай, ышаныслы яуап бирҙе улар. Марат Ғәйнетдинов һәр сығышты файҙалы мәғлүмәт менән тулыландырҙы.
Сығыш яһаусыларҙың күбеһе Ҡаңны ырыуына ҡарай ине. Нәҫелдәрендә абруйлы дәүләт эшмәкәрҙәре, герой исеменә лайыҡ булғандар ҙа, уҡытыусылар, табиптар, ябай ауыл эшсәндәре лә бар. Балаларҙың ырыу-нәҫеле, туғандары тураһында оло ғорурлыҡ, наҙ менән һөйләүе ҡыуаныслы.
Сығыш яһаған балаларҙың барыһы ла махсус номинацияла билдәләнеп, дипломдарға лайыҡ булды: “Тәрән тамырлы шәжәрә” номинацияһында – Ҡандраның 2-се мәктәбе уҡыусыһы В. Бирюзова (етәксеһе – Н. Горшкова), “Шәжәрәгә ижади ҡараш” номинацияһында – 1-се гимназиянан И. Шәйехов (етәксеһе – З. Вәлиева), Ғафур ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ә. Ғимаҙетдинова (етәксеһе – Р. Хәмзина), “Ғаилә ҡиммәттәрен ҡулланыусы” – 6-сы мәктәптән К. Сәлихова (етәксеһе – Н. Абдуллина), Төмәнәк ауылы мәктәбенән Б. Әхмәҙиев (етәксеһе – Г. Әхмәҙиева) һәм башҡалар.
Үҙеңдең быуыныңды, тамырҙарыңды таныу, белеү, улар менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн модала. Өйрәнәйек, барлайыҡ нәҫел ебен, сөнки милләтебеҙ, илебеҙ яҙмышы – беҙҙең ҡулда, киләсәк ҡулында.
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
6-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы.