Донъяла шундай кешеләр, шәхестәр була, улар менән бер һөйләшһәң, һүҙҙәре, үҙ-үҙен тотоуы, ҡарашы ғүмерлеккә күңелеңә уйылып ҡала. Минең Абзан урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләп йөрөгән мәлем. Ауыл клубында уҙған сараларҙа һәр саҡ йә акробатик этюд, йә бейеүҙәр менән сығыш яһайым.
Бер саҡ район үҙәге Иҫәнғолға концерт менән барҙыҡ. Сығыш яһағандан һуң, бик мөләйем, ыҫпай кейенгән ағай эргәгә килеп, итәғәтле итеп башҡортсалап мине цирк училищеһына йәки Фәйзи Ғәскәровтың бейеү ансамбленә ҡоҙаланы, райондан юллама алырға тәҡдим итте. Уйлап ҡараһаң, был һөйләшеү ҡәҙимге генә һөйләшеү ҙә түгел, ул саҡтағы минең уйымса, шундай ҙур вазифалы комсомол етәксеһе, барса халыҡ тик русса аралашырға ынтылғанда, башҡортса һөйләшә бит әле! 16 ғына йәшлек ҡыҙҙы үҙенең итәғәтлелеге менән таң ҡалдырған ағай Шаһивилдан Иҙрисов ине. Етемлек һурпаһыТыуған ер бит – аҡ бишек, яҡты донъяға ишек, тиҙәр халыҡта. Оҙаҡ йылдар тыуған яҡтарҙан айырылып торһам да, әленән-әле матбуғат биттәрендә күренгән яҡташтарымдың әҫәрҙәрен уҡып барырға тырышам, тормош юлдары менән ҡыҙыҡһынып, шиғри бишектәрендә бәүеләм. Иҙрисов фамилияһы (ифрат та үҙгәртеп ҡороу мәлендә) мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы, сөнки яңы ғына ҡабул ителгән республикабыҙҙың гимнын яҡташыбыҙ Фәрит Иҙрисов яҙған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, гимн авторы Шаһивилдан ағайҙың яҡын туғаны булып сыҡты. Әлеге ваҡытта ер йөҙөнән юҡ ителгән Ҡарабәрҙе ауылы заманында бик күптәрҙе моңдарға сорнаған, ижадҡа әйҙәгән, йәш йөрәктәргә халыҡтың иҫ китмәле ауыҙ-тел ижады ҡуҙҙарын һалған. Тыуған төйәк, туғандар, дуҫтар – барыһы ла илһам сығанағы, йәшәү күрке, мөхәббәт йондоҙо, һағыныу һәм юғалтыуҙар...
Шаһивилдан Иҙрисов 1937 йылдың 2 сентябрендә Ейәнсура районының Ҡарабәрҙе ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Вилдан Ҡотлоәкбәр улы яҡташы, күренекле яҙыусы Булат Ишемғолов етәкселегендә совет власына ҡораллы фетнә әҙерләүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, репрессияға эләгә, 1937 йылдың октябрь айында ҡулға алына.
Ғәмәлдә ул ауылда яңы тормош төҙөүселәрҙең “Ураҡ-сүкеш” колхозын ойоштороусыларҙың береһе була. Лагерҙа ун йыл ултырып, һаулығын юғалтып ҡайтҡас, оҙаҡ йәшәмәй, 1949 йылда яҡты донъянан китә.
Әсәһе Сәрхәпъямал Дәүләтша ҡыҙы эшһөйәр колхозсы була. Ирен ҡулға алғас, биш бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Шаһивилдан – бер айлыҡ ҡына. Йәш ҡатын яҙмышы алдында ебеп төшмәй, ниндәйҙер бер сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән донъя көтә, балаларын ҡарай, уларға белем бирергә тырыша.
Кескәй Шаһивилдандың күңел түренә башҡорт халҡының рухи хазинаһын – ауыҙ-тел ижад байлығын һалыусы ла, моғайын да, әсәһе булғандыр.
Үкенескә ҡаршы, малайға йылы ҡанат аҫтында оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 1951 йылда 48 генә йәшендә әсәһе лә вафат була. Үкһеҙ етем ҡалған Шаһивилдан Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, Ырымбур өлкәһенең Желтое-Боғорослан педагогия училищеһында белем ала. Башҡорт педагогия университетын тамамлағас, йәш уҡытыусы Күгәрсен ауылы мәктәбенә эшкә тәғәйенләнә.
Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтыуға, уны комсомолдың район комитетына эшкә саҡыралар. Фәҡирлекте, етемлекте татыған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн, ыҙа һәм михнәттәрен бик күп кисергән, тик барыбер рухы менән бик бай һәм көслө, әҙәбиәтте һөйөүсе комсомол етәксеһе булып үҫә ул.
Таң ҡалдырған шәхесҠайҙа ғына эшләһә лә, Шаһивилдан Уйылдан улы әҙәбиәтте яратып, күп уҡый. Бала сағынан шиғырҙар, йырҙар яҙа, “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Ватандаш” биттәрендә даими баҫылып тора. Ейәнсура районының “Үҫәргән” әҙәби түңәрәгенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә ул.
Шаһивилдан ағайҙың 2005 йылда нәшер ителгән “Тыуған илем, ерем – моң шишмәм” тигән шиғри йыйынтығын ҡулыма алғас, һис тә аптыраманым, ул, ысынлап та, тел байлығы, тос фекере менән таң ҡалдырған, шиғри күңелле шәхес тә булып сыҡты.
Йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙған: “Ул тыуған ерҙең йәменә, тормош матурлығына мөкиббән ғашиҡ. Күк Сатраның ҡаяһындағы яҙыуҙарҙы уҡып, “Әүерелгән күпме уҙамандар илгенәмдең йөҙөк ҡашына”, – ти ул. Уның ҡарашы туған тәбиғәттәге кескәй генә биҙәкте лә күрә, ул ауаздарҙы һаҡ тыңлай. Уның алдында көҙгө һуҡмаҡтарҙа “Ботаҡ һынғанда ла зыңлап китә тын урмандың зәңгәр һауаһы”… Эйе, Шаһивилдан Иҙрисов донъяға ғашиҡ кеше…”
Ғүмер буйы юғары вазифалар биләһә лә, балаларса саф күңелле булып ҡалған Шаһивилдан ағайҙың кескәйҙәр өсөн иҫ китмәле халыҡсан тел менән ижад ителгән шиғырҙарын күреп, мин хайран ҡалдым һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы аша үткәреп, республикабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тәҡдим иттем. Аллаға шөкөр, китап нәшер ителеп, шунда уҡ үҙ уҡыусыларын тапты, кескәйҙәрҙең ҡулынан төшмәй, балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәрҙең өҫтәл китабына әйләнде.
Ижад кешеһенең әҫәрҙәрен баһалауҙың төп нөсхәһе булып тәбиғилек, тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм оҫталыҡ тора. Ана шулар барыһы ла тупланған кескәйҙәргә тәғәйенләнгән ошо бәләкәй генә йыйынтыҡта. Шағирҙың төп илһам сығанағы, әлбиттә, тыуған төйәге Ейәнсура.
Ҡасандыр ил именлеген, халыҡ мәнфәғәтен һаҡлап, Иван Грозныйға юлланған Бикбау бей, Мырҙабулатовтар, республикабыҙҙың төп дауаханаһы исемен йөрөткән Ҡыуатовтар, әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы Булат Ишемғолов, халыҡ шағирҙары Марат Кәримов, Хәсән Назарҙар, ғалимдарыбыҙ Ирек Аҡманов, Мәрйәм Бураҡаева, Мәғфирә Ғәлиеалар, ағалы-ҡустылы Мәһәҙиевтәр йәшәгән төйәк, ҡасандыр ошо яҡтарға килеп халыҡ менән аралашып хикәйәләр, әкиәттәр ҡалдырған билдәле рус яҙыусыһы Николай Крашенинников, Мәскәү ҡалаһынан ошо тау-урмандарҙы артығыраҡ күреп, уның тәбиғәтенә, кешеләренә ғашиҡ йәш комсомол Сергей Чекмарев… Шундай шәхестәрҙе үҙенә ғашиҡ иттергән Ейәнсура ере, әлбиттә, Шаһивилдан Уйылдан улына кескәй саҡтан тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Шаһивилдан ағайҙың ижадына, шиғырҙарына ҡыҙыҡһыныу Ейәнсура ерлегендә генә түгел, республикала бермә-бер артты, тиһәм, яңылышмайымдыр, сөнки уның “Тыуған илем, ерем – моң шишмәм” йыйынтығын республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында күреү мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тауышландырылған вариантта нәшер иттеләр һәм бик матур итеп, авторҙың үҙен саҡырып, исем туйын үткәрҙеләр.
