Магнит башҡорттары әбйәлилдәрҙе арбаны10.05.2017
Магнит башҡорттары әбйәлилдәрҙе арбаны Әбйәлил район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев шылтыратһа, былар тағы ниҙер эшләргә йыйына, тип уйлауым раҫҡа сыға. Был юлы ла тиккә шылтыратмаған Ансар Ғаттар улы: “Магнитогорск металлургия комбинатына экскурсияға барабыҙ, унда йәшәгән милләттәштәр менән осрашабыҙ, килегеҙ!” – тигән һүҙҙәрен кире ҡағырға батырсылыҡ итмәнем.
Тау сәнәғәте башланған ерҙә
Асҡарға Магнитогорск йыраҡ түгел: әбйәлилдәрҙең күбеһе ҡалаға йөрөп эшләй, төпләнеүселәр ҙә бихисап. Был традиция йылдар буйы дауам итә, киләсәктә лә шулай буласаҡ. Магнитогорск металлургия комбинаты – донъяла киң танылыу яулаған тау сәнәғәте предприятиеларының береһе. Уға тәүге нигеҙ ташын һалыусыларҙың күбеһе – әбйәлилдәр, тип әйтһәк тә дөрөҫ булыр.
Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнито­горскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Уның эргәһендә Магнит тауы урынлашҡан була. Элек был тауҙы ни өсөндөр Әтәс тауы тип тә йөрөткәндәр. Урал йылғаһы ярындағы Әтәс тауы башҡорт менән ҡаҙаҡтың бәхәс һәм атыш тауы булған тип һөйләйҙәр. Ни өсөн бәхәсләшкән­дәрҙер, билдәһеҙ, әммә ил етәкселеге, алтын-көмөшкә, баҡыр-мәғдәнгә бай тауҙың өҫтөнә тигәндәй, Рәсәйҙә тиңе булмаған Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөй. Шунан башланып китә тау ҡаҙыу, алтын, мәғдән сы­ғарыу эштәре. Совет власы урынлашҡас, Магнитогорск ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә.
Комбинат музейында тау сәнәғәтенең нисек башланыуынан алып бөгөнгө көнгәсә тарихын сағылдырған экспонаттар байтаҡ. Бында тәүге мәғдән табыусыларҙың кәйлә-көрәктәренән алып ул саҡта руда ташыған арбаларға тиклем осратырға мөмкин. Ҡасандыр Америка инженерҙары тарафынан тәүге һыҙымдар һыҙылып, Совет иленең индустрия­лаштырыу бишегенә әйләнгән комбинат бөгөн ысын мәғәнәһендә тау сәнәғәте флагманына әүерелде.
Магнит башҡорттары әбйәлилдәрҙе арбаныБөйөк Ватан һуғышы башланғас, күп кенә эшселәр хеҙмәт ҡоралдарын мыл­тыҡҡа алмаштыра. Комбинатта тир түккән 13 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һуғыштың тәүге көндәрендә эшселәргә хәрби заказ бирелә, бронялы танк, снарядтар етештереү бурысы ҡуйыла. Эшселәр тәүлек әйләнәһенә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн суйын һәм ҡорос иретә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡулланылған биш снарядтың өсәүһе тап ошонда ҡойола, шулай уҡ “Танк- ИС”, “Танк- КВ-1” тип аталған бронялы хәрби техника яһала. Хәйер, Гитлерҙың Совет илендә баҫып алырға тип уйлаған ҡалалар исемлегендә Магнитогорскиҙың булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Төрлө ауыл биләмәләренең ветерандар советы рәйестәренән торған Әбйәлил делегацияһы музей менән танышыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алды, әммә күпме экспонаттар араһында, фотоһүрәттәрҙә бер генә башҡорт исем-шәрифенең осрамауы, комбинаттың башҡорт төбәгендә урынлашыуы хаҡында бер генә мәғлү­мәттең булмауы аптырашта ҡалдырҙы. Сер түгел, ошо комбинатта уларҙың ту­ған­дары, тотош башҡорт ғаиләләренең династияһы эшләүе билдәле. Бәлки, улар шул дәүерҙә юғары белемле инженер йә­ки белгес тә булмағандыр, әммә һәр һөнәрҙең үҙ алдынғылары, оҫталары була... Был хаҡта Бөтә донъя башҡорт­та­ры ҡоролтайына, Силәбе өлкәһе баш­ҡорттары ҡоролтайына, Магнитогорск ҡала башҡорттары ҡоролтайына уйла­нырға урын бар.
Артабан оло йәштәгеләр ҡала хакимиә­тендә Магнитогорскиҙың ветеран советтары рәйестәре менән осрашты, ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды, киләсәктә ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм отошло хеҙмәттәшлекте дауам итергә һүҙ ҡуйышты.
Яҡташтар янында
Ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йортонда әбйәлилдәрҙе йыр-моң, яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейем кейеп, ҡурай һәм гармун моңда­рына рәхәтләнеп таҡмаҡ әйтеп, дәртле баҫып бейегән Магнит башҡорт­тары үҙҙә­ре­нең ихлас, алсаҡ булыуҙары менән барыһын да арбаны. Кемдер үҙ таныштарын күреп ҡосаҡлашты, икенсе­ләре дәртле көйҙө әрәм итмәй, бейергә төштө, өсөнсөләре матур тамашаға хайран ҡалды. Ике яҡ араһында дуҫлыҡ күпере һалынды, һүҙҙәр беректе, дуҫтар фекер уртаҡлашты.
Артабан ветерандар һәр милләттең сән­ғәтен, мәҙәниәтен һәм тарихын сағыл­дырған, уларҙың тормош-көнкүреше менән яҡындан танышыу, ҡалала йәшәгән һәр халыҡ вәкилдәрен бергә туплаған, уларҙың мәҙәниәтен пропа­гандалаған йәһүд, татар, славян, грузин, әрмән, азербайжан һәм башҡа милләт­тәрҙең мәҙәни үҙәктәренең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, уларҙың ҡул эштәрен ҡараны. Үҙәктең художество етәксеһе Илмира Калугина әйтеүенсә, төрлө милләт вәкилдәре бында үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр кем үҙ халҡының йолаларына, милли байрамдарына тоғро, йыр-моңдарына һәм бейеүҙәренә һаҡсыл ҡарай. Ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни саралар Халыҡтар дуҫлығы йортонда ойошторолған төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәрҙең сығыштарынан башҡа үтмәй. Улар – һәр тамашаның биҙәге һәм йәме.
Хәйбулла районы делегацияһы менән берлектә Ырымбур яҡтарында булғанда ла, Силәбе өлкәһе башҡорттары менән аралашҡанда ла һәр саҡ бер күренешкә иғтибар итәм. Ул да булһа, сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ беҙгә ҡарағанда күпкә дәртлерәк тә, рухлыраҡ та. Башҡортлоҡтары күҙҙәренән осҡон баҙлата, йөҙҙәренән ғорурлыҡ балҡыта. Тап ошо сифаттары менән ихтирам һәм оло хөрмәткә лайыҡ улар. Был юлы ла Магнит башҡорттары һынатманы, йырға-моңға бай, талантлы әбйәлилдәр алдында йөҙ ҡыҙартманы. Үҙҙәренә генә хас тауышы, һирәк башҡарылған йыр-моңдары ҡунаҡ­тарҙы ҡыуандырҙы, ҡурай һәм гармун моңдары күңелдәрҙе имләне. Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Рәшиҙә Мортазина алып барған кисә ике яҡ өсөн үҙ-ара танышыу, осрашыу, фекер алышыу майҙаны ғына түгел, Әбйәлил районы һәм Силәбе өлкәһе ара­һындағы килешеүҙәр мәлен дә хәтер­ләткәндәй тойолдо, сөнки һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, киләсәгебеҙ өсөн бик мөһим булған мәсьәләләр уртаға сығарылды, төрлө тәҡдимдәр ҡаралды, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары барланды.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда оҙаҡ йылдар эшләп килгән “Ҡарлуғас” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Вәсилә Батталова), “Яйыҡ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Ласын Мәғә­фү­ров), “Миләш” вокаль ансамбле, “Мираҫ” ҡатын-ҡыҙҙар клубы (етәксеһе – Рәшиҙә Мортазина), “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Ғайсина) сығыштарын ҡараған һәр кем уларҙың бик юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығына хайран ҡалды. Ысын әртистәрең ары торһон, ти ундай осраҡта халыҡ. Төрлө һөнәр кешеләрен бергә туплап, йәштәрҙең осрашыу, төрлө кисәләр үткәреү урынына әйләнгән был яҡты һәм рухлы үҙәктә артабан да һәр милләттең мәҙәниәте йәйғорҙоң бар төҫөндә балҡыясағына ышаныс ҙур.
Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы
Ниндәй башҡорт ҡунаҡҡа буш ҡул ме­нән барһын инде?! Бигерәк тә әбйә­лил­дәр. Яҡташтарына улар йыр-моңдо мул өләште. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев үҙенең сығышында артабан да дуҫлыҡ күперенең дауам ителәсәген белдерҙе һәм көндәр йылыныу менән яҡташтарын үҙҙәренең тыуған яғында көтөп ҡаласаҡтарын әйтте. Һа­бан­туйҙа бер-береһен саҡырышыу, тир­мә­ләр ҡороу, төрлө сараларҙа концерт, лекциялар менән сығыш яһау, экология өмәләрендә бергә ҡатнашыу (әйткәндәй, магниттар Әбйәлил районында ял итә), быуындар сылбырын дауам итеү маҡ­сатында йәштәр араһында даими эш алып барыу, уларҙы осраштырыу кисә­ләре үткәреү, йыл һайын ололар ара­һында ойошторолған район һабанту­йында ситтә йәшәүсе милләттәштәрен дә ҡалдырмау кеүек тәҡдимдәр яңғыраны.
Сит өлкәлә йәшәүселәр Ҡырҙас ауылы ветерандар советы рәйесе, сәсәниә һәм шағирә Мәүҙиға Баймөхәмәтованың думбырала үҙе яҙған ҡобайырын, Озерный­ҙан Рәсимә Кощееваның дәртле сиған бейеүен, Красная Башкириянан Миңзәлә Хәсәнованың моңло йырҙарын көслө алҡыштарға күмде.
Тынғыһыҙ етәксе, район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев һәм Магнитогорск металлургия комбинатының ветерандар советы рәйесе Александр Макаровтың тырышлығы менән күптәрҙең күңелендә йылы һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырған осрашыу, яҙ көнөнөң бер аҙ боларып тороуына ҡарамаҫтан, юғары кимәлдә үтте.




Вернуться назад