Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эй!” тиһәләр, боролоп ҡарамағыҙ...
Заман ҡатмарлана бара, һәм ул артабан да дауам итәсәк. Тарих һынауҙары айырым кешеләргә генә түгел, ә тотош милләттәргә лә баһа бирә һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ. Ә беҙҙең халыҡ хәҙерге тиҙ үҙгәреүсе шарттарға яраҡлаша беләме?
Мин тәбиғи бәлә-ҡаза рәүешендәге һынауҙарҙы әйтмәйем. Японияла “Фукусима” атом электр станцияһын һәм уның бөтөн тирә-яғын юҡҡа сығарған ер тетрәү күрһәтеүенсә, бындай һәләкәткә бер халыҡ та ҡаршы тора алмай. Технологик яҡтан иҫ киткес алға киткән ил ер тетрәүҙе булдырмау ғына түгел, уның башланырын ярты тәүлеккә булһа ла алданыраҡ иҫкәртеп тә өлгөрә алманы!
Ә һынау тип икенсе юҫыҡты күҙ уңында тотам: шул уҡ япондар был һәләкәт килтергән бәләне үтә ҙур сабырлыҡ менән ҡабул итте. Бер ҡараһаң, күпме туған-тыумаса һәләк булды, нисәмә кеше йорт-ерһеҙ ҡалды... Ығы-зығы ла, ер тырнап илау ҙа, хөкүмәтте ҡәһәрләү ҙә юҡ. Ер тетрәгәндә вайран булған хужалыҡтарҙан әйбер урлап алып китеү (мародерлыҡ) күренештәренең бөтөнләй теркәлмәүе тураһында матбуғатта ғәжәп итеп яҙҙылар. Күрәһең, был сифаттар япондарҙа быуаттар дауамындағы кешелекле тәрбиә һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндер.
Һәр милләттең уға ғына хас холҡо була. Көньяҡ халыҡтарын, мәҫәлән, беҙ ҡыҙыу ҡанлы, ә төньяҡ кешеләрен, киреһенсә, яй ҡуҙғалыусан һәм тыныс характерлы тип беләбеҙ. Милли психология үҙенсәлектәренә тәбиғи йәшәү шарттарынан алып социаль-сәйәси ҡоролошҡа саҡлы булған күп төрлө факторҙар йоғонто яһай. Дин, әҙәбиәт һәм сәнғәттең дә йоғонтоһо бында аҙ түгел. Ә башҡорттар тураһында нисек әйтергә мөмкин?
Өфөләге республика лицей-интернаттарының береһендә уның директоры менән һөйләшеүҙе хәтерләйем. Был уҡыу йорто райондарҙағы мәктәптәрҙән уҡыусылар йыя һәм V-тән алып XI класты бөткәнсе уҡыта. Ауыл балаларына сифатлыраҡ белем биреү, баш ҡала мәҙәниәтенә яҡындан ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолған ул. Тимәк, уны тамамлаған башҡорт балаларына юғары уҡыу йортона инеп китеүе, ҡала мөхитенә өйрәнеүе еңелерәк булырға тейеш. Тик, әлбиттә, уҡыусыларҙы бындай “кондиция”ға еткерә алырлыҡ һәләтле педагогик кадрҙар ҙа талап ителә.
— Уҡытыу эшендә ҙур тәжрибә туплаған педагогтарҙы йыябыҙ, — ти директор. — Тик бында уларҙан балалар менән эшләү буйынса һәләт кенә түгел, ә тейешле мәҙәни кимәл дә талап ителә. Әммә һәр уҡытыусы бындай юғары талаптарға яуап бирә тип әйтә алмайым. Бигерәк тә башҡорт ауылындағы мәктәптән килгән уҡытыусыларға ҡағыла был. Яңыраҡ ҡына “Эй! Һин! Кил әле бында, тиҙ бул!” тип коридорҙың икенсе осондағы балаға ҡысҡырған уҡытыусыны, үҙен генә ситкәрәк саҡырып алып, былай ҡыланырға һис ярамағанын аңлатҡайным. Уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә төшөндөрә киләм, “Эй!” тиһәләр, боролоп ҡарамағыҙ, кешелек ғорурлығығыҙҙы юғалтмағыҙ, ләкин башҡаларҙан ниндәй мөғәмәлә көтһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бүтәндәргә ҡарата шундай уҡ яҡшы мөғәмәлә итегеҙ — был һеҙгә тормошта бик күп ишектәрҙе асырға ярҙам итер”, тим.
