Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар! “Еңеү армияһы” килә
Иғтибар! “Еңеү армияһы” килә Рәсәйҙең Оборона министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы ойошторған акциянан баш ҡалабыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә “Еңеү армияһы-2017” агитпоезы “Өфө” станцияһында туҡталды. Ватансылыҡ акцияһына йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар, кадеттар һәм эҙәрмән отрядтары вәкилдәре ҡушылды. Өфө халҡы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡындарын иҫкә алыу һәм Еңеү шатлығын уртаҡлашыу маҡсатында тимер юл вокзалына ашыҡты.
Тантанала хәрби комиссар Игорь Харченко һуғыш йылдарында республиканың Еңеүгә тос өлөш индереүе хаҡында һөйләне.
– Башҡортостандан 300 меңгә яҡын кеше яу яланынан әйлә­неп ҡайтманы. Атай-олатайҙарын, ирҙәрен, ул һәм ҡыҙҙарын көтөп ала алмағандарҙың сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, – тине ул.
Ватансылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар данлыҡлы яҡташ­тарыбыҙ Александр Матросовтың, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың, Муса Гәрәевтең ҡаһарманлығын иҫкә алды. Республиканан 200 меңдән ашыу яугир күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александра Андреевна Абакумоваға айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Күп йылдар элек ул тап “Өфө” станцияһынан Ватанды һаҡларға китә.
Акцияла ҡатнашыусылар шул йылдарҙағы хәрби техниканы ҡарап сыҡты. Бында агитпоезд составындағы ҡорал һәм хәрби техниканың тарихи өлгөләрен, шулай уҡ Т-34, Т-72БЗ танктарын күрергә мөмкин ине. Платформаларҙа ИС-3, БТР-802Л, үҙ йөрөшлө СУ-100, артиллерия һәм зенит-артиллерия ҡулайла­малары урынлаштырылғайны. Айырым вагонда музей экспо­зицияһы ойошторолған.


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА,


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 1

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә