Республикабыҙҙың мәшһүр төбәге – Урал аръяғын тетрәнеүҙәр тулҡыны ҡаҡшатҡан бер мәлдә, яңыса тормоштоң ҡануни нигеҙҙәрен булдырмаҡсы булып, ҙур хыялдар менән милләт мәнфәғәтенә йәшәгән һәм эшләгән Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы Шәйхисламов тураһында булыр хәтирәләрем.Фәйзулла Шәйхисламовты тәүге күреүем ҡала халҡы алдында телмәр тотҡан мәлендә булды. Ул һалым полицияһы начальнигы ине. Ҡыҫҡа, хәрбиҙәрсә аныҡ телмәрендә үҙ көсөнә, һәләтенә ышаныу, үҙен дөрөҫ баһалай белгән кеше икәнлеге асыҡ күренде. Сибайҙың йөҙөн балҡытырлыҡ һалым полицияһы бүлеге өсөн административ бина һалдырыуҙы тиҙләтеүе лә үрҙә әйткәнемә ҡеүәт.
Ана шул йылдар арауығында ҡала радиоһы тапшырыуҙарында ҡатнашырға саҡырғайным уны. Тура эфирҙа барған программала һүҙҙәр лабиринтына инеп китмәне, йәшеренмәне, еңел аралашты. Әлбиттә, халыҡ ундайҙарҙы һис һүҙһеҙ ҡабул итә. Кешенең күҙе үткер, тырыштарҙы үҙ мәлендә күрә, баһалай.
1994 йылда Сибай һалым полицияһы эш һөҙөмтәләре буйынса республикала беренсе урынды яуланы. Ф. Шәйхисламов тырышлығы өсөн “Һалым полицияһындағы хеҙмәте өсөн” билдәһе һәм миҙалдары менән бүләкләнде. Бөгөн Сибай халҡы уны юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған, ҡайҙа эшләһә лә, ил-көн, тел, ер тураһында хәстәрлек күргән ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ хәтерләй. Уның кешелек сифаттарын барлағанда, тәү сиратта, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе, ололарға ла, кеселәргә лә ихтирамлы, эскерһеҙ булыуы күҙ алдына баҫа…
Ул – тормошта үҙен, үҙ урынын һикәлтәле юлдар аша тапҡан кеше. Һәр эште намыҫ менән башҡарырға тырышты, хатта мауығыуҙарын да профессиональ кимәлгә еткерҙе. Мәҫәлән, тәбиғәт биргән һәләтен үҙ ваҡытында үҫтерһә, ул билдәле балетмейстер булыр ине, тигәйне Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы тураһында курсташы – билдәле тел белгесе, ғалим Вәкил Хажин. Шәйхисламовтарҙың алыҫ етенсе быуынына иғтибар итһәк, унда атаҡлы йырсы-сәсән Буранбай — Йәркәйҙең йырҙары сыңлай. Нәҫеле ниндәй — балаһы шундай, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Уҡыусыларыма шул да мәғлүм булһын: Рәшиҙә Туйсина, Рәмил, Радмир Туйсиндар, Фирүзә Париж — Фәйзулла Ғөбәйҙулла улының яҡын туғандары.
Күренекле кешенең ауылдаштары ла шундай. Хөсәйен Әхмәтов, Рәсих Хәмитов, Рамаҙан Үтәғолов, Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Нәбиулла Мөстәҡимов, Марсель Ҡотоевтар… Исемлекте әллә күпме һуҙырға мөмкин. Ф. Шәйхисламов та алтынсы тиҫтәһен тултырыуға ҡарамаҫтан, еңел һөйәкле, ырғып төшөп дәртле бейей ине... Әртистәрҙән арттырмаһа ла, һис тә ҡалышманы. Ирекһеҙҙән уйлап ҡуяһың, Сыңғыҙ, Буранбай яҡтарының бер хикмәте бармы икән? Әллә һыуҙары, әллә торған ерҙәре, әллә нәҫел заттары… Уйланырлыҡ урын бар.
Билдәле, затлы тоҡомдан булыу бигерәк тә ауырҙыр, сөнки ул атаһынан, әсәһенән һәләтлерәк, эшлеклерәк булырға тейеш бит. Әсәһе Мәфтуха, атаһы Ғөбәйҙулла – Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарының иң хөрмәтле кешеләренең береһе. Ғаилә башлыҡтарының төп тәрбиә ысулы – хеҙмәт. Туғыҙ баланы тәрбиәләп, тормош юлына аяҡ баҫтырған Мәфтуха апайҙың эшлекле һәм игелекле булыуы ла балаларының инсафлығы, иғтибарлылығы менән аңлашылалыр. Бөгөн дә матур итеп донъя көтә, нигеҙ ҡотон һаҡлай. Ғаиләлә тәүге бала булып тыуыу ҙа Фәйзуллаға бик күп бурыс үтәргә, үҙаллылыҡҡа өйрәткәндер.
“Үҙемде белә-белгәндән маҡсат ҡуйҙым: милләттәштәремде белемле, мәҙәниәтле итеү”, – тигәйне ул. Юғары белемгә эйә булғандар үҙенең милли йөҙөн, телен, тыуған ерен ҡәҙерләр, балаларын ҡайғыртыр, ер-һыуҙы һөйөр, уны һаҡлар һәм яҡлар, тигән тойғолар менән өлгөлө, әүҙем уҡыусы булып, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол мәктәбен тамамлай. Ошо маҡсатлы хыялы Башҡот дәүләт университетына уҡырға инергә мәжбүр итә уны. Яҡшы уҡый, төркөм старостаһы була. Лидерлыҡ һәләте уны бер ваҡытта ла ташламай: концерттар, төрлө-төрлө саралар ойоштора – уҡыу йорто йәмәғәтселегенең ихтирамын яулай. Шау-шыулы студент йылдары йәшлектең иң сағыу, иң матур миҙгеле булып үтеп тә китә.
Тәүге хеҙмәт юлын башлау, уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, уларҙың үтәлешен күреп шатланыуҙар оҙаҡ көттөрмәй. 23 йәшлек йәш белгесте Баймаҡ районының Күсей ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Тәүге бурыс – уҡыу йортон ҡышҡы осорға әҙерләү, мәктәпте һәм уҡытыусыларҙы утын менән тәьмин итеү – кисәге студенттың иңенә төшә. Сая һәм ғәййәр егет был юлы ла әмәлен таба. Күсей ауылы бүлексәһенә килеп техника һорай һәм ауыл ирҙәрен бер аҙнаға Ирәндеккә утын ҡырҡырға алып сыға. Һөҙөмтәлә мәктәпкә лә, уҡытыусыларға ла ҡыш сығырлыҡ утын әҙерләнә. Бында йәш етәксе уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға көсөн йәлләмәй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәктәптең уҡытыу-тәрбиә программаһы яңы төҫ ала һәм матди-техник базаһы барлыҡҡа килә. Ошо һәм башҡа ыңғай эштәрен күреп, Фәйзулла Ғөбәйҙулла улын тәүәккәл, ярҙамсыл һәм талапсан булғаны өсөн хөрмәт итә Күсей халҡы.
Ғүмер тауының ниндәй генә һикәлтәле һырттарына артылмаһын, уның йөрәгендә башҡорт рухы, башҡорт тәүәккәллеге дөрләне. Мәҫәлән, әрме сафында танк командиры булып хеҙмәт итеүе лә үрҙә әйткәнемә дәлил.
…1971 йыл. Чукотка ярымутрауы. Хәрби күнекмәләр ваҡытында көслө ел-дауыл сыға. Икһеҙ-сикһеҙ ғәрәсәттән хеҙмәттәштәрен һаҡлап алып ҡала белгән танк командирының зирәклеген етәкселәре айырыуса баһалай. Хәрби хеҙмәтен уңышлы тултырып ҡайтҡан йәш кешене Татлыбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Киң фекер йөрөткән, оҫта әңгәмәсе әҙәм күңеленә тиҙ юл яра, һәр кешене үҙенә йәлеп итә алыуы менән Баймаҡ районы уҡытыусылары араһында танылыу ала. Пропагандист, лектор, драма түңәрәгенең етәксеһе, фермаларға йөрөп концерт ҡуйыуҙар – былар барыһы ла йәш етәксенең иңенә төшә. Мәктәптең бөтә күрһәткестәре юғары булғанлыҡтан, өс-дүрт йыл эсендә Баймаҡ районы буйынса алдынғылар рәтенә баҫа. Һигеҙ йыллыҡ уҡыу йорто ун йыллыҡ урта мәктәп статусын ала.
Тотошлай уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективын яйға һалдым тигәндә, Фәйзулла Ғөбәйҙулла улын Баймаҡ райкомына саҡыртып алалар. Коммунист менән һөйләшеү үтә ябай һәм ҡыҫҡа – район эске эштәр бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Был ваҡытта әҙме-күпме тормош күргән, фәһем алған, халыҡҡа таратырлыҡ, аңлатырлыҡ тормош йөгөн тартҡан кеше була ул. “Мин ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифаларҙа эшләһәм дә, төп һөнәрем тәрбиәсе булып ҡала”, – тиер ине ул яйы тура килгән һайын. Яңы һөнәрҙе лә еңел үҙләштерә.
Донъя рухлыларҙы үҙ итә бит. Ят вазифаның ығы-зығылы боролоштарында йөрәккә йөйҙәр өҫтәрлек мәлдәре лә байтаҡ булғандыр, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙе хәсрәтле яҙмыштан йолоп алыу, дөрөҫ юлға баҫтырыу, ил-көн шатлығын татыған осорҙар ҙа тәртип һаҡсыһын сыныҡтыра. Үҙ тыуған яғында дәртләнеп, башкөлләй эшкә сума, халыҡҡа ярҙам итеүҙе иң мөҡәддәс бурысы итеп һанай. Шул йылдарҙа райондың эске эштәр бүлеге булдыҡлы һәм эшлекле йәштәр менән тулыландырыла.
Әҙәм балаһы бер ғүмер эсендә әллә күпме бормалы-бормалы юлдар үтә – йәшәү ҡануны шундай. Әллә нисәмә төрлө эште урын-еренә еткереп башҡарыуҙан тыш, ошо йылдар арауығында ул Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен ситтән тороп тамамлай. Инде бер ерҙә төпләнеп, кинәнеп эшләйем, балалар үҫтерәм, донъя көтәм тигәндә, Хәйбулла районы эске эштәр бүлеге начальниғы урынбаҫары вазифаһында эшләргә күндерәләр. Был үҙгәртеп ҡороу заманына тура килә. Үҙ йөҙөн үҙгәрткән ул саҡтағы ойошҡан енәйәтселектең торошо һәр беребеҙгә мәғлүм. Йәшерен хоҡуҡ боҙоусыларҙы, ришүәт алыусыларҙы таныу һәм улар менән эш итеү ауырлашҡан осорҙа, законды урап үтеп ҡылынған енәйәттәрҙе асырға тура килә етәксегә. Шуға ла ул йылдарҙағы райондың беренсе етәксеһе Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың, милиция хеҙмәткәрҙәре етәксеһе бөтә яҡлап әҙерлекле һәм ышаныслы кеше ине, тип иҫкә алыуы – үҙе үк иң оло баһа. Тырышып эшләү бушҡа китмәй: эш башлап, ике йыл үтеүгә Хәйбулла эске эштәр бүлеге кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителә.
Ошо яҡтарҙа ең һыҙғанып эшләгән милиция подполковниктары Т. Ильясов, Т. Солтангилдин, ағалы-ҡустылы Баймөхәмәтовтар, А. Зәбиров – Фәйзулла Ғөбәйҙулла улының уҡыусылары. Остаздарына улар рәхмәтле. Тәртип һаҡсыһы үҙе шулай тулы ҡанлы тормош менән йәшәгәс, башҡаларға ла үтә талапсан була. Мәҫәлән, милиция хоры, бейеү ансамбле ойоштора. Улар тарафынан ҡуйылған концерттарҙы хәйбуллалар бөгөн дә һағынып иҫкә ала. 1991 йылда III Бөтә Союз халыҡ таланттары конкурсы лауреаты исемен алыуға өлгәштеләр. Ил-көн яҙмышы уртаһында ҡайнап йәшәне ветеран. Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында Ф. Шәйхисламовтың: “Депутат һайлайбыҙмы, торбамы?” тигән тапҡыр һорауы халыҡ араһында киң таралды. Хәйбулла районына торба вәғәҙә иткән Сафроновтың депутат булып һайланыуы тураһында яҙған мәҡәләһе “Совет Башҡортостаны” гәзите уҡыусылары араһында ҙур резонанс алды.
Әле бөгөн ерем, милләтем тип хеҙмәт иткән шәхес гүр эйәһе инде. Эш уҙамандың арабыҙҙа юҡ булыуында түгел, ә замандаштарының уны оло ихтирам менән иҫкә алыуында, тиер инем мин. Ул әлеге тормошобоҙға ҡарап, иҡтисад былай, сәйәсәт тегеләй, беҙ йәшәгән осор үтте, тип һис тә үкенмәгән бит, ә Сибай ҡалаһының һәм төбәк тормошон көйләүгә үҙенең тос өлөшөн индергән. Ул ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе булараҡ, билде биштән быуып эшкә тотондо. Мәҫәлән, легендаға әүерелгән бөйөк шәхесебеҙ, үҙ заманында даны тирә-яҡҡа таралған әүлиә, суфый Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың тыуыуына 130 йыл уңайынан халыҡ күңеленә ятышлы оло сара уҙғарыуы, уҡыу йорттары, төрлө ойошмалар, предприятиелар менән бәйләнешкә юл ярыуы йәки “Нисек йәшәйһең һин, Атайсал?” (гәзит), “Нисек йәшәйһең һин, Төйәләҫ?” (ҡасаба) тормош-йәшәйеш талабынан сығып ойошторолған саралар сибайҙар күңеленән хуш килде.
Беҙҙең төбәктең йөҙөк ҡашы булған Сибайҙың йөҙө һүрәнләнә, тоноҡлана барыуы Фәйзулла Ғөбәйҙулла улын оло хафаға һалды. Мөшкөл хәлдән сығыу өсөн ғалим, профессор Мазһар Иҫәнбаевтың ғилми хеҙмәттәренә таянып эш итә башлағайны ул. Сибай ҡалаһының хәле ҡыл өҫтөндә тора: ҡаланы туплаған, ойошторған сәнәғәт предприятиеләры кәрәк. Ерле халыҡ эш эҙләп Себер һәм башҡа төрлө яҡҡа китә. Ошондай һорауҙар ғүмеренең ахырынаса оҙатып йөрөнө уны.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башлығы булараҡ, Фәйзулла Шәйхисламов Сибайҙы үҫтереү буйынса урындағы аҡһаҡалдар менән кәңәшләште, йәштәр менән һөйләште, предприятие етәкселәрен ҡоролтай эшенә ылыҡтырҙы. Яҡты донъя менән хушлашыр алдынан ғына ҙур йыйын – ҡала ҡоролтайы уҙғарҙы. Унда яңы типтағы предприятиелар төҙөү, халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһында һүҙ барҙы. Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: Сибайҙың иң матур, иң күркәм ғаиләләренең береһе булды Шәйхисламовтар. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, береһенән-береһе аҡыллы һәм талантлы дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр ҡатыны Миңлебикә Ғәли ҡыҙы менән.
Өлкән улы Артур – юғары белемле юрист, Арсен – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының билдәле артисы, Элиза – фән кандидаты, ә Розалия БДУ-ның Сибай институтында гел “бишле”гә өлгәште, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле вафат булып ҡалды.
Ил-көн яҙмышы менән янып-көйөп, яратҡан ҡалабыҙҙы бергәләп үҫтермәһәк, иртәгә һуң була, тип замандаштарын сифатлы хеҙмәткә әйҙәгән ил ағаһы 60 йәше тулыу менән ҡапыл арабыҙҙан китеп барҙы. Быйыл уға 70 йәш тулған булыр ине. Милләтебеҙҙең киләсәген, телебеҙҙең иртәгәһен ҡайғыртҡан һәм уның үҫеш-үҙгәрештәрен зирәк тойған замандашыбыҙ киләһе быуындар өсөн дә Сибай ҡалаһы башҡорттары йылъяҙмаһының иң иҫтәлекле тарихи биттәренең береһе булып ҡалыр.
Сибай ҡалаһы.