Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаларыбыҙ тарихты нисек өйрәнер?
Балаларыбыҙ тарихты  нисек өйрәнер? Йәмәғәтселек фекере фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, өлкәндәрҙең 82 проценты хәҙерге балаларҙың ата-әсәһенән, элекке дәүерҙәге тиҫтерҙәренән ҡырҡа айырылыуын таный. Z быуыны – 2000 йылдан һуң тыуған балалар – компьютер экраны алдында ултырып, ҡулына планшет, телефон тотоп үҫте. Ошондай дәүерҙә тарихи хәтергә һәм үҙеңде илебеҙ мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ тойоуға урын бармы?


“Баш бармаҡ” быуыны

Хәҙерге балалар һәм үҫмерҙәр мәғлүмәтте китапханаларҙан, ҡағыҙҙа донъя күргән китаптарҙан эҙләмәй, бының өсөн смартфон экранына баш бармаҡ менән баҫҡылау ҙа етә. Google һәм Wikipedia селтәрҙәренән даими файҙаланыу һөҙөмтәһендә уларҙың хәтерҙә ҡалдырыу, фекер туплау һәләте түбәнәйә. Проблема мәғлүмәтте файҙаланыу алымында һәм яңы ғәҙәттәрҙә генә түгел, шулай уҡ ҡайһы бер тематикалар буйынса йәштәргә аңлайышлы һәм асыҡ белем сығанаҡ­тарының булмауында ла. Гуманитар өлкәләр оло быуынды айырыуса борсоуға һала. Өҫтән-мөҫтән яҙылған дәреслектәр шикле мәғлүмәт сығанағы булараҡ ҡабул ителә. Уҡыу курсын ярайһы уҡ уңышлы тамамлау өсөн бындай ҡулланмалар, ҡағиҙә булараҡ, ярап та ҡала, ә прагматиканан ситтә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы юҡҡа сыға.
“Фәнде популяр, йәмәғәтселеккә аңла­йышлы, уларҙың телендә һөйләшеү­сән итергә кәрәк” тигән әүәл-әүәлдән килгән проблема менән ҡайтанан осрашабыҙ.

Мауыҡтырғыс фән:
Петр I-нән
мультимедиалы музейҙарға

Өс быуат элек Европа халҡының бөтә иғтибары фәнгә йүнәлтелә. Петр I ғилемгә тотона, халыҡҡа Европалағы алдынғы фекер ҡаҙаныштарына юл асырға ҡарар итә. Кунсткамера менән Фәндәр академияһын фәнде үҫтереүҙәге беренсе белем усаҡтары тип атарға мөмкин.
Һуңыраҡ тәүге лекторийҙар, ваҡытлы фәнни-популяр баҫмалар барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, был форматтар әле лә уңыш менән файҙалана. XVIII быуатта улар кешеләрҙе белем алыуға йәлеп итеүгә ҡарағанда, күп йәһәттән зыялылар өсөн күңел асыу сараларын хәтерләтә башлай. Халыҡта белем кимәленең түбән булыуы ғилем таратыуҙа етди ҡаршылыҡ була.
ХХ быуат башында наҙанлыҡты бөтөрөү саралары хәлде тамырынан үҙгәртә. Тап шул дәүерҙә йәмәғәтселек иғтибарына фәнни фантастика жанрын­дағы тәүге китаптар, Перельмандың ҙур танылыу яулаған “мауыҡтырғыс фән” баҫмалары тәҡдим ителә. Был китаптарҙа ҡатмарлы факттар ябай кешеләр өсөн аңлайышлы, еңел һәм ҡыҙыҡлы телдә бирелә. Фән һәм техника үҫкән һайын бындай “тәржемәгә” ихтыяж да арта бара.
Бөгөн теләге булған һәр кешенең фәнни белем алыу мөмкинлеге бар. Терминдарҙың аңлатмаһын эҙләп китапханала ултырыуҙың, уҡытыусыға мөрәжәғәт итеүҙең кәрәге юҡ. Бына хөрриәт, тиергә мөмкин.
Әммә бер проблема бар. Тыумыштан уҡ мәғлүмәттәр даръяһына ташланған хәҙерге кеше йыш ҡына ысынды ялғандан айыра алмай. Мауыҡтырғыс, йәнле телдә яҙылған ялған фән, эзотерика, магия донъяуи ҡараштарға етди йоғонто яһауы ихтимал.
Айырыуса гуманитар фәндәргә еңел түгел. Бында уйҙырма, фараздарға ерлек бик бай. Тарихты дөрөҫ итеп күрһәтмәгән китаптар, фекерҙәрҙең, дәлилдәрҙең буталсыҡлығы – бөгөнгөбөҙгә хас күренеш. Шуға күрә күп кенә тарихи мифтарҙың йәмәғәтселектең үҙаңына тиҫтәләрсә йылға һеңеп ҡалыуы бер ҙә ғәжәп түгел.
Теге йәки был фән тураһында селтәрҙәге ҡыҫҡа ғына мәҡәләләрҙән, фильмдарҙан йәки сериалдарҙан алынған мәғлүмәттәр ошондай мифтарҙың таралыуына килтерә, һөҙөмтәлә сәйәси манипуляциялар өсөн ерлек тыуҙыра. “Мауыҡтырғыс фән мәктәптәге әҙерлекте тулыландырыуҙан башлана. Ҡасандыр Платон: “Тулы томаналыҡ – иң ҙур кәмселек түгел, насар үҙләштерелгән белемде туплау унан да яманыраҡ”, – тип яҙған. Ошоно хәтерҙә тотоп, “мауыҡтыр­ғыс фән үҙенең тарихын урап үтеп, һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырырға ашыҡмай”, – тип билдәләгән мәғарифтың төп бурысын танылған Рәсәй ғалимы Яков Перельман. Ғәҙәти саралар: фәнни-популяр матбуғат, лекторийҙар ғына был бурысты тормошҡа ашыра алмай. Шуға күрә дәреслектәрҙә бирелгән бай, төплө мәғлүмәттәрҙе уҡыусыға аңлайышлы телдә төрләндереп еткерергә ҡарар ителә.
Мультимедиалы “Рәсәй – минең тарихым” экспозицияһы илебеҙҙә ошо эште башҡарыу юлында мөһим проект булды. Әле был парк “ВДНХ-Экспо”ла ойошторолдо. 20 000 кв.метрлыҡ майҙанда видеоинсталляцияларҙы, интерактив панелдәрҙе һәм панорамаларҙы күрергә мөмкин. Тамашасы иғтибарына “Рюриковичтар”, “Романовтар”, “ХХ быуат: Бөйөк тетрәнеүҙәрҙән – Бөйөк Еңеүгә” һәм “Рәсәй – минең тарихым. 1945 – 2016” тип аталған дүрт экспозиция тәҡдим ителә.

Тарихты өйрәнеүҙең
сиге юҡ

“Рәсәй – минең тарихым” паркын ойоштороуға бик күп дизайнерҙар, аниматорҙар, рәссамдар, тарихсылар һәм архитекторҙар көс һалған. Тап уларҙың тырышлығы менән павильонды йәнле һүрәттәр, һуғыштарҙың ентекле реконструкциялары, ағас ҡәлғәләрҙең моделдәре биҙәй.
Экспозиция үҙенсәлекле сағыу аттракционды хәтерләтә. Ул мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, билдәле бер тренд тыуҙырып, яңылыҡҡа ынтылыусыларҙы, технологияларҙы үҙ итеүселәрҙе ылыҡтыра. Өс яҫылыҡтағы панорама янында төшкән фото тыуған яҡты өйрәнеү музейында яһалған ябай селфиға ҡарағанда күптәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын. Авторҙар смартфондар өсөн тематик ҡушымталар ҙа тәҡдим итә.
“Рәсәй – минең тарихым” паркы Z быуыны менән уның телендә һөйләшә. Ҡул аҫтындағы китап мажаралы фильмды, ә уҡсының мультимедиалы моделе компьютер уйынындағы персонажды хәтерләтә. Өс яҫылыҡтағы видеоинсталляциялар, интерактив карталар һәм виртуаль ысынбарлыҡты сағылдырған күҙлектәр – бындай технологиялар әкренләп тормошобоҙҙа ныҡлы урын ала бара. Уларҙы тейешле мәғлүмәттәр менән берләштереү, туплау, сағыу һүрәттәр, тауыштар ярҙамында биҙәү тамашасыны үҙенә йәлеп итә. Бала был залда үҙен мауыҡтырғыс, мажаралы донъяға эләккәндәй хис итәсәк.
– Әлегә тиклем үҙебеҙҙә бындай кимәлдәге күргәҙмәләрҙе һәм музейҙарҙы күргәнем булманы, – тине Тарихи перспектива фонды ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Елена Рудая. – Яңғыраған музыка, тауыштар, экспонаттар, образдар, йәнле һүрәттәр онотолмаҫ тәьҫо­раттар ҡалдыра.
Гуманитар проекттар фондының идарасы директоры Иван Есин әйтеүенсә, экспозицияны ҡараған тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре тарих менән ҡыҙыҡһына башлаһа, ҡуйылған бурысты үтәлгән тип иҫәпләргә мөмкин. Рәсәй – бай тарихлы ил. Был тарихтың тамырҙары быуаттар төпкөлөнән килә һәм уны өйрәнеүҙең сиге юҡтыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә