Яңыраҡ “Ғаиләлә бәхетһеҙлекте һәм социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ғаилә тормошо һәм яуаплы ата-әсәлек мәҙәниәтен булдырыу” тигән семинар булды. Сарала Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты етәкселеге ҡатмарлы көнкүреш шарттарында ҡалған ғаиләләр менән осрашты, уларға ярҙам итеү алымдарын барланы.Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылына юлға сығыу менән юлдаштарым халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәреп алды. Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзының Башҡортостан Республикаһы буйынса рәйесе Розалия Халиҡова:
– Күңелдә бушлыҡ бөгөн. Бына шуны иман менән тултырырға ине лә бит... Шул осраҡта кешеләр бер-береһенә лә ярҙам итер, етемлек тә кәмер. Ана, Чечняла иман көслө булғас, беҙҙәге ише байтаҡ проблемалар ят уларға. Йәнә йәштәр ҙә күберәк өйләнешер ине. Ә ниңә был бөгөн проблема булып тора һуң? – тип башланы һүҙҙе.
– Йәшәү кимәленең түбән булыуы ла йоғонто яһай бит. Шул уҡ йәштәр бөгөн өйләнеште ти, ә ҡайҙа йәшәйәсәк улар? Ипотека алһындармы? Һуң уны түләү өсөн яҡшы ғына эш хаҡы ла кәрәк бит. Ә бала тыуһа? Пособиеның күләмен әйтеп тә тормайым... Мин риза һеҙҙең менән: иман етмәй, – тине һүҙгә ҡушылған икенсе юлдашым.
– Аллаға ышанған кеше баланың үҙ ризығы менән тыуғанын белә. Шуға ла аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, аборт эшләтмәйәсәк, сабыйынан да баш тартмаясаҡ, быларҙың гонаһ икәнен дә аңлаясаҡ. Ул ғынамы ни, диндә тыйылған эскелек кеүек башҡа бысраҡлыҡҡа ла ҡағылмаясаҡ.
Шулай һөйләшеп бара торғас, Ҡыҙылъяр ауылына ла килеп еттек. Мәҙәниәт йортонда ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр өсөн күргәҙмә-йәрминкә эшләй башлағайны инде. Кешеләр ҙә арыу уҡ йыйылып өлгөргән. Берәүҙәр тупһа аша үткән ерҙә үк урынлашҡан өҫтәл янында сәй эсеп тора, икенселәре “бөҙрәхана”ға сиратҡа теҙелгән.
Йәнә бер өҫтәл артында лотерея уйнатыла. “Инйәр” реабилитация үҙәгенең “Яңы тормош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Гүзәл Тимербаеванан нимә уйнатылыуы хаҡында һорашҡас, сер итеп кенә “Реабилитация үтер өсөн 250 мең һумлыҡ сертификат”, тип яуап бирҙе.
– Ә ошо хаҡҡа күпме ваҡыт дауаланыу инә? – тип һораным унан.
– Алты ай.
Ә ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған кешенең реабилитация үҙәгенә мохтажлығы тыуһа, ул бындай аҡсаны ҡайҙан алырға тейеш икән?..
Вакансиялар тәҡдим иткән өҫтәл янында ла туҡталдым. Һорашҡас, кешеләрҙең мөрәжәғәт итеүҙәре, асыҡ эш урындарының да бихисап булыуы асыҡланды. Кәрәкһә, төрлө курстарға ла яҙылыу мөмкинлеге бар икән бында.
Ә арыраҡ бушлай кейемдәр таратыла. Әйберҙең ниндәйе генә юҡ унда! Кесеһенән алып олоһона тиклем кейемдең үҙенә яраҡлыһын таба ала. Ул ғына түгел, “Тарзан” исемле китаптың серияларын да алып уҡырға мөмкин. Шунда аҙыҡ-түлек тә таратыла.
Иғтибарҙы “Изге йөрәк” ойошмаһы йәлеп итте. Баҡһаң, улар кешеләрҙең өйөнә үк барып социаль ярҙам күрһәтә икән. Отҡан гранттарына төрлө ҡултыҡ таяғы, “ходунки” кеүек кәрәк-яраҡ алып, мохтаждарға осһоҙлата ғына бирәләр. Әйткәндәй, был сарала шулай уҡ бушлай фотоға төшөү, медицина анализдары тапшырыу, экспресс-диагностика үтеү мөмкинлеге лә булды.
Һуңынан барыһы ла тамаша залына йүнәлде. Унда ҡунаҡтар сығыш яһаны. “Ғаиләнең әхлаҡи һәм рухи мәҙәниәте”, “Алкоголизм – ғаиләнең дошманы”, “Заман ғаиләһенең һаулығы” кеүек темаларға мөрәжәғәт итте улар. Был йәһәттән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова: “Ҡатындарҙың төп маҡсаты – бала табыу ғына түгел, тәрбиәләп үҫтереү ҙә”, – тип билдәләне.
Ә Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика приюты директоры Миләүшә Мырҙағәлина үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уҙған йылда улар ҡатмарлы тормош шарттарында һәм ауыр социаль хәлдә тороп ҡалған 400-ҙән ашыу балаға социаль ярҙам күрһәткән. Шуларҙың 49 проценты үҙ ғаиләләренә ҡайтарылған, 51 проценты опекаға һәм тәрбиәгә алған ғаиләләргә тапшырылған. Ә приюттың Нуриман районындағы бүлегендә былтыр 68 балаға социаль саралар комплексы күрһәтелгән. Уларҙың 88 проценты үҙ ғаиләһенә кире ҡайтҡан.
– Шулай ҙа була: ата-әсәле килеш тә балалар социаль етем булып китә. Был иһә өлкәндәрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүенән килә. Ә уйлаһаң, ата-әсә балаһының физик, рухи һәм психик һаулығын да ҡайғыртырға тейеш. Ситкә тайпылғандар иһә йәшәү мәғәнәһен балаларында түгел, ә шешә төбөндә эҙләй, – тине Миләүшә Мырҙағәлина.
Сара тамамланды. Тик шундағы кешеләрҙең йөҙҙәре генә оҙаҡ ваҡыт күҙ алдынан китмәй торҙо. Үҙемдең дә уларға шул ҡәҙәре ярҙам иткем килде...