Бер ҡараһаң, доллар тураһында гәп ҡуйыртыу, курстың үҫеүе йәки түбән тәгәрәүе беҙгә, ябай халыҡҡа, кәрәкмәй ҙә кеүек. “Банктағы иҫәптә долларҙарым юҡ, байҙар ҡайғырһын” тигәнде йыш ишетергә була. Әммә был беренсе ҡарашҡа ғына шулай, теләһәк-теләмәһәк тә, тормошобоҙ шул йәшел ҡағыҙға бәйле ләбаһа.АҠШ-ҡа бынан ни файҙа һәм ул быға нисек өлгәшә? Был хаҡта Маркс күптән инде үҙенең “Капитал”ында яҙып ҡалдырған: “Өҫтәмә хаҡ түгел, ә шуны үҙ ҡулыңа төшөрөү файҙа килтерә”. АҠШ-тың маҡсаты — башҡа дәүләттәрҙең иҡтисад системаһына долларҙы индереү. Йәғни уның аҡсаһы банктарҙың иҡтисадына әйләнә, уларҙың табышына АҠШ хужа була. Ябайыраҡ миҫал: бензин һатыусы уның октан һанын кәметә, һөҙөмтәлә сифатһыҙ яғыулыҡ менән ҡулланыусының машинаһы ватыла, уның сығымдары арта, ә яғыулыҡҡа хужа барыбер табышлы булып ҡала.
АҠШ-тың эшләү системаһы ла шундай: долларҙы индереп, сит дәүләт валютаһының “октан һанын” кәметә. Һөҙөмтәлә хаҡтар арта, инфляция һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, үҙендә доллар һаҡлаған һәр бер дәүләт АҠШ-ҡа иҡтисадын тапшыра, ә уға ихтыяж булғас, ул үҫешә генә бара.
Бөгөнгө сәйәси иҡтисадта доллар курсына теүәл хаҡ биреү ауыр. 2014 йылда уның кинәт үҫеп китеүен Сочи Олимпиадаһы менән бәйләнеләр һәм эксперттар, уны һумға ҡарата тотороҡланасаҡ, тип белдергәйне. Әммә был хәл күҙәтелмәне, киреһенсә, Украиналағы хәлдәр һумды тағы ла осһоҙландырҙы. Көнбайыш Европа менән АҠШ-тың санкцияларынан һуң 1998 йылғы хәлдәр ҡабатланыр, тип көтөүселәр булды. Башҡалар менән сағыштырғанда (миҫал өсөн, Аргентина иҡтисады емерелде, Греция, Италия, Испания кеүек илдәр күптән кредитҡа йәшәй), Рәсәйҙең хәле улай ҡурҡыныс түгел. Илдә финанс һәм производство запастары бар, белеүебеҙсә, нефть һәм газ күп. Белгестәр әйтеүенсә, долларға ҡарата һум арзанайһа ла, дәүләт финанс реформалары үткәрергә дусар булырлыҡ дәрәжәгә етмәйәсәк.
Билдәле, долларҙың ҡиммәтләнеүен Олимпиада һәм Украинаға ғына бәйләү дөрөҫ түгел. Санкциялар һөҙөмтәһе булараҡ, һатыу-алыу ҡатмарлана, һәм был импорт тауарҙарының ҡиммәтләнеүенә килтерә. Банктарға аҡса һалыу күләме кәмей. Уларҙың бер-бер артлы ябылып тороуы халыҡта шик уята һәм аҡсаһын банктарҙа һаҡларға ҡурҡыта. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, банктарҙа капитал кәмей, һәм иҡтисади әүҙемлек түбәнәйә. Эшмәкәрҙәр һәм ябай граждандар, һумдың осһоҙланыуын күреп, валюта һатып алырға ынтыла.
Долларҙың ҡиммәтләнеүенең Рәсәй иҡтисадына зыян килтереүе бәхәсһеҙ, курсты көйләү һәм инфляцияны булдырмау өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә, әммә, икенсе яҡтан, курстың үҫә барыуы файҙа ла килтерергә мөмкин икән. Әйтәйек, импорттың кәмеүе урындағы етештереүсәнлекте арттыра, был иһә иҡтисадты үҫтерә. Экспорттың кәмеүе уның тышҡы баҙарҙа күпләп йыйылыуына һәм арзанайыуына килтерә. Халыҡ реаль активтарға күберәк иғтибар бирә: күсемһеҙ милек, ер, алтын, сеймал, акциялар һәм башҡаларҙы һатып ала — был иһә илдең иҡтисадына ыңғай тәьҫир яһай. Доллар менән бергә евро ла ҡиммәтләнә, был үҙ сиратында Евросоюз дәүләттәренә инвестициялар индерергә мөмкинлек тыуҙыра.
Күреүебеҙсә, доллар курсының артыуын бер яҡлап ҡына баһалап булмай: ыңғай яҡтары менән бергә киреләре лә етерлек.
Ябай рәсәйҙәргә иһә инфляция янай. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең ҡиммәтләнеүе аҡса янсығына һиҙелерлек һуғыуы мөмкин.
Кредит ставкаларының артыуы. Үҙҙәренең сығымдарын банктар кредит алыусылар иҫәбенә ҡапларға тырышасаҡ.
Күсемһеҙ милектең ҡиммәтләнеүе. Квадрат метрҙар менән бергә ер ҙә ҡиммәтләнә. Хаҡтар, ғәҙәттә, йылына өс тапҡыр күтәрелә: көҙ башында, яңы йылдан һуң һәм май байрамдары алдынан.
Һалымдарҙың артыуы. Был — иң еңел юл, бик күп дәүләттәр бюджет сығымдарын шул ысул менән ҡаплай.
Белгестәр фекеренсә, был осорҙа күпләп доллар һатып алырға кәрәкмәй, уның хаҡы кинәт түбән төшөп китергә лә мөмкин. Валюта баҙары тотороҡһоҙ булғанда, күсемһеҙ милек һатып алырға йәки аҡсаны банкта һумда һаҡларға кәңәш ителә. Валютала һаҡларға теләгәндәр аҡсаларын өс өлөшкә бүлеп, уны доллар, евро һәм үҫеп килгән өсөнсө ил аҡсаһында, мәҫәлән, иена (Япония) йәки юандә (Ҡытай) һаҡлағанда ышаныслыраҡ буласаҡ, ти финанс эксперттары.
Күп кенә астрологтар иһә (доллар курсы тураһында әйтмәһә лә), Көнбайыш Европа санкциялары һәм Рәсәйҙең изоляцияланыуы беҙҙең өсөн файҙаға ғына, быйыл көрсөк сигенә, тормош дәрәжәһе рәтләнә, ти. Был һынауҙар беҙгә өҫтән ебәрелгән, ул һәр бер Рәсәй кешеһенең күҙен асырға, иң мөһиме – матди байлыҡ түгел, ә рухи хазина булыуын аңларға ярҙам итәсәк, тип ышандыра.