Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен уҡыйым?11.08.2017
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен уҡыйым?“Башҡортостан” гәзите хаҡында һөй­лә­гәндә, беренсе сиратта ул – әҙә­биәтте, мәҙәниәтте, туған телде яратҡан һәр башҡорттоң иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе һәм уҡытыусыһы, тиер инем. Бер быуат йәшәү дәүерендә баҫма әллә нисәмә быуын яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, драматургтар, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәт­кәрҙәрен тәрбиә­ләгән. Үҙем дә бала саҡтан ошо гәзиткә яҙыштым һәм, һүҙемде дәлилләп, алтмышынсы йылдар аҙағы – етмешенсе йылдар башында яҙылған бәләкәй генә мәҡәләләремдән өҙөктәр килтермәк­семен.
“Ҡанаҡай ауылы йәштәре бик дәртле. Улар ауылдаштары өсөн ҙур бүләк эшләне: Совет Армияһы сафында хеҙ­мәт итергә йыйынған егеттәр әҙерләне. Улар – тракторсылар Миңлеғәле Миңле­ғолов, Ишморат Абайҙуллин (мәрхүмдәр инде), мал ҡараусы Хәйзрахман Биғолов һәм башҡалар. Егеттәрҙең барыһы ла һәләтле: клубта концертта Ишморат ағай баянда һыҙ­ҙыр­тып уйнаны, ә Хәйзрахман моңло итеп йырланы. “Ялда ла, хеҙмәттә лә беренселәр булдығыҙ, дәүләт сиген һаҡлағанда ла намыҫҡа тап төшөр­мәгеҙ!” – тип ауылдаш­тары­быҙ улар менән хушлашты.
“Ҡанаҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең VI-VIII класс уҡыусылары колхозға йәйге каникул мәлендә ферма малдарына япраҡ аҙыҡ әҙерләргә ярҙамлаша. Хәҙер сенаж һалыу бара. Бөгөн бөтәһе 400 тонна сенаж һалынған да инде. Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ силос һалыуҙа ла әүҙем ҡатнаша”.
“Мәктәбебеҙҙә волейбол, баскетбол, еңел атлетика секциялары уңышлы эшләй. Күнекмәләргә уҡыусылар теләп йөрөй. Мәктәп беренселеге өсөн районда уҙғарылған ярыштарҙа V кластан Мәрүәр Сәфәрғолова, VIII “Б”нан Рәүилә Абайҙуллина, ағалы-ҡустылы Ильяс менән Илдар Хисмәтуллиндар юғары һөҙөмтәләргә иреште. Ә IV класс уҡыусыһы Гөлнара Ҡолмөхәмәтова икенсе урынды алды. Йәйге миҙгелде асыу ярыштарында ла Ҡанаҡай спортсылары беренселекте яуланы һәм диплом, күсмә кубок менән бүләкләнде”.
“Август айы – ураҡтың иң ҡыҙыу мә­ле. Оло хеҙмәт түгеп үҫтерелгән уңыш­ты йыйып алыуҙа Ҡанаҡай мәктәбе уҡыусыларының да ярҙамы ҙур. Удар ун көнлөктә улар ололар менән бергә тырышып эшләй: яландарҙа ла, ырҙын табағында ла өлгөрәләр. Ураҡ уңған­дарҙы һөйә шул. Комбайндар урған игенде ырҙында бушатыу, машиналарға тейәп оҙатыу, көнөнә 300-400-әр центнер игенде елгәреп элеваторға тейәп ебәреү кеүек эштә Гөлфинә Ғәлиул­лина, Ғәлиә Иркәбаева, Нурия Ҡолмө­хәмә­това, Зөлхиә Баймөхәмәтова, Гөлназ Миңлеғоловалар айырыуса тырышлыҡ күрһәтә.
Бына шулай беҙҙең мәктәп уҡыу­сылары каникулды ең һыҙғанып эшләп, файҙалы үткәрә, туған колхозға барыһы ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша”.
Эй, ваҡыт тигәнең! Балаларса ихлас­лыҡ менән яҙылған ошо мәҡә­ләләр баҫылғанға ла ярты быуат ваҡыт үтеп киткән, тик мин бер ваҡытта ла гәзиттән айырылманым. Балалар ижадына иғтибарлы баҫманы нисек алдырмайһың да нисек уҡы­майһың? Унда төрлө йәштәге төрлө һөнәр кешеләре рәхәтләнеп сығыш яһай, ә күпме журналист әҙерләне ул ошо йөҙ йыл эсендә? Бына ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыйым, тик республиканан ситтә йәшәгәс, ҡулыма тотоп уҡый алмайым, электрон вариантын ғына алдырам. Был йәһәттән һеҙ, Башҡортостанда йәшәгәндәр, күпкә бәхетле.
