Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа! 23 – 24 сентябрҙә йыл һайын Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда Эстонияның аҙ һанлы халыҡтары байрамы ойошторола. Ошо уңайҙан “Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте ойошмаһы саҡырыуы буйынса Башҡортостан Республикаһының “Салауат Юлаев вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов менән оло юлға әҙерләндек. Эйе, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәкселегендә Эстонияла йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашҡан сарала республикабыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сәләмен еткереү маҡсаты менән аттарҙы йүгәнләнек, әммә ошо төбәккә аяҡ баҫып, тәүҙә Палдискиҙы барып күрмәй буламы ни инде?!.

Батыр рухлы төбәк

Тәүге тапҡыр был төбәккә 1972 йылда барғандар беҙҙең яҡтарҙан. Салауат Юлаевтың йәшәйешен, тормошон өйрәнгән Виктор Сидоров беренселәрҙән булып Тарту ҡалаһы архивында батырҙың 1800 йылдың 26 сентябрендә күҙҙәрен мәңгелеккә йомоуы хаҡында мәғлүмәт таба. Мәшһүр уҡытыусы, башҡорт халҡының данлы ҡыҙы Зөмәрә Хисмәтуллина был тарафтарға туҙан да төшөрмәгән. Белгән бит, тойған Салауаттың рухы ошонда аҙашып йөрөгәнен. 1989 йылда Тамара Нечаева бюсы Палдискиҙа урынлаштырылғанға тиклем дә әллә нисәмә тапҡыр барып ҡайтҡан ул был төбәккә. 1982 йылда Салауаттың музейы булдырылып, мәғлүмәт туплана башлағанда ла Зөмәрә Вәли ҡыҙы бик күп ҡомартҡыларын бында тапшырған.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Ҡурған өлкәһендә лә йыш булған ул сәфәрҙәрҙә, шуға күрә Эстонияға килеп төшөү менән башҡортсалап ҡаршы алған Илнур Хәйруллинға: “Беҙҙе тиҙерәк Палдискиға алып барығыҙ инде”, – тип әйткәндә бындағы музейҙа беҙҙе яңынан Башҡортостан, Зөмәрә Хисмәтуллинаның бүләктәре ҡаршы алыр тип уйламағайныҡ та әле. Ирле-ҡатынлы Волковтар ғаиләһе бына инде 35 йыл дауамында ошо ҡомартҡыларҙы һаҡлап, балаларға Салауат батырлығы хаҡында һөйләй. Бөгөн музей Палдискиҙың урыҫ мәктәбе бинаһында урынлашҡан, айырым бер бүлмәне биләй. Унда барып ингәс, тағы ла ҡабатлайым, яңынан Башҡортостан менән осрашҡан кеүек хис иттек үҙебеҙҙе. Беҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, “Башҡортостан” гәзитенең бүләктәрен, китаптар, сувенирҙар тапшырҙыҡ.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Әлбиттә, киләсәктә музейҙың электрон каталогы булып, ҡайһы экспонат ҡасан, кемдән килеүе хаҡында ла мәғлүмәт бирелһә, бик яҡшы булыр ине. Бының өсөн Волковтар ғына түгел, беҙ ҙә тырышырға, көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: был йортҡа Башҡортостандан һәм Рәсәйҙән рәсми делегациялар ғына түгел, ә башҡа илдәрҙән дә, бүтән милләт вәкилдәре лә, айырым сәйәхәтселәр ҙә ҡыҙыҡһынып инә. Валентина Борисовна Нефтекаманан килеп йөрөгән башҡорт ғаиләһен айырым атап телгә алды. “Бына улар килгән һайын ошонда инеп, хәлде белешеп, аралашып сыға. Үҙебеҙҙе Салауатты күргәндәй хис итәбеҙ, тиҙәр”, – тине Фәхретдиновтар хаҡында.
Бында Флүзә Хәйруллина әҙерләп сығарған “Салават Юлаев Эстония помнит” китабы ла һаҡлана. Әйткәндәй, йыйынтыҡ әҙерләнгән эстон нәшриәте мөхәррире Сильви Айре-Вилло ла беҙҙең менән бергә Салауат һәйкәле янына, диңгеҙгә, музейға, батыр осорондағы маяҡҡа сәйәхәт ҡылды. Йыйынтыҡты эстон теленә Таллин педагогия университеты студенты – Флүзәнең улы Илнур тәржемә иткән.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Хәйер, Салауаттың шәхесе менән Башҡортостан халҡының ҡыҙыҡһыныуына һис аптырарға ла түгел. Ана бит Т. Нечаева мәшһүр артист Арыҫлан Мөбәрәковҡа оҡшатып һынландырған бюст эргәһенән кеше өҙөлмәй. Ял итеү өсөн уңайлы итеп эшләнгән был матур ерҙә осратҡан кешеләрҙән Салауат хаҡында һорашыу ҙа кәрәкмәй. Һәр береһе беҙҙән дә күберәген һөйләй, уға булған ихтирамын, халыҡ батыры булыуын тәфсирләй.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, батырыбыҙға булған олуғ һөйөүебеҙҙе белдереп, шиғыр уҡыныҡ, ҡурай моңо яңғыраттыҡ. Уҡыу йылы башланғас юлға сығыуыбыҙға бер аҙ икеләнһәм дә, ошо мәлдә атаһы яғынан тамырҙары Салауат районынан булған улымды – Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы Хасбулат Абдуллинды – ошо сәфәргә алып сыға алыуыма сикһеҙ ҡыуандым. Уның йәш йөрәгенә им булып килешер мәлдәр, рух булып ҡуныр минуттар бында етәрлек ине. “Йәйләү” башҡорт лагерына йөрөгәндә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүе бына ҡайҙа бик урынлы булды. Ратуша майҙанында сәхнәнән дә, Палдискиҙың Салауат менән бәйле һәр урынында ҡурай моңон яңғыратты.
Урындағы халыҡ та, риүәйәттәргә нигеҙләнеп, Салауаттың диңгеҙ буйында намаҙ уҡыуын, шиғыр һөйләүен телгә ала. Ғалим Салауат Таймасов та Салауат Юлаевтың суфый диндар булыуын рәсми мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп раҫланы. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитендә уның мәҡәләһе лә баҫылып сыҡты. Шуға күрә беҙҙең бында килеп доға ҡылыуыбыҙ, намаҙлыҡтар йәйеүебеҙ, моғайын, бер кем өсөн дә ят күренеш булмағандыр. Халыҡ уны рух илсеһе, имам итеп хәтерләй.
Музейҙан, мәшһүр бюстан тыш, бында Салауат урамы ла бар. Әйткәндәй, элегерәк ул ҙурыраҡ булған, йылдар үтеү менән исемен алмаштырғандар һәм диңгеҙгә алып сыҡҡан урамға Салауаттың исемен биргәндәр.

Сиркәүҙән алынған мәғлүмәттәр

Палдискиҙа Изге Георгий сиркәүе бар, уның руханийы Валерий Назаренко хаҡында гәзитебеҙҙә бер ни тиклем мәғлүмәт биреп киткәйнем. Бына, уның менән танышырға ла насип булды. Дин әһеле бында Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә. Ул беҙгә XVIII быуатта Уралда эшләнгән парсунаны күрһәтте, йәғни 31/26 (сантиметр) үлсәм менән ағасҡа төшөрөлгән Салауат Юлаевтың рәсемен тәҡдим итте. Беҙ, башҡорттар – эскерһеҙ, артыҡ ныҡ ышаныусан халыҡ. Шуға күрә Салауат тураһында ниндәй генә мәғлүмәт ишетһәк тә, күҙҙән йәш эркелергә тора, һәр фекерҙе йөрәк аша ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнек беҙ был мәғлүмәттәргә, әммә күргәндәрҙе гәзит уҡыусыларға еткерергә кәрәк тип таптым. Ҡалғаны – тарихсылар, тикшереүселәр һәм ваҡыт эше.
Парсунаға түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: “Парсуна сиречь живле писание со всякимъ тщаниемъ образа князя Башкирского Салауата воина-харатейника, сына Юлая князя Азналы, воеводы-старшины волости Шайтанъ-Кудеевская. Написася сия парсуна древляго благочестия изографомъ Яискаго войска Юлайска полку писцомъ Андреомъ Толстухиномъ По высочайшему повелению Благочестивейшаго самодержавнейшаго Великого Государя Царя нашего Петра Федоровича Императора всея Роусии при наследнике его Благоверном Государе Цесаревиче и Великом Князе Павле Петровиче в лето от сотворения мира 7280, от Рождества же по плоти Господа Бога и Спаса нашего Исуса Христа 1772, Емуже подобает всяка слава, честь и поклонение со Отцом и Святым Духом ныне и присно, и во веки, веков. Аминь”.
Интернет селтәрендә мәғлүмәттәр эҙләп ҡараным. Ысынлап та, Толстухиндар нәҫеленән икона төшөрөүселәр бар, бөгөн дә бер вариҫтары Киров өлкәһендә йәшәй. Әммә был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн ентекле экспертиза үткәреү зарур. Парсунаның төп нөсхәһе Мәскәүҙә, шәхси ҡулдарҙа һаҡлана икән.
Халыҡ араһында Салауаттың улы Рәхмәтулланың иҫән ҡалыуы билдәле. Ул үҙ заманы документтарында ла теркәлгән. Рәхмәтулланың улы Сөләймән, ә уның ҡыҙы Кинйәбикә булған. Бына шул ҡатындың ҡыҙы Гөлсафияның бүләләре була инде Виктор Хәкимов менән Айгиз Байрамғолов. Әйткәндәй, Айгизде туғандары беҙ Палдискиҙан алып ҡайтҡан Салауаттың рәсеменә оҡшатты. Виктор Сәлим улы ДНК тикшереүе буйынса үҙенең туғанлығын иҫбатлаған.
Шандал менән дә ошондай уҡ хәл. Уралда ҡойолған 37 сантиметрлыҡ был бронза ҡоролма – шәм ҡуя торған нәмә, йәғни беҙҙә уны шәмдәл тип әйтәләр. Ҡоролма тим, сөнки ул бер нисә өлөштән тора һәм өс яҡлап унда шулай уҡ Салауат Юлаев хаҡында мәғлүмәттәр теркәлгән. Бер яғына “Сей шандал получен за роздачею имущества Салавата Юлаева” тип яҙылған, икенсеһенә “После его блаженныя кончины сентембрия 26-го 1800 года. Сие исполнено согласно последней воле усопшего” тиелгән, ә өсөнсө ҡырында: “Да упокоить Господь Богъ душу сего” тигән һүҙҙәр теркәлгән. Отец Валерийҙың әйтеүенсә, Салауаттың вафатынан һуң, уның шәхси әйберҙәре Урал казактары ҡулына килеп эләккән һәм “Юлайска полку” казак полкы ҡомартҡылары араһында һаҡланған. Шандал һүҙен һүҙлектәрҙән эҙләп ҡарағанда ла беҙ аңлаған мәғәнәгә юлығаһың, ул шулай уҡ ҙур шәм ҡуйғыс тигәнде аңлата. “Шәм”, “шам” һүҙҙәре лә иҫке төркиҙән алынған, уларҙың мәғәнәһе беҙгә аңлашылып тора.
Шул уҡ казактарҙа Салауаттың намаҙлығы ла һаҡланған. Ул XVIII быуатта Иранда эшләнгән, үлсәме 124-43,5 сантиметр, бер ни тиклем зыян күргән, әммә яҡшы хәлдә. Урал казактары араһында йөрөгән риүәйәттәр буйынса, намаҙлыҡ, йәғни бында теркәлгәнсә, чувал, Салауат Юлаев ҡулға алынғас та уның менән ҡалған. Рогервикка ла хужаһы менән бергә килеп еткән һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шағир, суфый Салауат Юлаев унда намаҙ уҡыған. Намаҙлыҡ батырҙың вафатынан һуң уның дуҫтары, казактар ҡулында ҡалған. Әйткәндәй, казактар менән башҡорттарҙың дуҫлығы хаҡында йыш ҡабатлай отец Валерий, уларҙы азатлыҡ өсөн көрәш кенә түгел, ә Рәсәй халыҡтарын милләтенә, диненә ҡарамайынса берләштереп, яңы дәүләт ҡороу идеяһы туплай, тигән фекерҙе лә әйтә. Ул хатта, Рәсәй федерализмы башында торған шәхес – ул Салауат Юлаев, тине.
Әлбиттә, был хәбәрҙәрҙе бер ни тиклем тетрәнеп тә, ғәжәпләнеп тә ҡабул итәһең. Милләтселектә, тик үҙ халҡын күтәрергә тырышыуҙа ғәйепләнгән Салауатты, киреһенсә, башҡа ҡәүемдәр менән тығыҙ аралашып, ныҡлы эшлекле бәйләнештә йәшәүен хәбәр итәләр беҙгә. Әлегә тиклем Салауат Юлаевтың шиғырҙары тик урыҫ телендә табылыуы билдәле. Уны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти иҫ киткес итеп башҡортсаға әйләндергән. Рухани Валерий Салауат шиғырҙарын урыҫ телендә яҙған, ул был телдә яҡшы аралашҡан, фекерләгән, шуға ла шиғырҙары урыҫ телендә табылған, тип иҫәпләй. Был фекерҙең дә хаҡ булыуы бар. Башҡортса яҙылған шиғырҙарҙың халыҡ хәтерендә, күңелендә йөрөүе ихтимал, әммә улар бөгөнгәсә килеп етмәгән, һәр хәлдә, табылмаған.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Радик Вахитов үҙенең бер сығышында шундай фараз әйтте: “Каторгала кешеләрҙең иң күбе ике-өс йыл йәшәүе ихтимал, әммә 25 йыл түгел, шуға күрә Салауат һәм уның фекерҙәштәре өсөн унда айырым шарттар тыуҙырылған булған”. Был фекерҙе лә кире ҡағып булмай, сөнки Валерий руханиҙың әйтеүенсә, Салауат хатта урындағы Изге Георгий сиркәүен реконструкциялауҙа ҡатнашҡан. Улай ғына ла түгел, иң күп иғәнә индергән кеше ул. Әлбиттә, һорау тыуа: һөргөндәге кешенең ҡайҙан ундай аҡсаһы булған? Ошо уҡ һөйләмдәрҙе Валерий атаға ла ҡабатлайым һәм, ауылдары менән яндырылған башҡорт халҡы нисек аҡса тапһын бында ебәрергә, тим. “Башҡорттар үҙ батырын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаған, улар уға алтын ебәргән, ул замандарҙа шымсылар шәп эшләгән. Салауат бында бик яҡшы шарттарҙа йәшәгән. Халҡына ҡабат зыян килер тигән уйҙан ғына ул тыуған яҡтарына ҡайтыуҙан баш тартҡан”, – ти ул.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Ә бит, бер уйлаһаң, каторгалағы кеше дымлы һауа шарттарында, йүнләп кеше лә йәшәмәгән ярымутрауҙа нисек итеп 25 йыл ғүмер һөргән һуң? Етмәһә, ул бит ихтилалдар ваҡытында бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Шул килеш һөргөнгә киткән батырҙың хәле бик насар булырға тейеш ине төҫлө бит. И. Гвоздикованың яҙмаларында: “Маршруты его передвижений за один год боевых действий позволяют говорить о том, что Салават буквально не слезал с коня. Он обладал большой физической силой и выносливостью. Трижды в сражениях под Оренбургом, Кунгуром и Осой был тяжело ранен, но с едва зажившими ранами возвращался в строй. На левой щеке остался рубец как след боевой схватки под Оренбургом, а в сентябре 1775 г. по приговору губернатора И. А. Рейнсдорпа лицо Салавата было обезображено продавленными на лбу и щеках указными знаками — клеймами “З, Б, И” (злодей, бунтовщик, изменник) и вырезанием ноздрей...”
Бынан тыш, аталы-уллы батырҙарҙы Рогервикка 175-әр тапҡыр ҡамсы һуҡтырып алып барғандарын да иҫкә төшөрһәк, шул тиклем язаларҙан һуң сардар Салауат юлда уҡ ауырға тейеш ине, тип уйларға була...
Кем белә, бәлки, Салауат, ысынлап та, тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгәндер? Һәр хәлдә, быға бик ныҡ ышанғы килә, хатта сиркәүҙә бөгөн һаҡланған әйберҙәрҙең дә батырҙыҡы икәнлеген раҫланыуын теләй күңел.
Бөгөн Изге Георгий сиркәүендә беҙгә күрһәткән пистолет менән тесак (бысаҡ) та Салауаттыҡы булыуы бик ихтимал. Уларҙың да датаһы XVIII быуатҡа ҡарай. Урал казактарында һаҡланған риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, пистолет батырҙы ҡулға алғанда ҡулында булған, аҙаҡ хөкөм сығарғанда ла енәйәтен раҫлар күрһәтмә дәлил булып хеҙмәт иткән. Һуңынан хужаһына саҡма һуҡҡысы ҡыҫҡартылып, хөкөм тантанаһын күрһәтеп, тәтеһе ватылып, кире ҡайтарылған.
Тесак йәки юнғы, ике яҡлы бысаҡты Салауат каторгала эш барышында ла, көндәлек тормошта ла ҡулланған. Тәүге һабы юғалған, әммә әлеге мәлдәгеһе һуңғараҡ шуға оҡшатып эшләнгән.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Быйыл йәй, 22 июлдә, Палдискиҙа Салауат Юлаевтың һәйкәле яңыртылып ҡуйылды, ундағы тантанала Башҡортостандың Милли музейы генераль директоры Ғәли Вәлиуллин да ҡатнашты. Был хаҡта мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итте, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитендә лә яҙылды. Изге Георгий сиркәүе руханийы Валерий Назаренко унда сығыш яһарға әҙерләнгән. Телмәренән өҙөктәрҙе гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм, сөнки был яҙмалар шулай уҡ беҙгә тарихи ысынбарлыҡты эҙләгәндә кәрәк булыуы бик ихтимал. “Он мог бы уйти в зарубеж, например, в Турцию, как это сделали запорожцы или казаки-старообрядцы (некрасовцы), но Салават избрал страдальческий путь принесения себя в жертву искупления за народ. И таким образом он спас не только свой народ, участвовавший в восстании, от репрессий победившей стороны, приняв на себя всю тяжесть карательной машины екатерининского режима, но он спас и честь законного Наследника Престола – будущего Государя Императора Павла I, с надеждой взиравшего на народный престол. Салават был честным воином, верным присяге, данной законному Государю Императору Петру Федоровичу, и поэтому Наследник Престола Великий Князь Павел I относился одобрительно ко всем, кто сохранял верность присяге, данной Петру III, ибо Наследник – цесаревич был уверен, что его царственный родитель жив. Салават тоже был в этом уверен и служил Государю Петру III верой и правдой, за что и пострадал от тех, кто вероломно совершал государственный переворот”.
Салауат Юлаевтың исемен халыҡҡа тулы образында ҡайтарыу маҡсатынан Валерий Назаренко Салауат Юлаев исемендәге халыҡ-ара клуб ойошторған, уның гимнын булдырған, гербын эшләгән. Үҙе президенты булып тора. Гербында Башҡортостан гербы менән Эстонияныҡы урынлаштырылған. Иң башында торған лира – ул Салауат шиғриәте символы. Имән һәм лаврҙан эшләнгән венок – Эстония сағылышы. Аҫта – Екатерина II заманында булдырылған Балтика портының гербы.
Гимн тураһында айырым һөйләп китеү кәрәк. Гимн урынына улар XVIII быуаттан сиркәүҙә яңғыраған кантты алған. Әйткәндәй, һүҙҙәре – Салауат Юлаевтыҡы. Быныһы ла беҙҙең өсөн бер яңылыҡ булды:
Я гляжу на цепи гор
В нашем благостном краю
И, вбирая их простор,
Божью милость познаю.
Песней небо раскололось,
Соловей поет в долу,
Как азан звенит твой голос,
Богу вознеся хвалу!
Не зовет ли на молитву
Славный наш Башкортостан?
Помни их – героев битвы,
Наш Урал – родимый стан!
Заплатили они кровью
И не дождались похвал.
Осеняет нас любовью
Древний наш седой Урал!
Солнцем небо озарилось,
Скакуны летят в опор.
Радость, счастье, Божья милость
Ждут нас на вершине гор!
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Валерий Назаренконың тағы ла бер фекерен еткерәм: “Салауат Юлаев мосолман дине вәкиле булһа ла, ул бындағыларҙы иманына бүлеп ҡарамаған, сөнки Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныған. Юҡҡа ғына уны казактар “воин-харатейник” тип хәтерләмәгән, сөнки телмәре, үҙен тотошо менән уның үҙе артынан эйәртерлек көсө булған. Улай ғына ла түгел, Салауат Юлаев доғалары ярҙамында был донъянан киткән ата-бабалары менән аралаша алған. Бындай яугирҙәрҙең эшмәкәрлеге үҙҙәренең вафатынан һуң да халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итә. Ни өсөн беҙгә был хаҡта әйтмәйҙәр, тиһегеҙме? Аңлатам: “Екатерина батшабикә ҡушҡанса, “имя предали вечному забвению”. Башҡортостан халҡы ла бөгөн шул хәлдә йәшәй. Батырығыҙҙың исеме юғары кимәлдә иленә ҡайтасаҡ әле”.
Салауат Юлаевтың исеме Палдиски өсөн шул тиклем үҙ, хатта урамда осраған һәр кешегә барып өндәшеп: “Беҙ Башҡортостандан!” – тиһәң, “Вы из родины нашего Салаватушки? Милости просим!”– тип ихласлыҡ менән әңгәмә ҡора башлайҙар. Һәйкәле янынан да халыҡ өҙөлмәй, унда ла хәбәрҙәре Салауат тураһында булды.
Юл ыңғайы ингән тавернаға аяҡ баҫыуыбыҙ булды, уның хужаһы Галина Малютина шулай уҡ беҙгә Салауат хаҡында һөйләй башланы. Бына ҡайҙа икән Салауатты ҙурлау! Бына ҡайҙа ул Салауаттың рухы менән йәшәү! Ул батырыбыҙға арнап яҙылған шиғырын дөйөм йыйынтыҡта баҫтырған һәм беҙгә лә уҡып ишеттерҙе. Унда шундай юлдар бар:
Не смог смотреть ему в глаза,
Такая сила в них была!
В тот миг стояла, как броня,
За ним его Башкирия.
Палдискиҙың тупрағын алып ҡайтыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғайныҡ беҙ. Шуға күрә танытмаһына ҡул ҡуйҙырыр өсөн мэрияға юлландыҡ. Вице-мэр Елена Вилльман ҡул ҡуйған ҡағыҙҙа түбәндәге юлдар яҙылған: “Настоящим подтверждаю, что земля, вложенная в металлическую капсулу с надписью на башкирском и русском языках, взята с места предполагаемого захоронения усопших арестантов крепости Рогервик, среди которых был и Салават Юлаев, признанный как национальный герой башкирского народа и его отец Юлай Азналин. Капсула передана потомкам Салавата Юлаева и Юлая Азналина для доставки в музей Салавата Юлаева в с. Малояз Салаватского района Республики Башкортостан”.
Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!Әйткәндәй, Виктор Сәлим улы сәфәргә сығыр алдынан уҡ капсуланы ентекле әҙерләп, башҡортса һәм урыҫса яҙмаларҙы гравюра менән эшләтеп, изге тупраҡты рәсми рәүештә алып ҡайтыу хәстәрлеген ойошторҙо. Эйе, бында килгән һайын һәр кем тупраҡ та, таш та алып ҡайҡандыр, әммә һәр сәфәрҙең үҙ маҡсаты. Заманында бында Башҡортостан вәкилдәре йыш булған. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Хәләф Ишморатов етәкселе­гендәге ҙур делегация батырҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр атҡарған. Ул ваҡыттағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы начальнигы урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев етәкләгән журналистарҙан торған төркөм Палдиски тәьҫораттары буйынса “Батыр рухы менән осрашыу” тигән китап та сығарҙы. Ундағы иҫтәлекле урындарҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың 2012 йылда ҡалдырған яҙмалары ла һаҡлана.
Елена Вилльман беҙҙе Балтик диңгеҙе ярҙарына алып барып, һөргөндәгеләр эшләгән урындарҙы күрһәтте, тап ана шул ерҙә тултырҙыҡ инде беҙ тупраҡты. Барыһын да видеоға төшөрҙөк, улар “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡуйылды. Каторжандар эшләгән урында бер йылға ла аға. Әйткәндәй, ни сәбәплелер, уның исемен берәү ҙә белмәй. Салауат шишмәһе тип атап киттем уны. Улар ошо ерҙә эшләгәс, аяҡ баҫҡан урындары булғас, моғайын, тәһәрәт алып, намаҙ ҙа уҡығандыр әле. Яр буйлап теҙелгән эре таштар махсус ҡуйылғанға оҡшаған. Әйтерһең, кемдер аяҡтарын сайҡар өсөн урынлаштырған.
Салауаттың исеме менән йәшәй был ҡала.

Эстонияның үҙенсәлеге

Эстония дәүләте бик үҙенсәлекле: 1мил­лион 315 мең 994 кеше йәшәгән ил халҡына уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелә. Евросоюзда булыуҙарын да әйтеп үтәйек. Илдә төп телде – эстон дәүләт телен белмәһәң, хеҙмәт хаҡың 500 евронан һис артмаясаҡ, йәғни һин ҡара эш башҡарырға тейеш булып сығаһың. Ә ҡышын коммуналь хеҙмәттәргә түләү хатта 300-350 евроға етә икән. Пенсионерҙарҙың килеме лә аҙ түгел – 500-600 евро. Шуға күрә урамдарҙа яйлап ҡына ял итеп йөрөгән, бөхтә, ҡәнәғәт ҡиәфәтле әбей-бабайҙарҙы күреү – ғәҙәти күренеш.
Эстондар бында – 68,7, урыҫтар 24,8 процент, шулай уҡ украиндар, белорустар, финдар һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй. Ҡала буйлап автобуста йөрөргә тура килде. Әйткәндәй, үҙ халҡына йәмәғәт транспорты бушлай, килгәндәргә – ике евро. Бер мәктәп янында туҡталыштан уҡыусылар кереп тулды. Береһе-бер урыҫса һөйләшмәй, бында балалар туған телен яҡшы белә. Башҡалар ҙа эстон дәүләт телен өйрәнә. Урыҫтар, бындағы финдар, украиндар ҙа эстон телен яҡшы белә. Шуныһы бик күңелде ҡырҙы: мәктәптәрҙә Икенсе бөтә донъя һуғышында АҠШ еңгән тип өйрәтәләр. Имеш, бөйөк СССР дәүләтенең ул Еңеүҙә бер ҡыҫылышы ла юҡ икән! Бына һиңә мә! Миллиондарса ҡорбан, юғалтыуҙар, яралар, йәрәхәттәр менән яуланған Еңеүҙең ҡан менән яҙылыуын беҙ олатайҙарыбыҙ тарихынан, уларҙың яугирҙәштәре ауыҙынан ишетеп беләбеҙ. Әммә ул быуын да Ер йөҙөнән китә бара, шуға күрә Бөйөк Ватан һуғышының тарихын беҙ үҙебеҙҙең балаларға ата-бабалар миҫалында өйрәтергә бурыслыбыҙ.
Ратуша майҙанында уҙған байрамдан репортажды алдағы һандарҙың береһенә ҡалдырып, бөгөн һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Салауаттың һуңғы төйәге, ундағы кешеләр, уның хаҡындағы хәтер, яңы мәғлүмәттәрҙе еткерергә ашыҡтым...


САҠЫРЫУ

“Ниҙер тарта мине
һәр саҡ Көнсығышҡа”.
З. Ханнанова.

Ынтылам да торам Көнбайышҡа,
Ҡояш сығыр төҫлө шул яҡтан.
Нисәмә йыл йөрәк ауаздарын
Бер ҡәлғәгә төбәп оҙатам.

Унда ғына төҫлө моңсол тараф,
Йыр ағыла һымаҡ диңгеҙҙән.
Даръя булып уның күҙ йәшеме,
Доғаһымы ергә түгелгән?!.

Әхирәтем, һиңә ысын әйтәм –
Ғәжәп төбәк икән Палдиски!
Ниҙер һөйләй бында хатта елдәр
Иҫкән сағында ла бик киҫкен.

Бик бәхетле тойҙом Балтик ярын,
Бик бәхетле инем үҙем дә.
Бик-бик күпте һиңә әйтке килә,
Етмәҫ төҫлө ҡайнар һүҙем дә.

Яр таштары бына, әйтерһең дә,
Теҙелешкән ҡаршы алырға.
Әллә ниндәй сер сиселер ине,
Телмәрҙәре һыймаҫ бер йырға.

Ошо тупраҡ күпте беләлер ҙә,
Их, асылмаҫ микән бер килке?
Рогервиктың ябай бер ташын да
Бетеү итеп килде йөрөткөм.

Мин илемә уны алып ҡайтам,
Ҡөҙрәттәре киң бит Алланың:
Ир ҡеүәтен ҡайтар еремә тип,
Инәлептәр, илап һораным!

Салауаттың мәртәбәһен ҡайтар,
Тилмермәһен рухы был яҡта!
Беҙ сәфәрҙә әҙер тигән төҫлө
Сал даръяла толпар уйнаҡлай.

Әхирәтем, бында бер йылға бар,
Күкрәгенән сыға диуарҙың.
Бер ғәжәйеп бүләк һанап унда
Намаҙ ғәмәлдәрен йыуалдым.

Мосолмандар бында йыш килгәндер,
Ҡиблаларҙан аға был инеш.
Ҡолағымда – зекер тауыштары,
Саждә ҡылған изге күренеш.

Салауаттың урамынан ғына
Барып төшкән саҡта диңгеҙгә,
Даръяларҙай һағыш эркелеүҙән
Сабырлыҡтар кәрәк түҙергә.

Аҡсарлаҡтар менән төн ҡаршылап,
Таң оҙатҡан саҡта йондоҙҙо,
Бер сәхифә генә ғүмеркәйҙең
Сихри ҡеүәттәре тойолдо.

Һин хаж ҡылдың,
Һиңә яҡшы таныш
Ғәмәлдәре изге сәфәрҙең.
Балтик ярҙарынан илкәйемә,
Доға ҡылып, сәләм ебәрҙем!

Әхирәтем, серле Көнбайышта
Бар саҡырып торған бер төбәк.
Балтик ярҙарына һыйынған ул –
Ярымутрау, гүйә, бер йөрәк.

Хаж ҡылғандай, сәфәр ҡылайыҡсы!
Мин Аллаһтан шуны һораным:
Салауатың рухын ҡайтар,
Ҡайтар,
Ошо ғына бер ус тупраҡ менән,
Ошо ғына ябай таштар менән
Ул ҡайтты тип эстән юраным!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873