Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гәзит-журнал алдырыу – үҙе оло ғилем
Тормош йылдам үҙгәрә. Уға ҡараш, мәғәнәһен төптән аңлау ҡеүәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙә бер аҙ тарайҙы һымаҡ. Был, минеңсә, цивилизация һөҙөмтәһендә йәшәйештең ҡыйынлыҡһыҙ бирелеүенә бәйлелер. Улай тиһәң, күптәр өсөн донъя көтөү бөгөн дә еңел бирелмәй. Быны гәзит биттәрендә баҫылған хаттарҙан уҡып, хәбәрҙәш булып торабыҙ.


Гәзит – ул халыҡ трибунаһы. Кеше унда үҙенең шат­лыҡтары, аһ-зары, көнитмешендәге уңыштары, яңылыҡ­тары, кәңәштәре, теге йәки был хеҙмәткә, кәсепкә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашып тора. Гәзитте уҡып, респуб­ликала йәшәгән барлыҡ халыҡтың тын алышын тоя­һың. Бәғзеләрҙең “Ә Интернет ни өсөн?” тип әйтеүе их­ти­мал. Унда әйтереңде тулыһынса еткереп, кинәнеп яҙып та, уҡып та булмай. Ә гәзиттә бит майҙан киң. Икен­сенән, матбуғат баҫмаһы үҙ ҡиммәтен йылдар буйы юғалтмай һаҡлай, һис юйылмаҫ тарихи материалға әйләнә.
Совет власы дәүерендә кешеләр бер-береһенең көнкүреше, замандың уңыштары, етешһеҙлектәре менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә һығымта яһап, төрлө телдәге матбуғат баҫмаларын алдырып, тиңдәр араһында тиң булып йә­шәр­гә ынтыла ине. Хәҙер иһә күптәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған кеүек. Бының нигеҙендә Совет дәүерендәге һымаҡ уртаҡ идеяның булмауы яталыр. Хәҙер бит күптәр, айырыуса колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң эшһеҙ ҡалған ауыл кешеләре, үҙ көнөн үҙе күрә. Бының, әлбиттә, өҫ­төн­лөктәре байтаҡ. Ни өсөн тигәндә, көсөңдө фәҡәт үҙең, ғаиләң өсөн түгәһең, тырышлығың ситкә китмәй. Шул уҡ ваҡытта эшеңә, кәсебеңә бәйле тыуған ереңде, төйәгеңде үҫтерәһең, милләтеңдең ҡеүәтен күтәреүгә өлөш индерәһең. Бына ошондай юлға баҫҡан сағы әле ауыл халҡының.
Әлбиттә, бер башланғыс та еңел булмай. Совет осоронда тәрбиәләнеп, үҙе өсөн бигүк эшләп өйрәнмәгән замандаштарыбыҙҙың күбеһе яңы тормошҡа юлды һөт, ит ризыҡтарын, йәшелсә һатыуҙан башланы. Һүҙ юҡ, еңел түгел. Ҡаланан алыҫта йәшәгәндәргә айырыуса ауырға төшә. Бәғзе урындарҙа мал аҫрау мөмкинлеге лә киң түгел, мәҫәлән, аҙыҡ хаҡы ҡиммәт. Шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, ошондай хәлдә йәшәгән күптәрҙең гәзит-журналдан айырылмауына шаһитмын. “Аҡса юҡ”, – тип зарланып ултырмай улар. Дөрөҫ эшләйҙәр! Өйләнер йәштәге егетте миҫалға килтерәйек. “Эш хаҡым үҙемә саҡ етә, әгәр инде өйләнһәм, кәләште, унан сабыйҙы ашатырға, йорт төҙөргә кәрәк буласаҡ...” – тип оҙон-оҙаҡ уйланып йөрөһә, ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалыуы ихтимал. Өҫтәүенә, уның тапҡаны бәрәкәт тә килтермәйәсәк. “Өйләнегеҙ, өйләндерегеҙ. Фәҡир икәнһегеҙ, Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан айырмаҫ”, – тиелгән был йәһәттән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Шуның шикелле, аҡсаһыҙлыҡҡа һылтанһаҡ, “юҡ”тан уҙа алмаясаҡбыҙ. Барына шөкөр итеп, тапҡан килемде дөрөҫ тотона белергә кәрәк. Бала донъяға килгән һайын ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле, аҡса гәзит-журналға яҙылыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер. Эйе, “матбуғат баҫмаларын алдырыу өсөн хәл юҡ” тип һылтаулау урынһыҙ. Үҙебеҙгә генә ҡағылмай бит был мәсьәлә, тотош милләтебеҙ, телебеҙ яҙмышы хаҡында һүҙ бара.
Даими эше булып, ай һайын хеҙмәт хаҡы алып та, матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы инҡар иткәндәрҙең ҡылығы айырыуса борсой. Был бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыйырлыҡ түгел. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙы алайыҡ. Киләсәк быуынды тәрбиәләүсе булараҡ, улар илдең, республиканың көндәлек тормошон белергә, шул нигеҙҙә белем бирергә бурыслы. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре ошоно онотоп ебәреп, матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы кәрәк тип тапмай. Ҡала, район кимәлендә абруйлы вазифа биләгән бәғзе етәкселәрҙең гәзит-журналға битараф булыуы бигерәк тә хафаға һала. Улар иң тәүҙә үҙҙәре хужалыҡ иткән төбәк тураһында уйларға, башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш тә һуң... Нисек йәндәре түҙәлер?
Минең ата-бабаларымдың, юғары вазифа биләмәһә­ләр ҙә, заманының алдынғы, иле, халҡы өсөн янып йәшә­гән шәхестәр булыуы билдәле. Беҙҙең нәҫел заманында нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы һәр ваҡыт алдырған. Уларҙың иҫтәлектәрендә әйтелеүенсә, унан үҙемдең иҫәп­ләү буйынса, матбуғат менән дуҫлығыбыҙға ике быуаттан ашыу.
Беҙҙең Бейешевтәр – алдынғы ҡарашлы, дәүеренең аң-белемгә ынтылған ғына түгел, хатта үҙ ерлегендә мәғ­рифәтсе, халыҡты алға әйҙәүсе, милли көрәшсе Бейеш тархан нәҫеленән. Улар, тотош илгә етәкселек итеү алымдарын үҙгәртеүгә яңылыҡ индерергә тырышып, тарих биттәрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Архив материалдарында Бейеш тархандың улы Ҡолторсаҡтың уландары Шимай менән Ҡотлоюлдың башҡорт яуҙарында ҡатнашҡанлығы асыҡ әйтелә. 1755 йылғы һуғышта Ҡотлоюл башлыҡ була, унда уландары ла көрәшә. Дошманға баш бирмәй батырҙар. Шуның өсөн үҙҙәрен батша карателдәре ҡаты язаға тарттыра, Ҡотлоюлды, шулай уҡ яуҙа ҡатнашҡан 31 кешене сыбыртҡы менән һуҡтырып, һөргөнгә оҙата... Яу башлығының дүрт улын да ҡамсылап, Балтик буйындағы гарнизонға ебәрәләр. Ғөмүмән, һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ башҡорттоң нәҫел-нәсәбе ҡоротола. Шул иҫәптән Бейеш тархандың тамырҙары ла шул яҙмышҡа дусар ителә. Ә был нәҫел һәр саҡ алдынғы ҡарашлы, халҡыбыҙҙы яҡлаусы, аң-белемгә әйҙәүсе булғаны менән билдәле. Улар шул заманда сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаларын алдырып уҡып, илдә барған ваҡиғалар менән танышып барыр булған. Өҫтәүенә уҡый-яҙа белмәгән милләттәштәрен дә донъяуи мәғлүмәттәрҙән айырмағандар. Был уларға халыҡтың аңын үҫтереү, хаҡ юлды аңлатыу өсөн кәрәк булғандыр, күрәһең.
Атайым Ғибаҙулла Бейешев үҙ көндәлегендә: “Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт кеше тулып торор ине. Бигерәк тә ярлы-ябаға атайым Абдулла Төхфәтулла улынан донъя яңылыҡтарын, бөгөн барған хәл-әхүәлдәр менән танышыу, белешеү өсөн килә торғайны. Атайым уларға һөйләй, миҫалдар менән дәлилләй. Шуға ла үҙе һәр ваҡыт жандармдар күҙәтеүендә торҙо...” – тип яҙған. Тимәк, ҡарта­тайым матбуғат аша халыҡты иреккә саҡырған. Үҙе ул дәүерҙә сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаларын алдырған. Мәҙрәсәлә балалар уҡытҡанлыҡтан, донъя кимәлендәге барлыҡ ваҡиғалар менән хәбәрҙар булырға тырышҡан­дыр. “Ваҡыт”, “Ҡояш”, “Йондоҙ” һәм башҡа гәзиттәр, “Шу­ра”, “Мәғлүмәт”, “Баягөлхаҡ” кеүек матбуғат баҫмалары өйөндә һәр саҡ урын алған. Ҡырым ғалимы Исмәғил бәк Гаспринскийҙың Ҡырым татарҙары телендә сығарған “Тәр­жимән” гәзитен дә алдырған ҡартатайым. Бынан тыш, осорҙоң әҙәбиәте менән дә танышып барған, балала­рына ла шундай тәрбиә биргән. Өйөндәге китап кәштәһендә М. Аҡмулла, М. Ғафури, Ғ. Туҡай һәм башҡа бик күптәрҙең әҫәрҙәре урын алған.
1917 йылғы революциянан һуң шул уҡ йылда сығарыла башлаған беренсе гәзитебеҙгә лә (“Известия Башкирского областного бюро”) яҙыла ул. 1918 йылдың 1 мартында нәшер ителгән “Башкурдистан”дың дүрт һанын атайым Ғибаҙулла Бейешев алдырып өлгөрә. Ләкин улар, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ғаилә архивында һаҡланмаған. Мәғлүм булыуынса, баҫманың дүрт һаны донъя күрә, бишенсеһе сығып өлгөрмәй. Әммә атайым гәзиттең башын – исеме яҙылған урынын – иҫтәлек дәфтәренә йәбештереп ҡалдырған.
Бөгөн мәғлүмәт күп, белемлеләргә баһа ҙур дәүерҙә матбуғатҡа яҙылыу ҙа иң юғары кимәлдә булырға тейеш тә һуң... Был илеңде, телеңде, милләтеңде һаҡлауҙа төп сара бит. Шуны онотмаһаҡ ине. Ташҡа баҫылғанды юйып булмай. Ҡағыҙға төшөрөлгән – тотош бер тарих, мәңге һаҡланасаҡ, үлемһеҙ яҙма. Интернетҡа һалынған иһә бөгөн бар, иртәгә юҡ. Әлбиттә, матбуғатҡа бәйле бөгөнгө ҡатмарлылыҡтарҙың ваҡытлы сыуалыш ҡына булыуына иманым камил. Һис шикһеҙ, гәзит-журналдар­ҙың баһаһына киләсәктә йәнә ныҡлы инанасаҡ әле халыҡ. Дөрөҫлөк, хаҡлыҡ өҫкә сығасаҡ. Әммә әлеге сыуалыштарҙа аңлыларҙың аңһыҙ булып ҡыланыуы теңкәгә тейә.
Мин “Башҡортостан” гәзитен ғүмер буйы алдырам һәм, Аллаһ бирһә, алдырасаҡмын. Ул үҙемә генә түгел, балаларыма ла кәрәк. Өҫтәүенә “Ағиҙел”, “Аҡбуҙат” журналдарына ла яҙылабыҙ. Һәр быуын үҙенең баҫмаһы менән таныш булырға тейеш. Кешегә белемдең күп өлөшө гәзит-журнал аша бирелә. Матбуғат баҫмалары – көндәлек тормоштоң көҙгөһө. Илеңдең, төбәгеңдең тормошо, хәл-торошо менән таныша барыу – үҙе бер оло ғилем, аҡыл шишмәһе ул.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә