Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәпкә әйләнгән өй
Йоҡонан иртә тороп, мәктәпкә ашығыу, дәрестә уҡытыусының һәр һүҙен иғтибарлы тыңлап ултырырға мәжбүр булыу, баһа алыу өсөн һабаҡташтарың менән сәмләнеп ярышыу, өлкән кластағылар һәм һуғыш суҡмарҙары алдында үҙеңде яҡларға өйрәнеү... Ҡайһы бер ата-әсәләр, насар эҙемтәләргә килтереүенән хәүефләнеп, балаларын бындай тормош шарттарынан араларға тырыша һәм хоумскулинг тигән заманса ысулды һайлай. Ябай ғына итеп әйткәндә, өйҙә белем алыу инде ул.


XX быуаттың 60-сы йылдары аҙа­ғында мәғариф системаһы эшмәкәр­ле­генең түбән сифатына яуап рәүе­шен­дә Көнбайыш илдәрендә барлыҡ­ҡа килгән был хәрәкәткә АҠШ педагогы Джон Холттың “Балаларҙың уңышһыҙ­лыҡҡа осрауы сәбәптәре” һәм Австрия фәлсәфәсеһе Иван Илличтың “Мәктәп­тәрҙән азат ителеү” тигән китаптары нигеҙ һалған. Хоумскулинг әлегә 45 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә закон тарафынан рөхсәт ителә. Өйҙә белем алыуҙың анскулинг тигән төрө лә бар, әммә ул беҙҙең ҡануниәткә тап килмәй, сөнки баланың мәктәп менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмауын, алдан төҙөлгән программаһыҙ уҡыуын күҙ уңында тота.
Ғөмүмән, ҡасандыр физик мөмкин­лектәре сикләнгән йә аң кимәле үҫеш­мәгән балалар ғына дәрескә йөрөмәй тип һанай инек, хәҙер үҙ ғаиләһендә белем алыусылар иҫәбен айырыуса һәләтле уҡыусылар ҙа тулыландыра. Үҙәк матбуғат баҫмаларындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә яңы ысулды һайлаусылар йылдан-йыл күбәйә. Ә нимәһе шул тиклем уңайлы икән уның? Ниндәй әтнәкәләре бар?
Ҡайһы бер балалар мәктәпкә тиклем үк йәки башланғыс кластарҙа саҡта ниндәйҙер айырым фәнгә ныҡ ылығып киткеләй. Әйтәйек, матема­тикаға. Дөйөм уҡытыу программаһына ярашлы шөғөлләнеүҙән ҡәнәғәтлек кисермәйҙәр, башҡа дәрестәр менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Тап шундай мәлдә ата-әсәләр ярҙамға килә лә инде. Ғаилә башлыҡтары һәләтле балаға дәртләндереү маҡсатында яратҡан фәненән өҫтәмә эштәр бирә, яратмағандары буйынса ла өлгәшһен өсөн ниндәйҙер башҡа программа нигеҙендә дәрес үткәрә йәки репетитор яллай ала. Махсус түңәрәктәргә, секцияларға яҙылырға була.
Бөгөн Интернет селтәрендә өҫтәмә белем биреү йәһәтенән бихисап мөмкинлек тәҡдим ителә: онлайн-курс­тар, видеодәрестәр, мәғлүмәт сайттары... Әгәр ата-әсә уҡымышлы кешеләр икән, уларҙы өйрәнеп, бәләкәстәргә төшөндөрөүҙең бер ниндәй ҡыйынлығы юҡтыр. Бәғзеләр проектлы уҡытырға тырыша. Өйҙә шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән махсус программа, мәҫәлән, “Любизар” тип аталды, ти. Был теманы өйрәнгән саҡта бала тарих, әҙәбиәт, география, физика һ.б. буйынса белем ала, өҫтәүенә ватансылыҡ рухында тәрбиәләнә.
Һәр осраҡта уҡытыусыларҙан ғәйеп эҙләргә ярамай. Мәктәптә төрлө балалар бар: ныҡ аҡыллыһы ла, урта­саһы ла, артта ҡалыусыһы ла. Бер нисә тиҫтә уҡыусы өсөн дәрес үткәр­гәндә һәр ҡайһыһының күңеленә асҡыс табыу, барыһын да иғтибар менән солғау анһатмы һуң? Көсһөҙөрәктәрҙе алға һөйрәйем тигән хәлдә көслөләр “тышала”. Ә бына айырым шөғөл­лән­гәндә юғары һөҙөмтәгә ышаныс ҙуры­раҡ, ти белгестәр. Ата-әсәләр өҫтә­үенә үҙ балаларының нимәгә маһир булыуын, холоҡ-фиғелен яҡшыраҡ белә. Әлбиттә, уҡығаны ла, уҡытҡаны ла бер-береһенә ҡарата яуаплы­лыҡтың ни икәнен аңларға тейеш.
Өйҙә белем алыусылар, әйткәндәй, берәй мәктәпкә беркетелеп, тәғәйен ваҡытта шунда аттестация үтеп торорға бурыслы. Был һынауҙарҙы ни рәүешле һәм ҡасан ойошторорға кәрәклеген ата-әсәләр мәктәп хакимиәте менән берлектә билдәләй. Мәҫәлән, һәр фәндән йылына бер-ике мәртәбә йәки сирек һайын имтихан булыуы мөмкин. Берәүҙәр тотош курс буйынса тест үткәрһә, икенселәр темаларға ярашлы контроль эштәрҙе һайлай. Алған баһаларына ҡарап, баланы киләһе класҡа күсереү-күсермәү мәсьәләһе хәл ителә. Ҡануниәткә ярашлы IX класты тамамлағандан һуң Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә, XI кластың аҙағында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк.
Йәмәғәтселектең фекеренә ҡара­ған­да, ата-әсәләрҙең өйҙә уҡытыу ысулын һайлауының бер сәбәбе – мәктәптә балаларға шәхсән ҡараш юҡлығы. “Берҙәм дәүләт имтиханы барлыҡҡа килеү, ҡағыҙ эштәренең артыуы арҡаһында белем биреүгә ижади ҡараш бөттө, – ти күптәр. – Сәбәп уҡытыусыларҙа түгел, ә системала”.
Шәхсән ҡараш тигәндән, өйҙә үҙал­лы шөғөлләнгән хәлдә ғаилә баш­лыҡтары менән балалар күберәк аралаша, ниндәйҙер спорт төрө, бейеү, музыка буйынса махсус дәрестәр алыу, телдәр өйрәнеү өсөн мөмкин­лектәр киңәйә. Ә бына хоумску­лингтың иң төп кире яҡтарының береһе – йәмғиәткә яраҡлашыу йәһәтенән тәжрибә бирмәүе. Хәйер, һуңғы социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғаиләһендә белем алғандар сит мөхиттә үҙен тотоу яғынан мәктәп тамамлағандарҙан һис тә кәм түгел. Был, бәлки, уларҙың төрлө түңәрәк­тәргә, күмәк кеше ҡатнашҡан сара­ларға йыш йөрөй алыуына бәйлелер.
Шулай ҙа өйҙә уҡытыу һәр балаға, һәр ата-әсәгә ҡулай була алмай. Юғиһә берәй уҡытыусыға, мәктәп етәкселе­генә булған үпкәһен баҫыу өсөн генә сабыйына үҙаллы белем бирергә ҡарар ҡылыусылар осрауы ихтимал. Онотмағыҙ: ҡулығыҙҙа – кеше яҙмы­шы. Баланы аҡыллы ла, тәртипле лә итеү бурысын бары мәктәпкә япһа­рырға ла ярамай. Ҡыҙыҡлы китаптар, сайттар, уйындар ярҙамында дәрестән тыш шөғөлләнергә; түңәрәктәргә, секцияларға яҙылырға; ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың һәләттәрен асыҡларға, үҫтерергә тырышырға кәрәк. Мәғариф системаһы быны хуплай ғына.


Автор: Д. МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә