Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Доллар ҡолдары
Доллар ҡолдарыБер ҡараһаң, доллар тураһында гәп ҡуйыртыу, курстың үҫеүе йәки түбән тәгәрәүе беҙгә, ябай халыҡҡа, кәрәкмәй ҙә кеүек. “Банктағы иҫәптә долларҙарым юҡ, байҙар ҡайғырһын” тигәнде йыш ишетергә була. Әммә был беренсе ҡарашҡа ғына шулай, теләһәк-теләмәһәк тә, тормошобоҙ шул йәшел ҡағыҙға бәйле ләбаһа.
АҠШ-ҡа бынан ни файҙа һәм ул быға нисек өлгәшә? Был хаҡта Маркс күптән инде үҙенең “Капитал”ында яҙып ҡалдырған: “Өҫтәмә хаҡ түгел, ә шуны үҙ ҡулыңа төшөрөү файҙа килтерә”. АҠШ-тың маҡсаты — башҡа дәүләттәрҙең иҡтисад системаһына долларҙы индереү. Йәғни уның аҡсаһы банктарҙың иҡтисадына әйләнә, уларҙың табышына АҠШ хужа була. Ябайыраҡ миҫал: бензин һатыусы уның октан һанын кәметә, һөҙөмтәлә сифатһыҙ яғыулыҡ менән ҡулланыу­сының машинаһы ватыла, уның сығымдары арта, ә яғыулыҡҡа хужа барыбер табышлы булып ҡала.
АҠШ-тың эшләү системаһы ла шундай: долларҙы индереп, сит дәүләт валютаһының “октан һанын” кәметә. Һөҙөмтәлә хаҡтар арта, инфляция һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, үҙендә доллар һаҡлаған һәр бер дәүләт АҠШ-ҡа иҡтисадын тапшыра, ә уға ихтыяж булғас, ул үҫешә генә бара.
Бөгөнгө сәйәси иҡтисадта доллар курсына теүәл хаҡ биреү ауыр. 2014 йылда уның кинәт үҫеп китеүен Сочи Олимпиадаһы менән бәйләнеләр һәм эксперттар, уны һумға ҡарата тотороҡланасаҡ, тип белдергәйне. Әммә был хәл күҙәтелмәне, киреһенсә, Украиналағы хәлдәр һумды тағы ла осһоҙландырҙы. Көнбайыш Европа менән АҠШ-тың санкцияларынан һуң 1998 йылғы хәлдәр ҡабатланыр, тип көтөүселәр булды. Башҡалар менән сағыштырғанда (миҫал өсөн, Аргентина иҡтисады емерелде, Греция, Италия, Испания кеүек илдәр күптән кредитҡа йәшәй), Рәсәйҙең хәле улай ҡурҡыныс түгел. Илдә финанс һәм производство запастары бар, белеүе­беҙсә, нефть һәм газ күп. Белгестәр әйтеүенсә, долларға ҡарата һум арзанайһа ла, дәүләт финанс реформалары үткәрергә дусар булырлыҡ дәрәжәгә етмәйәсәк.
Билдәле, долларҙың ҡиммәт­лә­неүен Олимпиада һәм Украинаға ғына бәйләү дөрөҫ түгел. Санкциялар һөҙөмтәһе булараҡ, һатыу-алыу ҡат­марлана, һәм был импорт тауарҙа­рының ҡиммәтләнеүенә килтерә. Банктарға аҡса һалыу күләме кәмей. Уларҙың бер-бер артлы ябылып тороуы халыҡта шик уята һәм аҡсаһын банктарҙа һаҡларға ҡурҡыта. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, банктарҙа капитал кәмей, һәм иҡтисади әүҙемлек түбәнәйә. Эшмәкәрҙәр һәм ябай граждандар, һумдың осһоҙланыуын күреп, валюта һатып алырға ынтыла.
Долларҙың ҡиммәтләнеүенең Рәсәй иҡтисадына зыян килтереүе бәхәсһеҙ, курсты көйләү һәм инфляцияны булдырмау өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә, әммә, икенсе яҡтан, курстың үҫә барыуы файҙа ла килтерергә мөмкин икән. Әйтәйек, импорттың кәмеүе урындағы етештереүсәнлекте арттыра, был иһә иҡтисадты үҫтерә. Экспорттың кәмеүе уның тышҡы баҙарҙа күпләп йыйылыуына һәм арзанайыуына килтерә. Халыҡ реаль активтарға күберәк иғтибар бирә: күсемһеҙ милек, ер, алтын, сеймал, акциялар һәм башҡаларҙы һатып ала — был иһә илдең иҡтисадына ыңғай тәьҫир яһай. Доллар менән бергә евро ла ҡиммәтләнә, был үҙ сиратында Евросоюз дәүләттәренә инвестициялар индерергә мөмкинлек тыуҙыра.
Күреүебеҙсә, доллар курсының артыуын бер яҡлап ҡына баһалап булмай: ыңғай яҡтары менән бергә киреләре лә етерлек.
Ябай рәсәйҙәргә иһә инфляция янай. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең ҡим­мәтләнеүе аҡса янсығына һиҙе­ле­р­лек һуғыуы мөмкин.
Кредит ставкаларының артыуы. Үҙҙәренең сығымдарын банктар кредит алыусылар иҫәбенә ҡапларға тырышасаҡ.
Күсемһеҙ милектең ҡиммәтләнеүе. Квадрат метрҙар менән бергә ер ҙә ҡиммәтләнә. Хаҡтар, ғәҙәттә, йылына өс тапҡыр күтәрелә: көҙ башында, яңы йылдан һуң һәм май байрамдары алдынан.
Һалымдарҙың артыуы. Был — иң еңел юл, бик күп дәүләттәр бюджет сығымдарын шул ысул менән ҡаплай.
Белгестәр фекеренсә, был осорҙа күпләп доллар һатып алырға кәрәк­мәй, уның хаҡы кинәт түбән төшөп китергә лә мөмкин. Валюта баҙары тотороҡһоҙ булғанда, күсемһеҙ милек һатып алырға йәки аҡсаны банкта һумда һаҡларға кәңәш ителә. Валютала һаҡларға теләгәндәр аҡсаларын өс өлөшкә бүлеп, уны доллар, евро һәм үҫеп килгән өсөнсө ил аҡсаһында, мәҫәлән, иена (Япония) йәки юандә (Ҡытай) һаҡлағанда ышаныслыраҡ буласаҡ, ти финанс эксперттары.
Күп кенә астрологтар иһә (доллар курсы тураһында әйтмәһә лә), Көнбайыш Европа санкциялары һәм Рәсәйҙең изоляцияланыуы беҙҙең өсөн файҙаға ғына, быйыл көрсөк сигенә, тормош дәрәжәһе рәтләнә, ти. Был һынауҙар беҙгә өҫтән ебәрелгән, ул һәр бер Рәсәй кешеһенең күҙен асырға, иң мөһиме – матди байлыҡ түгел, ә рухи хазина булыуын аңларға ярҙам итәсәк, тип ышандыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә