Мәктәпкә әйләнгән өй28.03.2017
Йоҡонан иртә тороп, мәктәпкә ашығыу, дәрестә уҡытыусының һәр һүҙен иғтибарлы тыңлап ултырырға мәжбүр булыу, баһа алыу өсөн һабаҡташтарың менән сәмләнеп ярышыу, өлкән кластағылар һәм һуғыш суҡмарҙары алдында үҙеңде яҡларға өйрәнеү... Ҡайһы бер ата-әсәләр, насар эҙемтәләргә килтереүенән хәүефләнеп, балаларын бындай тормош шарттарынан араларға тырыша һәм хоумскулинг тигән заманса ысулды һайлай. Ябай ғына итеп әйткәндә, өйҙә белем алыу инде ул.
XX быуаттың 60-сы йылдары аҙағында мәғариф системаһы эшмәкәрлегенең түбән сифатына яуап рәүешендә Көнбайыш илдәрендә барлыҡҡа килгән был хәрәкәткә АҠШ педагогы Джон Холттың “Балаларҙың уңышһыҙлыҡҡа осрауы сәбәптәре” һәм Австрия фәлсәфәсеһе Иван Илличтың “Мәктәптәрҙән азат ителеү” тигән китаптары нигеҙ һалған. Хоумскулинг әлегә 45 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә закон тарафынан рөхсәт ителә. Өйҙә белем алыуҙың анскулинг тигән төрө лә бар, әммә ул беҙҙең ҡануниәткә тап килмәй, сөнки баланың мәктәп менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмауын, алдан төҙөлгән программаһыҙ уҡыуын күҙ уңында тота.
Ғөмүмән, ҡасандыр физик мөмкинлектәре сикләнгән йә аң кимәле үҫешмәгән балалар ғына дәрескә йөрөмәй тип һанай инек, хәҙер үҙ ғаиләһендә белем алыусылар иҫәбен айырыуса һәләтле уҡыусылар ҙа тулыландыра. Үҙәк матбуғат баҫмаларындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә яңы ысулды һайлаусылар йылдан-йыл күбәйә. Ә нимәһе шул тиклем уңайлы икән уның? Ниндәй әтнәкәләре бар?
Ҡайһы бер балалар мәктәпкә тиклем үк йәки башланғыс кластарҙа саҡта ниндәйҙер айырым фәнгә ныҡ ылығып киткеләй. Әйтәйек, математикаға. Дөйөм уҡытыу программаһына ярашлы шөғөлләнеүҙән ҡәнәғәтлек кисермәйҙәр, башҡа дәрестәр менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Тап шундай мәлдә ата-әсәләр ярҙамға килә лә инде. Ғаилә башлыҡтары һәләтле балаға дәртләндереү маҡсатында яратҡан фәненән өҫтәмә эштәр бирә, яратмағандары буйынса ла өлгәшһен өсөн ниндәйҙер башҡа программа нигеҙендә дәрес үткәрә йәки репетитор яллай ала. Махсус түңәрәктәргә, секцияларға яҙылырға була.
Бөгөн Интернет селтәрендә өҫтәмә белем биреү йәһәтенән бихисап мөмкинлек тәҡдим ителә: онлайн-курстар, видеодәрестәр, мәғлүмәт сайттары... Әгәр ата-әсә уҡымышлы кешеләр икән, уларҙы өйрәнеп, бәләкәстәргә төшөндөрөүҙең бер ниндәй ҡыйынлығы юҡтыр. Бәғзеләр проектлы уҡытырға тырыша. Өйҙә шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән махсус программа, мәҫәлән, “Любизар” тип аталды, ти. Был теманы өйрәнгән саҡта бала тарих, әҙәбиәт, география, физика һ.б. буйынса белем ала, өҫтәүенә ватансылыҡ рухында тәрбиәләнә.
Һәр осраҡта уҡытыусыларҙан ғәйеп эҙләргә ярамай. Мәктәптә төрлө балалар бар: ныҡ аҡыллыһы ла, уртасаһы ла, артта ҡалыусыһы ла. Бер нисә тиҫтә уҡыусы өсөн дәрес үткәргәндә һәр ҡайһыһының күңеленә асҡыс табыу, барыһын да иғтибар менән солғау анһатмы һуң? Көсһөҙөрәктәрҙе алға һөйрәйем тигән хәлдә көслөләр “тышала”. Ә бына айырым шөғөлләнгәндә юғары һөҙөмтәгә ышаныс ҙурыраҡ, ти белгестәр. Ата-әсәләр өҫтәүенә үҙ балаларының нимәгә маһир булыуын, холоҡ-фиғелен яҡшыраҡ белә. Әлбиттә, уҡығаны ла, уҡытҡаны ла бер-береһенә ҡарата яуаплылыҡтың ни икәнен аңларға тейеш.
Өйҙә белем алыусылар, әйткәндәй, берәй мәктәпкә беркетелеп, тәғәйен ваҡытта шунда аттестация үтеп торорға бурыслы. Был һынауҙарҙы ни рәүешле һәм ҡасан ойошторорға кәрәклеген ата-әсәләр мәктәп хакимиәте менән берлектә билдәләй. Мәҫәлән, һәр фәндән йылына бер-ике мәртәбә йәки сирек һайын имтихан булыуы мөмкин. Берәүҙәр тотош курс буйынса тест үткәрһә, икенселәр темаларға ярашлы контроль эштәрҙе һайлай. Алған баһаларына ҡарап, баланы киләһе класҡа күсереү-күсермәү мәсьәләһе хәл ителә. Ҡануниәткә ярашлы IX класты тамамлағандан һуң Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә, XI кластың аҙағында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк.
Йәмәғәтселектең фекеренә ҡарағанда, ата-әсәләрҙең өйҙә уҡытыу ысулын һайлауының бер сәбәбе – мәктәптә балаларға шәхсән ҡараш юҡлығы. “Берҙәм дәүләт имтиханы барлыҡҡа килеү, ҡағыҙ эштәренең артыуы арҡаһында белем биреүгә ижади ҡараш бөттө, – ти күптәр. – Сәбәп уҡытыусыларҙа түгел, ә системала”.
Шәхсән ҡараш тигәндән, өйҙә үҙаллы шөғөлләнгән хәлдә ғаилә башлыҡтары менән балалар күберәк аралаша, ниндәйҙер спорт төрө, бейеү, музыка буйынса махсус дәрестәр алыу, телдәр өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр киңәйә. Ә бына хоумскулингтың иң төп кире яҡтарының береһе – йәмғиәткә яраҡлашыу йәһәтенән тәжрибә бирмәүе. Хәйер, һуңғы социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғаиләһендә белем алғандар сит мөхиттә үҙен тотоу яғынан мәктәп тамамлағандарҙан һис тә кәм түгел. Был, бәлки, уларҙың төрлө түңәрәктәргә, күмәк кеше ҡатнашҡан сараларға йыш йөрөй алыуына бәйлелер.
Шулай ҙа өйҙә уҡытыу һәр балаға, һәр ата-әсәгә ҡулай була алмай. Юғиһә берәй уҡытыусыға, мәктәп етәкселегенә булған үпкәһен баҫыу өсөн генә сабыйына үҙаллы белем бирергә ҡарар ҡылыусылар осрауы ихтимал. Онотмағыҙ: ҡулығыҙҙа – кеше яҙмышы. Баланы аҡыллы ла, тәртипле лә итеү бурысын бары мәктәпкә япһарырға ла ярамай. Ҡыҙыҡлы китаптар, сайттар, уйындар ярҙамында дәрестән тыш шөғөлләнергә; түңәрәктәргә, секцияларға яҙылырға; ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың һәләттәрен асыҡларға, үҫтерергә тырышырға кәрәк. Мәғариф системаһы быны хуплай ғына.