Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Анискин менән Жегловтар онотолдо шул...
– Уф, Хоҙайым! Үлтерә инде! Ана, балта менән ишекте саба. Тиҙ генә милицияға хәбәр ит әле! Участка милицонеры трубкаһын алмай! – тип шылтыратты әхирәтем. Үҙе илай, балалары ҡурҡышынан ҡысҡыра. Тәүҙә ҡаушап ҡалдым. Был хәл ғинуарҙа, киске сәғәт 7 – 8 араһында булғандыр. Ҡалтырана-ҡалтырана “02” һандарын йыйҙым. Мөләйем тауышлы ҡатын хәҙер үк участка полицейскийына хәбәр итәсәген әйтте, уның кеҫә телефоны һандарын да бирҙе. Оҙаҡҡа һуҙмай, участковыйға үҙем шылтыраттым.
– Һаумыһығыҙ, бер ғаилә ыҙғыша. Ире балта менән ишекте саба. Өйҙә – ҡатыны менән ике балаһы. Ишекте емереп инһә, үлтереп ҡуйыр тип ҡурҡам. Тиҙерәк килеп етегеҙ. Ир иҫерек.
– Мин әле ҡала ситендә, йәһәт кенә килә алмайым. Иртәгә инеп хәлдәрен белеп сығырмын.
– Нисек инде иртәгә? Ул бит ишекте бөгөн емерә! Иҫерек килеш нимә генә эшләмәҫ...
– Ял көнөндә саҡырыу буйынса сығып киткән өсөн миңә түләнмәй, беренсенән. Икенсенән, һеҙ ул ғаиләне беләһегеҙ. Ире гел иҫереп болара. Әлегә тиклем береһен дә үлтермәгән бит, бынан һуң да үлтермәҫ. Өсөнсөнән, һеҙ уларға туған-фәлән түгел, шуға шылтыратыуығыҙға яуап биреү-бирмәүҙе мин хәл итәм. Иртәгә барырмын, бөгөн булмай.
– Аңлашылды. Тимәк, кеше балта менән киҙәнә, балалары аҡырып илай, ҡурҡҡан бисә нимә эшләргә белмәй аптырай, ә һеҙ саҡырыуға килмәйәсәкһегеҙ. Шулаймы?
– Шулай. Ғаилә ыҙғыштарына ҡыҫылырға хоҡуғыбыҙ юҡ! – тине лә участка полицейскийы трубкаһын һалды. Туҡта, мин дә ятып ҡалғандарҙан түгел бит әле. Тағы “02” телефонын йыйҙым да тәртип һаҡсыһының әйткәндәрен һөйләп бирҙем. Теге яҡта минең монологымды тыныс ҡына тыңланылар ҙа: “Аңлашылды!” – тип бәйләнеште өҙҙөләр.
Ун минут үттеме-юҡмы, участка полицейскийы үҙе шылтырата. Был һөйләшеүҙе лә уҡыусыға тулыһынса еткерергә булдым.
– Хәйерле кис! Мин Фәлән Фәләнов. Һеҙ миңә шылтыратҡайнығыҙ. Аңлағыҙ, мин ғаиләм менән ҡала ситендә ялдамын. Минең дә ял иткем, ғаиләм менән ваҡыт уҙғарғым килә. Былай ҙа көнө-төнө эштәмен. Бер үҙемә биш ауылды йөкмәттеләр. Ауылдарҙа эскелек көслө. Һәр береһенең өйөндә ғауға ҡуба. Гел уларҙы айырып йөрөй алмайым бит инде. Үҙем ҡалала йәшәйем. Ауылға көн һайын эшкә йөрөргә тура килә (ҡала ситендә, Өфөнән 30 километр алыҫлыҡта йәшәйбеҙ. — Авт.). Элекке заман түгел, берәү ҙә торлаҡ менән тәьмин итмәй. Әгәр ауылығыҙҙан өй бирһәләр, икенсе мәсьәлә, – тип был илаулай башланы.
– Туҡта, һеҙ хәҙер миңә ни өсөн шылтыратаһығыҙ? Аҡланаһығыҙмы, әллә минән фатир һорайһығыҙмы? Мин дә һеҙҙең кеүек бюджетта эшләйем. Әлеге күршем – уҡытыусы, ире коммуналь хужалыҡта эшләй. Улар ҙа, беҙ ҙә хәләл аҡсабыҙға фатир һатып алған. Берәү ҙә “мә!” тип килтереп бирмәгән. Һеҙҙеке һымаҡ уҡ бәләкәй эш хаҡына йөрөйбөҙ. Шуға ҡарамаҫтан, эшләйбеҙ. Һәр кешенең гражданлыҡ хоҡуҡтары бар бит! Йәмәғәт һағында торған полицияға ярҙам кәрәк булғанда шылтыраталар түгелме ни?
– Мин бит ярҙамдан баш тартмайым. Иртәгә хәлдәрен белермен. Әле бына беҙ һеҙҙең менән һөйләшәбеҙ ҙә ул, уртаҡ фекергә килә алманыҡ. Ә минең шәхси телефондан әллә күпме аҡса алғандар. Уны ла үҙ иҫәбемә түләйәсәкмен.
– Улай булғас, һүҙҙе ҡыҫҡараҡ тотайыҡ. Был һөйләшеүҙән бына нимәне аңланым: милицияны полиция тип үҙгәртеүҙән бер нәмә лә яйға һалынмаған икән. Кешегә ҡарата быға тиклем нисек битараф булғанһығыҙ, әле лә шул уҡ…
– Аңлы кешеһегеҙ икән! Һау булығыҙ.
Был һөйләшеү күңелде әллә күпме өйкәп торҙо. Кейендем дә күрше подъезда ғына йәшәгән әхирәтемә йүгерҙем. Сапҡыланған ишек төбөндә хәле бөткән ире йоҡлап ята. Балтаһын ҡулынан ысҡындырып, әхирәтемде йоҡларға алып ҡайттым. Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт тамамланды. Тик фажиғә көн һайын түгел, бер була.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тормошта һирәк эш итергә тура килә. Шулай ҙа күрше-күлән, таныш-тоноштан, туғандарҙан уларҙың битарафлығы, эшенә яуапһыҙ ҡарауы тураһында ишетеп беләм. Бер класташымдың оҙаҡ йылдар милицияла эшләп, капитан дәрәжәһенә еткәс, системанан арып, ғәҙелһеҙлеккә түҙә алмай китеүенә шаһитмын. Шуға ла милицияны полицияға әйләндереү реформаһын ыңғай баһаланым. Ләкин бер йыл үткәс, илдең әле бер, әле икенсе төбәгендә булған хәл-ваҡиғалар исемде үҙгәртеүҙән есем үҙгәрмәүен дәлилләне. Көн һайын тиерлек һәр кем менән ошоға оҡшаш хәлдең булыуы ихтимал. Әлеге ябай ғына миҫал битарафлыҡ кәртәһенә барып төртөлөүебеҙҙе, аңлау-яҡлау тапмауыбыҙҙы иҫбатлай. Ғөмүмән, полиция хеҙмәткәрҙәренә ышаныс бармы? Матбуғат сараларында ошо һорауҙы күтәрһәләр, мин “юҡ!” тип яуап бирәм.
Бикә ҠОЛСУРИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә