Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шишмә башыБашҡортостандың йөҙөн билдәләгән, мәртәбәһен күтәргән шәхестәр бихисап. Шуларҙың береһе – философия фәндәре кандидаты, күренекле эшҡыуар Азат Фәйзулла улы Фәйзуллин. Ул етәкләгән “Тибет медицинаһы үҙәге”, “Красноусол минераль һыу ҡойоу заводы” тыуған ауылын төҙөкләндереүҙә, Табындағы ҡарттар, балалар йорттарына, мәктәптәргә, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөтөүҙә, “Тай-тулаҡ”, “Сулпылар” телетапшырыуына, “Гәлсәр һандуғас” телеконкурсына һәм башҡаларға ярҙам күрһәтә. Ғафури районында Әбйәлил ишандың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыу, кәртәләп, ағас ултыртыуҙы ла әруахтарға ҡарата изге ихтирам итеп һанай ул. Ярҙам ғынамы ни, Азат Фәйзуллиндың ике йөҙгә яҡын кешелек эш урыны булдырыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй, тимәк, шунса ғаилә яҙмышы өсөн дә борсолорға тура килә уға.
Ошо көндәрҙә Азат Фәйзулла улы күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Гәзит уҡыусылар исеменән ихлас күңелдән тәбрикләп, уның тормош юлын һәм эшмәкәрлеген сағылдырған китаптан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.



Тауҙар артынан ҡалҡҡан ҡояш­тың сағыу нурҙары урамға сыҡҡан Азаттың күҙҙәрен сағылдырҙы. Ҡулын маңлайына ҡуйып, шул тарафҡа текләне ул. Күк менән ер тоташҡан офоҡ малайҙың зи­һенен солғап алды. Эх, шул сикте барып күрәһе ине. Ҡыҙыҡ, унда нимәләр бар икән? Кистәрен, бәл­ки, күк менән ер тоташҡан урында йондоҙҙарҙы ла тотоп ҡарап булалыр әле. Йыһанда йондоҙҙар шығырым тулы, шуларҙың береһен әсәһенә бүләк итер ине. Улай тиһәң, һәр кеше бүләк итә башлаһа, күктә йондоҙ ҡалмаҫ. Юҡ, ул тотоп ҡына ҡарар, береһен дә өҙмәҫ. Кешеләрҙе ҡыуандырып емелдәһендәр әйҙә...
– Азат, йылға буйына бараһың­мы? – Был тауыш малайҙың уйҙа­рын бүлде. Күршеһе Рәсүл икән.
Ризалығын белдереп баш ҡаҡты Азат. Ошондай матур яҙ көнөндә нисек йылға буйына бармай ҡалһын, ти. Ярҙарына һыймай ажғырып аҡҡан ташҡынды күҙәтеүе үҙе бер тамаша лабаһа!
– Азамат ағайыңа ла әйтәйек, ул да барыр, – тине күршеһе.
Рәсүл менән Азамат – тиңдәштәр, быйыл алты йәш тулды уларға, Азатҡа дүрт йәш кенә әле. Белеп тора малай: Рәсүл теле менән әйтмәһә лә, уға бәләкәй бала итеп ҡараған һымаҡ.
Өс малай йылға буйына ҡарай атланы. Баш осондағы зәп-зәңгәр күк, яҙ килеү ҡыуанысынан турғай­ҙарҙың сырҡылдашыуы, ыуыҙ япраҡ ярған ағастар уларҙың күңелен елкендерҙе. Өйә йылғаһы шул тиклем ярһып аға, гүйә, һөй­гәне менән ҡауышырға ашыҡҡан оҙон толомло һылыу ҡыҙ тиерһең. Яҡында ғына, ҡамсат бүреген күк көмбәҙенә терәп, мәғрур Ҡарауыл тауы ошо сибәркәйгә ҡарап һоҡланып баҫып тора.
Яңы морон төрткән үләндә ки­нәнеп уйнаны малайҙар, әйтерһең, ошо ғәжәп донъя уларға уйын өсөн генә яратылған. Ерҙә күҙ йәше лә, үкенес тә, ҡайғы ла, зар ҙа юҡ. Күк йөҙөнән ағылған нурҙар ғына бәхет йылмайыуы булып ҡойола.
...Көтмәгәндә булды был хәл. Йылғаға ҡарап торған Рәсүлдең табан аҫтында яр уйылып китте. Күҙ асып йомған арала ул ажарланып аҡҡан һыу эсендә ине. Ҡурҡышынан ни эшләргә белмәгән малай яр ситендә үҫкән үләндәргә йәбешеп маташты, улары төбө-тамыры менән йолҡона ла сыға. Шул саҡ Азамат бәләгә тарыған дуҫына ярҙамға ташланды. Дуҫын һыу тәрәнгә тартып алып китмәҫ элек, тиҙ генә уның елкәһенән эләктереп алды ла ярға һөйрәп сығарҙы. Ағаһының шул тиклем көслө булыуына хайран ҡалды Азат. Һалҡын һыуҙан һәм ҡурҡыуҙан ҡалтыранған Рәсүлде малайҙар йәһәт кенә өйөнә оҙатып ҡуйҙы.
Кисен Азаттарҙың өйөнә Рәсүлдең әсәһе Фатима инәй килеп инде, күстәнәскә бер туҫтаҡ йомортҡа килтергән. Ул Азамат менән Азаттың арҡаһынан ҡаға-ҡаға, күҙ йәштәренә төйөлөп, рәхмәттәр әйтте.
– Харап ҡына була ине бит ба­ла­ҡайым, – тип өҙгөләнде инәй. – Аллаға шөкөр, әлдә Азамат улым тартып сығарған. И-и, балаҡайым, рәхмәттәр яуһын үҙеңә.
Азаматтың батырлығы тура­һында хәбәр, телдән-телгә йөрөп, “һә” тигәнсә ауылды урап сыҡты. Маһайманы малай, шул да булды батырлыҡ, тип уйланы ул эстән. Дуҫың бәләгә тарығанда нисек ярҙам итмәйһең инде?!
Тарих бының менән генә бөтмәне. Илле йыл үткәс, онотолоп бөткән ошо ваҡиғаны Азаттың хәтеренә төшөрҙөләр. Былай булды: юлда саҡта бер ҡатын Азат янына килеп, күрәҙәлек ҡылды.
– Уртансы ағайыңдың тормош юлы һикәлтәле икән. Бала са­ғында ул һыуға батып барған бер малайҙы ҡотҡарған, ләкин аға­йыңа ул малайҙың әсәһе әжерен биреп еткермәгән. Теге егеткә әйт, ағайыңа берәй күлдәк алып бирһен. Шул саҡта уның бөтә тормошо һәйбәтләнер, – тине күрәҙәсе.
Азаттың күңеленә ойотҡо булып ятты күрәҙәсенең һүҙҙәре. Ышанмаҫ ереңдән ышанырһың, ҡайҙан белә һуң ул ҡатын бынан күп йылдар элек булған ваҡиғаны? Сәйер. Шулай ҙа, тыуған ауылына бер ҡайтҡан сағында күршеһе Рәсүлде осратып, күрәҙәсенең һүҙҙәрен әйтте. Рәсүл Азаттың әйткәндәрен ысынға алманы шикелле. Бер ҡолағынан керҙе, икенсеһенән сыҡты тигәндәй, “йылғаға батыу” ваҡиғаһы шуның менән онотолдо.
Бала саҡта булған ошо хәл юҡ-юҡта Азаттың иҫенә төшөп, йө­рәген семетеп ҡуя. Эй, кешеләр, ниңә беҙ изгелекте хәтерҙән тиҙ юйып ташлайбыҙ икән?! Әлбиттә, изгелек хаҡ һорамай, ләкин кем­деңдер ҡылған изгелеген йөрәк түреңдә һаҡлау үҙеңдә лә башҡа­ларға ҡарата мәрхә­мәтлелек хистәре уята. Йөрәк – ул хазиналар һандығы кеүек. Әгәр унда хазина һаҡланмай икән, сүп-сар һауытына әйләнеүе лә ихтимал.

***
Кис буйына урамда малайҙар менән сырлауыҡ, йәшенмәк уйнап арып ҡайтҡан Азат бер телем икмәк эләктереп, юрған аҫты­на сумды. Шулай икмәк ҡыйырын кимерә-кимерә хыялдарға бире­лергә ярата ул. Бая уйнап йөрө­гәндә күршеләренә “Запорожец” машинаһы килеп туҡтағанын күреп ҡалды. Уларҙы танып тора малай: күршеләренең ҡыҙы менән кейәүе. Йыш ҡайталар. Ямғырмы, ҡар-буранмы – ҡарап тормайҙар, киләләр ҙә төшәләр, киләләр ҙә төшәләр. Эх, тиҙерәк үҫергә ине. Ул да ҙур машина алып ебәрер, ата-әсәһе янына ял һайын ҡайтып торор ине. Ошо хыялы уның күңеленә ләззәтле йылылыҡ бөркә, рәхәт булып китә. Был мәлдә үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тоя ул.
Азаттың күҙ алдына икенсе күршеһе Ғәйфулла ағай килеп баҫты. Һинд ак­терҙарына оҡшап торған ағайға һоҡ­ланмаған кеше юҡтыр. Ул ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтып төшһә, ҡыҙҙарҙың йөрәген ут ялмай, күҙҙәренән шаян нурҙар бөркөлә. Матур кейенгән, ҡарағайҙай төҙ кәүҙәле, һәр кеше менән итәғәтле һөйләшкән егеткә нисек һоҡланмайһың инде! Үҫкәс Азат та уның кеүек булыр. Ялтлап торған костюм кейеп, күстәнәстәр тултырылған сума­ҙанын тотоп ауылына ҡайтып төшөр әле бына. Йөрәк түрендә йөрөткән теге ҡыҙ уны күрһә, нишләр ине икән?! И-и-и, ғашиҡ булыр ҙа ҡуйыр ине, моғайын...
Азатты һағалаған йоҡоно ҡыуып ебәрҙе уйҙар. Әрме хеҙмә­тенән ҡайтҡан Фәйез ағайҙың йылмайған йөҙө балҡып киткәндәй булды. Ул ағай малайҙарға турник, трактор тәгәрмәстәренән штанга эшләп бирҙе.
– Һеҙ бит – башҡорттар! Армияға барғас туҡмалып йөрөмәгеҙ, – тип ағай уларға ҡул һуғышы алымдарын, спорт менән шөғөлләнергә өйрәтте. Йәй буйына туп тибеп сыҡһалар, ҡыш еттеме, башын күккә терәп ултырған Ҡарауыл тауына менеп саңғы шыуалар. Эх, ҡар бураны туҙҙырып елдереү­ҙәре! Гүйә, улар ҡанатлы толпарҙарҙа оса.
Азаттар йәшәгән Партизан урамында ғына утыҙлап малай үҫә. Күршеләге “четвертый” тип йөрөтөлгән урамда, һәр йортта тиерлек 10 – 13 бала бар. Уны ниңә шулай атағандарҙыр – билдәһеҙ.
Көҙ айында, баҡсаларҙа бәрәң­ге йыйып алынғас, ике урам ма­лай­ҙары унда “һуғыш” уйнарға сы­ға. “Алыш” баҡсала ятып ҡалған бәрәңгеләрҙе бәрешеүҙән башлана, улары бөткәс, сират таш­тар­ға етә. Кемдеңдер башы тише­лә, тәне күгәреп сыға, ләкин бәлә һа­лып мыжып йөрөүсе юҡ. “Һу­ғыш” тамамланғас, дуҫтарса ҡо­саҡ­лашып таралыша малайҙар...
Ғүмерҙе юҡҡа ғына аҡҡан һыу менән сағыштырмайҙар икән. Яр буйында ашҡынып аҡҡан йылғаға Азаттың да ҡарап ултырғаны бар. Ҡайҙа ашыға икән ул йылға? Моғайын, диңгеҙҙәргә ҡушылыр өсөн шулай ярһып сабалыр, иге-сиге күренмәгән даръяларҙың киңлеге тарталыр уны. Әҙәм балаһы ла шулай бит: кескәй генә ауылда тыуып үҫә лә ҙур-ҙур ҡалаларға сығып китә. Хәйер, диңгеҙҙәргә сапҡан йылғалар бер саҡ болоттарҙан ямғыр булып тыуған яҡтарына ҡойола, ғүмерен сит тарафтарҙа үткәргән Әҙәм балаһы тыуған тупрағына ҡайтып ята... Диңгеҙҙәрҙән күтәрелә алмай ҡалған тамсы кеүек, кешеләрҙең дә ҡайта алмағандары, ете-ят ерҙәрҙә мәңгелек төйәген тапҡандары бар. Юҡ, уларҙың да йәне тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан ғәзиз еренә, сәңгелдәктә бәүелгән тыуған йортона ашҡыналыр барыбер...
Әллә ғәмһеҙ бала саҡ шул йылғаға ҡушылып ағып киттеме икән?! Азат хәҙер ҙур үҫкән инде – мәктәпкә йөрөй. Тәүге тапҡыр унда барған саҡта, ниндәйҙер изге һәм тылсымлы йортҡа кергән кеүек, бер аҙ ҡаушап ҡалды. Юҡ, мәктәп ишеген тәүге тапҡыр ғына асмай ул, ата-әсәһе уҡытыусы булғас, бында йыш ҡына килгеләй ине, ләкин үҙең уҡыусы булып мәктәп тупһаһы аша атлауың бөтөнләй башҡа тойғолар уята.
Балалар күп булғанлыҡтан, уларҙы “А”, “Б”, “В”, “Г”, “Д” кластарына бүлеп, ике сменала уҡыттылар. Бер класта ғына утыҙлап уҡыусы. Уҡытыусылар шул тиклем итәғәтле, мөләйем, һәр фәнде ҡат-ҡат аңлаталар. Балалар уларҙы әүлиәләй күреп, һәр ҡушҡандарын үтәргә тырыша.
Байтаҡ йылдар үтеп, ир ҡорона ингәс, бөгөнгө ауыл мәктәбендәге хәлдәрҙе күреп, Азаттың йәне әсейәсәк. Бәғзе уҡытыусыларҙың үҙ эшенә илке-һалҡы ҡарауы, теманы аңлатаһы урынға, балаларға үҙаллы эш биреп, тәмәке көйрәтергә йә башҡа эш менән сығып китеүҙәре хафаға һала. Балалар өлкәндәрҙең ҡылғанын зиһененә һеңдереп кенә тора бит. Ошондай битарафлыҡ тәрбиәһе алған быуындан нимә көтөргә?!
Азаттың иң яратҡан дәресе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Мөләйем Асия апай уҡыта был фәнде. Дәрестә уның һөйләгәнен тыңлап, донъяһын онота малай. Әҙәбиәт геройҙары урынында үҙе булһа, нимә эшләр ине икән? Салауаттар, Ҡаһым түрәләр кеүек дошман өҫтөнә аяу белмәй ташлана алыр инеме? Зөләйхаға ғашиҡ булған Йософ ише мөхәббәт ялҡынында янырмы уның йөрәге?..
Бер көн Азаттың әсәһе Асия апайға шаярта биреберәк әйтеп ҡуйҙы:
– Асия, һеҙ минең малайҙың башын әҙәбиәт менән бутанығыҙ инде. Мин уны мединститутҡа бирергә теләгәйнем.
– Әҙәбиәт тә дауалау фәне ул, Рәзәнә. Йән дауаһы... – тине Асия апай, йылмайып.
Уҡытыусы апайҙың һүҙҙәре малайҙы уйға һалды. Йән дауа­һы... Ысынлап та, берәй әҫәр уҡы­ған­да күңеле яҡтырып киткәндәй була Азаттың. Әҫәрҙәге төп герой кеүек ниндәйҙер изгелек ҡылғы­һы, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкеһе килә, уларҙың батырлығына һоҡ­лана. Үҙенә оҡшаған геройҙарҙың һындарын пластилиндан эшләп ҡуя. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ошо түгелме икән йәндең дауаланыуы?! Шулайҙыр. Яҡшы китап уҡығанда уның күҙҙәренә йәш төйөлгәне бар. Бәлки, йән “сире” шулай һарҡып сығалыр. Шулай таҙаралыр кеше йәне...
Азаттарҙың ғаиләһенә китап “ене” ҡағылған. Ата-әсәһе уҡытыусы булғанғалыр, өйҙәрендә китаптар кәштә тулы, уҡып ҡына өлгөр. Өс йөҙләп әҙәби әҫәрҙәрҙең ҡайһыларын икешәр-өсәр мәртәбә уҡып сыҡты ул. Ғаиләләге дүрт бала – Роза апаһы, Айрат менән Азамат ағаһы, үҙе – мәктәптә лә алдынғылар рәтендә, “дүрт”кә, “биш”кә генә өлгәшәләр.
Эх, күңелле мәктәп йылдары!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 707

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 833

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 115

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 806

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 052

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 182

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 789

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 831

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 625

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 881