Уйын уйнап, таҡмаҡ әйтеп15.03.2017
Иҫәнғолдоң 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Унда 600-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, араларында төрлө милләт вәкилдәре бар. Мәктәптә йыһазландырылған бер башҡорт теле кабинеты эшләй. Китапхана уҡыусыларҙы етерлек күләмдә дәреслектәр һәм ҡулланмалар менән тәьмин итә.
Урыҫ мәктәбендә башҡорт теленә өйрәтеүҙә бик ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә, сөнки кемгәлер ул туған тел булһа, берәүҙәргә бөтөнләй сит.
Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу юлға һалынған, шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Хәҙер уҡытыусы алдында торған бурыс – уҡыу сифатын һәм башҡорт теленең фән булараҡ бәҫен күтәреү. Бының өсөн телде методик принциптарға таянып өйрәтергә, быға тиклем уҡыу процесында осраған типик хаталарҙы, проблемаларҙы анализлап, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.
Беренсе проблема – яңыртылған уҡыу программалары һәм шуларға ярашлы уҡыу-методик тупланмалары. Башланғыс кластарҙа быға тулыһынса өлгәшелгән, ә бына V – VI кластарҙа эш дәфтәрҙәре лә, методик ҡулланмалар ҙа булһа, VII кластар өсөн дәреслектәр генә килде, VIII – IX кластарҙа әллә ҡасанғы дәреслектәр менән уҡытабыҙ.
Икенсенән, квалификацияны камиллаштырыу курсы хаҡында ла уйланырға урын бар. Курсҡа алдынғы ҡарашлы педагог-практиктарҙы саҡырып, уларҙың эш тәжрибәһе менән танышыу күпкә отошло булыр ине.
Өсөнсөнән, күп осраҡта башҡорт теле дәрестәре традицион формала үтә. Предметҡа ҡарата һөйөү һүрелмәһен, киреһенсә, артһын өсөн ғәҙәти дәрестә лә традицион булмаған эш төрҙәрен ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, уйын элементтары, йыр, таҡмаҡтар өйрәнеү, диалогтар төҙөү ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәтеүҙең төп бурысы – уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, уларҙа башҡорт телендә аралашыу мөмкинлеген тыуҙырыу. Бының өсөн, тәү сиратта, телдең фонетик, лексик-грамматик структураһын белеү, икенсенән, ошо телдә һөйләшә алырлыҡ итеп күнектереү кәрәк, ләкин бында ла үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Беренсенән, телде өйрәнеү өсөн реаль мотивтың булмауы. Икенсе төрлө әйткәндә, уҡыусылар туған телендә бөтә проблемаларын хәл иткәндә, башҡорт теле улар тарафынан уҡыу предметтарының береһе тип кенә ҡабул ителә. Шуға ла уҡыусыларҙың аралашыу даирәһен киңәйтергә, башҡорт теленең матурлығын һәм байлығын күрә белергә, халыҡтың мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Икенсе ҡыйынлыҡ – һөйләмдәр төҙөгәндә, уҡытыусы йә башҡа кешеләр менән һөйләшкәндә уҡыусы туған теленең телмәр үҙенсәлектәренә таяна, туранан-тура тәржемә яһай, телмәр ҡытыршылыҡтары барлыҡҡа килә.
Өсөнсө ҡыйынлыҡ – шәхси-психологик ҡаршылыҡ. Уҡыусы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәүҙән ояла, тиҫтерҙәренең көлөүенән ҡурҡа, үҙ-үҙенә ышанысын юғалта. Ошо ҡыйынлыҡтарҙы аңлау уҡытыусыға дөрөҫ юлды табырға һәм ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә. Былар береһе лә хәл итмәҫтәй мәсьәләләр түгел.
Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәтеү, уға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, дәүләт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө алымдар ҡулланыу отошло буласаҡ. Мәҫәлән, шиғыр, хикәйә яҙыу, рифмалы һүҙҙәр уйлау, кроссворд сисеү, ролдәргә бүленгән уйындар ҡулланыу, төрлө эпизодтарҙы сәхнәләштереү, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, улар ҡатнашлығында милли байрамдар үткәреү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Бындай эш төрҙәре аша уҡыусы белем алыу менән бер рәттән, эш процесында әүҙем ҡатнашып, ижади яҡтан үҫешә, телде өйрәнеү теләге лә уяна. Дәрестә тыуған бындай хеҙмәттәшлек уҡыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. “Башҡорт теле көнө” үткәреү – бер көн буйы тәнәфестә бөтә уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла башҡортса һөйләшеү, ярыштар, төрлө уйындар ойоштороу. Был саралар аҙ булһа ла телде пропагандалауға өлөш индерер ине.
Башҡорт теле дәрестәрен заман талабына ярашлы рәүештә компьютерҙы ҡулланып уҡытыу хәҙерге белем биреүҙә ҙур урын биләй. Был дәрес һәм кластан тыш эштәрҙе үткәреүҙе һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы итә. Шулай ҙа бер компьютер ҙа уҡытыусыны алмаштыра алмай.
Белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына үҙ белемен даими камиллаштырыу өҫтөндә эшләү, методик һәм педагогик принциптарға таянып, традицион булмаған яңы алымдар ҡулланып уҡытыу мөһим.