Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Моң түгелә гармунынан
Моң түгелә гармунынан Күңеле моңға тулған Гөлфиә Хәләфетдинованың сығышын бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районының ҡоролтай ағзалары менән Ырымбур өлкәһенең Ишкилде ауылына осрашыуға барғанда күрергә насип иткәйне. Моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир иткән, гармунда теттереп уйнаған, ҡумыҙ сирткән һылыуҡай бүтән төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе хайран итеп, үҙенең белгәндәрен балаларға өйрәтеп, оҫталыҡ дәресе үткәреп ҡайтты
Артабан уның йырҙарын районда үткән төрлө сараларҙа тыңланым. Йылдар үтеү менән Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙының сығыштары сағыуыраҡ, моң­лораҡ, халыҡсаныраҡ була бара. Күп яҡлы ижадҡа эйә булған геройым үҙе лә йырҙар ижад итә, район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Аҡтамыр” этно­төркөмө етәксеһе лә. Төрлө республика конкурстары лауреатына Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында, Төркиә­лә сығыш яһау бәхете тейә, районда үткән бер мәҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Иҫәнгилде ауылында донъяға килгән ҡыҙыҡай бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Уның сәнғәткә тартылыуы әсәһе яғынан, апайҙарынан килә. Үҙе әйтмешләй, ҡыҙ­ҙар тоҡомо мәҙәниәтте үҙ иткән. III клас­та уҡыған сағында гармунда уйнарға өйрәнә, бишенселә Магнитогорск ҡалаһынан 50 һумға ҡумыҙ һатып алып, сиртә башлай. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙа артабан ҡайҙа барырға тигән һорау тыумай: Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни-ағартыу техникумының баян класына уҡырға керә. Гармун уйнарға еңел булһа ла, баянда ла өйрәнергә тейешмен тигән маҡсат ҡуйҙым, ти әңгәмәсем.
Йыр сәнғәтендә артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Сибай институтының музыка факультетында ситтән тороп уҡый, тыуған ауылында балаларҙы музыка серҙәренә төшөн­дөрә. Тап шул йылдарҙа район үҙәгенән ситтә урынлашҡан Иҫәнгилде мәктәбе уҡыусыларының сығыштары хаҡында ишетелә башлай: “Буранбай” ирҙәр вокаль, “Ҡыуандыҡ” ҡумыҙсылар ансам­бле төҙөлә.
2007 йылда Гөлфиә Хәләфетдинова арҙаҡлы ҡумыҙ оҫтаһы Роберт Заһретдинов менән Мәсетле районында ҡумыҙсылар бәйгеһендә осраша. Ҡумыҙсы, йәш, дәртле, рухлы етәксене күреп, үҙ дискын бүләк итә һәм былай ти: “Хәйбулла төбәгендә ҡурайсылар даны элек-электән киң таралған, әммә ҡумыҙ сәнғәте үҫешмәгән. Ҡыҙым, бик яҡшы эш башлағанһың, әйҙә, уның данын үҙ районыңда тарат, йәш ҡумыҙ­сылар тәрбиәлә”. Уның ошо һүҙҙәре Гөлфиәгә ҡанаттар ҡуя. Осоп тигәндәй ҡайта ул бәйгенән. Артабан яңынан-яңы уңыштарға өлгәшә, уҡыусылары “Сулпылар” республика телевизион конкурсында призлы урындар яулай, үҙе лә “Дарман” телевизион тапшырыуында ҡатнашып, алтын миҙалға лайыҡ була.
Иҫәнгилде һандуғасы район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу алғас, бер аҙға юғалып ҡала. Шулай ҙа ризалығын бирә һәм яңылышмай. Бында Гөлфиә Хәләфетдиноваға яңы офоҡтар асыла: үҙ репертуарын яңыртыу өҫтөндә ныҡлап эшләргә тотона, яңы йырҙар өйрәнә, уларҙы тамашасыларға еткереү бурысын ҡуя, ижадташ дуҫтар таба.
– Мин һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып йәшәйем, һирәк осраған йырҙарҙы башҡарырға яратам. Интернет селтәре аша Фирүзә Абдуллинаның ижадына юлыҡтым, “Ғүмер – аҡҡан һыу”, “Мөхәб­бәтем” тигән шиғырҙары күңелемә үтеп инде, уның ризалығын алып, Йәнтеш ауылы егете Азат Исҡужиндан көй яҙҙырттым. Шулай уҡ Гөлнур Ҡыуато­ваның бер нисә шиғырына Ирек Атановтың һәм Йылайыр районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Дамир Солтановтың йырҙарын яратып башҡарам. Минең өсөн төп талаптарҙың береһе – тере тауышҡа йырлау һәм һәр сығышың тамашасы күңеленә үтеп инергә тейеш, – ти йәш йырсы.
Төрлө авторҙар менән ижади хеҙ­мәттәшлек итергә лә, ҡумыҙ бәйгеһеме, йыр конкурсымы, таҡмаҡтар ярышымы, гармун байрамымы – барыһында ла ҡатнашырға өлгөрә, бер ваҡытта ла призлы урын алмайынса ҡайтҡаны юҡ. Йыр яратҡан кеше матур була, тиҙәр. Күңеленән – моң, йөҙөнән – нур, ҡулынан сихри көйҙәр урғылған Гөлфиә Хәләфетдинованың артабанғы тормошо ла үҙе башҡарған йырҙары кеүек матур һәм яҡты булһын.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә