“Башҡортостан” гәзите хаҡында һөйләгәндә, беренсе сиратта ул – әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, туған телде яратҡан һәр башҡорттоң иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе һәм уҡытыусыһы, тиер инем. Бер быуат йәшәү дәүерендә баҫма әллә нисәмә быуын яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, драматургтар, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләгән. Үҙем дә бала саҡтан ошо гәзиткә яҙыштым һәм, һүҙемде дәлилләп, алтмышынсы йылдар аҙағы – етмешенсе йылдар башында яҙылған бәләкәй генә мәҡәләләремдән өҙөктәр килтермәксемен.
“Ҡанаҡай ауылы йәштәре бик дәртле. Улар ауылдаштары өсөн ҙур бүләк эшләне: Совет Армияһы сафында хеҙмәт итергә йыйынған егеттәр әҙерләне. Улар – тракторсылар Миңлеғәле Миңлеғолов, Ишморат Абайҙуллин (мәрхүмдәр инде), мал ҡараусы Хәйзрахман Биғолов һәм башҡалар. Егеттәрҙең барыһы ла һәләтле: клубта концертта Ишморат ағай баянда һыҙҙыртып уйнаны, ә Хәйзрахман моңло итеп йырланы. “Ялда ла, хеҙмәттә лә беренселәр булдығыҙ, дәүләт сиген һаҡлағанда ла намыҫҡа тап төшөрмәгеҙ!” – тип ауылдаштарыбыҙ улар менән хушлашты.
“Ҡанаҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең VI-VIII класс уҡыусылары колхозға йәйге каникул мәлендә ферма малдарына япраҡ аҙыҡ әҙерләргә ярҙамлаша. Хәҙер сенаж һалыу бара. Бөгөн бөтәһе 400 тонна сенаж һалынған да инде. Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ силос һалыуҙа ла әүҙем ҡатнаша”.
“Мәктәбебеҙҙә волейбол, баскетбол, еңел атлетика секциялары уңышлы эшләй. Күнекмәләргә уҡыусылар теләп йөрөй. Мәктәп беренселеге өсөн районда уҙғарылған ярыштарҙа V кластан Мәрүәр Сәфәрғолова, VIII “Б”нан Рәүилә Абайҙуллина, ағалы-ҡустылы Ильяс менән Илдар Хисмәтуллиндар юғары һөҙөмтәләргә иреште. Ә IV класс уҡыусыһы Гөлнара Ҡолмөхәмәтова икенсе урынды алды. Йәйге миҙгелде асыу ярыштарында ла Ҡанаҡай спортсылары беренселекте яуланы һәм диплом, күсмә кубок менән бүләкләнде”.
“Август айы – ураҡтың иң ҡыҙыу мәле. Оло хеҙмәт түгеп үҫтерелгән уңышты йыйып алыуҙа Ҡанаҡай мәктәбе уҡыусыларының да ярҙамы ҙур. Удар ун көнлөктә улар ололар менән бергә тырышып эшләй: яландарҙа ла, ырҙын табағында ла өлгөрәләр. Ураҡ уңғандарҙы һөйә шул. Комбайндар урған игенде ырҙында бушатыу, машиналарға тейәп оҙатыу, көнөнә 300-400-әр центнер игенде елгәреп элеваторға тейәп ебәреү кеүек эштә Гөлфинә Ғәлиуллина, Ғәлиә Иркәбаева, Нурия Ҡолмөхәмәтова, Зөлхиә Баймөхәмәтова, Гөлназ Миңлеғоловалар айырыуса тырышлыҡ күрһәтә.
Бына шулай беҙҙең мәктәп уҡыусылары каникулды ең һыҙғанып эшләп, файҙалы үткәрә, туған колхозға барыһы ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша”.
Эй, ваҡыт тигәнең! Балаларса ихласлыҡ менән яҙылған ошо мәҡәләләр баҫылғанға ла ярты быуат ваҡыт үтеп киткән, тик мин бер ваҡытта ла гәзиттән айырылманым. Балалар ижадына иғтибарлы баҫманы нисек алдырмайһың да нисек уҡымайһың? Унда төрлө йәштәге төрлө һөнәр кешеләре рәхәтләнеп сығыш яһай, ә күпме журналист әҙерләне ул ошо йөҙ йыл эсендә? Бына ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыйым, тик республиканан ситтә йәшәгәс, ҡулыма тотоп уҡый алмайым, электрон вариантын ғына алдырам. Был йәһәттән һеҙ, Башҡортостанда йәшәгәндәр, күпкә бәхетле.
Гәзиттең бер һанында “Төмән өлкәһендә йәмғеһе 46 мең 405 башҡорт йәшәй” тигән мәғлүмәт бирелгәйне. Ысынлап та, Себер тулы башҡорт бит, киң илебеҙҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәй улар. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 гәзит” акцияһына улар ҙа теләп ҡушылһа, ҡайһылай шәп булыр ине! Теләк кенә булһын!
Әйткәндәй, шундайҙарҙың береһе Саха (Яҡут) Республикаһында йәшәгән Әхмәт ағай Ғәйнетдинов: “Оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа көн итәм, тыуған яҡҡа ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Ә Башҡортостан шул тиклем һағындыра! Һағышымды баҫыр өсөн, тыуған еремдәге хәлдәргә хәбәрҙар булыу өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам. Әлбиттә, миңә ул көн һайын килмәй – йыйып тапшыралар. Ғөмүмән, почтаға бәйле ҡатмарлыҡтар бик күп, әммә ғәҙәтемә тоғро ҡалам, яратҡан гәзитемә даими яҙылам. “Башҡортостан” миңә һулар һауа кеүек кәрәк, сит мөхиттә был айырыуса мөһим. Баҫмалағы бер генә яҙманы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, барыһын да уҡып барам, гәзиттәрҙе һаҡлайым, туған телемдәге яҙмаларҙы уҡыһам, күңелемдәге болоҡһоуҙарым баҫыла, кәйефем күтәрелә”, тип хәбәр итә. Был бит тыуған еренән ситтә йәшәһә лә үҙ телен, илен онотмаған башҡорт тауышы! Үҙ гәзитенә яҙылып, уҡып, шуның аша иленә, теленә тоғролоғон, һөйөүен раҫлаған шәхес! Әгәр шундайҙар күберәк булһа, баҫмабыҙ ҙа йәшәр, үҙ уҡыусыларын табыр ине. Был йәһәттән беҙгә йәһүдтәрҙән ҡалышырға ярамайҙыр: иғтибар итегеҙ, әгәр филармонияға ситтән берәй милләттәше сығыш яһарға килһә, улар зал буш булмаһын өсөн, хатта ваҡыты булмаһа ла мотлаҡ барып ултырасаҡ, сөнки бының менән үҙ халҡына тоғролоғон күрһәтә.
“Башҡортостан” гәзитенең тиражы кәмеүгә бик борсолам һәм шул йәһәттән тәҡдимем дә бар. Хәйер, ул турала бынан бер нисә йыл элек яҙып та сыҡҡайным кеүек. Бәлки, ул киләсәктә башҡорт матбуғатын таратыуға ярҙам итер.
Минеңсә, “Башҡортостанды” ла, башҡа башҡорт баҫмаларын да килешеү буйынса мотлаҡ аҙыҡ-түлек, йорт йыһазы, кейем-һалым магазиндарына һатыуға сығарырға кәрәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки йәше лә, ҡарты ла, эшсе лә, ябай хеҙмәткәр ҙә, начальник та, ғалим да – береһе лә магазинды урап үтмәй. Әгәр кеше аҙыҡ-түлек һатып алғанда кассаға яҡын “Башҡортостан” гәзитен күрһә, барыбер аласаҡ. Һәм киләсәктә был ғәҙәткә инеп китәсәк.
Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның һүҙҙәренә ихлас ҡушылып, “Башҡортостан” гәзитенең бер быуатлыҡ фиҙакәр хеҙмәте, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың иң юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнергә тейеш тигән фекерен хуплайым. Баҫмабыҙ был бүләккә лайыҡ! Был тәңгәлдә халыҡ һәм киң йәмәғәтселек үҙ һүҙен әйтер, баҫмабыҙға дәррәү яҙылыр, тип ышанам.
Чехия.