Күңеле моңға тулған Гөлфиә Хәләфетдинованың сығышын бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районының ҡоролтай ағзалары менән Ырымбур өлкәһенең Ишкилде ауылына осрашыуға барғанда күрергә насип иткәйне. Моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир иткән, гармунда теттереп уйнаған, ҡумыҙ сирткән һылыуҡай бүтән төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе хайран итеп, үҙенең белгәндәрен балаларға өйрәтеп, оҫталыҡ дәресе үткәреп ҡайттыАртабан уның йырҙарын районда үткән төрлө сараларҙа тыңланым. Йылдар үтеү менән Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙының сығыштары сағыуыраҡ, моңлораҡ, халыҡсаныраҡ була бара. Күп яҡлы ижадҡа эйә булған геройым үҙе лә йырҙар ижад итә, район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Аҡтамыр” этнотөркөмө етәксеһе лә. Төрлө республика конкурстары лауреатына Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында, Төркиәлә сығыш яһау бәхете тейә, районда үткән бер мәҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Иҫәнгилде ауылында донъяға килгән ҡыҙыҡай бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Уның сәнғәткә тартылыуы әсәһе яғынан, апайҙарынан килә. Үҙе әйтмешләй, ҡыҙҙар тоҡомо мәҙәниәтте үҙ иткән. III класта уҡыған сағында гармунда уйнарға өйрәнә, бишенселә Магнитогорск ҡалаһынан 50 һумға ҡумыҙ һатып алып, сиртә башлай. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙа артабан ҡайҙа барырға тигән һорау тыумай: Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни-ағартыу техникумының баян класына уҡырға керә. Гармун уйнарға еңел булһа ла, баянда ла өйрәнергә тейешмен тигән маҡсат ҡуйҙым, ти әңгәмәсем.
Йыр сәнғәтендә артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Сибай институтының музыка факультетында ситтән тороп уҡый, тыуған ауылында балаларҙы музыка серҙәренә төшөндөрә. Тап шул йылдарҙа район үҙәгенән ситтә урынлашҡан Иҫәнгилде мәктәбе уҡыусыларының сығыштары хаҡында ишетелә башлай: “Буранбай” ирҙәр вокаль, “Ҡыуандыҡ” ҡумыҙсылар ансамбле төҙөлә.
2007 йылда Гөлфиә Хәләфетдинова арҙаҡлы ҡумыҙ оҫтаһы Роберт Заһретдинов менән Мәсетле районында ҡумыҙсылар бәйгеһендә осраша. Ҡумыҙсы, йәш, дәртле, рухлы етәксене күреп, үҙ дискын бүләк итә һәм былай ти: “Хәйбулла төбәгендә ҡурайсылар даны элек-электән киң таралған, әммә ҡумыҙ сәнғәте үҫешмәгән. Ҡыҙым, бик яҡшы эш башлағанһың, әйҙә, уның данын үҙ районыңда тарат, йәш ҡумыҙсылар тәрбиәлә”. Уның ошо һүҙҙәре Гөлфиәгә ҡанаттар ҡуя. Осоп тигәндәй ҡайта ул бәйгенән. Артабан яңынан-яңы уңыштарға өлгәшә, уҡыусылары “Сулпылар” республика телевизион конкурсында призлы урындар яулай, үҙе лә “Дарман” телевизион тапшырыуында ҡатнашып, алтын миҙалға лайыҡ була.
Иҫәнгилде һандуғасы район мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу алғас, бер аҙға юғалып ҡала. Шулай ҙа ризалығын бирә һәм яңылышмай. Бында Гөлфиә Хәләфетдиноваға яңы офоҡтар асыла: үҙ репертуарын яңыртыу өҫтөндә ныҡлап эшләргә тотона, яңы йырҙар өйрәнә, уларҙы тамашасыларға еткереү бурысын ҡуя, ижадташ дуҫтар таба.
– Мин һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып йәшәйем, һирәк осраған йырҙарҙы башҡарырға яратам. Интернет селтәре аша Фирүзә Абдуллинаның ижадына юлыҡтым, “Ғүмер – аҡҡан һыу”, “Мөхәббәтем” тигән шиғырҙары күңелемә үтеп инде, уның ризалығын алып, Йәнтеш ауылы егете Азат Исҡужиндан көй яҙҙырттым. Шулай уҡ Гөлнур Ҡыуатованың бер нисә шиғырына Ирек Атановтың һәм Йылайыр районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Дамир Солтановтың йырҙарын яратып башҡарам. Минең өсөн төп талаптарҙың береһе – тере тауышҡа йырлау һәм һәр сығышың тамашасы күңеленә үтеп инергә тейеш, – ти йәш йырсы.
Төрлө авторҙар менән ижади хеҙмәттәшлек итергә лә, ҡумыҙ бәйгеһеме, йыр конкурсымы, таҡмаҡтар ярышымы, гармун байрамымы – барыһында ла ҡатнашырға өлгөрә, бер ваҡытта ла призлы урын алмайынса ҡайтҡаны юҡ. Йыр яратҡан кеше матур була, тиҙәр. Күңеленән – моң, йөҙөнән – нур, ҡулынан сихри көйҙәр урғылған Гөлфиә Хәләфетдинованың артабанғы тормошо ла үҙе башҡарған йырҙары кеүек матур һәм яҡты булһын.