Гәзиттең бер һанында “Төмән өлкә­һендә йәмғеһе 46 мең 405 башҡорт йәшәй” тигән мәғлүмәт бирелгәйне. Ысынлап та, Себер тулы башҡорт бит, киң илебеҙҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәй улар. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 гәзит” акцияһына улар ҙа теләп ҡушылһа, ҡайһылай шәп булыр ине! Теләк кенә булһын!
Әйткәндәй, шундайҙарҙың береһе Саха (Яҡут) Республикаһында йәшә­гән Әхмәт ағай Ғәйнетдинов: “Оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа көн итәм, тыуған яҡҡа ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Ә Башҡортостан шул тиклем һағын­дыра! Һағышымды баҫыр өсөн, тыуған еремдәге хәлдәргә хәбәрҙар булыу өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам. Әлбиттә, миңә ул көн һайын килмәй – йыйып тапшыралар. Ғөмүмән, почтаға бәйле ҡатмар­лыҡтар бик күп, әммә ғәҙәтемә тоғро ҡалам, яратҡан гәзитемә даими яҙылам. “Башҡорт­остан” миңә һулар һауа кеүек кәрәк, сит мөхиттә был айырыуса мөһим. Баҫмалағы бер генә яҙманы ла иғтибарһыҙ ҡалдыр­майым, барыһын да уҡып барам, гәзиттәрҙе һаҡлайым, туған телем­дәге яҙмаларҙы уҡыһам, күңелемдәге болоҡһоуҙарым баҫыла, кәйефем күтәрелә”, тип хәбәр итә. Был бит тыуған еренән ситтә йәшәһә лә үҙ телен, илен онотмаған башҡорт тауышы! Үҙ гәзитенә яҙылып, уҡып, шуның аша иленә, теленә тоғролоғон, һөйөүен раҫлаған шәхес! Әгәр шундайҙар күберәк булһа, баҫмабыҙ ҙа йәшәр, үҙ уҡыусыларын табыр ине. Был йәһәттән беҙгә йәһүдтәрҙән ҡалышырға ярамайҙыр: иғтибар итегеҙ, әгәр филармонияға ситтән берәй милләттәше сығыш яһарға килһә, улар зал буш булмаһын өсөн, хатта ваҡыты булмаһа ла мотлаҡ барып ултырасаҡ, сөнки бының менән үҙ халҡына тоғролоғон күрһәтә.
“Башҡортостан” гәзитенең тиражы кәмеүгә бик борсолам һәм шул йәһәттән тәҡдимем дә бар. Хәйер, ул турала бынан бер нисә йыл элек яҙып та сыҡҡайным кеүек. Бәлки, ул киләсәктә башҡорт матбуғатын таратыуға ярҙам итер.
Минеңсә, “Башҡортостанды” ла, башҡа башҡорт баҫмаларын да килешеү буйынса мотлаҡ аҙыҡ-түлек, йорт йыһазы, кейем-һалым магазиндарына һатыуға сығарырға кәрәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки йәше лә, ҡарты ла, эшсе лә, ябай хеҙмәткәр ҙә, начальник та, ғалим да – береһе лә магазинды урап үтмәй. Әгәр кеше аҙыҡ-түлек һатып алғанда кассаға яҡын “Башҡортостан” гәзитен күрһә, барыбер аласаҡ. Һәм киләсәктә был ғәҙәткә инеп китәсәк.
Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның һүҙҙәренә ихлас ҡушылып, “Башҡорт­остан” гәзитенең бер быуатлыҡ фиҙа­кәр хеҙмәте, һис шикһеҙ, рес­пуб­лика­быҙҙың иң юғары награ­даһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнергә тейеш тигән фекерен хуплайым. Баҫмабыҙ был бүләккә лайыҡ! Был тәңгәлдә халыҡ һәм киң йәмәғәтселек үҙ һүҙен әйтер, баҫмабыҙға дәррәү яҙылыр, тип ышанам.
Чехия.


Вернуться назад