Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?Яңыраҡ “Ғаиләлә бәхетһеҙлекте һәм социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ғаилә тормошо һәм яуаплы ата-әсәлек мәҙәниәтен булдырыу” тигән семинар булды. Сарала Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты етәкселеге ҡатмарлы көнкүреш шарттарында ҡалған ғаиләләр менән осрашты, уларға ярҙам итеү алымдарын барланы.
Нуриман районының Ҡы­ҙылъ­яр ауылына юлға сығыу менән юлдаштарым халыҡты борсоған проблемаларҙы күтә­реп алды. Рәсәй мосолман ҡа­тын-ҡыҙҙары союзының Баш­ҡортостан Рес­публикаһы буйынса рәйесе Розалия Хали­ҡова:
– Күңелдә бушлыҡ бөгөн. Бына шуны иман менән тул­тырырға ине лә бит... Шул осраҡта кешеләр бер-береһенә лә ярҙам итер, етемлек тә кәмер. Ана, Чечняла иман көслө булғас, беҙҙәге ише байтаҡ проблемалар ят уларға. Йәнә йәштәр ҙә күберәк өйләне­шер ине. Ә ниңә был бөгөн проблема булып тора һуң? – тип башланы һүҙҙе.
– Йәшәү кимәленең түбән булыуы ла йоғонто яһай бит. Шул уҡ йәштәр бөгөн өйләнеште ти, ә ҡайҙа йәшәйәсәк улар? Ипотека алһындармы? Һуң уны түләү өсөн яҡшы ғына эш хаҡы ла кәрәк бит. Ә бала тыуһа? Пособиеның күлә­мен әйтеп тә тормайым... Мин риза һеҙҙең менән: иман етмәй, – тине һүҙгә ҡушылған икенсе юлдашым.
– Аллаға ышанған кеше ба­ланың үҙ ризығы менән тыу­ғанын белә. Шуға ла аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, аборт эшләтмәйәсәк, сабыйынан да баш тартмаясаҡ, быларҙың гонаһ икәнен дә аңлаясаҡ. Ул ғынамы ни, диндә тыйылған эскелек кеүек башҡа бысраҡлыҡҡа ла ҡағылмаясаҡ.
Шулай һөйләшеп бара тор­ғас, Ҡыҙылъ­яр ауылына ла килеп еттек. Мәҙәниәт йортонда ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаилә­ләр өсөн күргәҙмә-йәрминкә эшләй башлағайны инде. Кешеләр ҙә арыу уҡ йыйылып өлгөргән. Берәүҙәр тупһа аша үткән ерҙә үк урынлашҡан өҫтәл янында сәй эсеп тора, икенселәре “бөҙрәхана”ға си­ратҡа теҙелгән.
Йәнә бер өҫтәл артында лотерея уйнатыла. “Инйәр” реабилитация үҙәгенең “Яңы тормош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Гүзәл Тимербаеванан нимә уйнатылыуы хаҡында һорашҡас, сер итеп кенә “Реабилитация үтер өсөн 250 мең һумлыҡ сертификат”, тип яуап бирҙе.
– Ә ошо хаҡҡа күпме ваҡыт дауаланыу инә? – тип һораным унан.
– Алты ай.
Ә ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған кешенең реабилитация үҙәгенә мохтажлығы тыуһа, ул бындай аҡсаны ҡайҙан алырға тейеш икән?..
Вакансиялар тәҡдим иткән өҫ­тәл янында ла туҡталдым. Һораш­ҡас, кешеләрҙең мөрә­жәғәт итеү­ҙәре, асыҡ эш урын­дарының да би­хисап булыуы асыҡланды. Кә­рәкһә, төрлө курстарға ла яҙылыу мөмкин­леге бар икән бында.
Ә арыраҡ бушлай кейемдәр таратыла. Әйберҙең ниндәйе генә юҡ унда! Кесеһенән алып олоһона тиклем кейемдең үҙенә яраҡлы­һын таба ала. Ул ғына түгел, “Тарзан” исемле китаптың серияларын да алып уҡырға мөмкин. Шунда аҙыҡ-түлек тә таратыла.
Иғтибарҙы “Изге йөрәк” ойошмаһы йәлеп итте. Баҡһаң, улар кешеләрҙең өйөнә үк барып социаль ярҙам күрһәтә икән. Отҡан гранттарына төрлө ҡултыҡ таяғы, “ходунки” кеүек кәрәк-яраҡ алып, мохтаждарға осһоҙлата ғына бирәләр. Әйткәндәй, был сарала шулай уҡ бушлай фотоға төшөү, медицина анализдары тапшырыу, экспресс-диагностика үтеү мөмкинлеге лә булды.
Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?Һуңынан барыһы ла тамаша залына йүнәлде. Унда ҡунаҡтар сығыш яһаны. “Ғаиләнең әхлаҡи һәм рухи мәҙәниәте”, “Алкоголизм – ғаиләнең дошманы”, “Заман ғаиләһенең һаулығы” кеүек темаларға мөрәжәғәт итте улар. Был йәһәттән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова: “Ҡатындарҙың төп маҡсаты – бала табыу ғына түгел, тәрбиәләп үҫтереү ҙә”, – тип билдәләне.
Ә Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика приюты директоры Миләүшә Мырҙағәлина үҙҙәренең эшмәкәрлеге тура­һында һөйләне. Уҙған йылда улар ҡатмарлы тормош шарттарында һәм ауыр социаль хәлдә тороп ҡалған 400-ҙән ашыу балаға социаль ярҙам күрһәткән. Шуларҙың 49 проценты үҙ ғаиләләренә ҡай­тарылған, 51 проценты опекаға һәм тәрбиәгә алған ғаиләләргә тапшырылған. Ә приюттың Нуриман районын­дағы бүлегендә былтыр 68 балаға социаль саралар комплексы күрһәтелгән. Уларҙың 88 проценты үҙ ғаиләһенә кире ҡайтҡан.
– Шулай ҙа була: ата-әсәле килеш тә балалар социаль етем булып китә. Был иһә өлкән­дәрҙең үҙ бурыстарын үтәмә­үенән килә. Ә уйлаһаң, ата-әсә балаһының физик, рухи һәм психик һаулығын да ҡайғыр­тырға тейеш. Ситкә тайпыл­ғандар иһә йәшәү мәғәнәһен балаларында түгел, ә шешә төбөндә эҙләй, – тине Миләүшә Мырҙағәлина.
Сара тамамланды. Тик шун­дағы кешеләрҙең йөҙҙәре генә оҙаҡ ваҡыт күҙ алдынан китмәй торҙо. Үҙемдең дә уларға шул ҡәҙәре ярҙам иткем килде...


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ. Район: Нуриман районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә