Әгәр һыйырҙың елене һәм имсәктәре ҡаты булһа, күп һөт һауып алыуы икеле. Һауа башлағас, еленен ҡыҫҡан һымаҡ тойола. Ҡорһағын һәлмәкләтә һәм һөтөн бөткәнсе бирмәй. Һөҙөмтәлә уның хужаһына һыйырын алыштырырға ла тура килә. Бындай хәлдең даимиға әйләнеүе лә ихтимал. Ошоға нигеҙ булған бер нисә сәбәпте яҙып, кәңәш бирәм.
Тәүгә быҙаулаған тананы һауырға өйрәтмәй тороп, быҙауын имеҙеп кенә тотаһың икән, артабан уны һауын һыйыры итеүе ҡыйын, хатта мөмкин түгел. Был хәл бигерәк тә әсәһен имгән быҙауҙы айырған саҡта күҙәтелә. Һыйырҙың урынын йыш алыштырмаҫҡа кәрәк. Таҙа, ҡоро һәм өйрәнгән бер ерҙә генә һауыу мөһим. Тупаҫ мөғәмәлә иткәндә лә, һауған кешене алыштырғанда ла һөт бирмәүе мөмкин. Бындай хәл һыйыр үгеҙ һораған саҡта ла осрай. Һөттөң әҙ йә иһә бөтөнләй булмауы шулай уҡ ҡурҡыу, берәй ерендә ауыртыу, ныҡ тауыш кеүек нервыһына тейә торған шарттарға ла бәйле. Һауған саҡта ҡан алырға, укол яһарға ла ярамай. Һөттөң әҙлеге – елене үҫмәгән һыйырҙа ла йыш була торған күренеш.
Һыйырҙы үҙ ваҡытында һауырға кәрәк. Бигерәк тә танаға ҡарата яғымлы булыу, тауыш күтәрмәү мөһим. Уны әүрәтеү өсөн әҙ генә фураж, берәй киҫәк икмәк биреп тынысландырырға мөмкин.
Массаж яһап һауырға тотонғанда, баш мейеһенә окситоцин гормоны сыға башлай һәм һөт биреүгә булышлыҡ итә. Һыйырҙы бармаҡ менән түгел, ә услап һауырға кәрәклеген оноторға ярамай.
Елендә һөт ҡалырға тейеш түгел. Был хәл йыш ҡына иртәнге һауымда, көтөүгә ҡыуырға һуңлаған осраҡтарҙа була. Һөттөң иң ҡуйыһының 10-15 проценты – елен төбөндә. Уны ҡалдырыуҙың елен сиренә (мастит) килтереүе бар. Шулай уҡ был һауымды ваҡытынан иртәрәк ташларға сәбәп бирә. Һыуалыу осоро 45 – 60 көн була. Уны ҡыҫҡартыу киләһе һөт алыуҙың кәмеүенә йоғонто яһай. Сибек һәм көсһөҙ быҙау тыуҙыра, сыуын һалыуы тотҡарлана.
Һауыр алдынан еленде йылы һыу менән йыуып алалар, һөртөргә таҙа сепрәк ҡулланалар. Имсәктәрҙе вазелин менән ыуырға кәрәк. Махсус крем булмаһа, тоҙһоҙ иретелгән майға көнбағыш майын тигеҙ күләмдә ҡушып ҡулланырға ла мөмкин. Һауынсының ултырғысы уңайлы һәм таҙа булырға тейеш.
Ҡаты һауылыуға имсәк юлының тар (нәҙек) булыуы ла тәьҫир итә. Ваҡытты оҙайта, күп көс биргәнгә ҡулдарҙы талдыра. Һөт юлының тарлығы тыумыштан килә йәки берәй ауырыуҙан да сыға. Шеш икән, ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Имсәк буйында таш булыуы ла бар. Унда фосфор, казеин барлыҡҡа килә һәм һауғанда һөт менән ҡуша сыға. Елендә таштың борсаҡ ҙурлығына етеүе лә ихтимал. Әгәр дауалауҙың файҙаһы булмаһа, ауырыу яҡты ташлап, өс имсәккә ҡалдырырға мөмкин. Ләкин ул сағында һыйырҙың һөтө лә кәмей.
Тананы беренсе һауғанда ыуыҙы бик шыйыҡ булыуы мөмкин. Был дөрөҫ әҙерләнмәү, ашатып-эсермәү, алдына яларға тоҙ, йәшел бесән һалмауҙан да килә. Мөмкин булһа, ашҡабаҡ, картуф ҡабығы һәм башҡа йәшелсә биреү мөһим.
Бындай осорҙа “ярем венаһы”на 60 ЕД окситоцин индерергә, еленгә массаж яһап, ентекләп һауырға кәрәк. Дарыуҙы һигеҙ сәғәттән һуң ҡабатларға, көнөнә өс тапҡыр һалып, өс-дүрт көн дауам итергә кәрәк. Бишенсе көнөнә уколды туҡтатырға һәм үҙ ваҡытында һауырға ғына ҡала.
Тағы ла бер нисә тәҡдим:
= Беҙ бала саҡта һыйырҙы имеҙеп һауа торғайнылар. Был ысулды әле лә ҡулланырға була. Бер аҙ имгәс, быҙауҙы бәйләп ҡуйырға һәм һауырға. Аҙаҡтан быҙауын ҡушырға. Ҡыш быҙауҙы айырып, үҙ бүлмәһенә индерәләр. Әсәһенә бесән һалалар.
= Үҙен үҙе имгән һыйырҙар ҙа осрай. Был ваҡытта уға “энәле” морондоҡ кейҙерәләр. Ул һыйырҙың ашауына ҡамасауламай, үҙен имергә лә бирмәй.
= Йәй көтөүлектә йәш ярымлыҡ үгеҙҙәр күп йөрөй. Улар һыйыр ҡасырырға өлгөрмәгән була. Буйҙары етмәй, малға ашарға һәм ял итергә лә ҡамасаулай. Шуға ла үгеҙ малын йыл һайын алыштырып торалар. Малдың нәҫел сифаттары тик үгеҙ аша ғына тапшырыла. Тоҡомсолоҡ йүнәлешендә ныҡ эшләйһе бар әле. Бигерәк тә фермер, шәхси хужалыҡтарҙа. Был йәһәттән малдарҙы яһалма ҡасыртыуҙы ойоштороу буйынса беҙҙекеләргә әлегә тик өмөтләнергә генә ҡала.