Тәүҙә романтик рухлы социал-утопистар, аҙағыраҡ йәмғиәттәге иҡтисади мөнәсәбәттәр нигеҙендә яңы теорияны нигеҙләгән марксистар һәм, ахыр килеп, мөлкәтһеҙҙәр өсөн ғәҙел дәүләт төҙөргә хыялланған ленинсы-большевиктар һәммә ғәмдең был донъяла тиң була алыуын иҫбат итергә маташҡан. “Изге ниәт менән ташы түшәлгән юл тамуҡҡа илтә”, тигән әйтемдең хаҡлылығын тарих ағышы раҫлай килә һәм әлеге ниәттәрҙең нимә менән тамамланғанлығы һәр беребеҙгә мәғлүм.
Тарих төпкөлдәренә күҙ ташлағанда һәм теләһә ҡайһы илдең эске тормошон диҡҡәтләп өйрәнгәндә, йәмғиәттә кешенең ни рәүешле көн итеүенең хеҙмәтте ойоштороуға, уның етештереүсәнлегенә, түләү кимәленә һәм бүтән төрлө күп факторҙарға бәйле булыуына ышаныуы ауыр түгел. Дөйөм алғанда, егерменсе быуат аҙаҡтарына ҡәҙәр кешелек фәнни-техник йәһәттән дә, гуманитар-социаль мөнәсәбәттәр йүнәлешендә лә, иҡтисад һәм етештереүсәнлек юлында ла үҫешен дауам итте. Айырым илдәрҙең һәм хатта ҡитғаларҙың һәр даим алға ынтылыу барышында тотҡарланып ҡалыуы, тәбиғәт факторҙарынан тыш, уларҙың тарихи яҙмышына сит көстәрҙең йоғонто яһауы менән дә бәйле. Ысындан да, сүллектә һыуһыҙ моҡрап көн күреүсе ҡәүемдәр менән ямғыр ҙа ваҡытында яуып, ҡояш та үҙ мәлендә йылытҡан, уңдырышлы тупраҡлы ерҙәрҙә йәшәү насип булған халыҡтарҙы тиңәштереү ярамай. Унан һуң, кешеләр араһында милеккә эйә булыу мөнәсәбәттәре бай менән фәҡир, хужа менән ялланмыш рәүешен ала барған һайын тиңһеҙлек көсәйә. Ирекһеҙләп башҡарылған эш һис ҡасан да етештереүсәнле булмай, әҙәм балаһы, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртмаһа, ул быға физик һәм рухи көсөн тулыһынса һалмай. Быға миҫал итеп ҡолдар хеҙмәтен килтермәй, әлегә онотолоп өлгөрмәгән колхоз-совхоздағы эштәрҙе хәтерләү ҙә етә. Колхоз фермаһында йөрөгән малсы менән үҙ малын тәрбиәләүсе фермерҙың хеҙмәте ырамлылығы йәһәтенән дә, сифаты буйынса ла сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә айырыла.
Халыҡтың нисек йәшәүе ул төбәктә тәбиғәт байлыҡтарының булыу-булмауына ғына бәйле түгел. Егәрлелек, йүнселлек традициялары генетик кимәлдән үҫешкән ҡәүемдәр шул сифатын һәр шарттарҙа ла юғалтмай. Йә иһә йүнселлек, юҡтан бар яһау һәләте ҡайһы бер халыҡтарҙа йәшәү өсөн көрәш, иҡтисади көндәшлек шарттарында хасил була. Әлеге тезисҡа миҫал итеп Америка Ҡушма Штаттарын, Японияны килтерәләр. Һәм ошо дәүләттәрҙең фән, техник, социаль прогрестың алғы рәтендә барыуы шикләнеүгә һәм бәхәсләшеүгә форсат ҡалдырмай. Тимәк, хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге һәм, шуға бәйле, хеҙмәт кешеһенең лайыҡлы эш хаҡы алыуы илдең тәбиғи байлыҡтарға эйә булыуына түгел, бәлки хеҙмәт өсөн түләү ҡануниәтенең камиллығына һәм халыҡтың эшкә мөнәсәбәтенә бәйле.
Беҙҙең иҡтисад тарихсылары хәҙер илдең эске хәлен күрһәтеүсе һандарҙы АҠШ-тағылар менән сағыштырмаҫҡа тырыша, сөнки абсолют һандар ҙа, проценттар ҙа Рәсәй иҡтисадының Американыҡынан тиҫтәләрсә йылға артҡа ҡалғанлығы тураһында һөйләй. Шулай, Рәсәй ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеге АҠШ-тағынан 20–25 тапҡырға түбәнерәк. Әгәр 1990 йылда СССР-ҙың эске тулайым продукты АҠШ-тыҡынан өс мәртәбә аҙыраҡ булһа, 1999 йылда Рәсәй американдарҙан 20 тапҡырға ҡалышты. Хәҙер беҙҙең ошо күрһәткес буйынса артталыҡты иҡтисадсы Михаил Хазин 25–30 тапҡырға тип баһалай.
Был хәтлем артталыҡтың сәбәбе ил етәкселәренә лә, заводтағы ябай инженерға ла, баҫыуҙағы агрономға ла мәғлүм. Ул техник һәм технологик архаизм менән генә түгел, бәлки сәнәғәт тармаҡтарына хужа булған эшҡыуарҙарҙың тиҙ, сығымдар һалмай ғына төшөм алырға ынтылыуына бәйле. Эгоцентризм тигән күренеш сәнәғәт предприятиеһы хужаһына табыш килтерә, әммә быға ябай эшселәргә түләп еткермәү, ҡорамалдарҙың һуңғы сиккә етеп туҙыуы иҫәбенә өлгәшелә.
Ил иҡтисадының нефть һәм газ һатыуға ғына таяныуы табышты бүлешеүҙә ғәҙелһеҙлеккә килтерһә, икенсе яҡтан сәнәғәт предприятиеларын камил ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм өр-яңы технология индереү өсөн ҡыҙыҡһыныу уятмай. Был йәнә лә нефть-газ ятҡылыҡтарын хосусилаштырған эшҡыуарҙарға самаһыҙ байығыу форсатын бирә. Тәбиғи байлыҡтарҙы һатыуҙан килгән ғәйәт ҙур табыш олигархтар ҡулында ҡала, ә илдәге күпселек халыҡҡа, эш хаҡы, хәйриә фондтары рәүешендә, әлеге байлыҡтың осмото ғына эләгә. Бынан ун биш йыл элек хәлле тип иҫәпләнгән 20 процент Рәсәй халҡының килеме иң фәҡир 20 процент халыҡтың килеменән 14,5 тапҡырға күберәк булһа, хәҙер был нисбәт 19 тапҡырға етте. Бай тип иҫәпләнгән Японияла ла айырма 4,3 тапҡырҙан артмай.
Хәйер, байлыҡ менән фәҡирлек араһындағы упҡындың тәрәнәйә барыуын хакимдар таный, әммә, ошо хәл үҙгәрешһеҙ ҡалған хәлдә, бының социаль тетрәнеүҙәргә килтереү ихтималлығы тураһында халыҡҡа әйтергә тартына. Дмитрий Медведевтың “Рәсәй, алға!” тигән мәҡәләһендә лә, Мөрәжәғәтнамәләрендә лә ғәҙел, хатта тулҡынландырғыс факттар, ниәттәр әйтелде, ләкин улар, ғәҙәттәгесә, изге теләктәр булыуҙан үтә алманы. Владимир Путин имзаһы менән баҫылған мәҡәләләр ҙә үҙенә күрә манифест та, программа булыуға ла дәғүә итә. Ләкин, ниндәй генә оло маҡсаттар, патриотик ынтылыштар төргәгенә уралмаһын, уларҙа популизм ярылып ята. Хөкүмәт Рәйесенең элекке урынбаҫары Алексей Кудрин иҫәпләүенсә, Путиндың һайлау алды вәғәҙәләрен ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәй бюджетына, өҫтәмә рәүештә, 5-6 триллион һум аҡса табырға кәрәк. Тимәк, вәғәҙәләр йәнә ҡомдан ишкән арҡан кеүек булып ҡалыуы бик ихтимал.
Әйткәндәй, президентлыҡҡа һәр кандидаттың программаһында, күп һанлы сығыштарында халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығы мәсьәләләре үҙәк урында булды. Шул уҡ ваҡытта “Газпром” октябрь башынан газға хаҡты 26,3 процентҡа күтәрәсәген хәбәр итте. Был ғәмәлдең, сылбыр буйынса, ябай халыҡҡа килеп һуғасағы мәғлүм. Газ монополисы ҡомһоҙлоғон йүгәнләй алмай. Уның топ-менеджерҙары, айына йөҙҙәрсә мең һум хеҙмәт хаҡынан тыш, бонус рәүешендә йыл һайын миллиондарса доллар премия ала. “Газпром” футболсыларға, сәкән һуғыусыларға “хеҙмәт” хаҡын миллионлап һәм доллар менән түләй. Федераль бюджеттан ярҙам иҫәбенә көн күреүсе Дағстандың “Анжи” тип аталған футбол клубы тренеры Гус Хиддинкка олигарх Сөләймән Кәримов йылына ун миллион евро түләргә вәғәҙә иткән. Бына шундай “ғәҙеллек” һәм үҙ халҡыңа ҡарата хөрмәт.
Телевизорҙан фатирлы булыу өсөн һуңғы тиндәрен йыйып биреп тә төҙөүселәр тарафынан төп башына ултыртылған халыҡты күрһәтәләр. МММ пирамидаһының архитекторы Мавроди кешеләрҙе алдауын дауам итә. Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы буталсыҡтарҙың осона сығыр аҡыллы баштар әлегә табылмай. Ә банктар... Фатир өсөн ипотека кредиты алып, тоҙаҡтан ҡотола алмай сәбәләнеүселәр күпме. Америкала, мәҫәлән, халыҡтың бөтөн тормошо кредитҡа ҡоролған. Ул йорт өсөн дә, уҡырға ла, автомашинаға ла — һәр кәрәк-яраҡҡа ла кредит йүнәтә, сөнки 3 – 4 процентты өҫтәп түләү ауыр түгел. Беҙҙә иһә банктар 25–30 процентты ҡайыра, түләй алмаһаң, бар мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағаһың.
...Ҡыш, ниһайәт, сигенеп, яҙ етте. Халыҡта алағарай тип йөрөтөлгән апрелдә ҡар анда-һанда һибелеп ятһа ла, ҡыҙыулана барған ҡояш аҫтында улары ла күпкә сыҙамаҫ. Ҡыш буйы гаражда тороп зарыҡҡан машиналарыбыҙ менән йәнә юлға сығырбыҙ. Ләкин, ана, көҙ литры 26 һум булған бензин 30-ға менгән. Кемдеңдер, эшләп ыратмаһа ла, мулыраҡ тешләү дәрте ҡайтмаған. Тормош ағышы үҙгәрешһеҙ: эшләүсенән тешләүсе күберәк.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.