Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыйырың һөтөн бирмәһә
Һыйырың һөтөн бирмәһәӘгәр һыйырҙың елене һәм имсәктәре ҡаты булһа, күп һөт һауып алыуы икеле. Һауа башлағас, еленен ҡыҫҡан һымаҡ тойола. Ҡорһағын һәлмәкләтә һәм һөтөн бөткәнсе бирмәй. Һөҙөмтәлә уның хужаһына һыйырын алыштырырға ла тура килә. Бындай хәлдең даимиға әйләнеүе лә ихтимал. Ошоға нигеҙ булған бер нисә сәбәпте яҙып, кәңәш бирәм.
Тәүгә быҙаулаған тананы һауырға өйрәтмәй тороп, быҙа­уын имеҙеп кенә тотаһың икән, артабан уны һауын һыйыры итеүе ҡыйын, хатта мөмкин түгел. Был хәл бигерәк тә әсәһен имгән быҙауҙы айырған саҡта күҙәтелә.

Һыйырҙың урынын йыш алыштырмаҫҡа кәрәк. Таҙа, ҡоро һәм өйрәнгән бер ерҙә генә һауыу мөһим. Тупаҫ мөғәмәлә иткәндә лә, һауған кешене алыштырғанда ла һөт бирмәүе мөмкин. Бындай хәл һыйыр үгеҙ һораған саҡта ла осрай. Һөттөң әҙ йә иһә бөтөнләй булмауы шулай уҡ ҡурҡыу, берәй ерендә ауыртыу, ныҡ тауыш кеүек нер­выһына тейә торған шарттарға ла бәйле. Һауған саҡта ҡан алырға, укол яһарға ла ярамай. Һөттөң әҙлеге – елене үҫмәгән һыйырҙа ла йыш була торған күренеш.
Һыйырҙы үҙ ваҡытында һауырға кәрәк. Бигерәк тә танаға ҡарата яғымлы булыу, тауыш күтәрмәү мөһим. Уны әүрәтеү өсөн әҙ генә фураж, берәй киҫәк икмәк биреп тынысландырырға мөмкин.
Массаж яһап һауырға тотонғанда, баш мейеһенә окситоцин гормоны сыға башлай һәм һөт биреүгә булышлыҡ итә. Һыйырҙы бармаҡ менән түгел, ә услап һауырға кәрәклеген оноторға ярамай.
Елендә һөт ҡалырға тейеш түгел. Был хәл йыш ҡына иртәнге һауымда, көтөүгә ҡыуырға һуң­лаған осраҡтарҙа була. Һөттөң иң ҡуйыһының 10-15 проценты – елен төбөндә. Уны ҡалды­рыуҙың елен сиренә (мастит) килтереүе бар. Шулай уҡ был һауымды ваҡытынан иртәрәк ташларға сәбәп бирә. Һыуалыу осоро 45 – 60 көн була. Уны ҡыҫҡартыу киләһе һөт алыуҙың кәмеүенә йоғонто яһай. Сибек һәм көсһөҙ быҙау тыуҙыра, сыуын һалыуы тотҡарлана.
Һауыр алдынан еленде йылы һыу менән йыуып алалар, һөр­төргә таҙа сепрәк ҡулланалар. Имсәктәрҙе вазелин менән ыуырға кәрәк. Махсус крем булмаһа, тоҙһоҙ иретелгән майға көнбағыш майын тигеҙ күләмдә ҡушып ҡулланырға ла мөмкин. Һауынсының ултырғысы уңайлы һәм таҙа булырға тейеш.
Ҡаты һауылыуға имсәк юлының тар (нәҙек) булыуы ла тәьҫир итә. Ваҡытты оҙайта, күп көс биргәнгә ҡулдарҙы талдыра. Һөт юлының тарлығы тыумыштан килә йәки берәй ауырыуҙан да сыға. Шеш икән, ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Имсәк буйында таш булыуы ла бар. Унда фосфор, казеин барлыҡҡа килә һәм һауғанда һөт менән ҡуша сыға. Елендә таштың борсаҡ ҙурлығына етеүе лә ихтимал. Әгәр дауалауҙың файҙаһы булмаһа, ауырыу яҡты ташлап, өс имсәккә ҡалдырырға мөмкин. Ләкин ул сағында һыйырҙың һөтө лә кәмей.
Тананы беренсе һауғанда ыуыҙы бик шыйыҡ булыуы мөмкин. Был дөрөҫ әҙерләнмәү, ашатып-эсермәү, алдына яларға тоҙ, йәшел бесән һалмауҙан да килә. Мөмкин булһа, ашҡабаҡ, картуф ҡабығы һәм башҡа йәшелсә биреү мөһим.
Бындай осорҙа “ярем вена­һы”на 60 ЕД окситоцин инде­рергә, еленгә массаж яһап, ентекләп һауырға кәрәк. Да­рыуҙы һигеҙ сәғәттән һуң ҡа­батларға, көнөнә өс тапҡыр һалып, өс-дүрт көн дауам итергә кәрәк. Бишенсе көнөнә уколды туҡтатырға һәм үҙ ваҡытында һауырға ғына ҡала.
Тағы ла бер нисә тәҡдим:
= Беҙ бала саҡта һыйырҙы имеҙеп һауа торғайнылар. Был ысулды әле лә ҡулланырға бу­ла. Бер аҙ имгәс, быҙауҙы бәйләп ҡуйырға һәм һауырға. Аҙаҡтан быҙауын ҡушырға. Ҡыш быҙауҙы айырып, үҙ бүлмәһенә индерәләр. Әсәһенә бесән һалалар.
= Үҙен үҙе имгән һыйырҙар ҙа осрай. Был ваҡытта уға “энәле” морондоҡ кейҙерәләр. Ул һыйыр­ҙың ашауына ҡама­сауламай, үҙен имергә лә бирмәй.
= Йәй көтөүлектә йәш ярым­лыҡ үгеҙҙәр күп йөрөй. Улар һыйыр ҡасырырға өлгөрмәгән була. Буйҙары етмәй, малға ашарға һәм ял итергә лә ҡама­саулай. Шуға ла үгеҙ малын йыл һайын алыштырып торалар. Малдың нәҫел сифаттары тик үгеҙ аша ғына тапшырыла. Тоҡомсолоҡ йүнә­лешендә ныҡ эшләйһе бар әле. Бигерәк тә фермер, шәхси хужалыҡтарҙа. Был йәһәттән малдарҙы яһалма ҡасыртыуҙы ойоштороу буйынса беҙҙекеләргә әлегә тик өмөтләнергә генә ҡала.



Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Район: Хәйбулла районы, Һамар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә