Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иртәгә Өфөлә нейрохирургтарҙың беренсе Рәсәй-Ҡытай конгресы асыла. 20 октябргә саҡлы дауам итәсәк был сараны илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Нейрохирургтар ассоциацияһы, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.


Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министр­лығында хәбәр итеүҙәренсә, конгресҡа Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан, Новосибирскиҙан, Краснодарҙан һәм башҡа ҡалаларҙан тәжрибәле белгестәр саҡы­рылған. Ҡытай нейрохирургтары ла был илдең төрлө ҡалаларының вәкилдәре булып тора. Сараға Норвегия менән Канаданан да почетлы ҡунаҡтар киләсәк. Ғилми прог­рамма сиктәрендә пленар ултырыштар ғына түгел, ә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә ҡаралған.

***
Башҡортостанда уҙған туғыҙ ай эсендә иҫерек килеш автомобиль йөрөткәндә тотолған кешеләр
242 миллион һум штраф түләгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 100 миллион һумға күберәк, тип белдерҙе күптән түгел республиканың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов.

Штраф күләменең шулай байтаҡҡа күберәк йыйылыуында бындай хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған граждандарҙың штрафты ваҡытында түләп барыуы ла сәбәпсе. Хәҙерге ҡануниәт бындай осраҡтарға ҡарата киҫкенерәк сара күрә. Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡтан баш тартҡан 800 кеше ошо осорҙа ҡабат язаға тарттырылған. Бында ташламалар системаһын ҡулланыу ҙа үҙ йоғонтоһон күрһәткәндер, моғайын: ҡайһы бер штрафтар, әгәр ҙә уларҙы 20 көн эсендә түләһәң, яртылаш кәметелә. Илнур Мәхмүтов ошо күрһәткестең артыуында суд приставтарының дәүләт авто­инспек­торҙары менән берлектәге сараларының даими үткәрелеп тороуы һәм техник мөмкин­лектәрҙең киңерәк ҡулланылыуы һөҙөмтәһе тип билдәләне.

***
Рәсәйҙең иҡтисад министры Максим Орешкин илебеҙҙең яҡын киләсәктә йыл һайын хеҙмәткә яраҡлы 800 мең самаһы кешене юғалта барасағы тураһында белдерҙе. Быға демографик структурала һуңғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында барлыҡҡа килгән тигеҙһеҙлек ғәйепле.

Айырыуса үткән быуаттың 90-сы йылдарында тыуымдың ҡырҡа кәмеүе ошондай көрсөккә алып килде лә инде. Әле шул быуын хеҙмәт юлын башланы, ләкин улар аҙ һанлы һәм иҡтисад талап иткән урындарҙы тулыһынса биләй алмаясаҡ. Артабанғы осорҙа был тәңгәлдә хәлдең яҡшыра барасағы көтөлә.

***
Башҡортостан хеҙмәт баҙары индексы буйынса Рәсәйҙең 85 субъекты араһында 13-сө урынды биләй. Туғыҙ күрһәткестән торған был индексты “Рәсәй бөгөн” медиатөркөмө иҫәпләп сығарған.

Был күрһәткестәргә хеҙмәткә түләү кимәле, мәшғүллек, эш шарттары, хеҙмәт баҙарында тауар һата алыу мөмкинлеге һәм башҡа шарттар инә. Былтырғы йом­ғаҡтар буйынса рейтингта беҙҙең республика тотороҡлолоҡ үлсәме буйынса 60,3 балл йыйған. Иң күп мәрәй Мәскәү ҡалаһына һәм өлкәһенә, Санкт-Петербургка бирелгән. Был төбәктәрҙә эшһеҙлек башҡаларҙан аҙыраҡ, эш хаҡы юғарыраҡ һәм хеҙмәт урынын эҙләү ваҡыты ҡыҫҡараҡ.

***
Быйыл 28 октябрҙә Өфөлә “Сит илдәрҙәге мәктәп-пансиондар” тигән алтынсы күргәҙмә үткәреләсәк. Сара Ленин урамындағы “Башҡортостан” ҡунаҡханаһының “Нарыштау” тамаша залында уҙғарыла. Ойоштороусыһы – “ИНКОРТ” мәғариф агентлығы.

Ойоштороусылар раҫлауынса, Өфөнән Англия, Канада, АҠШ, Швейцария мәктәп­тәренә белем алырға барған уҡыусылар һаны арта. Был юлы ла шул илдәрҙәге шәхси мәктәптәрҙең вәкилдәре менән осрашыуҙар буласаҡ. “Ошо илдәрҙә сифатлы белем биреүҙәре һәм шәхси мәктәп­тәрҙең йолалары күптәрҙе йәлеп итә, күргәҙмәлә һәр ата-әсәгә үҙ балаһы өсөн иң яҡшы тип тапҡан мәктәпте һайлап алыу мөмкинлеге буласаҡ”, – тип ышандыра ойоштороусы. Әйткәндәй, был агентлыҡтың сит илдәргә балаларҙы уҡытырға ебәреү буйынса 15 йыллыҡ тәжрибәһе бар.

***
Рәсәйҙең килеме йәшәү минимумынан да түбән булған граждандары һаны быйылғы уҙған айҙар йомғағы буйынса 21,1 миллион кешегә етте. Ошо хаҡта “Росстат” хәбәр итте.

Был күрһәткес, йыллыҡ осорға иҫәп­ләгәндә, 0,2 процентҡа кәмене һәм ил халҡының 14,4 процентын тәшкил итә. 2014 йылдың тәүге яртыһында беҙҙең илдәге ярлылар өлөшө – 13,1, ә 2015 йылдың шул уҡ осоронда 15,1 процент ине. Ағымдағы йылдың икенсе өс айлығында йәшәү минимумын 9909 һумдан 10329 һумға күтәрҙеләр. Шул уҡ өс айлыҡта Рәсәй халҡының йән башына уртаса килеме айына 30,7 мең һум тәшкил итте, тип белдерҙе “Росстат”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда мышы һәм айыу аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарына йәрәбә һалына

Башҡортостанда мышы һәм айыу аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарына йәрәбә һалына 18.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда мышы һәм айыу аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарына йәрәбә һалына...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр 18.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана
Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы

Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев илдең участковыйҙар коллективын...

Тотош уҡырға 18

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 14

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 12

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне....

Тотош уҡырға 10

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал 14.11.2025 // Йәмғиәт

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте...

Тотош уҡырға 10