“Ашҡаҙар” радиоканалында уның хаҡында тапшырыу әҙерләнде. Бына инде хәҙер Шаһивилдан Уйылдан улы сираттағы шиғри йыйынтығын үҙ уҡыусыларына тәҡдим итә. “Ҡыштарымда һағынам яҙымды” тип атала ул китап. Йыйынтыҡ дүрт өлөштән тора.
Ватансылыҡ тойғоһоҮҙен табындырған һәм рухландырған Тыуған иленә, еренә бағышланған шиғырҙар менән асыла ул:
“...Тыуған илемде мин
оҡшатамын
Мең йәшәгән олпат имәнгә:
Һәр ботағы, гүйә, милләт булһа,
Оло тамырҙары тәрәндә...”
(“Тыуған илем”);
“Беҙҙең тәрбиәсе һуғыш булды,
Унан ҡалған ҡаты бөлгөнлөк.
Серек картуф эҙләп ҡар
аҫтынан,
Таба алмайынса күпме бөгөлдөк.
Бөгөлдөк тә, әммә һынманыҡ
беҙ,
Өҙлөктөк беҙ, әммә үлмәнек.
Йәшәү көсө эҙләп тырмаштыҡ
беҙ…”
– тип яҙа ул үҙенең “Өмөт йондоҙо” шиғырында.
Шаһивилдан Иҙрисовтың бай рухи донъяһы, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған төйәгенә, тормошҡа мөхәббәте, изге уй-тойғолары, хыял-ынтылыштары сағыла шиғырҙарында.
Уның шәхесе кәмһетелгән, ләкин рухтары һындырылмаған репрессия ғазаптарын кисергәндәр хаҡындағы шиғырҙары ла бар:
“Бындай яҙмышлылар бер мин
түгел,
Бер һин түгел – беҙ бит
миллиондар.
Замананың һалҡын ҡырауында
Морон төрткән көслө быуындан.
Тормош йөгө беҙҙе әрһеҙләһә,
Беҙ сыныҡтыҡ яҙмыш елендә.
Ил намыҫы ир намыҫы булды,
Шуға тоғро ҡалдыҡ бөгөн дә”
(“Өтөлгән бала саҡ”);
“Ҙур баҡсаның төпкөл
мөйөшөндә
Ҡара таштан һәйкәл ҡуйылған.
Өнһөҙ һөйләй – күпме уҙамандың
Бинахаҡҡа йәне ҡыйылған.
Таш һеңдергән йөрәктәрҙә
ҡатҡан
Миллиондарҙың ҡара ҡайғыһы.
Көсләп тарҡалдырған
ғаиләләрҙең
Хакимдарға төшөр ҡарғышы…”
(“Золом ҡорбандарына”).
Шағир үткәндәргә үкенеп, күҙ йәше түгеп йәшәмәгән, етемлекте уңалтып, йәшлек дәрте менән янып йәшәгән:
“Көслө ялҡын булып үтте
йәшлек,
Көл-күмере әммә ҡалмаған.
Йәшлек ялҡынынан йылы алдыҡ,
Ҡартлыҡ беҙҙе яулай алманы…
…Ҡайҙа ғына йәшлек ташлаһа ла,
Тоғро ҡалдыҡ намыҫ-
булмышҡа…”
(“Йәшлек ялҡыны”).
Йәмғиәт именлеге өсөн төрлө милләт халыҡтарының дуҫ йәшәүе мөһим, ватансылыҡ тойғоһо көслө авторҙың шиғырҙарында. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына бағышланған “Дуҫлыҡ ебе” шиғыры шундай юлдар менән башлана:
“Ата-бабаларҙың зирәклеге
Аҡыл көсөн хайран ҡалдыра!
Үҙаллыҡты һаҡлап, Рәсәй менән
Дуҫлыҡ нигеҙҙәрен һалғандар,
Киләсәккә васыятнамә итеп,
Дуҫлыҡ, берҙәмлекте
алғандар...”
“Туған телем” шиғырында үҙенсәлекле асҡан шағир башҡорт теленең матурлығын:
“Телемдә бар балдың тәме,
Ишетелә ҡурай моңо.
Үткәндәрҙең йәшәү заңы,
Килә торған быуындарҙың
Тыуа торған нурлы таңы.
Яуҙа ялҡын, дауҙа зирәк,
Сәсәнлектә юҡтыр тиңе…”
(“Туған телем”).
Бәхет сереҮҙгәртеп ҡороуҙар заманына ла ғәмһеҙ ҡала алмай Шаһивилдан Иҙрисов, шул йылдарҙа ниндәй уй-тойғолар, ниндәй борсолоуҙар менән йәшәүен “Үҙаллылыҡ алғанда” шиғырында сағылдыра:
Ҡулдарыма бығау кейҙерҙеләр,
Ҡырҡып алды улар телемде.
– Азатлыҡ! – тип дурман
көйҙөрҙөләр,
Тапанылар тыуған илемде…
Тәүге һөйөү, йәшлек йылдары, мөхәббәт хистәренән туҡылған шиғырҙары ла индерелгән был бүлеккә:
“Мөхәббәт ул утлы ҡойонға тиң,
Ялмап алһа, бары көл ҡала.
Утын йотоп, сарсап һыуын
эсһәң,
Янған йөрәк шул саҡ ял ала...”
(“Сихри көс”);
“Дауыл булып түгел,
таңғы елдәй
Йылы наҙға манып күңелде,
Ҡағылдың да, үҙең китеп барҙың –
Хыял ҡошом булып күрендең...”
(“Мөхәббәт һағышы”).
Ошо йыйынтыҡҡа исем биргән “Ҡыштарымда һағынам яҙымды...” шиғырында:
“Ҡыштарымда һағынамын яҙҙы,
Йәйҙәремдә көтәм көҙөмдө,
Ғүмер төпкөлөнә баҡҡан һайын
“Бәхетлемен”, – тимен үҙемде,
– тип яҙа шағир.
“Тормош бит ул – гел дә бәхет
эҙләү,
Үрмәләүҙәр хыял-маҡсатҡа.
Дуҫтар менән һау-сәләмәт
йәшәү –
Оло бәхет икән һәр саҡта...”
Йыйынтыҡтың икенсе өлөшөндә бағышлауҙар тупланған. Кешеләрҙә иң тәүҙә ыңғай сифаттарҙы күргән, йылы һүҙе менән күңелдәрҙе йылыта белгән оло йөрәкле Шаһивилдан ағайҙың бағышлау шиғырҙары иһә уның тәбиғәттән килгән күркәм булмышын тағы ла сағыуыраҡ итә.
Тәбиғәттең илаһи тәьҫораты менән йәшәй ул. Донъя йәмен данлаған һәм туғанлыҡ-дуҫлыҡ тойғолары менән яҙылған ижад емеше – дуҫ-туғандарын ғына түгел, барса шиғриәт һөйөүселәрҙе шатландырыр, изгелекле, итәғәтле ижадсының күңел йылыһы, моң-дәрт өләшеүсе рухи хазинаға бай шиғырҙары һәр кемгә киләсәккә ышаныс тыуҙырыр, тыуған төйәккә, туған телгә мөхәббәт уятыр, тел байлығын арттырыр тигән уйҙамын.
