Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҡса, балыҡ һәм хәмер...
Баҡса, балыҡ һәм хәмер... Тормош бер урында ғына тормай, көндәр, аҙналар, айҙар үҙгәрештәр алып килә. Халыҡ, иҫкесә йәшәү рәүешенән арынып, яңыларына яраҡлаша, тормошон көйләй. Был йәһәттән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән закондар һәм уларға индерелгән үҙгәрештәр йәшәйешебеҙгә төп йүнәлеш биреп тора. Һуңғы арала беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә? Ошо турала белергә теләп, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Зариф Закир улы, әле Дәүләт Думаһы тарафынан ниндәй көнүҙәк закон проекттары ҡарала?
– 2017 йылдың яҙғы сессия­һында Дәүләт Думаһы халыҡтың киң даирәһе мәнфәғәттәренә ҡағылған бер нисә закон проектын ҡараны. Мәҫәлән, 15 мартта “Баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача хужалығы тураһындағы һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Ул баҡсасылыҡ һәм йәшелсә­селек ширҡәттәренең статусын яйға һалыуға йүнәлтелә. Бындай ширҡәттәрҙең ойоштороу-хоҡуҡ формалары әле бишәү булһа, киләсәктә икәүгә ҡалдырыу (ком­мерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте һәм коммерцияға ҡара­маған йәшелсәселек ширҡәте) күҙаллана.
Йәшелсә участкаһында капиталь төҙөлөш объекттары иҫәбенә инмәгән хужалыҡ ҡаралтыларын, ә баҡса ерендә “баҡса йорто”н ғына урынлаштырырға тигән тәҡдим бар. Шул уҡ ваҡытта бындай объекттар һалыуға рөхсәт алыуҙың кәрәге юҡ. Баҡса участкаһында даими йәшәү өсөн яраҡлы торлаҡ йорт төҙөргә лә мөмкин. Унда теркәлергә лә була, тик төҙөлөшкә рөхсәт алыу шарт.
Закон проекты ширҡәт ағзала­рынан төрлө иғәнәләр түләтеүҙе тәртипкә һала. Иҫәпләүҙең дөйөм принциптары, иғәнә тотонолорға тейешле маҡсаттар билдәләнә. Әйткәндәй, улар ширҡәт ағзала­рының дөйөм йыйылышында раҫланырға тейеш.
Был закон проекты ҡабул ител­һә, баҡсасылыҡ һәм йәшелсә­селек менән шөғөлләнеү өсөн тотороҡло хоҡуҡи база барлыҡҡа киләсәк, баҡса ерендә торлаҡ йорттар төҙөү мөмкинлеге була­саҡ, ә был, үҙ сиратында, граж­дандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк.
– Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырған закондар Дәү­ләт Думаһы тарафынан ҡабул ителдеме?
– 2017 йылдың яҙғы сессия­һында Дәүләт Думаһы ауыл хужалығы өлкәһендә ҡабул иткән иң мөһим закондарҙың береһе – “Аквамәҙәниәт (балыҡсылыҡ) өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәреш­тәр индереү тураһында”ғы Федераль закон. Рәсәй Федерацияһы Президенты уға 1 июлдә ҡул ҡуйҙы.
Ошо закон менән ҡоролмалар ярҙамында ағын булған ерҙә яһалған быуаларҙа балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән ҡайһы бер саралар ғәмәлгә индерелде. Әлегә тиклем бындай быуалар федераль милеккә ҡарай ине. Әгәр ер участкаһының хужаһы унда быуа төҙөй икән, ер барыбер федераль милектә ҡалырға тейеш. Ә бындай быуаларҙа балыҡ­сылыҡ менән шөғөлләнеү рөхсәт ителмәй ине. Яңы закон ер участ­каһы милексеһенә балыҡсылыҡ менән шөғөл­ләнеү өсөн үҙ ерендә быуа төҙөү хоҡуғын бирә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә лә ошондай быуалар төҙөргә була, төҙөлөштән һуң хужаның ергә милек хоҡуғы һаҡланып ҡала. Шулай уҡ урман ерҙәрендә лә балыҡсылыҡ менән шөғөл­ләнеү өсөн тәғәйенләнгән ваҡытлыса ҡаралтылар урын­лаштырырға мөмкин.
Башҡортостандың байтаҡ райондарында был законды көтөп алдылар. Балыҡсылыҡты үҫтереү яңы эш урындары булдырыуға ғына түгел, республика, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа төбәктәре хал­ҡын балыҡ менән туйындырырға ла булышлыҡ итәсәк.
– Дәүләт Думаһында ха­лыҡтың һаулығын контрафакт алкоголдән һаҡлауға йүнәл­телгән закон проекттары тикшерелдеме?
– Эйе, 6 июлдә генә алкоголь менән законһыҙ сауҙа иткән өсөн яуаплылыҡты көсәйткән закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Алкоголле эсемлектәрҙе законһыҙ етештергән, һатып алған, һатҡан, һаҡлаған, ташыған һәм сауҙаға сығарған өсөн 2 миллиондан 4 миллион һумға тиклем штраф һалыу, биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ алкоголле һәм спиртлы аҙыҡ-түлек продукцияһын рөхсәтһеҙ ваҡ сауҙа селтәрендә бер нисә тапҡыр һатҡан өсөн дә яуаплылыҡ билдәләнә. Бындай енәйәт өсөн 50 меңдән 80 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеү тәҡдиме бар.
Әлеге закон проекты бик кәрәк, сөнки иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатҡан өсөн ғәмәлдәге яуаплылыҡ саралары тейешле һөҙөмтәне бирмәй. Шул уҡ ваҡытта йыл һайын Рәсәйҙә сифатһыҙ алкоголдән 30 – 40 мең самаһы кеше һәләк була. Был проблема Башҡортостан Рес­публикаһы өсөн дә бик мөһим. Һайлаусылар ҙа ошо өлкәлә тейешле сара күреүҙе һорап күп тапҡыр мөрәжәғәт итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына бағышланған конверт донъя күрҙе

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына бағышланған конверт донъя күрҙе 27.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына бағышланған конверт донъя күрҙе...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә