Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәхмәттә йәшәүебеҙгә мең рәхмәт, тип ғүмер кисерә айыҡ тормош алып барған ауыл халҡы
Райондың төньяҡ сигендә урынлашҡан һәм иң йыраҡ ауылдарҙың береһе булған Рәхмәт һуңғы йылдарҙа төҙөкләнә, матурая. Бында, әлбиттә, ауыл халҡының берҙәм, татыу булыуы, айыҡ тормош алып барыуы ҙур роль уйнай. Ҙур булмаған клубтағы осрашыуға ауылдың ветерандар советы рәйесе Рәйдә Мөхәмәтҡужина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәйсә Нәбиуллина, клуб мөдире Идия Ғәлимова килде.
— 1967 йылда уҡытыусы булып эшкә килгәндә, ауылда ҡырҡҡа яҡын йорттан торған бер генә урам бар ине, — ти мәғариф ветераны Рәйдә Мөждәбә ҡыҙы. — Бына шул ваҡыттан алып ауыл танығыһыҙ булып үҙгәрҙе: бөгөн йөҙҙән ашыу йорт бар, ул йылдам үҫә, йыл һайын яңы, матур йорттар ҡалҡып сыға, һәм уларҙың яртыһынан күбеһендә йәштәр йәшәй. 1995 йылда туғыҙ йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп эшләй башланы. Күптән түгел йәм өҫтәп, урта мәктәп сафҡа инде. Ауылда эшҡыуарҙарҙың өс магазины, медпункт, иҫке булһа ла, гөрләп эшләп торған клуб бар. Мәсет әле юҡ, шулай ҙа иман юлындағы кешеләр йылдан-йыл арта барғас, уныһы ла булыр. Байым ауыл биләмәһенә ҡараған ун ауыл араһында Рәхмәт әүҙем, берҙәм халҡы, матур ғаиләләре менән айырылып тора. Шуға ла бында яуаплы эштәрҙе ҡурҡмайынса башларға мөмкин, сөнки ниндәй эшкә тотонғанда ла, ауыл халҡына таянырға була.
Ауылдың нигеҙен, Рәйдә Мөждәбә ҡыҙы әйтеүенсә, тамырҙары менән быуат төпкөлөнә киткән абруйлы, ихтирамға лайыҡ ғаиләләр тәшкил итә: Әхмәҙиевтәр, Ғәлимовтар, Мәсәлимовтар, Мөхәмәтҡужиндар, Үтәбаевтар, Хажиндар, Фәррәховтар, Нәбиуллиндар, Ғаззаловтар. Ветерандар советы рәйесе булараҡ, Рәйдә апай, был ғаиләләрҙең оло быуын кешеләре тураһында бик мәғлүмәтле булыуын күрһәтеп, һәр кеше тураһында исемен атап, ҡайҙа, кем булып эшләүе, нисә бала тәрбиәләп үҫтереүе тураһында тәфсирләп һөйләне.
Оло быуын кешеләренең ғаиләләре, Рәйдә апай әйтеүенсә, элек бик ишле булған. Һәр йортта һигеҙ – ун бала үҫкән. Ололарҙың күбеһе, балаларын ауылда ҡалдырыу ниәтендә, уларға үҙҙәренең нигеҙенә яҡын итеп йорт төҙөгән. Мәҫәлән, Вәзир менән Менәүәрә Мөхәмәҙиевтәр биш улына биш йорт һалған. Ауылдың иң оло кешеһе Зөбәржәт инәй Фәррәхованы олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам итә, инәй улы менән килене ҡулында хөрмәтле, тәрбиәле булып ғүмер кисерә. Әйткәндәй, күптән түгел Фәррәховтар ҡыуаныслы ваҡиға кисергән: торлаҡ шартын яҡшыртыу өсөн инәйгә сертификат бирелгән.
— Бөгөн ауыл халҡы дәртләнеп йәшәй, йәштәр — бигерәк тә. Улар матур, хатта ике ҡатлы йорт төҙөй, өс, биш бала тәрбиәләй. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан юғары уҡыу йорттарында өс тиҫтәнән ашыу баланың уҡыуы, ике егетебеҙҙең дин юлынан китеп, мәҙрәсәлә белем алыуы — тотош ауыл өсөн ғорурлыҡ. Эскелек ауылда юҡ нисбәттә. Бына ошоларҙы иҫәпкә алып, барыһын да үлсәп, үҙ-ара кәңәшләшеп, республикала барған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға булдыҡ һәм мәсьәләне ауыл йыйынына сығарҙыҡ, — тине Рәйдә апай. — Был мәсьәләгә ҡағылышлы ике йыйын үтте. Төрлө фекер яңғыраны. Барыһы ла ыңғай барманы: беҙҙең тәҡдимгә көлөп ҡараусылар ҙа, уны һүгеүселәр ҙә булды. Шулай ҙа халыҡ аңланы. Изге ниәтебеҙгә ауыл биләмәһе һәм район хакимиәтенең фатиха биреүе лә беҙҙе ҡанатландырҙы. Һәм тиҙҙән беҙ, ошо ваҡиғаға арнап, “Иман ҡайтһын ауылға” тип аталған кисә үткәрҙек. Унда ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Ысынлап та, ваҡытында өйөндә ятып эсеүселәр ҙә, араҡы, көмөшкә һатыусылар ҙа булды. Конкурсҡа ҡушылғандан һуң бер йыл үтте, һәм күп ыңғай күренештәр, һөҙөмтәләр булғанын күрҙек. Бөгөн ауылда эскән кеше юҡ, булған хәлдә лә, эсеп, урамда йөрөүсе бөтөнләй күренмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: ололар эсмәй, улар йәштәргә өлгө. Айыҡ тормошто пропагандалаған дини йолалар, матур саралар ауыл клубында йыш үтә. Нисек кенә булмаһын, “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылып, халыҡ отто. Был сара, һис шикһеҙ, айыҡ, матур быуын тәрбиәләп үҫтерергә, киләсәккә өмөт, ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы төп эштәрҙең башында тора тигәндә лә хата булмаҫ.
— Ҡатын-ҡыҙҙар советына өс йыл етәкселек итәм һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә күп сара үткәрҙек һәм үткәрәбеҙ, — ти совет рәйесе Рәйсә Нәбиуллина. — Иҫтәлекле көндәргә арналған сараларҙан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, йома сәйҙәренә йыйылып торабыҙ, ауылдың хөрмәтле кешеләренең юбилейҙарын, балалар һабантуйын матур итеп үткәрәбеҙ.
Клуб мөдире Идия Ғәлимова — ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын ғына түгел, бөтә халҡын яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәп барыусыларҙың береһе.
— Халыҡтың берҙәм булыуы арҡаһында клубтағы бөтә саралар ҙа гөрләп үтә, — ти Идия Миҙхәт ҡыҙы. — Милли йолаларҙан “Ҡорбан ашы”н, “Ҡаҙ өмәһе”н, “Буҙа байрамы”н, “Һуғым һуйыу”ҙы, “Ҡаҙы тығыу”ҙы ауыл халҡы менән бергәләп үткәрәбеҙ. Ауыл старостаһы, һәр сараның төп бағыусыһы булған Исмәғил Йәнсәйетовҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Ауыл клубы иҫке. Быны әңгәмәселәремдең һәр береһе билдәләп үтте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда алып барылған тәрбиә эше баһалап бөткөһөҙ, уның эске биҙәлеше һоҡланғыс.
Беҙ килгәндә ауыл Советы депутаты, ысын мәғәнәһендә ауылдың тотҡаһы булған Исрафил Йәнсәйетов өйҙә булмай ҡалды. Әммә уның тураһында ла бик күп йылы һүҙҙәр ишеттек.
Совет заманында колхозда бригадир, механик, бөгөн мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшләгән, егерме йыл дауамында алты тапҡыр (!) ауыл Советы депутаты итеп һайланған Исрафил Рәхмәт улын Рәхмәт һәм Яйҡар ауылдары халҡының етәксеһе, тип әйтергә була. Ауыл йәмәғәтселегенең, айырым кешеләрҙең хөрмәт йөҙөнән уны “атай” тип йөрөтөүендә лә ниндәйҙер кимәлдә хаҡлыҡ бар, сөнки Исрафил Йәнсәйетов — ауыл, уның халҡы өсөн борсолоп, һәр ғаиләнең, һәр кешенең йәшәйешен хәстәрләп йөрөгән төп кеше. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ депутаты. Яҡшы ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Гөлниса менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. “Ҡыҙҙары малайҙарға алмаштырғыһыҙ! Бесәнен дә саба, утынын да яра, малын да тәрбиәләй, еләк-емеш, бәшмәк йыйырға ла өлгөрә”, — тип һоҡлана ауылдаштары.
Идия Ғәлимова менән урамдар буйлап үттек, бер нисә йортта булып, уларҙың тормошо, ауылдың йәшәйеше тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. Урамдар, йорттар төҙөк, матур. Рәхмәттәрҙең заманса өйҙәр төҙөүен, булғанын зауыҡ менән биҙәп, тәрбиәле тотоуын күреп һөйөндөк.
Зөлфәр АМАНГИЛДИН.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә