Гәзит-журнал алдырыу – үҙе оло ғилем12.07.2017
Тормош йылдам үҙгәрә. Уға ҡараш, мәғәнәһен төптән аңлау ҡеүәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙә бер аҙ тарайҙы һымаҡ. Был, минеңсә, цивилизация һөҙөмтәһендә йәшәйештең ҡыйынлыҡһыҙ бирелеүенә бәйлелер. Улай тиһәң, күптәр өсөн донъя көтөү бөгөн дә еңел бирелмәй. Быны гәзит биттәрендә баҫылған хаттарҙан уҡып, хәбәрҙәш булып торабыҙ.
Гәзит – ул халыҡ трибунаһы. Кеше унда үҙенең шатлыҡтары, аһ-зары, көнитмешендәге уңыштары, яңылыҡтары, кәңәштәре, теге йәки был хеҙмәткә, кәсепкә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашып тора. Гәзитте уҡып, республикала йәшәгән барлыҡ халыҡтың тын алышын тояһың. Бәғзеләрҙең “Ә Интернет ни өсөн?” тип әйтеүе ихтимал. Унда әйтереңде тулыһынса еткереп, кинәнеп яҙып та, уҡып та булмай. Ә гәзиттә бит майҙан киң. Икенсенән, матбуғат баҫмаһы үҙ ҡиммәтен йылдар буйы юғалтмай һаҡлай, һис юйылмаҫ тарихи материалға әйләнә.
Совет власы дәүерендә кешеләр бер-береһенең көнкүреше, замандың уңыштары, етешһеҙлектәре менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә һығымта яһап, төрлө телдәге матбуғат баҫмаларын алдырып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә ынтыла ине. Хәҙер иһә күптәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған кеүек. Бының нигеҙендә Совет дәүерендәге һымаҡ уртаҡ идеяның булмауы яталыр. Хәҙер бит күптәр, айырыуса колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң эшһеҙ ҡалған ауыл кешеләре, үҙ көнөн үҙе күрә. Бының, әлбиттә, өҫтөнлөктәре байтаҡ. Ни өсөн тигәндә, көсөңдө фәҡәт үҙең, ғаиләң өсөн түгәһең, тырышлығың ситкә китмәй. Шул уҡ ваҡытта эшеңә, кәсебеңә бәйле тыуған ереңде, төйәгеңде үҫтерәһең, милләтеңдең ҡеүәтен күтәреүгә өлөш индерәһең. Бына ошондай юлға баҫҡан сағы әле ауыл халҡының.
Әлбиттә, бер башланғыс та еңел булмай. Совет осоронда тәрбиәләнеп, үҙе өсөн бигүк эшләп өйрәнмәгән замандаштарыбыҙҙың күбеһе яңы тормошҡа юлды һөт, ит ризыҡтарын, йәшелсә һатыуҙан башланы. Һүҙ юҡ, еңел түгел. Ҡаланан алыҫта йәшәгәндәргә айырыуса ауырға төшә. Бәғзе урындарҙа мал аҫрау мөмкинлеге лә киң түгел, мәҫәлән, аҙыҡ хаҡы ҡиммәт. Шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, ошондай хәлдә йәшәгән күптәрҙең гәзит-журналдан айырылмауына шаһитмын. “Аҡса юҡ”, – тип зарланып ултырмай улар. Дөрөҫ эшләйҙәр! Өйләнер йәштәге егетте миҫалға килтерәйек. “Эш хаҡым үҙемә саҡ етә, әгәр инде өйләнһәм, кәләште, унан сабыйҙы ашатырға, йорт төҙөргә кәрәк буласаҡ...” – тип оҙон-оҙаҡ уйланып йөрөһә, ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалыуы ихтимал. Өҫтәүенә, уның тапҡаны бәрәкәт тә килтермәйәсәк. “Өйләнегеҙ, өйләндерегеҙ. Фәҡир икәнһегеҙ, Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан айырмаҫ”, – тиелгән был йәһәттән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Шуның шикелле, аҡсаһыҙлыҡҡа һылтанһаҡ, “юҡ”тан уҙа алмаясаҡбыҙ. Барына шөкөр итеп, тапҡан килемде дөрөҫ тотона белергә кәрәк. Бала донъяға килгән һайын ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле, аҡса гәзит-журналға яҙылыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер. Эйе, “матбуғат баҫмаларын алдырыу өсөн хәл юҡ” тип һылтаулау урынһыҙ. Үҙебеҙгә генә ҡағылмай бит был мәсьәлә, тотош милләтебеҙ, телебеҙ яҙмышы хаҡында һүҙ бара.
Даими эше булып, ай һайын хеҙмәт хаҡы алып та, матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы инҡар иткәндәрҙең ҡылығы айырыуса борсой. Был бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыйырлыҡ түгел. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙы алайыҡ. Киләсәк быуынды тәрбиәләүсе булараҡ, улар илдең, республиканың көндәлек тормошон белергә, шул нигеҙҙә белем бирергә бурыслы. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре ошоно онотоп ебәреп, матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы кәрәк тип тапмай. Ҡала, район кимәлендә абруйлы вазифа биләгән бәғзе етәкселәрҙең гәзит-журналға битараф булыуы бигерәк тә хафаға һала. Улар иң тәүҙә үҙҙәре хужалыҡ иткән төбәк тураһында уйларға, башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш тә һуң... Нисек йәндәре түҙәлер?
Минең ата-бабаларымдың, юғары вазифа биләмәһәләр ҙә, заманының алдынғы, иле, халҡы өсөн янып йәшәгән шәхестәр булыуы билдәле. Беҙҙең нәҫел заманында нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы һәр ваҡыт алдырған. Уларҙың иҫтәлектәрендә әйтелеүенсә, унан үҙемдең иҫәпләү буйынса, матбуғат менән дуҫлығыбыҙға ике быуаттан ашыу.
Беҙҙең Бейешевтәр – алдынғы ҡарашлы, дәүеренең аң-белемгә ынтылған ғына түгел, хатта үҙ ерлегендә мәғрифәтсе, халыҡты алға әйҙәүсе, милли көрәшсе Бейеш тархан нәҫеленән. Улар, тотош илгә етәкселек итеү алымдарын үҙгәртеүгә яңылыҡ индерергә тырышып, тарих биттәрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Архив материалдарында Бейеш тархандың улы Ҡолторсаҡтың уландары Шимай менән Ҡотлоюлдың башҡорт яуҙарында ҡатнашҡанлығы асыҡ әйтелә. 1755 йылғы һуғышта Ҡотлоюл башлыҡ була, унда уландары ла көрәшә. Дошманға баш бирмәй батырҙар. Шуның өсөн үҙҙәрен батша карателдәре ҡаты язаға тарттыра, Ҡотлоюлды, шулай уҡ яуҙа ҡатнашҡан 31 кешене сыбыртҡы менән һуҡтырып, һөргөнгә оҙата... Яу башлығының дүрт улын да ҡамсылап, Балтик буйындағы гарнизонға ебәрәләр. Ғөмүмән, һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ башҡорттоң нәҫел-нәсәбе ҡоротола. Шул иҫәптән Бейеш тархандың тамырҙары ла шул яҙмышҡа дусар ителә. Ә был нәҫел һәр саҡ алдынғы ҡарашлы, халҡыбыҙҙы яҡлаусы, аң-белемгә әйҙәүсе булғаны менән билдәле. Улар шул заманда сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаларын алдырып уҡып, илдә барған ваҡиғалар менән танышып барыр булған. Өҫтәүенә уҡый-яҙа белмәгән милләттәштәрен дә донъяуи мәғлүмәттәрҙән айырмағандар. Был уларға халыҡтың аңын үҫтереү, хаҡ юлды аңлатыу өсөн кәрәк булғандыр, күрәһең.
Атайым Ғибаҙулла Бейешев үҙ көндәлегендә: “Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт кеше тулып торор ине. Бигерәк тә ярлы-ябаға атайым Абдулла Төхфәтулла улынан донъя яңылыҡтарын, бөгөн барған хәл-әхүәлдәр менән танышыу, белешеү өсөн килә торғайны. Атайым уларға һөйләй, миҫалдар менән дәлилләй. Шуға ла үҙе һәр ваҡыт жандармдар күҙәтеүендә торҙо...” – тип яҙған. Тимәк, ҡартатайым матбуғат аша халыҡты иреккә саҡырған. Үҙе ул дәүерҙә сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаларын алдырған. Мәҙрәсәлә балалар уҡытҡанлыҡтан, донъя кимәлендәге барлыҡ ваҡиғалар менән хәбәрҙар булырға тырышҡандыр. “Ваҡыт”, “Ҡояш”, “Йондоҙ” һәм башҡа гәзиттәр, “Шура”, “Мәғлүмәт”, “Баягөлхаҡ” кеүек матбуғат баҫмалары өйөндә һәр саҡ урын алған. Ҡырым ғалимы Исмәғил бәк Гаспринскийҙың Ҡырым татарҙары телендә сығарған “Тәржимән” гәзитен дә алдырған ҡартатайым. Бынан тыш, осорҙоң әҙәбиәте менән дә танышып барған, балаларына ла шундай тәрбиә биргән. Өйөндәге китап кәштәһендә М. Аҡмулла, М. Ғафури, Ғ. Туҡай һәм башҡа бик күптәрҙең әҫәрҙәре урын алған.
1917 йылғы революциянан һуң шул уҡ йылда сығарыла башлаған беренсе гәзитебеҙгә лә (“Известия Башкирского областного бюро”) яҙыла ул. 1918 йылдың 1 мартында нәшер ителгән “Башкурдистан”дың дүрт һанын атайым Ғибаҙулла Бейешев алдырып өлгөрә. Ләкин улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә архивында һаҡланмаған. Мәғлүм булыуынса, баҫманың дүрт һаны донъя күрә, бишенсеһе сығып өлгөрмәй. Әммә атайым гәзиттең башын – исеме яҙылған урынын – иҫтәлек дәфтәренә йәбештереп ҡалдырған.
Бөгөн мәғлүмәт күп, белемлеләргә баһа ҙур дәүерҙә матбуғатҡа яҙылыу ҙа иң юғары кимәлдә булырға тейеш тә һуң... Был илеңде, телеңде, милләтеңде һаҡлауҙа төп сара бит. Шуны онотмаһаҡ ине. Ташҡа баҫылғанды юйып булмай. Ҡағыҙға төшөрөлгән – тотош бер тарих, мәңге һаҡланасаҡ, үлемһеҙ яҙма. Интернетҡа һалынған иһә бөгөн бар, иртәгә юҡ. Әлбиттә, матбуғатҡа бәйле бөгөнгө ҡатмарлылыҡтарҙың ваҡытлы сыуалыш ҡына булыуына иманым камил. Һис шикһеҙ, гәзит-журналдарҙың баһаһына киләсәктә йәнә ныҡлы инанасаҡ әле халыҡ. Дөрөҫлөк, хаҡлыҡ өҫкә сығасаҡ. Әммә әлеге сыуалыштарҙа аңлыларҙың аңһыҙ булып ҡыланыуы теңкәгә тейә.
Мин “Башҡортостан” гәзитен ғүмер буйы алдырам һәм, Аллаһ бирһә, алдырасаҡмын. Ул үҙемә генә түгел, балаларыма ла кәрәк. Өҫтәүенә “Ағиҙел”, “Аҡбуҙат” журналдарына ла яҙылабыҙ. Һәр быуын үҙенең баҫмаһы менән таныш булырға тейеш. Кешегә белемдең күп өлөшө гәзит-журнал аша бирелә. Матбуғат баҫмалары – көндәлек тормоштоң көҙгөһө. Илеңдең, төбәгеңдең тормошо, хәл-торошо менән таныша барыу – үҙе бер оло ғилем, аҡыл шишмәһе ул.