Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сарсауыңды ҡандырыр, сирҙәрҙән арындырыр
Сарсауыңды ҡандырыр, сирҙәрҙән арындырыр2002 йылдың йәйендә Рәсәйҙә генә түгел, Европа илдәрендә лә танылыу яулаған Өфө районының “Алексеевка” совхозына бер төркөм немец аграрийҙары килде. Беҙҙе, республика матбуғаты журналистарын, Өфө районы хакимиәтенә йыйҙылар һәм, тейешле күрһәтмә биреп, ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөргә ҡуштылар, нисегерәк яҙырға кәңәш бирҙеләр.
Был сәфәрҙә иң ҡыҙығы шул булды: төшкө ашҡа совхоздың ашханаһына алып килделәр ҙә ҡунаҡ залына саҡырҙылар. “Бына был ултырғыста Горбачев үҙе ултырып ашаны”, — тип маҡтанып та алды совхоз директоры Майстренко. Өҫтәл төрлө ризыҡҡа, эсемлеккә бай. Ситтәрәк ап-аҡ алъяпҡыс менән ҡапланған ағас мискәлә ҡымыҙ ҡуйылған, эргәһендә — ағас кәсәләр.
“О-о! Кумыс, башкирский кумыс!” — тип немец ҡунаҡтар мискә эргәһенә йыйылды һәм рәхәтләнеп һалҡын ҡымыҙ һемерҙе. Ҡымыҙ барҙа — ҡыҙыҡ бар, тигәндәй, өҫтәл янында улар рәхәтләнеп ашап-эсеп ултыра алманы, аллы-артлы бәҙрәфкә йүгерергә тотондолар. Ә беҙ ни, тәртибен белгәс, ҡымыҙынан да ауыҙ иттек, ашаныҡ та, эстек тә...
Ҡымыҙ эсеүҙең дә үҙ тәртибе бар шул. Ырымбурҙа тыуып үҫкән, капитан дәрәжәһендә отставкаға сығып, 1952 йылдан алып һуңғы көндәренә тиклем Буруновка ауылында (хәҙерге Ғафури районы) йәшәгән Михаил Васильевич Авдеев үҙенең “Ҡымыҙға сәфәр” исемле очеркында был турала ҡыҙыҡлы итеп, тәфсирләп яҙа. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланырға килгән иптәштәренә ул тәүҙә бер нисә көн эремсек һыуы эсергә ҡуша. Шунан һуң ғына ҡымыҙ менән дауаланыу башлана. Өс көндән улар өйрәнә һәм ҡымыҙҙы тамам үҙ итә.
— Үәт, ҡәһәрең, иҫ киткес эселә бит! — ти бер иптәше кикереп, унынсы стаканды бушатҡас.
Ғәмәлдә иһә, Башҡортостанға кемдәр генә ҡымыҙ эсеп дауаланырға килмәгән. Пушкин ХIХ быуаттың утыҙынсы йылдарында “Пугачев тарихы” һәм “Капитан ҡыҙы” әҫәрҙәренә материал йыйғанда Ырымбур далаларында башҡорттар менән дә аралаша. “Ҡымыҙ бейә һөтөнән эшләнә. Был эсемлек барлыҡ тау һәм Азияның күсмә тормош алып барыусы халыҡтары араһында киң ҡулланыла. Ул ярайһы ғына тәмле һәм ифрат файҙалы тип иҫәпләнә”, — тип яҙа ул. Өфөлә тыуған һәм йәшәгән Сергей Тимофеевич Аксаков (1791 — 1859), Василий Андреевич Жуковский (1783 — 1852), Владимир Иванович Даль (1801 — 1872), әҙиптәр Алексей Толстой (1817 — 1875), Салтыков-Щедрин, Нефедов, Мамин-Сибиряк, Успенский, Игнатьев һәм башҡа бик күп урыҫ зыялылары Башҡортостанда йыш була, ҡымыҙ менән дауалана. Уларҙың һәр береһе шифалы ҡымыҙ тураһында һоҡланып та, маҡтап та күп иҫтәлек ҡалдырған. Антон Павлович Чехов, мәҫәлән, табип булараҡ та ҡымыҙҙың иҫ киткес шифалы икәнлеген билдәләй. Ул да беҙҙең яҡтарға ғаиләһе менән йыш килә, дауалана. Бөйөк яҙыусы Лев Николаевич Толстой ҙа (1828 — 1910) тәү башлап 1862 йылда ҡымыҙ һауған урында була. Ул Һамарҙан 130 саҡрымда ятҡан башҡорт йәйләүе Ҡаралыҡта ай ярым ятып, ҡымыҙ эсеп дауалана. Шунда ул башҡорттар менән яҡындан аралаша, һаулығын нығыта. Ул бында ун тапҡыр килә, ә һуңғы тапҡыр 1883 йылда була. “Был яҡ иҫ киткес, яңы ғына балалыҡтан сығып килгән, байлығы һәм бигерәк тә ябайлығы, халыҡтың сафлығы, боҙолмағанлығы менән”, — тип яҙа ул дуҫы Фетҡа.

Һаумал ҡымыҙ булмаҫ, айран ҡатыҡ булмаҫ


Шуға иғтибар итеү мотлаҡтыр. Һүҙ, кем әҫәрен генә уҡыма, фәҡәт бейә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ тураһында бара. Кәзә йә һыйыр һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.
Әлбиттә, юҡ. Сөнки ул осорҙа бындай төшөнсә бөтөнләй булмаған. Ғөмүмән, башҡорт аҙ-маҙ кәзә тотһа ла, күберәк уның мамығын файҙаланған. Өйөр-өйөр ат, һарыҡ, һирәк-мирәк һыйыр аҫраған. Хәҙер генә ул кәзә модала. Ауылдарҙа бәғзеләр күпләп кәзә үрсетә, үҙҙәренсә ҡымыҙ яһай башланы. Әскелтем, ҡуйы, тәмле эсемлек, әлбиттә. Тик быны ҡымыҙ тип әйтеп буламы һуң? Һәр бер һыбыҙғыны ҡурай тип әйтеп булмаған кеүек, кәзә һөтөнән бешелгән эсемлекте лә ҡымыҙ тип әйтеп дөрөҫ эшләмәйҙәр. Һаумал ҡымыҙ булмаҫ, айран ҡатыҡ булмаҫ, тигәндәй, ҡымыҙ бейә һөтөнән генә эшләнә. Фәҡәт бейә һөтөнән генә туғылып әсетелгән һөт шифалы, файҙалы, ҡөҙрәтле була, айырыуса был эсемлек туберкулездан дауаланыуҙа уңышлы тип табыла. Ә кәзә һөтөнән эшләнгәне — әсетелгән эсемлек, йәғни айран кеүек. Ниндәйҙер файҙаһы, туҡлыҡлылығы барҙыр, бәлки. Бәхәскә кермәйем, сөнки кәзә һөтө һыйырҙыҡынан ике тапҡырға ҡуйыраҡ. Әммә уның дауалау үҙенсәлектәре асыҡланмаған.
Ҡымыҙ етештереү серҙәрен Михаил Авдеевтан да ентеклерәк өйрәнгән яҙыусы юҡтыр, моғайын. “Әҙ-мәҙ булһа ла күптәргә билдәле: ҡымыҙ ул — бейә һөтөнән әҙерләнгән эсемлек. Әммә, күптәр һөт тә, ҡымыҙ ҙа бер үк нәмә, тип иҫәпләй. Ҡәтғи итеп әйтергә батырсылыҡ итәм: улар араһында айырма бик ҙур. Бейә һөтө шәрбәтерәк, бигерәк тә сөсө һәм ҡырҡыу. Ул эсеүгә тәмһеҙ, ә бына ҡымыҙ! Уны эсеп туйып булмай”, — тип маҡтай ул ҡымыҙҙы иптәштәренә.
1977 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында Әмир Шамаев ҡымыҙ эшләү, ҡымыҙ менән дауалау кафедраһына етәкселек итә һәм 80-се йылдар урталарына тиклем ҡымыҙҙың дауалау үҙенсәлектәрен тәрән тикшерә. Һаулыҡ, дәрт һәм дауа биреүсе сихәтле, ҡарҙай ап-аҡ эсемлек хаҡында ул бына нимә ти: “Ҡымыҙ — ул баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле аҙыҡ продукты ғына түгел, ә ысынлап та мөғжизәле үҙенсәлектәре булған эсемлек. Тиккә генә башҡорт далаларында уны иң яҡшы дауалау аҙығы тип һанамағандар. Шуныһы үкенесле: хәҙер ҡайһы бер табиптар тик антибиотиктарға һәм химия препараттарына ғына таянып эшләй, ә уникаль тәбиғәт бүләге хаҡында оноталар”; “Ҡымыҙҙың кеше организмына булған тәьҫире күп төрлө. Был эсемлек, башҡа дарыуҙарға ҡарағанда, тиҙ арала аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡымыҙ нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, тын алышын көйгә һала. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустар менән көрәшеүсе матдәләр бар”. “...Ҡымыҙ еңмәгән сирҙәрҙе һанап бөтөүе лә ҡыйын”.
Әмир Шамаев хәтерләүенсә, уҙған быуаттың 60 — 70-се йылдарында ҡымыҙ тураһында фекерҙәр күп булған. Бейә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙҙы тар ҡарашлы ғалимдар ябай аҙыҡ продукты тип кенә раҫларға тырышҡан. СССР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары С. Сягаев: “...ҡымыҙҙы айыртылған һыйыр һөтөнән дә эшләп була. Был арзан “ҡымыҙҙы” күпләп етештерергә мөмкинлек бирәсәк”, — тип ныҡыша хатта.
1858 йылда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Һамарға яҡын ҡымыҙ дауаханаһы асҡан доктор Н.В. Постников был шифалы эсемлек менән дауалауҙы фәнни йәһәттән нигеҙләп, уның организмға булған тәьҫирен ҡыҫҡаса ғына былай тип аңлатҡан: “Көрәйтә, нығыта һәм яңырта”. Ҡымыҙ терапияһын билдәле медицина ғалимдары Г.А. Захарьин, С.П. Боткин, В.А. Массеин һәм башҡалар ҙа юғары баһалаған.
Ҡымыҙ етештереүҙе киңәйтеү, әлбиттә, еңелән түгел. Бында иң ҡамасаулағаны — миҙгел. Йәй шифалы үләндәр кибә, ҡар яуыу менән ат тибенгә күсә, ҡымыҙ бешеү ҙә туҡтай. Ә дауалау учреждениеларына ул йыл әйләнәһенә кәрәк. Шамаев ярҙамында Раевка май заводында урындағы белгестәр бейә һөтөн ваҡлап киптереү, уны оҙайлы һаҡлау, тергеҙеү һәм ҡымыҙ етештереү технологияһын үҙләштерә. Үҙенең тәме һәм дауалау үҙенсәлектәре буйынса ул саф һөттән бешелгән ҡымыҙҙан бер ҙә айырылмай. Яңы ысул менән етештерелгән ҡымыҙҙан әле “Шафран” курортында даими файҙаланалар. Был ысулды республиканың төпкөл райондарында ла ҡулланырға булыр ине, әлбиттә.
Ҡымыҙ, борондан килгәнсә, бик ябай ысул менән әҙерләнә. Тик хәҙер ҡул көсө түгел, ә күберәк техника ҡулланыла. Ағас гөбөләр ҙә, ағас туҫтаҡтар ҙа, ҡул болғатҡыстары ла бик күренмәй. Әсегән һыйыр һөтөнә (ойотҡо була инде) яңы һауылған бейә һөтө һалына; был ҡушымтаны өйҙә йәки башҡа йылы урында тоталар һәм йыш-йыш болғатып торалар. Бының өсөн ағас гөбө һәм оҙон таяҡтың осона беркетелгән яҫы ағастан эшләнгән болғатҡыс ҡулланалар. Борон ҡымыҙҙы турһыҡта ла етештергәндәр. Турһыҡ эсенә эсемлекте болғатып торор өсөн көрәккә оҡшатып эшләнгән таяҡ тығып ҡуйғандар. Эсемлек әсеп сығыуға — ҡымыҙ ҙа әҙер. Тик был әле башы ғына. Ошолай әҙерләнгән ҡымыҙ кәмегән һайын, уға фәҡәт һөт өҫтәп торалар һәм эсемлек тамам әсеһен өсөн уны туҡтауһыҙ болғаталар. Ҡымыҙҙы ни тиклем күберәк һәм оҙағыраҡ болғатһаң, уның шул тиклем сифаты яҡшыра. Йәш ҡымыҙ сөсөрәк булһа, оҙаҡ торғаны күпкә әсерәк һәм ҡырҡыуыраҡҡа әйләнә. Уны күпләп эскән башҡорттар ҡымыҙға һыу ҡушыр булған. Самалап ҡына ҡушылған һыу ҡымыҙҙы боҙмай, киреһенсә, уның нығыраҡ әсеүенә, ҡеүәте артыуына килтерә, иҫерткес көскә эйә була. Быяла һауыттарҙа (сирек шешәләрҙә) һаҡланған ҡымыҙ уйнай, уны туҫтаҡтарға һалыр алдынан болғатһаң, шампан кеүек шаулай, күбекләнә, хатта бөкөһөн дә атып бәрә. Белорет районында миңә әсе миндаль (ағас емеше) тәме килеп торған ҡымыҙ эсергә тура килгәйне. Был, күрәһең, көтөүлектәге үлән төрҙәренән киләлер. Бындай ҡымыҙ белгестәр тарафынан юғары баһалана. Шундай ҡымыҙ менән мине һыйлаған ағай (исеме хәтерҙә ҡалмаған) урман ҡарауылсыһы булып эшләй ине. Урманға сыҡһа, эйәренә ике яҡлап та турһыҡ аҫып ала. Көн оҙонона турһыҡтағы ҡымыҙы, болғанып, әсеп йөрөй. Күптәр турһыҡтың нимә икәнен белмәйҙер әле! Ул — һабанан эшләнгән (һаба — эре малдың тиреһенән тегеп эшләнгән ҡымыҙ һауыты) бәләкәй тире һауыт. Уны түбәндәгесә эшләйҙәр: һуйған аттың артҡы аяҡтарынан тире һыпырылып алына, йөнө өтөлә һәм тире ыҫлана. Шунан киҫеп алынған тиренең киң осона төп тегелә. Ә тар осона (тубығы янында) үләндән йомарлап бөкө тығыла. Турһыҡ әҙер. Ул эсемлек менән тултырылғас, ат ботона оҡшап ҡала. Турһыҡта һаҡланған ҡымыҙҙан әҙерәк тире һәм төтөн еҫе килһә лә, тәме боҙолмай. Эйәрҙә эленеп йөрөп, ул яҡшырғандан-яҡшыра. Әммә үтә лә оҙаҡ йөрөһә, әсеп, уның ҡаты һеркә хәленә әйләнеүе лә бар.
Шуныһы әһәмиәтле: уның менән дауаланыу өсөн бер ниндәй ҙә табип кәңәше кәрәкмәй. Бына нисегерәк яуап биргән ҡымыҙ менән һыйлаусы башҡорт байы: “пей, бачка, один кумыс да ашай больше баранину”. Икенсеһе хәйләкәрерәге: “пей, бачка, один кумыс, и кроме него не пей и не ашай!” — тигән. “Ҡымыҙ — туҡлыҡлы эсемлек. Тегеләй ҙә, былай ҙа, ҡымыҙ менән дауаланыу берҙәй файҙалы” (А. Авдеев. “Ҡымыҙға сәфәр”).
Бай Ырымбур помещигы Тевкелев, мәҫәлән, киң далаларҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат өйөрө тотҡан, ҙур күләмдә ҡымыҙ етештергән дауахана асҡан. Был турала ул “Оренбургские губернские новости” баҫмаһында хәбәр иткән. Бөгөн республика шифаханаларының барыһында ла тиерлек ҡымыҙ бар. Айырыуса “Йоматау” шифаханаһында киң ҡулланыла.
Өҫтәп шуны әйтке килә: ҡымыҙҙың үҙенсәлеге шунда: ул бигерәк еңел эселә, күпме эсмә — ауырлыҡ килтермәй. Йәйге эҫе көндәрҙә уны бер нисә литрлап эскәнем булды. Элек тә башҡорттар уның самаһын белмәгән. Урындарынан тормай, ойоп, йоҡоға талғансы һемергән. Ҡымыҙ туҡлыҡлы ла. Кешегә көс, ҡеүәт бирә, организмды, иммунитетты нығыта. Ҡайһы бер сирҙәргә, мәҫәлән, туберкулезға, айырым тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә тотош организмға файҙалы. Ике йыл рәттән шулай литрлап эскәс, ҡымыҙҙың көсөн, ҡеүәтен нығыраҡ тойҙом. Бер йыл эсендә биш тапҡыр инсульттан дауаланғандан һуң да хәл бик шәптән түгел ине. Ә бына ҡымыҙҙан һуң “типһәм — тимер өҙөрҙәй” булдым. Шулай булғас, ни тиклем күп булһа, шул тиклем яҡшы! Өсөнсө, дүртенсе йыл эсһәң — тағы ла яҡшыраҡтыр. Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ ҡына түгел, һаулыҡ та бар.
Камил АҘНАЕВ,
журналист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 1

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 1

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә