Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уйын уйнап, таҡмаҡ әйтеп
Иҫәнғолдоң 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Унда 600-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, араларында төрлө милләт вәкилдәре бар. Мәктәптә йыһазландырылған бер башҡорт теле кабинеты эшләй. Китапхана уҡыусыларҙы етерлек күләмдә дәреслектәр һәм ҡулланмалар менән тәьмин итә.
Урыҫ мәктәбендә башҡорт теленә өйрәтеүҙә бик ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә, сөнки кемгәлер ул туған тел булһа, берәүҙәргә бөтөнләй сит.
Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу юлға һалынған, шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Хәҙер уҡытыусы алдында торған бурыс – уҡыу сифатын һәм башҡорт теленең фән булараҡ бәҫен күтәреү. Бының өсөн телде методик принциптарға таянып өйрәтергә, быға тиклем уҡыу процесында осраған типик хаталарҙы, проблемаларҙы анализлап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.
Беренсе проблема – яңыртылған уҡыу программалары һәм шуларға ярашлы уҡыу-методик тупланмалары. Башланғыс кластарҙа быға тулыһынса өлгәшелгән, ә бына V – VI кластарҙа эш дәфтәрҙәре лә, методик ҡуллан­малар ҙа булһа, VII кластар өсөн дәреслектәр генә килде, VIII – IX клас­тарҙа әллә ҡасанғы дәреслектәр менән уҡытабыҙ.
Икенсенән, квалификацияны камиллаштырыу курсы хаҡында ла уйла­нырға урын бар. Курсҡа алдынғы ҡа­рашлы педагог-практиктарҙы саҡырып, уларҙың эш тәжрибәһе менән танышыу күпкә отошло булыр ине.
Өсөнсөнән, күп осраҡта башҡорт теле дәрестәре традицион формала үтә. Предметҡа ҡарата һөйөү һүрел­мәһен, киреһенсә, артһын өсөн ғәҙәти дәрестә лә традицион булмаған эш төрҙәрен ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, уйын элементтары, йыр, таҡмаҡтар өйрәнеү, диалогтар төҙөү ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәтеүҙең төп бурысы – уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, уларҙа башҡорт телендә аралашыу мөмкинлеген тыу­ҙырыу. Бының өсөн, тәү сиратта, телдең фонетик, лексик-грамматик структу­раһын белеү, икенсенән, ошо телдә һөйләшә алырлыҡ итеп күнектереү кәрәк, ләкин бында ла үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Беренсенән, телде өйрәнеү өсөн реаль мотивтың булмауы. Икенсе төрлө әйткәндә, уҡыусылар туған телендә бөтә проблемаларын хәл иткәндә, башҡорт теле улар тарафынан уҡыу предметтарының береһе тип кенә ҡабул ителә. Шуға ла уҡыусыларҙың аралашыу даирәһен киңәйтергә, башҡорт теленең матурлығын һәм байлығын күрә белергә, халыҡтың мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Икенсе ҡыйынлыҡ – һөйләмдәр төҙөгәндә, уҡытыусы йә башҡа кешеләр менән һөйләшкәндә уҡыусы туған теленең телмәр үҙенсәлектәренә таяна, туранан-тура тәржемә яһай, телмәр ҡытыршылыҡтары барлыҡҡа килә.
Өсөнсө ҡыйынлыҡ – шәхси-психологик ҡаршылыҡ. Уҡыусы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәүҙән ояла, тиҫтерҙәренең көлөүенән ҡурҡа, үҙ-үҙенә ышанысын юғалта. Ошо ҡыйынлыҡтарҙы аңлау уҡытыусыға дөрөҫ юлды табырға һәм ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә. Былар береһе лә хәл итмәҫтәй мәсьәләләр түгел.
Башҡорт телен баланың туған теле­нә таянып өйрәтеү, уға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, дәүләт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө алымдар ҡулланыу отошло буласаҡ. Мәҫәлән, шиғыр, хикәйә яҙыу, рифмалы һүҙҙәр уйлау, кроссворд сисеү, ролдәргә бүленгән уйындар ҡулланыу, төрлө эпизодтарҙы сәхнәләштереү, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, улар ҡатнаш­лығында милли байрамдар үткәреү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Бындай эш төрҙәре аша уҡыусы белем алыу менән бер рәттән, эш процесында әүҙем ҡатнашып, ижади яҡтан үҫешә, телде өйрәнеү теләге лә уяна. Дәрестә тыуған бындай хеҙмәттәшлек уҡыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. “Башҡорт теле көнө” үткәреү – бер көн буйы тәнәфестә бөтә уҡыусыларға ла, уҡы­тыусыларға ла башҡортса һөйләшеү, ярыштар, төрлө уйындар ойоштороу. Был саралар аҙ булһа ла телде пропагандалауға өлөш индерер ине.
Башҡорт теле дәрестәрен заман талабына ярашлы рәүештә компьютерҙы ҡулланып уҡытыу хәҙерге белем биреүҙә ҙур урын биләй. Был дәрес һәм кластан тыш эштәрҙе үткәреүҙе һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы итә. Шулай ҙа бер компьютер ҙа уҡытыусыны алмаштыра алмай.
Белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына үҙ белемен даими камиллаштырыу өҫтөндә эшләү, методик һәм педагогик принциптарға таянып, традицион булмаған яңы алымдар ҡулланып уҡытыу мөһим.


Автор: Ф. ЯҠШЫБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә