Әбйәлил район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев шылтыратһа, былар тағы ниҙер эшләргә йыйына, тип уйлауым раҫҡа сыға. Был юлы ла тиккә шылтыратмаған Ансар Ғаттар улы: “Магнитогорск металлургия комбинатына экскурсияға барабыҙ, унда йәшәгән милләттәштәр менән осрашабыҙ, килегеҙ!” – тигән һүҙҙәрен кире ҡағырға батырсылыҡ итмәнем.Тау сәнәғәте башланған ерҙәАсҡарға Магнитогорск йыраҡ түгел: әбйәлилдәрҙең күбеһе ҡалаға йөрөп эшләй, төпләнеүселәр ҙә бихисап. Был традиция йылдар буйы дауам итә, киләсәктә лә шулай буласаҡ. Магнитогорск металлургия комбинаты – донъяла киң танылыу яулаған тау сәнәғәте предприятиеларының береһе. Уға тәүге нигеҙ ташын һалыусыларҙың күбеһе – әбйәлилдәр, тип әйтһәк тә дөрөҫ булыр.
Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнитогорскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Уның эргәһендә Магнит тауы урынлашҡан була. Элек был тауҙы ни өсөндөр Әтәс тауы тип тә йөрөткәндәр. Урал йылғаһы ярындағы Әтәс тауы башҡорт менән ҡаҙаҡтың бәхәс һәм атыш тауы булған тип һөйләйҙәр. Ни өсөн бәхәсләшкәндәрҙер, билдәһеҙ, әммә ил етәкселеге, алтын-көмөшкә, баҡыр-мәғдәнгә бай тауҙың өҫтөнә тигәндәй, Рәсәйҙә тиңе булмаған Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөй. Шунан башланып китә тау ҡаҙыу, алтын, мәғдән сығарыу эштәре. Совет власы урынлашҡас, Магнитогорск ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә.
Комбинат музейында тау сәнәғәтенең нисек башланыуынан алып бөгөнгө көнгәсә тарихын сағылдырған экспонаттар байтаҡ. Бында тәүге мәғдән табыусыларҙың кәйлә-көрәктәренән алып ул саҡта руда ташыған арбаларға тиклем осратырға мөмкин. Ҡасандыр Америка инженерҙары тарафынан тәүге һыҙымдар һыҙылып, Совет иленең индустриялаштырыу бишегенә әйләнгән комбинат бөгөн ысын мәғәнәһендә тау сәнәғәте флагманына әүерелде.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, күп кенә эшселәр хеҙмәт ҡоралдарын мылтыҡҡа алмаштыра. Комбинатта тир түккән 13 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һуғыштың тәүге көндәрендә эшселәргә хәрби заказ бирелә, бронялы танк, снарядтар етештереү бурысы ҡуйыла. Эшселәр тәүлек әйләнәһенә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн суйын һәм ҡорос иретә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланылған биш снарядтың өсәүһе тап ошонда ҡойола, шулай уҡ “Танк- ИС”, “Танк- КВ-1” тип аталған бронялы хәрби техника яһала. Хәйер, Гитлерҙың Совет илендә баҫып алырға тип уйлаған ҡалалар исемлегендә Магнитогорскиҙың булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Төрлө ауыл биләмәләренең ветерандар советы рәйестәренән торған Әбйәлил делегацияһы музей менән танышыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алды, әммә күпме экспонаттар араһында, фотоһүрәттәрҙә бер генә башҡорт исем-шәрифенең осрамауы, комбинаттың башҡорт төбәгендә урынлашыуы хаҡында бер генә мәғлүмәттең булмауы аптырашта ҡалдырҙы. Сер түгел, ошо комбинатта уларҙың туғандары, тотош башҡорт ғаиләләренең династияһы эшләүе билдәле. Бәлки, улар шул дәүерҙә юғары белемле инженер йәки белгес тә булмағандыр, әммә һәр һөнәрҙең үҙ алдынғылары, оҫталары була... Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайына, Магнитогорск ҡала башҡорттары ҡоролтайына уйланырға урын бар.
Артабан оло йәштәгеләр ҡала хакимиәтендә Магнитогорскиҙың ветеран советтары рәйестәре менән осрашты, ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды, киләсәктә ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм отошло хеҙмәттәшлекте дауам итергә һүҙ ҡуйышты.
Яҡташтар янындаҠаланың Халыҡтар дуҫлығы йортонда әбйәлилдәрҙе йыр-моң, яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейем кейеп, ҡурай һәм гармун моңдарына рәхәтләнеп таҡмаҡ әйтеп, дәртле баҫып бейегән Магнит башҡорттары үҙҙәренең ихлас, алсаҡ булыуҙары менән барыһын да арбаны. Кемдер үҙ таныштарын күреп ҡосаҡлашты, икенселәре дәртле көйҙө әрәм итмәй, бейергә төштө, өсөнсөләре матур тамашаға хайран ҡалды. Ике яҡ араһында дуҫлыҡ күпере һалынды, һүҙҙәр беректе, дуҫтар фекер уртаҡлашты.
Артабан ветерандар һәр милләттең сәнғәтен, мәҙәниәтен һәм тарихын сағылдырған, уларҙың тормош-көнкүреше менән яҡындан танышыу, ҡалала йәшәгән һәр халыҡ вәкилдәрен бергә туплаған, уларҙың мәҙәниәтен пропагандалаған йәһүд, татар, славян, грузин, әрмән, азербайжан һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәни үҙәктәренең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, уларҙың ҡул эштәрен ҡараны. Үҙәктең художество етәксеһе Илмира Калугина әйтеүенсә, төрлө милләт вәкилдәре бында үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр кем үҙ халҡының йолаларына, милли байрамдарына тоғро, йыр-моңдарына һәм бейеүҙәренә һаҡсыл ҡарай. Ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни саралар Халыҡтар дуҫлығы йортонда ойошторолған төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәрҙең сығыштарынан башҡа үтмәй. Улар – һәр тамашаның биҙәге һәм йәме.
Хәйбулла районы делегацияһы менән берлектә Ырымбур яҡтарында булғанда ла, Силәбе өлкәһе башҡорттары менән аралашҡанда ла һәр саҡ бер күренешкә иғтибар итәм. Ул да булһа, сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ беҙгә ҡарағанда күпкә дәртлерәк тә, рухлыраҡ та. Башҡортлоҡтары күҙҙәренән осҡон баҙлата, йөҙҙәренән ғорурлыҡ балҡыта. Тап ошо сифаттары менән ихтирам һәм оло хөрмәткә лайыҡ улар. Был юлы ла Магнит башҡорттары һынатманы, йырға-моңға бай, талантлы әбйәлилдәр алдында йөҙ ҡыҙартманы. Үҙҙәренә генә хас тауышы, һирәк башҡарылған йыр-моңдары ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы, ҡурай һәм гармун моңдары күңелдәрҙе имләне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Мортазина алып барған кисә ике яҡ өсөн үҙ-ара танышыу, осрашыу, фекер алышыу майҙаны ғына түгел, Әбйәлил районы һәм Силәбе өлкәһе араһындағы килешеүҙәр мәлен дә хәтерләткәндәй тойолдо, сөнки һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, киләсәгебеҙ өсөн бик мөһим булған мәсьәләләр уртаға сығарылды, төрлө тәҡдимдәр ҡаралды, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары барланды.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда оҙаҡ йылдар эшләп килгән “Ҡарлуғас” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Вәсилә Батталова), “Яйыҡ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Ласын Мәғәфүров), “Миләш” вокаль ансамбле, “Мираҫ” ҡатын-ҡыҙҙар клубы (етәксеһе – Рәшиҙә Мортазина), “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Ғайсина) сығыштарын ҡараған һәр кем уларҙың бик юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығына хайран ҡалды. Ысын әртистәрең ары торһон, ти ундай осраҡта халыҡ. Төрлө һөнәр кешеләрен бергә туплап, йәштәрҙең осрашыу, төрлө кисәләр үткәреү урынына әйләнгән был яҡты һәм рухлы үҙәктә артабан да һәр милләттең мәҙәниәте йәйғорҙоң бар төҫөндә балҡыясағына ышаныс ҙур.
Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршыНиндәй башҡорт ҡунаҡҡа буш ҡул менән барһын инде?! Бигерәк тә әбйәлилдәр. Яҡташтарына улар йыр-моңдо мул өләште. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев үҙенең сығышында артабан да дуҫлыҡ күперенең дауам ителәсәген белдерҙе һәм көндәр йылыныу менән яҡташтарын үҙҙәренең тыуған яғында көтөп ҡаласаҡтарын әйтте. Һабантуйҙа бер-береһен саҡырышыу, тирмәләр ҡороу, төрлө сараларҙа концерт, лекциялар менән сығыш яһау, экология өмәләрендә бергә ҡатнашыу (әйткәндәй, магниттар Әбйәлил районында ял итә), быуындар сылбырын дауам итеү маҡсатында йәштәр араһында даими эш алып барыу, уларҙы осраштырыу кисәләре үткәреү, йыл һайын ололар араһында ойошторолған район һабантуйында ситтә йәшәүсе милләттәштәрен дә ҡалдырмау кеүек тәҡдимдәр яңғыраны.
Сит өлкәлә йәшәүселәр Ҡырҙас ауылы ветерандар советы рәйесе, сәсәниә һәм шағирә Мәүҙиға Баймөхәмәтованың думбырала үҙе яҙған ҡобайырын, Озерныйҙан Рәсимә Кощееваның дәртле сиған бейеүен, Красная Башкириянан Миңзәлә Хәсәнованың моңло йырҙарын көслө алҡыштарға күмде.
Тынғыһыҙ етәксе, район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев һәм Магнитогорск металлургия комбинатының ветерандар советы рәйесе Александр Макаровтың тырышлығы менән күптәрҙең күңелендә йылы һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырған осрашыу, яҙ көнөнөң бер аҙ боларып тороуына ҡарамаҫтан, юғары кимәлдә үтте.