Рәсәйҙең Оборона министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы ойошторған акциянан баш ҡалабыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә “Еңеү армияһы-2017” агитпоезы “Өфө” станцияһында туҡталды. Ватансылыҡ акцияһына йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар, кадеттар һәм эҙәрмән отрядтары вәкилдәре ҡушылды. Өфө халҡы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡындарын иҫкә алыу һәм Еңеү шатлығын уртаҡлашыу маҡсатында тимер юл вокзалына ашыҡты.Тантанала хәрби комиссар Игорь Харченко һуғыш йылдарында республиканың Еңеүгә тос өлөш индереүе хаҡында һөйләне.
– Башҡортостандан 300 меңгә яҡын кеше яу яланынан әйләнеп ҡайтманы. Атай-олатайҙарын, ирҙәрен, ул һәм ҡыҙҙарын көтөп ала алмағандарҙың сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, – тине ул.
Ватансылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар данлыҡлы яҡташтарыбыҙ Александр Матросовтың, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың, Муса Гәрәевтең ҡаһарманлығын иҫкә алды. Республиканан 200 меңдән ашыу яугир күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александра Андреевна Абакумоваға айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Күп йылдар элек ул тап “Өфө” станцияһынан Ватанды һаҡларға китә.
Акцияла ҡатнашыусылар шул йылдарҙағы хәрби техниканы ҡарап сыҡты. Бында агитпоезд составындағы ҡорал һәм хәрби техниканың тарихи өлгөләрен, шулай уҡ Т-34, Т-72БЗ танктарын күрергә мөмкин ине. Платформаларҙа ИС-3, БТР-802Л, үҙ йөрөшлө СУ-100, артиллерия һәм зенит-артиллерия ҡулайламалары урынлаштырылғайны. Айырым вагонда музей экспозицияһы ойошторолған.