Ҡыҫҡаса...17.10.2017
Иртәгә Өфөлә нейрохирургтарҙың беренсе Рәсәй-Ҡытай конгресы асыла. 20 октябргә саҡлы дауам итәсәк был сараны илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Нейрохирургтар ассоциацияһы, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, конгресҡа Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан, Новосибирскиҙан, Краснодарҙан һәм башҡа ҡалаларҙан тәжрибәле белгестәр саҡырылған. Ҡытай нейрохирургтары ла был илдең төрлө ҡалаларының вәкилдәре булып тора. Сараға Норвегия менән Канаданан да почетлы ҡунаҡтар киләсәк. Ғилми программа сиктәрендә пленар ултырыштар ғына түгел, ә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә ҡаралған.
***
Башҡортостанда уҙған туғыҙ ай эсендә иҫерек килеш автомобиль йөрөткәндә тотолған кешеләр
242 миллион һум штраф түләгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 100 миллион һумға күберәк, тип белдерҙе күптән түгел республиканың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов.
Штраф күләменең шулай байтаҡҡа күберәк йыйылыуында бындай хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған граждандарҙың штрафты ваҡытында түләп барыуы ла сәбәпсе. Хәҙерге ҡануниәт бындай осраҡтарға ҡарата киҫкенерәк сара күрә. Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡтан баш тартҡан 800 кеше ошо осорҙа ҡабат язаға тарттырылған. Бында ташламалар системаһын ҡулланыу ҙа үҙ йоғонтоһон күрһәткәндер, моғайын: ҡайһы бер штрафтар, әгәр ҙә уларҙы 20 көн эсендә түләһәң, яртылаш кәметелә. Илнур Мәхмүтов ошо күрһәткестең артыуында суд приставтарының дәүләт автоинспекторҙары менән берлектәге сараларының даими үткәрелеп тороуы һәм техник мөмкинлектәрҙең киңерәк ҡулланылыуы һөҙөмтәһе тип билдәләне.
***
Рәсәйҙең иҡтисад министры Максим Орешкин илебеҙҙең яҡын киләсәктә йыл һайын хеҙмәткә яраҡлы 800 мең самаһы кешене юғалта барасағы тураһында белдерҙе. Быға демографик структурала һуңғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында барлыҡҡа килгән тигеҙһеҙлек ғәйепле.
Айырыуса үткән быуаттың 90-сы йылдарында тыуымдың ҡырҡа кәмеүе ошондай көрсөккә алып килде лә инде. Әле шул быуын хеҙмәт юлын башланы, ләкин улар аҙ һанлы һәм иҡтисад талап иткән урындарҙы тулыһынса биләй алмаясаҡ. Артабанғы осорҙа был тәңгәлдә хәлдең яҡшыра барасағы көтөлә.
***
Башҡортостан хеҙмәт баҙары индексы буйынса Рәсәйҙең 85 субъекты араһында 13-сө урынды биләй. Туғыҙ күрһәткестән торған был индексты “Рәсәй бөгөн” медиатөркөмө иҫәпләп сығарған.
Был күрһәткестәргә хеҙмәткә түләү кимәле, мәшғүллек, эш шарттары, хеҙмәт баҙарында тауар һата алыу мөмкинлеге һәм башҡа шарттар инә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса рейтингта беҙҙең республика тотороҡлолоҡ үлсәме буйынса 60,3 балл йыйған. Иң күп мәрәй Мәскәү ҡалаһына һәм өлкәһенә, Санкт-Петербургка бирелгән. Был төбәктәрҙә эшһеҙлек башҡаларҙан аҙыраҡ, эш хаҡы юғарыраҡ һәм хеҙмәт урынын эҙләү ваҡыты ҡыҫҡараҡ.
***
Быйыл 28 октябрҙә Өфөлә “Сит илдәрҙәге мәктәп-пансиондар” тигән алтынсы күргәҙмә үткәреләсәк. Сара Ленин урамындағы “Башҡортостан” ҡунаҡханаһының “Нарыштау” тамаша залында уҙғарыла. Ойоштороусыһы – “ИНКОРТ” мәғариф агентлығы.
Ойоштороусылар раҫлауынса, Өфөнән Англия, Канада, АҠШ, Швейцария мәктәптәренә белем алырға барған уҡыусылар һаны арта. Был юлы ла шул илдәрҙәге шәхси мәктәптәрҙең вәкилдәре менән осрашыуҙар буласаҡ. “Ошо илдәрҙә сифатлы белем биреүҙәре һәм шәхси мәктәптәрҙең йолалары күптәрҙе йәлеп итә, күргәҙмәлә һәр ата-әсәгә үҙ балаһы өсөн иң яҡшы тип тапҡан мәктәпте һайлап алыу мөмкинлеге буласаҡ”, – тип ышандыра ойоштороусы. Әйткәндәй, был агентлыҡтың сит илдәргә балаларҙы уҡытырға ебәреү буйынса 15 йыллыҡ тәжрибәһе бар.
***
Рәсәйҙең килеме йәшәү минимумынан да түбән булған граждандары һаны быйылғы уҙған айҙар йомғағы буйынса 21,1 миллион кешегә етте. Ошо хаҡта “Росстат” хәбәр итте.
Был күрһәткес, йыллыҡ осорға иҫәпләгәндә, 0,2 процентҡа кәмене һәм ил халҡының 14,4 процентын тәшкил итә. 2014 йылдың тәүге яртыһында беҙҙең илдәге ярлылар өлөшө – 13,1, ә 2015 йылдың шул уҡ осоронда 15,1 процент ине. Ағымдағы йылдың икенсе өс айлығында йәшәү минимумын 9909 һумдан 10329 һумға күтәрҙеләр. Шул уҡ өс айлыҡта Рәсәй халҡының йән башына уртаса килеме айына 30,7 мең һум тәшкил итте, тип белдерҙе “Росстат”.