Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урманда шырпы һыҙһаң, тапмаҫтар тип уйлама...
Урманда шырпы һыҙһаң, тапмаҫтар тип уйлама... Башҡортостанда урман янғындары, уларҙы булдырмау тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латипов, урман хужалығы министры урынбаҫары Марат Шәрәфетдинов һәм Махсус һаҡланған биләмәләр дирекцияһы етәксеһе Марат Хәсәнов һөйләне.
Марат Латипов төбәктә янғын хәүефен барланы.
– Бөгөнгә алынған мәғлү­мәт­­тәргә ярашлы, йыл башынан 1 200 янғын теркәлгән. Был­тырғы менән сағыш­тырғанда, янғындар һәм уларҙа һә­ләк бул­ған кешеләр һаны 20 про­центҡа кәмегән. Тимәк, хәүеф­һеҙ­лек­те тәьмин иткән бөтә ве­домство­ларҙың да эшмә­кәр­ле­генең ыңғай һөҙөмтәһе күре­нә. Шуға ҡарамаҫтан, әле­гә һа­уа торошо әллә ни йылы бул­маһа ла, янғын хәүефе көслө. Айырыу­са баҡсаларҙа, ауыл хужа­лы­ғы өлкәһендә һәм урмандарҙа ул юғары.
Урман хужалығы министры урын­баҫары Марат Шәрәфет­динов йәйгелеккә күҙалланған һауа шарттары менән таныш­тырҙы.
– Июнь башында темпера­ту­ра күтәреләсәк, июлдең эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Сентябрҙә лә яуым-төшөм норманан түбә­нерәк көтөлә. Шуға янғын хә­үефһеҙ­леге йәй буйына көнү­ҙәк мәсьәлә булып ҡаласаҡ.
Төбәктә 10 мең кеше һәм өс мең техника әҙер тора. Беҙҙең төп бурысыбыҙ янғын һүндереү түгел, ә уны булдыр­мау икәнен онотмайыҡ. Был хәүефте булдырмау өсөн күп көс һалына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Эске эштәр министр­лығы менән берлектә эшләйбеҙ.
Бөгөнгә теркәлгән урман янғындарының һаны 24-кә етте, уларҙың майҙаны 340 гектар тәшкил итә. Иң ҡур­ҡынысы шунда: был бәлә­ләрҙең барыһына ла кеше сәбәпсе! Килтерелгән матди зыян 1 миллион 600 мең һум тәшкил итә. Иң ҙур янғындар Белорет һәм Учалы райондары биләмәһендә сыҡҡан.
Белгестәр билдәләүенсә, әлеге мәлдә уттың ни сәбәпле һәм ниндәй ғәйеп арҡаһында сығыуын билдәләү әллә ни ҙур ауырлыҡ тыуҙырмай. Мә­ҫә­лән, былтыр был тәңгәлдә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 75 эш ҡуҙғатылған. Шуға, урманда шырпы һыҙ­һаң, һине тапмаҫтар тип уйлау яҙыҡ. Әйткәндәй, белгестәр янғын хәүефе юғары булған райондарҙы ла телгә алды: Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Дыуан.
Әйткәндәй, тәбиғәттә ян­ғын­дар йыш сыға. Рәсәйҙә, мәҫәлән, 1994 – 2005 йылдар арауығында биш миллиондан ашыу гектар урман янған. Быға ҡаршы көрәштә бихисап сығым китә. Мәҫәлән, 2009 йылда был йүнәлешкә өс миллиард һум һалынған, һәм был һан йылдан-йыл үҫә бара. Йыл һайын илдә 30 миллион кубометр ағас яна. “Ҡыҙыл әтәс” батшалыҡ иткәндән һуң, урманды киренән тергеҙеү өсөн кәм тигәндә 30 – 50 йыл самаһы ваҡыт кәрәклеген дә оноторға ярамай.
Рәсәй халҡын тетрәндергән көслө ут сығыу осраҡтары 2010 йылда тер­кәл­гәйне. Ил­дең 20 төбәгендә аяуһыҙ ян­ғын­дар булды. Быйылғы яҙҙы ла белгестәр ҡатмарлы башланды тип билдәләй. Рәсәйҙә әле Себер федераль округында хәүеф көслө. Айырыуса Иркутск өлкәһендә хәл ҡатмарлы.
Янғынға тәүге ике көндә баш булырға кәрәк, һуңынан ут көс йыя, бәләнең майҙаны ла киңәйә. Һөҙөм­тәлә утты ауыҙлыҡлауы ҡатмарла­ша, тип билдәләй белгестәр.

Балаҡатай районы­ның Салғыя ауылында алты өйҙөң яныуы тураһында хәбәр иткәйнек. Марат Латипов янғын сығыуҙың сәбәбен әйтте: ярыл­ған быяла ҡыҙыуы арҡаһында эргәләге бесәнгә ут ҡапҡан. Ул көндө ел көслө булған. Ауыл халҡы әйтеүенсә, өйҙәр шырпы һымаҡ ҡабынып, ярты сәғәт эсендә янып бөткән.
Әлеге мәлдә район һәм ауыл Советы хакимиәттәре янғында зыян күреүселәргә яр­ҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Ғаилә­ләрҙең йорттарын тергеҙеү мөмкин түгел. Бөтөн ҡаралтылар ян­ған, көнкүреш йыһаз­дары етешмәй. Ауыл Советы рәйесе Любовь Фокина хәбәр итеүенсә, әле ултыртыу өсөн картуф орлоғо кәрәк.
Район хакимиәте ҡаза күреүселәргә 160 кубометр урманды бушлай бүләсәк. Әле артабан йорттары ян­ған кешеләрҙе ҡайҙа­лыр урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Күмергә ҡалған өйҙәр урынын ауыл халҡы таҙартҡан, унда ҡом-таш түшәлгән.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә