Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шаһивилдан Иҙрисовтың күңел нағыштары
Шаһивилдан Иҙрисовтың күңел нағыштарыДонъяла шундай кешеләр, шәхестәр була, улар менән бер һөйләшһәң, һүҙҙәре, үҙ-үҙен тотоуы, ҡарашы ғүмерлеккә күңелеңә уйылып ҡала. Минең Абзан урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләп йөрөгән мәлем. Ауыл клубында уҙған сараларҙа һәр саҡ йә акробатик этюд, йә бейеүҙәр менән сығыш яһайым.
Бер саҡ район үҙәге Иҫәнғолға концерт менән барҙыҡ. Сығыш яһағандан һуң, бик мөләйем, ыҫпай кейенгән ағай эргәгә килеп, итәғәтле итеп башҡортсалап мине цирк училищеһына йәки Фәйзи Ғәскәровтың бейеү ансамбленә ҡоҙаланы, райондан юллама алырға тәҡдим итте. Уйлап ҡараһаң, был һөйләшеү ҡәҙимге генә һөйләшеү ҙә түгел, ул саҡтағы минең уйымса, шундай ҙур вазифалы комсомол етәксеһе, барса халыҡ тик русса аралашырға ынтылғанда, башҡортса һөйләшә бит әле! 16 ғына йәшлек ҡыҙҙы үҙенең итәғәтлелеге менән таң ҡалдырған ағай Шаһивилдан Иҙрисов ине.


Етемлек һурпаһы

Тыуған ер бит – аҡ бишек, яҡты донъяға ишек, тиҙәр халыҡта. Оҙаҡ йылдар тыуған яҡтарҙан айырылып торһам да, әленән-әле матбуғат биттәрендә күренгән яҡташтарым­дың әҫәрҙәрен уҡып барырға тырышам, тормош юлдары менән ҡыҙыҡһынып, шиғри бишектәрендә бәүеләм. Иҙрисов фамилияһы (ифрат та үҙгәртеп ҡороу мәлендә) мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки яңы ғына ҡабул ителгән республикабыҙ­ҙың гимнын яҡташыбыҙ Фәрит Иҙрисов яҙған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, гимн авторы Шаһивилдан ағайҙың яҡын туғаны булып сыҡты. Әлеге ваҡытта ер йөҙөнән юҡ ителгән Ҡарабәрҙе ауылы заманында бик күптәрҙе моңдарға сорнаған, ижадҡа әйҙәгән, йәш йөрәктәргә халыҡтың иҫ китмәле ауыҙ-тел ижады ҡуҙҙарын һалған. Тыуған төйәк, туғандар, дуҫтар – барыһы ла илһам сығанағы, йәшәү күрке, мөхәббәт йондоҙо, һағыныу һәм юғалтыуҙар...
Шаһивилдан Иҙрисов 1937 йыл­дың 2 сентябрендә Ейәнсура райо­нының Ҡара­бәрҙе ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Вилдан Ҡотлоәкбәр улы яҡташы, күренекле яҙыусы Булат Ишемғолов етәкселегендә совет власына ҡорал­лы фетнә әҙерләүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, репрессияға эләгә, 1937 йылдың октябрь айында ҡулға алына.
Ғәмәлдә ул ауылда яңы тормош төҙөүселәрҙең “Ураҡ-сүкеш” колхозын ойоштороусыларҙың береһе була. Лагерҙа ун йыл ултырып, һаулығын юғалтып ҡайтҡас, оҙаҡ йәшәмәй, 1949 йылда яҡты донъянан китә.
Әсәһе Сәрхәпъямал Дәүләтша ҡыҙы эшһөйәр колхозсы була. Ирен ҡулға алғас, биш бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Шаһивилдан – бер айлыҡ ҡына. Йәш ҡатын яҙмышы алдында ебеп төшмәй, ниндәйҙер бер сабырлыҡ һәм ныҡышма­лылыҡ менән донъя көтә, балаларын ҡарай, уларға белем бирергә тырыша.
Кескәй Шаһивилдандың күңел түренә башҡорт халҡының рухи хазинаһын – ауыҙ-тел ижад байлығын һалыусы ла, моғайын да, әсәһе булғандыр.
Үкенескә ҡаршы, малайға йылы ҡанат аҫтында оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 1951 йылда 48 генә йәшендә әсәһе лә вафат була. Үкһеҙ етем ҡалған Шаһивилдан Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, Ырымбур өлкәһенең Желтое-Боғорослан педагогия училищеһында белем ала. Башҡорт педагогия университетын тамамлағас, йәш уҡытыусы Күгәрсен ауылы мәктәбенә эшкә тәғәйенләнә.
Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтыуға, уны комсомолдың район комитетына эшкә саҡыралар. Фәҡирлекте, етемлекте татыған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн, ыҙа һәм михнәттәрен бик күп кисергән, тик барыбер рухы менән бик бай һәм көслө, әҙәбиәтте һөйөүсе комсомол етәксеһе булып үҫә ул.

Таң ҡалдырған шәхес

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Шаһивилдан Уйылдан улы әҙәбиәтте яратып, күп уҡый. Бала сағынан шиғырҙар, йырҙар яҙа, “Баш­ҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Ватандаш” биттәрендә даими баҫылып тора. Ейәнсура районының “Үҫәргән” әҙәби түңәрәгенә нигеҙ һалыу­сыларҙың береһе лә ул.
Шаһивилдан ағайҙың 2005 йылда нәшер ителгән “Тыуған илем, ерем – моң шишмәм” тигән шиғри йыйынтығын ҡулыма алғас, һис тә аптыраманым, ул, ысынлап та, тел байлығы, тос фекере менән таң ҡалдырған, шиғри күңелле шәхес тә булып сыҡты.
Йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙған: “Ул тыуған ерҙең йә­менә, тормош матурлығына мөкиб­бән ғашиҡ. Күк Сатраның ҡаяһын­дағы яҙыуҙарҙы уҡып, “Әүерелгән күпме уҙамандар илгенәмдең йөҙөк ҡашына”, – ти ул. Уның ҡарашы туған тәбиғәттәге кескәй генә биҙәкте лә күрә, ул ауаздарҙы һаҡ тыңлай. Уның алдында көҙгө һуҡмаҡтарҙа “Ботаҡ һынғанда ла зыңлап китә тын урмандың зәңгәр һауаһы”… Эйе, Шаһивилдан Иҙрисов донъяға ғашиҡ кеше…”
Ғүмер буйы юғары вазифалар биләһә лә, балаларса саф күңелле булып ҡалған Шаһивилдан ағайҙың кескәйҙәр өсөн иҫ китмәле халыҡсан тел менән ижад ителгән шиғырҙарын күреп, мин хайран ҡалдым һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы­ның балалар әҙәбиәте секцияһы аша үткәреп, республикабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тәҡдим иттем. Аллаға шөкөр, китап нәшер ителеп, шунда уҡ үҙ уҡыусыларын тапты, кескәй­ҙәрҙең ҡулынан төшмәй, балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәр­ҙең өҫтәл китабына әйләнде.
Ижад кешеһенең әҫәрҙәрен баһалауҙың төп нөсхәһе булып тәбиғилек, тормошсанлыҡ, ха­лыҡсанлыҡ һәм оҫталыҡ тора. Ана шулар барыһы ла тупланған кескәйҙәргә тәғәйенләнгән ошо бәләкәй генә йыйынтыҡта. Шағирҙың төп илһам сығанағы, әлбиттә, тыуған төйәге Ейәнсура.
Ҡасандыр ил именлеген, халыҡ мәнфәғәтен һаҡлап, Иван Грозныйға юлланған Бикбау бей, Мырҙа­булатовтар, республикабыҙҙың төп дауаханаһы исемен йөрөткән Ҡыуатовтар, әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы Булат Ишемғолов, халыҡ шағирҙары Марат Кәримов, Хәсән Назарҙар, ғалимдарыбыҙ Ирек Аҡманов, Мәр­йәм Бураҡаева, Мәғфирә Ғәлие­алар, ағалы-ҡустылы Мәһәҙиевтәр йәшәгән төйәк, ҡасандыр ошо яҡтарға килеп халыҡ менән аралашып хикәйәләр, әкиәттәр ҡалдырған билдәле рус яҙыусыһы Николай Крашенинников, Мәскәү ҡалаһынан ошо тау-урмандарҙы артығыраҡ күреп, уның тәбиғәтенә, кешеләренә ғашиҡ йәш комсомол Сергей Чекмарев… Шундай шәхестәрҙе үҙенә ғашиҡ иттергән Ейәнсура ере, әлбиттә, Шаһивилдан Уйылдан улына кескәй саҡтан тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Шаһивилдан ағайҙың ижадына, шиғырҙарына ҡыҙыҡһыныу Ейәнсура ерлегендә генә түгел, республикала бермә-бер артты, тиһәм, яңылыш­майымдыр, сөнки уның “Тыуған илем, ерем – моң шишмәм” йыйынтығын республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана­һында күреү мөмкинлектәре сикләнгән­дәргә тауышландырылған вариантта нәшер иттеләр һәм бик матур итеп, авторҙың үҙен саҡырып, исем туйын үткәрҙеләр.
“Ашҡаҙар” радиоканалында уның хаҡында тапшырыу әҙерләнде. Бына инде хәҙер Шаһивилдан Уйылдан улы сираттағы шиғри йыйынтығын үҙ уҡыусыларына тәҡдим итә. “Ҡыштарымда һағынам яҙымды” тип атала ул китап. Йыйынтыҡ дүрт өлөштән тора.

Ватансылыҡ тойғоһо

Үҙен табындырған һәм рухлан­дырған Тыуған иленә, еренә ба­ғышланған шиғырҙар менән асыла ул:
“...Тыуған илемде мин
оҡшатамын
Мең йәшәгән олпат имәнгә:
Һәр ботағы, гүйә, милләт булһа,
Оло тамырҙары тәрәндә...”
(“Тыуған илем”);
“Беҙҙең тәрбиәсе һуғыш булды,
Унан ҡалған ҡаты бөлгөнлөк.
Серек картуф эҙләп ҡар
аҫтынан,
Таба алмайынса күпме бөгөлдөк.
Бөгөлдөк тә, әммә һынманыҡ
беҙ,
Өҙлөктөк беҙ, әммә үлмәнек.
Йәшәү көсө эҙләп тырмаштыҡ
беҙ…”
– тип яҙа ул үҙенең “Өмөт йондоҙо” шиғырында.
Шаһивилдан Иҙрисовтың бай рухи донъяһы, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған төйәгенә, тормошҡа мөхәб­бәте, изге уй-тойғолары, хыял-ынтылыштары сағыла шиғырҙарында.
Уның шәхесе кәмһетелгән, ләкин рухтары һындырылмаған репрессия ғазапта­рын кисергәндәр хаҡындағы шиғырҙары ла бар:
“Бындай яҙмышлылар бер мин
түгел,
Бер һин түгел – беҙ бит
миллиондар.
Замананың һалҡын ҡырауында
Морон төрткән көслө быуындан.

Тормош йөгө беҙҙе әрһеҙләһә,
Беҙ сыныҡтыҡ яҙмыш елендә.
Ил намыҫы ир намыҫы булды,
Шуға тоғро ҡалдыҡ бөгөн дә”
(“Өтөлгән бала саҡ”);

“Ҙур баҡсаның төпкөл
мөйөшөндә
Ҡара таштан һәйкәл ҡуйылған.
Өнһөҙ һөйләй – күпме уҙамандың
Бинахаҡҡа йәне ҡыйылған.

Таш һеңдергән йөрәктәрҙә
ҡатҡан
Миллиондарҙың ҡара ҡайғыһы.
Көсләп тарҡалдырған
ғаиләләрҙең
Хакимдарға төшөр ҡарғышы…”
(“Золом ҡорбандарына”).

Шағир үткәндәргә үкенеп, күҙ йәше түгеп йәшәмәгән, етемлекте уңалтып, йәшлек дәрте менән янып йәшәгән:
“Көслө ялҡын булып үтте
йәшлек,
Көл-күмере әммә ҡалмаған.
Йәшлек ялҡынынан йылы алдыҡ,
Ҡартлыҡ беҙҙе яулай алманы…
…Ҡайҙа ғына йәшлек ташлаһа ла,
Тоғро ҡалдыҡ намыҫ-
булмышҡа…”
(“Йәшлек ялҡыны”).
Йәмғиәт именлеге өсөн төрлө милләт халыҡтарының дуҫ йәшәүе мөһим, ватансылыҡ тойғоһо көслө авторҙың шиғырҙарында. Баш­ҡорт­остандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына бағышланған “Дуҫлыҡ ебе” шиғыры шундай юлдар менән башлана:
“Ата-бабаларҙың зирәклеге
Аҡыл көсөн хайран ҡалдыра!
Үҙаллыҡты һаҡлап, Рәсәй менән
Дуҫлыҡ нигеҙҙәрен һалғандар,
Киләсәккә васыятнамә итеп,
Дуҫлыҡ, берҙәмлекте
алғандар...”
“Туған телем” шиғырында үҙенсәлекле асҡан шағир башҡорт теленең матурлығын:
“Телемдә бар балдың тәме,
Ишетелә ҡурай моңо.
Үткәндәрҙең йәшәү заңы,
Килә торған быуындарҙың
Тыуа торған нурлы таңы.
Яуҙа ялҡын, дауҙа зирәк,
Сәсәнлектә юҡтыр тиңе…”
(“Туған телем”).

Бәхет сере

Үҙгәртеп ҡороуҙар заманына ла ғәмһеҙ ҡала алмай Шаһивилдан Иҙрисов, шул йылдарҙа ниндәй уй-тойғолар, ниндәй борсолоуҙар менән йәшәүен “Үҙаллылыҡ алғанда” шиғырында сағылдыра:
Ҡулдарыма бығау кейҙерҙеләр,
Ҡырҡып алды улар телемде.
– Азатлыҡ! – тип дурман
көйҙөрҙөләр,
Тапанылар тыуған илемде…
Тәүге һөйөү, йәшлек йылдары, мөхәббәт хистәренән туҡылған шиғырҙары ла индерелгән был бүлеккә:
“Мөхәббәт ул утлы ҡойонға тиң,
Ялмап алһа, бары көл ҡала.
Утын йотоп, сарсап һыуын
эсһәң,
Янған йөрәк шул саҡ ял ала...”
(“Сихри көс”);
“Дауыл булып түгел,
таңғы елдәй
Йылы наҙға манып күңелде,
Ҡағылдың да, үҙең китеп барҙың –
Хыял ҡошом булып күрендең...”
(“Мөхәббәт һағышы”).
Ошо йыйынтыҡҡа исем биргән “Ҡыштарымда һағынам яҙымды...” шиғырында:
“Ҡыштарымда һағынамын яҙҙы,
Йәйҙәремдә көтәм көҙөмдө,
Ғүмер төпкөлөнә баҡҡан һайын
“Бәхетлемен”, – тимен үҙемде,
– тип яҙа шағир.

“Тормош бит ул – гел дә бәхет
эҙләү,
Үрмәләүҙәр хыял-маҡсатҡа.
Дуҫтар менән һау-сәләмәт
йәшәү –
Оло бәхет икән һәр саҡта...”
Йыйынтыҡтың икенсе өлөшөндә бағышлауҙар тупланған. Кешеләрҙә иң тәүҙә ыңғай сифаттарҙы күргән, йылы һүҙе менән күңелдәрҙе йылыта белгән оло йөрәкле Шаһи­вилдан ағайҙың бағышлау шиғыр­ҙары иһә уның тәбиғәттән килгән күркәм булмышын тағы ла сағыуыраҡ итә.
Тәбиғәттең илаһи тәьҫораты ме­нән йәшәй ул. Донъя йәмен данлаған һәм туғанлыҡ-дуҫлыҡ тойғолары менән яҙылған ижад емеше – дуҫ-туғандарын ғына түгел, барса шиғриәт һөйөүселәрҙе шатландырыр, изгелекле, итәғәтле ижад­сының күңел йылыһы, моң-дәрт өләшеүсе рухи хазинаға бай шиғырҙары һәр кемгә киләсәккә ышаныс тыуҙырыр, тыуған төйәккә, туған телгә мөхәббәт уятыр, тел байлығын арттырыр тигән уйҙамын.
Бала саҡтан уҡ халыҡ йырҙары рухында үҫкән Шаһивилдан ағайҙың шиғырҙары үҙенән-үҙе йырлап тора кеүек, шуғалыр ҙа байтаҡ ком­позиторҙар уның әҫәрҙәренә көй яҙғандар, мәҫәлән, күренекле композитор Наил Ғәлиев, Нурия Абдуллина, Венер Мөхәмәҙиев, Аҙнабай Бәҙәмшин һ.б. Шиғри йыйынтыҡтың өсөнсө өлөшөнә йырҙар тупланған.
“Аҡ болоттар элеп иңбашына
Офоҡтарға тауҙар артыла.
Ғашиҡтарбыҙ шул тау-ташына,
Гөрләп аҡҡан шишмә тауышына...” – тип яҙа ул “Зәңгәр шишмә” йырында.
“Үпкәләнем ниңә һүҙҙәреңә,
Сығып киттем дауыл, ел булып.
Дауыл үтте, әле томан ҡалды,
Күңелдәрҙә ауыр сир булып...
...Йөрәгеңде алһам ине сорнап
Онотолмаҫ наҙлы моң булып...”
(“Үпкәләнем ниңә?”)

Кескәйҙәрҙе яратҡаны

Ысынлап та, ул ижад иткән шиғырҙарға яҙылған йырҙар әленән-әле радио аша арҙаҡлы йырсы­ларыбыҙ башҡарыуында яңғырап, һабантуйҙарҙа, клубтарҙа йырланып, йөрәктәрҙе күптән инде наҙлы моң булып сорнаған.
“... Халыҡ йыры, уның серле моңо
Әсир итә һәр саҡ күңелде...”
Шаһивилдан ағайҙың ижадының тағы ла бер тармағы – кескәйҙәргә арналған шиғырҙар. Кеше ни тиклем юғары мәҙәниәтле, белемле булһа, уның шул тиклем ябай булыуына инана бараһың. Уның балаларға арналған шиғырҙары бик ябай һәм халыҡ ижады менән һуғарылған, уларға соғоллоҡ һалынған. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына үҙенән-үҙе йырлап торған, ятлап алырлыҡ шиғырҙар, дүрт юллыҡтар тупланған:

“Тамсы тама “тып та тып,
Боҙҙо тишә алам, тип –
Йырғанаҡтар йүгертеп
Йылғаға юл һалам, – тип”.
(“Яҙ”);

“Өләсәһе таҡмағына
Тамерлан өҙә баҫа.
Тыпырҙатып бейегәндә
Йорттан бесәй ҙә ҡаса...”
(“Тамерлан таҡмаҡтары”);

“– Мен дә сап, тип ҡыуандырҙы
Ҡартатаһы Булатты.
Тал-сыбыҡтан яһап биргәс
Ейәненә был атты...”

Шаһивилдан ағайҙың шиғырҙары, йырҙары тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, берсә уйландыра, берсә моңландыра, берсә тыуған яҡҡа – Эйек буйҙарына әйҙәй, күңел түренә инеп ҡунаҡлай.
Күренекле тәнҡитсе, ғалим Рафаэль Аҙнағолов үҙенең “Йәйғор төҫтәре” (ижади портреттар) китабында былай тип яҙа: “...Шәхес өсөн биш нәмә хас:
– зирәклек;
– рухлылыҡ;
– ижадсанлыҡ;
– ҡатышмалылыҡ;
– зауыҡлыҡ...”
Бик тә дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, ифрат та ижад, әҙәбиәт менән янып йәшәүселәргә ҡарата.
Былар барыһы ла Шаһивилдан Вилдан улына ла хас. Тимәк, үҙенең әҙәби ижады-нағышы, булмышы, рухы, ауырлыҡтарға бирешмәү­сәнлеге, матурлыҡты, гүзәллекте, күркәмлекте тоя белеүе менән ул тәбиғәттән көс, зауыҡ, моң алған ысын шағир һәм оло шәхес.
Авторҙың ошо шиғри йыйынтығы ла шиғриәт яратыусыларҙың күңе­ленә хуш килер, уҡыусылар тарафынан ятланыр, сәхнәләрҙән яңғырар тип өмөтләнәм. Аллаһы Тәғәлә оҙайлы ижади ғүмер насип итһен Шаһивилдан Вилдан улы Иҙрисовҡа.

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872