Милли характер тигәндәй, кешегә яҡшы мөғәмәлә итеүҙәре һөҙөмтәһендә теләһә ниндәй ишектәрҙе астырып алға бара белеүсе бер милләт яҡшы билдәле, ул — йәһүдтәр. Донъяның иң билдәле фән, сәнғәт һәм әҙәбиәт вәкилдәре араһында был милләт кешеләре сағыштырып та булмаҫлыҡ дәрәжәлә күп. Уларҙың мейеһе икенсе төрлө булған өсөн түгел, әлбиттә, биологик яҡтан бөтәбеҙ ҙә берҙәй әҙәм балалары. Күрәһең, бында ла эш тәрбиәгә барып тоташалыр – ғаиләлә кескәй саҡтан уҡ баланың саҡ ҡына беленгән тәбиғи һәләтен дә үҫтерергә тырышаларҙыр. Тәбиғәт ҙур һәләт бирһә, яҡшы мөғәмәлә булыу-булмауы ғына мөһим түгелдер инде, тип әйтерһегеҙ, бәлки. Ә һеҙ был һорауҙы ижады өсөн иң хәл иткес булған йәшлек йылдарында үҙ халҡынан яҡлау һәм ярҙам ала алмаған башҡорт зыялыларына бирегеҙ — улар аңлатыр.
Уның ҡарауы, беҙҙең халыҡта: “Мин — тура һүҙле кеше, эсемдә кер йыйып йөрөтмәйем!” — тип әйткәндәрен йыш ишетергә була. Тураһын ғына әйтергә ғәҙәтләнгән кешенең мотлаҡ бер сәйер яғы була — үҙенә тураһын әйткәнде яратмай. Ул үҙе биргән баһа ғына дөрөҫ, ә һинең фекер төптө аҡылһыҙлыҡ тип һанай.
Шул ыңғайы тағы бер ваҡиғаны иҫкә алғым килә. Икеһе лә тура ”бәрҙерергә” яратҡан ике бер туған үҙ-ара һис һыйыша алмай, тора-бара хатта ҡан дошман булып киттеләр. Шуларҙың береһе менән һөйләшеп ҡарарға булдым. Тәүҙә уны маҡтаным (хатта йүнһеҙ тип һаналған кешенең дә ыңғай яҡтары бихисап), ғаиләһен ҡарар өсөн ғүмер буйы тырышыуын, эшендә профессионал булыуын да телгә алдым. Етешһеҙ яҡтарын иҫенә төшөрөп торманым, әлбиттә — мин уға судьямы ни? (Кемдә генә юҡ холҡондағы кире яҡтары, етмәһә, уға был турала ағаһы ла оноторға бирмәйҙер). Тора-бара һөйләшеү барыбер ағаһы менән булған мөнәсәбәткә күсте.
“Уның менән араны яҡшыртаһың киләме?” — тип һорайым. “Килә лә бит, — тине ул. — Тик ул минең менән һөйләшеп тә тормаясаҡ. Мин теләү менән генәме ни...” “Ә һөйләшергә риза булһа, һин һүҙҙе ниҙән башлар инең?” ”Минең яҡтан бер ниндәй ҙә ғәйеп юҡ икәнлеген, уның мине яңылыш аңлауын тағы бер тапҡыр, был юлы аңлайышлыраҡ итеп төшөндөрөп ҡарар инем”. “Юҡ, улай эшләмә, — тим, — һин тәүҙә унан ғәфү үтен дә тиҙ генә үҙеңде әрләүгә күс. Эттән алып эткә һалып һүк үҙеңде, киленең дә мин иҫәргә хәҙер ҡырын ҡарай, тип ебәр, еңгәңде, киреһенсә, маҡта...”
Икенсе осрашҡанда ул үҙе үк һүҙҙе шунан башланы. Баҡһаң, аралар йылынған, хатта ағаһының тыуған көнөнә лә барып ҡайтҡандар икән.
— Ә теге саҡта нисек булды — бер-берегеҙ менән аңлаша алдығыҙмы? – тим.
— Шул һин әйткәнсә эшләнем инде, әлдә һине осраттым, кәңәшеңә рәхмәт! — тип ҡыуандырҙы әңгәмәсем.
— Ул үҙен әрләй башланымы, ғәйепте үҙ өҫтөнә алдымы? — тим.
— Ә ҡайҙан белдең? — тип аптыраны был.
Юҡ, мин үҙемде бөтәһен дә яраштыра белеүсе аҡыллы баш тип һанамайым. Ләкин, был осраҡта мине, ярашыу маҡсатында ярамһаҡланырға кәңәш итеүсене, эсендә кер йыйып йөрөгән кеше тип буламы? Тура әйткән туғанына ярамаған, тип халыҡ белмәй әйткәнме? Бөйөк Гете ҡалдырған шундай һүҙҙәр бар: “Бәхәсләшеүсе ике кешенең иң аҡыллыһы ғәйепле”. Туранан-тура ”эш итеү” кешегә түгел, ә хайуанға хас сифат — ул ғына, оҡшамай икән, бара ла һөҙә. Кешелә әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ, күндәмлек булырға тейеш. Был турала ла башҡорт халҡы һәйбәт мәҡәл сығарған: “Яҡшы һүҙ — йән аҙығы”, йәғни яҡшы һүҙ өгөтләү, хәҡиҡәтте төшөндөрөргә ынтылыу һ.б. өсөн түгел, ә әҙәм балаһының йәненә аҙыҡ биреү маҡсатында әйтелә. Ниндәй киң мәғәнә һалынған ошо ҡыҫҡа ғына әйтемгә!
Бүтән милләттәр буйынса әйтә алмайым, ләкин туғандар араһындағы шундай ыҙғыштар башҡорттар араһында ни өсөндөр бик йыш осрай. Үҙегеҙ белгән интеллигенция вәкилдәрен генә иҫкә төшөрөгөҙ, шунда уҡ миҫалдар табырһығыҙ. Ә бит улар — үҙ милләтенең уҡымышлы кешеләре... Күрәһең, бында ла эш әлеге шул тәрбиәгә барып тоташа. Ана һөтө менән кермәгәнде...
Хатта туған-тыумаса араһында ла татыулыҡ юҡ икән, тимәк, милләттәштәр менән бер төптән эш итә белеү тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шуның өсөн дә артта ҡалабыҙ түгелме? Тап шул арҡала телебеҙҙе, бөтә мәҙәниәтебеҙҙе яҡлашырлыҡ хәлебеҙ самалы. Айырым шәхестәрҙең сығышын күтәреп алырлыҡ берҙәмлек кәрәк. Яңғыҙ яу ҡайтармай бит. Ә заман коммуникацияларының көсәйә барған баҫымы яуға тиң.
Беҙ — кешелек донъяһының бер өлөшө. Шуға күрә иғтибарҙан ситтә ҡала ла алмайбыҙ. Хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында башҡорттар менән нисек тиҙ уртаҡ тел табырға өйрәтеп, Андрей Атаев тигән иҡтисадсы “Сильные кадры” журналында, мәҫәлән, шулай тип яҙа: “Ыңғай сифаттарҙан тыш, башҡорттарҙа аралашыуҙағы ниндәйҙер тартыныуҙы ла күҙәтергә мөмкин, бынан тыш улар һәр саҡта ла тотанаҡлы һәм ныҡышмал түгел, ҡайһы бер осраҡтарҙа ваҡиғаларҙы төшөнкөлөк һәм һүлпәнлек менән ҡабул итеү ҙә хас. Башҡорттарҙың ҡапыл ҡыҙып китеүе лә бар, ләкин юғары яуаплылыҡ тойғоһо уларҙы тиҙ генә тынысланырға мәжбүр итә. Дөйөм алғанда, башҡорттар – йомарт күңелле халыҡ, ҡайһы берәүҙәр уларҙы хатта бер ҡатлыраҡ һәм теләһә ниндәй ҡыйырһытыуға ла түҙемле тип һанай...”
Ни өсөн беҙ шундай? Тәбиғәт балалары булғанғамы икән... Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙе тәбиғәттәге тереклектең бер төрө, йәғни биологик зат итеп кенә ҡараһаҡ, әлбиттә, үҙең өнәп бөтөрмәгән кешеләр менән һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға тырышып ыҙаланырға ла кәрәкмәйҙер. Ләкин үҙ-үҙеңә бикләнеп йәшәүҙең башҡаларҙан ныҡ артта ҡалыуға килтерәсәге бәхәсһеҙ.
Уйламай һөйләгән — ауырымай үлгән. Элегерәк был мәҡәлдең айышын бик төшөнмәй торғайным, йәшәй-йәшәй генә аңланым. “Уйламай һөйләү шәп түгел инде ул, тик ни өсөн ул кеше үлергә тейеш әле, етмәһә – ауырымайынса?” тип аптырай инем. Баҡһаң, уйламай һөйләүсе башҡаларҙан да үҙенә ҡарата шундай йүнһеҙ яуап һүҙҙәре ала, ҡайһы бер әңгәмәселәренең хатта тағы ла ҡатыраҡ, йәғни “үлтергәнсе” әйтеп ташлауы ла бар...
Шулай шул, ҡапыл ҡыҙып китеп “дөрөҫ” баһа биреп ташлайбыҙ ҙа һуңынан йыш ҡына үкенәбеҙ, тик эш инде уҙған була — ара боҙолған. Ярай ҙа уның менән бүтән осрашмаһаң, ләкин бер коллективта, бер йортта, бер табында гел күрешеп торорға тура килһә? Көн яманы китер, әҙәп яманы китмәҫ. Ә бит дөйөм мәнфәғәттең, шул иҫәптән милли мәнфәғәттәрҙең, байтаҡ мәсьәләләре кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә, беҙ ҡасан уртаҡ тел тапҡансы улар тағы ла ҡатмарлыраҡ булып китмәҫме?
Яҡшы һүҙ, яҡшы мөғәмәлә тураһында һүҙ сыҡһа, ҡайһы берәүҙәр: “Иң күрә алмағаным — юхалыҡ!” — тип ебәрә. Әҙәплелек менән юхалыҡты бутарға ярамай. Юха — ул мифологиялағы йылан, юхалыҡ — хәйләләп ярамһаҡланыу (Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, Өфө, 2004). Тимәк, ярамһаҡланыусы кешегә һинән нимәлер кәрәк. Әгәр ҙә һин ҙур түрә йә бай кеше булһаң. Ундай түгелһең икән, һинең алдыңда юхаланыуҙың мәғәнәһе лә ҡалмай бит. Әҙәплелек иһә — кеше араһында үҙеңде дөрөҫ тота белеүҙән килгән тыйнаҡлыҡ (шул уҡ һүҙлектән). Холҡо насар кешене, аҡыллы булһа ла, иҫәр, тиҙәр.
Бер-ике йыл самаһы элек районда эшләгән еренән яңы ғына республикалағы юғары вазифаларҙың береһенә үрләтелгән кешегә шылтыратҡайным. “Ҡасан киләһең һуң?” — тине ул, һаулыҡ алып тормайынса ғына. Күрәһең, минең һис бер ниндәй түрә булмауымды шәйләп алды. “Көнөн-сәғәтен үҙегеҙ әйтегеҙ инде, йомош бит минеке”, — тим. “Һуң! Килһәң, хәҙер кил дә мин бит уйнап ултырмайым!” — тип трубканы һалып та ҡуйҙы ул. Миңә тимәгәйе, көнө буйы уйнап ултырһын, ләкин бөтөнләй таныш түгел кеше менән нисек шулай һөйләшә ала икән? Бындай “әңгәмәгә” тарыусылар минән башҡа ла күптер тип уйлайым. Ә бит юғарыраҡ йәки үҙенә тиң кимәлдәге түрә шылтыратһа, ул икенсерәк һөйләшер ине. Берсә юхалап, берсә әҙәпле ҡыланып... Шундайҙарға ҡарап, бүтәндәр беҙҙең халыҡ тураһында хата фекер йөрөтә...
Ни өсөн беҙҙә шундайҙар йыш осрай икән? Барымта менән ҡарымта ҡалдырған ғәҙәттәр ҡандан сығып бөтмәгәнме әллә?.. Миҫалға килтергән түрә кеүектәрҙең ҡыланышы улар ауылда, йәғни, милли мөхит эсендә тәрбиәләнгәнгә шулайҙыр һымаҡ күренә миңә ҡайһы саҡ. Һәр хәлдә, ҡалала тыуып үҫеп ҡаланың интернациональ мәҙәниәтендә тәрбиә алған башҡорт балаһының холҡо икенсерәк.
Тупаҫ һүҙ тупаҫ йөрәктән сыға, ти инглиздәр. Ә ғәрәптәрҙә шундай әйтем дә бар икән: “Тураһын әйтергә йыйынған кешенең аты ҡапҡа төбөндә эйәрле торорға тейеш. Уның бер аяғы өҙәңгелә булһа, тағы ла яҡшыраҡ”. Әңгәмәсеңә уның тураһында нимә уйлағаныңды шунда уҡ әйтергәме, әллә әҙәп һаҡлап ҡалырғамы — һәр кем үҙ хәҡиҡәтен үҙе һайлай. Ҡылыҡ сәсһәң, холоҡ урырһың, холоҡ сәсһәң, яҙмыш урырһың.
Рәшит Кәлимуллин




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ИЛДАН
    ИЛДАН от 04.04.2012, 02:44
    БЫЛ МЭКЭЛЭНЕН ТЭРБИЭУИ ЭhЭМИЭТЕ БИК ЗУР. ОШО ТЕМАГА КУБЕРЭК ЯЗhАГЫЗ ИНЕ. РЭХМЭТ !

  2. Рушан
    Рушан от 05.04.2012, 15:37
    Эту статью должен читать каждый! И запомнить то, что там написано.

  3. Альфия
    Альфия от 05.04.2012, 17:01
    Статья несет в себе глубокую смысловую и воспитательную нагрузку.Автор мастерски преподнес этический вопрос в очень ненавязчивой,доступной и деликатной форме. Альфия Кремнева (Хусаинова), г.Москва

  4. Шайморат
    Шайморат от 08.04.2012, 22:51
    Бик бай һәм ҡыҙыҡлы мәҡәлә ныҡ оҡшаны.Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.Бик дөрөҫ яҙылған.Беҙҙен халыҡҡа тураһын әйтеү, ҡыҙып китеү, яраҡлаша белмәү, уртаҡ фекергә килә белмәү кеүек сифаттар ҡамасаулай. Шул уҡ ваҡытта ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттар ныҡ күҙгә сағыла. Бер - беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәйек, берҙәм булайыҡ. Ҡайһы ваҡытта "эйелгән башты ҡылыс сапмай", "әрһеҙлек үҙен өсөн, баҫалҡыллыҡ кеше өсөн" тигән мәҡәлде иҫтә тотоп эш итер кәрәк, туғандар.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873