Бала саҡтан уҡ халыҡ йырҙары рухында үҫкән Шаһивилдан ағайҙың шиғырҙары үҙенән-үҙе йырлап тора кеүек, шуғалыр ҙа байтаҡ композиторҙар уның әҫәрҙәренә көй яҙғандар, мәҫәлән, күренекле композитор Наил Ғәлиев, Нурия Абдуллина, Венер Мөхәмәҙиев, Аҙнабай Бәҙәмшин һ.б. Шиғри йыйынтыҡтың өсөнсө өлөшөнә йырҙар тупланған.
“Аҡ болоттар элеп иңбашына
Офоҡтарға тауҙар артыла.
Ғашиҡтарбыҙ шул тау-ташына,
Гөрләп аҡҡан шишмә тауышына...” – тип яҙа ул “Зәңгәр шишмә” йырында.
“Үпкәләнем ниңә һүҙҙәреңә,
Сығып киттем дауыл, ел булып.
Дауыл үтте, әле томан ҡалды,
Күңелдәрҙә ауыр сир булып...
...Йөрәгеңде алһам ине сорнап
Онотолмаҫ наҙлы моң булып...”
(“Үпкәләнем ниңә?”)
Кескәйҙәрҙе яратҡаныЫсынлап та, ул ижад иткән шиғырҙарға яҙылған йырҙар әленән-әле радио аша арҙаҡлы йырсыларыбыҙ башҡарыуында яңғырап, һабантуйҙарҙа, клубтарҙа йырланып, йөрәктәрҙе күптән инде наҙлы моң булып сорнаған.
“... Халыҡ йыры, уның серле моңо
Әсир итә һәр саҡ күңелде...”
Шаһивилдан ағайҙың ижадының тағы ла бер тармағы – кескәйҙәргә арналған шиғырҙар. Кеше ни тиклем юғары мәҙәниәтле, белемле булһа, уның шул тиклем ябай булыуына инана бараһың. Уның балаларға арналған шиғырҙары бик ябай һәм халыҡ ижады менән һуғарылған, уларға соғоллоҡ һалынған. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына үҙенән-үҙе йырлап торған, ятлап алырлыҡ шиғырҙар, дүрт юллыҡтар тупланған:
“Тамсы тама “тып та тып,
Боҙҙо тишә алам, тип –
Йырғанаҡтар йүгертеп
Йылғаға юл һалам, – тип”.
(“Яҙ”);
“Өләсәһе таҡмағына
Тамерлан өҙә баҫа.
Тыпырҙатып бейегәндә
Йорттан бесәй ҙә ҡаса...”
(“Тамерлан таҡмаҡтары”);
“– Мен дә сап, тип ҡыуандырҙы
Ҡартатаһы Булатты.
Тал-сыбыҡтан яһап биргәс
Ейәненә был атты...”
Шаһивилдан ағайҙың шиғырҙары, йырҙары тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, берсә уйландыра, берсә моңландыра, берсә тыуған яҡҡа – Эйек буйҙарына әйҙәй, күңел түренә инеп ҡунаҡлай.
Күренекле тәнҡитсе, ғалим Рафаэль Аҙнағолов үҙенең “Йәйғор төҫтәре” (ижади портреттар) китабында былай тип яҙа: “...Шәхес өсөн биш нәмә хас:
– зирәклек;
– рухлылыҡ;
– ижадсанлыҡ;
– ҡатышмалылыҡ;
– зауыҡлыҡ...”
Бик тә дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, ифрат та ижад, әҙәбиәт менән янып йәшәүселәргә ҡарата.
Былар барыһы ла Шаһивилдан Вилдан улына ла хас. Тимәк, үҙенең әҙәби ижады-нағышы, булмышы, рухы, ауырлыҡтарға бирешмәүсәнлеге, матурлыҡты, гүзәллекте, күркәмлекте тоя белеүе менән ул тәбиғәттән көс, зауыҡ, моң алған ысын шағир һәм оло шәхес.
Авторҙың ошо шиғри йыйынтығы ла шиғриәт яратыусыларҙың күңеленә хуш килер, уҡыусылар тарафынан ятланыр, сәхнәләрҙән яңғырар тип өмөтләнәм. Аллаһы Тәғәлә оҙайлы ижади ғүмер насип итһен Шаһивилдан Вилдан улы Иҙрисовҡа.
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты.