Башҡортостанда урман янғындары, уларҙы булдырмау тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латипов, урман хужалығы министры урынбаҫары Марат Шәрәфетдинов һәм Махсус һаҡланған биләмәләр дирекцияһы етәксеһе Марат Хәсәнов һөйләне.Марат Латипов төбәктә янғын хәүефен барланы.
– Бөгөнгә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл башынан 1 200 янғын теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, янғындар һәм уларҙа һәләк булған кешеләр һаны 20 процентҡа кәмегән. Тимәк, хәүефһеҙлекте тәьмин иткән бөтә ведомстволарҙың да эшмәкәрлегенең ыңғай һөҙөмтәһе күренә. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә һауа торошо әллә ни йылы булмаһа ла, янғын хәүефе көслө. Айырыуса баҡсаларҙа, ауыл хужалығы өлкәһендә һәм урмандарҙа ул юғары.
Урман хужалығы министры урынбаҫары Марат Шәрәфетдинов йәйгелеккә күҙалланған һауа шарттары менән таныштырҙы.
– Июнь башында температура күтәреләсәк, июлдең эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Сентябрҙә лә яуым-төшөм норманан түбәнерәк көтөлә. Шуға янғын хәүефһеҙлеге йәй буйына көнүҙәк мәсьәлә булып ҡаласаҡ.
Төбәктә 10 мең кеше һәм өс мең техника әҙер тора. Беҙҙең төп бурысыбыҙ янғын һүндереү түгел, ә уны булдырмау икәнен онотмайыҡ. Был хәүефте булдырмау өсөн күп көс һалына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Эске эштәр министрлығы менән берлектә эшләйбеҙ.
Бөгөнгә теркәлгән урман янғындарының һаны 24-кә етте, уларҙың майҙаны 340 гектар тәшкил итә. Иң ҡурҡынысы шунда: был бәләләрҙең барыһына ла кеше сәбәпсе! Килтерелгән матди зыян 1 миллион 600 мең һум тәшкил итә. Иң ҙур янғындар Белорет һәм Учалы райондары биләмәһендә сыҡҡан.
Белгестәр билдәләүенсә, әлеге мәлдә уттың ни сәбәпле һәм ниндәй ғәйеп арҡаһында сығыуын билдәләү әллә ни ҙур ауырлыҡ тыуҙырмай. Мәҫәлән, былтыр был тәңгәлдә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 75 эш ҡуҙғатылған. Шуға, урманда шырпы һыҙһаң, һине тапмаҫтар тип уйлау яҙыҡ. Әйткәндәй, белгестәр янғын хәүефе юғары булған райондарҙы ла телгә алды: Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Дыуан.
Әйткәндәй, тәбиғәттә янғындар йыш сыға. Рәсәйҙә, мәҫәлән, 1994 – 2005 йылдар арауығында биш миллиондан ашыу гектар урман янған. Быға ҡаршы көрәштә бихисап сығым китә. Мәҫәлән, 2009 йылда был йүнәлешкә өс миллиард һум һалынған, һәм был һан йылдан-йыл үҫә бара. Йыл һайын илдә 30 миллион кубометр ағас яна. “Ҡыҙыл әтәс” батшалыҡ иткәндән һуң, урманды киренән тергеҙеү өсөн кәм тигәндә 30 – 50 йыл самаһы ваҡыт кәрәклеген дә оноторға ярамай.
Рәсәй халҡын тетрәндергән көслө ут сығыу осраҡтары 2010 йылда теркәлгәйне. Илдең 20 төбәгендә аяуһыҙ янғындар булды. Быйылғы яҙҙы ла белгестәр ҡатмарлы башланды тип билдәләй. Рәсәйҙә әле Себер федераль округында хәүеф көслө. Айырыуса Иркутск өлкәһендә хәл ҡатмарлы.
Янғынға тәүге ике көндә баш булырға кәрәк, һуңынан ут көс йыя, бәләнең майҙаны ла киңәйә. Һөҙөмтәлә утты ауыҙлыҡлауы ҡатмарлаша, тип билдәләй белгестәр.
Балаҡатай районының Салғыя ауылында алты өйҙөң яныуы тураһында хәбәр иткәйнек. Марат Латипов янғын сығыуҙың сәбәбен әйтте: ярылған быяла ҡыҙыуы арҡаһында эргәләге бесәнгә ут ҡапҡан. Ул көндө ел көслө булған. Ауыл халҡы әйтеүенсә, өйҙәр шырпы һымаҡ ҡабынып, ярты сәғәт эсендә янып бөткән.
Әлеге мәлдә район һәм ауыл Советы хакимиәттәре янғында зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Ғаиләләрҙең йорттарын тергеҙеү мөмкин түгел. Бөтөн ҡаралтылар янған, көнкүреш йыһаздары етешмәй. Ауыл Советы рәйесе Любовь Фокина хәбәр итеүенсә, әле ултыртыу өсөн картуф орлоғо кәрәк.
Район хакимиәте ҡаза күреүселәргә 160 кубометр урманды бушлай бүләсәк. Әле артабан йорттары янған кешеләрҙе ҡайҙалыр урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Күмергә ҡалған өйҙәр урынын ауыл халҡы таҙартҡан, унда ҡом-таш түшәлгән.