Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күсле ил — көслө ил, йәғни зар илайҙыр йөклө ҡатындар...
Ғаиләлә бала донъяға килеү — һәр ата-әсә һәм зат-ырыу өсөн оло ҡыуаныс. Был матур ваҡиғаға бәйле йолалар быуындан быуынға тапшырыла килгән. Мәҫәлән, элек башҡорт ауылында бәпес тыуһа, бала тапҡан әсә ун көндәй түшәктә тәрбиәләнеп ятҡан, кендек инәһе уға хәл индереүсе төнәтмәләр эсергән, сихәт биреүсе майҙар һөрткән. Ауылдағы һәр ҡатын-ҡыҙ төрлө күстәнәс, бүләк тотоп, әсә менән сабыйҙың хәлен белә килгән, изге теләк теләгән, ир-ат атай кешегә хуплау һүҙҙәре әйткән. Ғаилә башлығы, ҡатынына яҡшы һүҙ ҡушып, хәленә күрә бүләген биреп, йорт-ҡураны, башҡа балаларын яҡшы ҡарап, һөйөнөп йөрөгән. Сабыйға исем ҡуштырыу, Хаҡ Тәғәләгә рәхмәт белдереп ҡорбан салыу кеүек йолаларҙы һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып башҡарған. “Бәпес бүләге” тип килгән бала-сағаға ваҡ-төйәк өләшеп биреү ғәҙәте лә булған. Ә беҙҙең көндәрҙә нисегерәк үтә был сара?

Бала — ожмах күбәләге

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың донъяға килеүенең мөһимлеге тоноҡлана төштө. Ниңә шулай килеп сыға? Сөнки нәҫел-нәсәп башында абруйлы ағинәй, аҡһаҡал юҡ, кешеләр бер-береһенә битараф. Балаһы тыуған бәғзе ир-ат бәпесенә, ҡатынына бүләк хәстәрләр урынға әшнәләре менән хәмер эсеп, “байрам итеү” яғын ҡарай. Тәрбиәһеҙлектән, хатта наҙанлыҡтан килә был хәл. Кемеһелер бала табырға ниәтләүсе ҡатынына: “Ҡыҙ булһа, барып алмайым”, — тип шарт ҡуйыуҙан да тартынмай. Тәүге балаһын көткән йәш ирҙең шулай кәләшен, бәпесен бала табыу йортонан барып алмауын ауыл халҡы ҡаты бәғерһеҙлек менән генә аңлата алды. Ҡайҙа тәгәрәйһең, йәш атай? Ҡайҙа ҡарайһығыҙ, ауыл ҡарттары?!
Бала табыу йортона һаулығын нығытырға килгән ҡайһы бер ҡатындарҙың хәлен күреп, бәғерҙәр өҙөлә. Эйе, төрлө мөғәмәлә бындағыларға. Кемгәлер көн һайын мул итеп йәшелсә-емеш килә, кемделер бәпесе тыуғас та сығыр алдынан сәскәгә, бүләккә күмәләр, фотоға, видеоға төшөрәләр, ә кемдәрҙер хәсрәтле уйға батып йөрөй, килеп хәл белешеүсе лә аҙ. Ай, эскелек, эскелек... “Малды ҡараһа ярар ине, өйҙә янғын-фәлән сығарып ебәрә күрмәһен, тәмәкеһен һүндермәй ташлай торған...”, “эсеп, туҙынып, балаларҙы ҡурҡытмаһа ярар ине”, “көн һайын, ҡасан ҡайтаһың, тип шылтырата, бисәләр эшен эшләп туйҙым, ти. Табип ҡайтармағас, ни эшләйем һуң...” Эй, бисара ҡатындар!.. Тыныс ҡына хәл йыя торған мәлдә шулай йөрәктәрегеҙҙең яныуы...
Өләсәйҙәр, ҡартәсәйҙәр, ҡартатайҙар, улығыҙҙың был ҡылығы өсөн ғәйеп кемдә?! Хөкүмәт эше тип, һеҙ иртәнән кискәсә өҙгөләнгәнһегеҙҙер ҙә, ә өләсәйҙәре, ҡартатайҙары ниндәй тәрбиә биргән?! Нәҫелегеҙҙә бөгөн иң оло кеше кем? Унан кәңәш һораусы бармы? Кәңәш бирерлек дәрәжәлә аҡыллымы, абруйлымы? Һорауҙар, һорауҙар... Яуапһыҙ һорауҙар. Ғәйепте хөкүмәт етәкселегенән күрергә мөмкин: буласаҡ атайҙарға консультация үткәрелмәй, йәштәр атай-әсәй булыуҙың әһәмиәтен белмәйенсә никахҡа инә, аңлатыу эше алып барылмай һәм башҡалар. Әммә төп сәбәп — ғаиләлә. Ғаилә лә бәләкәй дәүләт: уның башлығы, аҡса иҫәпләүсеһе, мал табыусыһы, матур йолалары, тәртип ҡанундары булырға тейеш. Әгәр яңы ғаилә ҡорған ир “балам тыуҙы” тип шешә ҡосаҡлап, аңын юйып йөрөй икән, унан ниндәй атай, яҡшы хужа, хәстәрлекле тормош юлдашы сыҡһын? Йәшерен-батырын түгел, күпселек ир-ат ҡатыны йөклө саҡта ла холоҡһоҙлана, бәйелһеҙ ҡылана. Бала ҡәҙерен белмәгән кеше мәңге йәлсемәҫ, мандымаҫтыр. Дини тәғлимәттәргә ҡолаҡ һалғанда ла, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең: “Һеҙҙең балаларығыҙ — ожмах күбәләктәре ул...” — тигән һүҙҙәренә юлығабыҙ. Дин дә, ата-бабаларҙың йәшәйеш аҡылы ла бала көткән ҡатын менән айырыуса һаҡ һөйләшергә, уны йәберләмәҫкә, ураған һайын ҡыуандырып торорға, яйына килергә ҡуша. Йөклө ҡатын ҡайғырһа, уның йөрәге аҫтындағы сабый ҙа ҡайғыра, тигәндәр. Боронғолар буласаҡ әсәнең күҙ йәше төшөүҙән ҡурҡҡан. Шат, тыныс ҡатындан һау-сәләмәт сабый донъяға килер, тип юрағандар.
...Бала табыу йортондағыларҙың күбеһе тешен ҡыҫып, сабыйын ҡулға алыр көндө көтә. “Иптәшем, бәлки, малай көткәндер ҙә, ҡыҙ булды”, — ти береһе, һағышлы йылмайып. Әллә инде, уның эсергә яратҡан ире малай тыуһа ла, ҡыҙ тыуһа ла түңкәрелеп киткәнсе эсәсәк. Бәлки, ҡыҙ тыуыуы яҡшыраҡтыр — эсеп йөрөгән, эшләмәгән ир малайға ниндәй тәрбиә бирер? “Ҡыҙ кәрәк тип кенә ниәтләгәйнем, тағы малай тыуҙы. Ҡыҙың менән серләшеүгә ни етә инде. Әллә ниңә Хоҙай ҡыҙ бирмәй ҙә ҡуясы...” — ти икенсе ҡатын. “Беҙгә кем булһа ла ярай, тик һау, ғүмерле булһын сабый”, — тип өҙә һуға өсөнсөһө. Эйе, һау-сәләмәт кенә тыуып, ҡотло ғаиләнең йылы усағы янында ирәбеләнеп кенә үҫергә яҙһын сабыйҙарға!
...Ике ғаиләлә ике сабый донъяға килде. Береһендә атай кеше улы өсөн Хаҡ Тәғәләгә рәхмәт белдереп, ҡорбанға һарыҡ салып, ҙур табын йыйҙы, мохтаждарға өлөш таратып бирҙе. Йәнә бер матур көндә сабыйына исем туйы үткәреп, ғаиләһе алдында ла, Хоҙай алдында ла бурысын үтәне. Афарин ирмен тигән иргә!
Икенсе ғаиләлә ир йораты, малайы тыуыуы тураһында хәбәр алғас, тәү эше тип магазинға сапты, йыландай телен болғап, һатыусынан һәр төрлө иҫерткес эсемлекте бурысҡа яҙҙырҙы, ҡулланыу ваҡыты уҙған тоҙло балыҡ, колбаса кеүек ҡый-һай аҙыҡ-түлеген ҡушты. Ишектән сығып барғанда, өйҙәге балалары иҫенә төшөп, уларға лимонад һорап алды. Бушлай һыйланырға яратҡан бер нисә ир, ауыҙ һыуҙарын ағыҙып, магазин төбөндә йәш атайҙы көтә ине...

Шәжәрә байрамы уйынға ғына ҡоролмаһын

Һуңғы йылдарҙа шәжәрә байрамы уҙғарыу йышайҙы. Туған-тыумасаның аралашып тороуы — матур күренеш, әлбиттә. Тик программалары бер төрлө шул уларҙың — бәләкәй һабантуй, мәжлес. Асылда был сара нәҫел-нәсәп ағинәйҙәрен, аҡһаҡалдарын барлау, ырыуҙағы ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, шуның менән үҙ баһаларын арттырыу, бер-береңә ярҙам итеү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эш булырға тейеш. Шунда уҡ ырыу советы төҙөргә, йәштәр менән эшләүсе айырым етәксене, балаларға тәрбиәүи саралар ойоштороусыны билдәләү зарур. Шул саҡта, бәлки, ырыу алдында намыҫымды төшөрмәйем, тип һәр ғаилә башлығы рухланыр, ең һыҙғаныр ине.
Сабыйҙар донъяға бер тигеҙ тыуа, ә уны оло тормош һынауҙарына әҙерләү — ата-әсәнең, зат-ырыуҙың намыҫ эше. Йәнә, өлкәндәр үлер ҙә китер, ә балалар сыбыҡ осо туғанына хәтле белергә бурыслы. Был киләсәктә туған тейешле йәштәрҙең өйләнеү күренешенә кәртә ҡуйыр. Юҡҡа ғына боронғолар: “Киленде ете тау артынан барып ал”, — тимәгәндер.

Һүҙ аҙағында

...Яҙманы бала табыу йортондағы күпселек ҡатындарҙың һағышлы яҙмышын бәйән итеүҙән башлағайным. Башҡорт ҡунаҡсыл, киң күңелле, мәрхәмәтле тигән даныбыҙ йәшәй. Халыҡтың ырыу арттырыр ҡатындарына ҡасан дөйөм миһырбанлыҡ булдырылыр, ат уйнатыр булдыҡлы егеттәр тәрбиәләгән ысын атайҙарға ҡасан мәртәбә артыр? Бала ҡәҙерен белмәгән нәҫел-ырыу ни менән ғорурланыр?
Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә