Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма!..
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма!.. Талҡаҫ күле. Ҡангилде тауы. Өс ҡарағай итәге. Байрамса биҙәлгән
21 тирмә. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың, Рәсәйҙең төрлө киңлектәренән, хатта Ҡаҙағстандан
тархан Иҫән батырҙың быуындары – иҫәндәр – ҡайтып төштө. Йөҙҙәрендә берсә шатлыҡ нурҙары балҡыған, берсә күҙ йәштәренә мансылған ауылдаштар нәҫел тамырҙарын
барланы,
ҡан-ҡәрҙәштәрен теүәлләне.

Иҫән ауылына Бөрйән олоҫо башҡорттары нигеҙ һала һәм уға үҙ батырының исемен бирә. Ҡаһарманға бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе мәңгеләштереү маҡсатында әлеге сараны ойоштороу комитеты рәйесе Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов тарафынан Ҡангилде тауына таҡтаташ урынлаштырылды. Әйткәндәй, бындағы һәр таш, шулай уҡ ҡасандыр Зәйнулла ишан ултыртҡан алты ҡарағас та оло тарих һаҡлай.
Иҫән ауылында 1987 йылда беренсе тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә. Сараны ойоштороуға ул осорҙа Ниғәмәт ауылы биләмәһе башлығы булып эшләгән Гүзәл Ғайсина күп көс һала. 1992 йылдың майында Хәлил батыр иҫтәлегенә Рәсәй кимәлендәге милли көрәш буйынса ярыш уҙа. Уны ойоштороуға шулай уҡ Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов, Әкрәм Ниғмәтуллин, Исмәғил Мөхәмәтйәнов күп көс һала. Абсолют чемпионға ул ваҡытта “Һәүәнәк” совхозында директор булып эшләгән, әле район хакимиәте башлығы бурысын атҡарған Илшат Ситдыҡов тай бүләк итә. “Тай ғына тип уйламағыҙ, бынан толпар сыға!” – тип дәртләндерә ул.
Ә әлеге шәжәрә байрамына бер йыл алдан әҙерлек алып барыла. Быуындар бәйләнеше өйрәнелә, ауылдың тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, халҡы тураһында китап баҫтырыу өсөн мәғлүмәттәр туплана. Шәжәрә байрамына һигеҙ ара вәкилдәре йыйылып, үҙ тирмәләрен ҡорҙо, ата-бабаларының исем-шәрифен күреп, быуындар бәйләнешен барланы.
– Төрлө араға ҡараһаҡ та, беҙ – Бөрйән ырыуы, Иҫән тархан башҡорттары. Тимәк, тамырҙарыбыҙ бер. Иҫән батыр рухы йәшәй беҙҙең йөрәктә, – тине улар ғорурлыҡ менән.
...Ғабдуллатиф Аслаев пролетариат башлығы Лениндың бер туған ағаһы Александр Ульянов менән шәхсән таныш була. Мәҙрәсәлә белем алғандан һуң ул Ҡазан гимназияһында уҡыуын дауам итә. Донъяға ҡарашы, төрлө болаларҙа ҡатнашҡаны өсөн өс тапҡыр Рәсәйҙән ҡыуыла. 1888 йылда уны мискәгә бикләп, Урал йылғаһына ташлайҙар. Туғандары Ғабдуллатифты башҡаса күрмәй.
– Юҡ, оло ҡартатайым һыуға батып үлмәй, тере ҡала, – тине әлеге байрамға Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһынан килгән Сөнғәт Кәлимуллин. – Йылға мискәне ҡаҙаҡ далаларына килтерә. Уны урындағы халыҡ тотоп алып, асып ҡарай һәм ғәжәпләнеүҙәренең сиге булмай: мискәләге кеше тере булып сыға! Шулай итеп, башҡорт Ғабдуллатифы ҡаҙаҡ булып китә. Беҙҙең паспорттарҙа милләтебеҙ ҡаҙаҡ тип яҙылған. Ә фамилиям Ғабдул­латифтың улы Кәлимулла ҡартатайымдың исеменән алынған.
Аслаевтар ырыуына ҡайтанан бергә табышып, танышыр өсөн 129 йыл талап ителә. 21 йәшлек Дамира Кәли­мул­линаның башҡорт ерендәге туғандарын эҙләп табыу теләге бик көслө була. Социаль селтәр аша ул Аслаев фамилиялы кешеләрҙе өйрәнә башлай һәм ни өсөндөр күңеле “Таңһылыу Аслаева”ға тартыла. Шунда уҡ смс-хәбәр яҙа һәм ҙур түҙемһеҙлек менән яуап көтә башлай. Ә Таңһылыу Аслаева Дамираға нимә тип яҙырға белмәй юғалып ҡала. Һәм үҙенең шәжәрәһен өйрәнә башлай. Унан тупланған бөтә мәғлүмәтте Дамираға ебәрә. Ә уныһы үҙ сиратында ҡартатаһынан ҡалған яҙмалар менән сағыштыра, тикшерә, атаһынан һораша. Һөҙөмтәлә башҡорт Аслаевтары һәм ҡаҙаҡ Кәлимуллиндарының бер ата балалары булыуы иҫбатлана. Шулай итеп, 129 йылдан һуң бер быуын балалары ҡайтанан табыша. Шәжәрә байрамына Ғабдуллатифтың 72 йәшлек ейәне Женис ҡатыны менән, Дамира һәм уның ағаһы Сөнғәт ҡатыны, өс балаһы менән килә. Бөгөн Ғабдуллатифтың шәжәрәһенең 13 быуыны билдәле булды. Туған телен онотмаҫ өсөн ун йәшлек Диана урыҫ-башҡорт һүҙлеген алып ҡайтты. Ә өлкән ҡыҙҙары Данагөл һәм Дамира башҡорт милли биҙәүесенә – түшелдереккә – бик тә ҡыуанды.
– Шундай мәртәбәле Шәжәрә байрамында булырбыҙ тип бер ҙә уйлама­ғайныҡ, – тине Дамира һәм Сөнғәт Кәлимуллиндар. – Был яҡтарҙа шул ҡәҙәр туғандарыбыҙ күп икән, быға беҙ бик тә шат. Ә тәьҫораттар... Һүҙ менән генә әйтеп бөтөрлөк түгел...
Был көндә һәр ара башҡорт милли колоритына ярашлы биҙәлгән ҡунаҡ йорттарында ырыуҙаштарын, ҡунаҡтарын ҡаршыланы. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Мәскәү ҡунағы Салауат Әминев, Липецк ҡалаһынан тау-байыҡ­тырыу комбинаты директоры Фаил Аслаев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт ҡалды. Тирмәләр байрамса биҙәлгән, ҡаҙандар аҫылған, өҫтәлдәрҙә самауыр ҡайнай... Тап уларҙа боронғолоҡ һулышы һиҙелә лә инде: урындыҡ өҫтөндә бейек итеп өйөлгән яҫтыҡтар, бала бәүелгән сәңгелдәктәр, ҡорамалдарҙың сағыулығы, боронғо башҡорт кейемдәре, тирмән тартыу, йөн иләү, аяҡ бөкләп ултырып бишбармаҡ менән һыйланыу, талҡан, ҡорот, ҡурмас, ҡымыҙ, буҙа кеүек милли аш-һыу төрҙәре, йолалар сағылышы... Байрамға йыйылыусылар күптән күрешмәгән туғандары менән осрашып, хәл-әхүәлен белеште, тәьҫорат­тары менән уртаҡлашты, хәтирәләргә бирелде. Ә һөйләшәһе һүҙҙәр бик күп ине...

Ҡайтам әле, ҡайтам әле,
Ҡайтам тыуған ауылыма.
Бергә үҫкән тиңдәштәрҙең
Ҡайт тигән саҡтарында,
Атай-әсәй, туғандарым
Саҡырып торған саҡта...






Автор: Лилиә ТАКАЕВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә