Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ғүмерҙең тарихы
Бер ғүмерҙең тарихы Йәшлеген, бөтә ғүмерен ауыр эштә бил бөгөп, ҡартлығын тыныс тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә үткәргән инәй-олатайҙар һәр ауылда бар. Шундайҙарҙың береһе – Мәләүез районының Һәйет ауылында йәшәгән Зәйтүнә инәй Вахитова. Мөләйем йөҙлө, яғымлы тауышлы, күҙҙәренән нур сәсеп торған был инәйҙе күреү менән һәр кемдең күңелендә йылы хистәр уяна. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, кешеләргә, балаларына һаулыҡ теләп, изгелек ҡылып йәшәй ул.
Зәйтүнә инәй Федоровка районының Һәйет ауылында Өммәһаный һәм Ҡорбанғәле Абдулловтарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе ҡыҙ бала булып донъяға килә. Яҙмыш уны шатлыҡ-ҡыуанысы менән дә, ауырлыҡтары менән дә күп һынай, һуғыш осоро балалары иңенә төшкән бөтә михнәттәрҙе татып үҫә, хеҙмәт биографияһын үтә йәшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ворошилов исемендәге колхозда эшләй. 1947 йылда БАССР-ҙың Юғары Президиумы указы менән “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ҡанлы ғәрәсәт тамамланғас, әрменән әйләнеп ҡайтҡан Мәләүез районы Түләк ауылы егете Шакир Вахитов менән тормош ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы дүрт ир балаға ғүмер бүләк итәләр.
Коллектив хужалыҡта эшләү, ғаилә усағын нығытыу кеүек көндәлек мәшәҡәттәргә балаларының матур тәрбиәле, тыңлаусан булып үҫеп килеү бәхеттәре үрелә. Тик ғаилә бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай. Тормош иптәше Шакир Мөхәмәтхужа улы 1958 йылда йәшләй генә донъя ҡуя. Олоһона – ун, кесеһенә өс йәш тулған балалар атай терәгенән яҙа.
Зәйтүнә Ҡорбанғәле ҡыҙы туған совхозында икмәк бешереүсе булып эшләй, аҙаҡ иҫәп-хисап эштәрен дә алып барырға ярҙам итә. Тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Ҡатын ҡыйынлыҡтарға бөгөлөп төшмәй, дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра. Һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына сығара. Үҙ ғаиләләрен ҡороп, хәҙер үҙҙәре олатай булһа ла, тәпәй баҫҡан тыуған йорттарына ашҡынып ҡайталар. Оло улы Малик оҙаҡ йылдар “Арыҫлан” совхозында директор булып эшләй, һуңынан тыуған Мәләүез районын ун ике йылдан ашыу етәкләй. Ул эшләгән осорҙа районыбыҙ иң алдынғылар рәтендә булды. Төрлө социаль объекттар сафҡа индерелде, эш урындары асылды, ауыл хужалығы һөҙөмтәләре буйынса район алдынғылыҡты бирмәне. Марат та ағаһы кеүек ауыл хужалығында агроном булып хеҙмәт итте. Флүре хәрби һөнәргә эйә булһа, иң кесеһе Ринат механизатор булып эшләне. Улар ҙа әсәйҙәренән өлгө, көс-дәрт, ҡеүәт алып, бер-береһенә ярҙамлашып, терәк-таяныс булып йәшәй.
Ғүмер юлдары шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул, яҙмыш елдәре уға тағы ла әсе тормош һурпаһын эсерә. Иң кесе улы Ринат 2014 йылда вафат булып ҡуя. Әсә кеше артабан йәшәргә көс, сабырлыҡ табып ғүмер йомғағын һүтә-һүтә, йорт усағын һүндермәй, балаларына, яҡындарына әле булһа ярҙам итеп, тырышып донъя көтә. Әлеге ваҡытта туғыҙ ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре бар.
Йорто таҙа, иркен, баҡсаһында төрлө еләк-емеш, сәскәләр үҫә. Ә өй эсе ҡупшы, бөхтә, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй, өҫтәлендә – һәр ваҡыт үҙенең күңел йылыһын һалып бешергән түңәрәк икмәге, бәлештәре, тәмле, телеңде йоторлоҡ аш-һыуы. Инәйҙең бер ҡасан да тик ултырғанын күрмәҫһең. Буш мәлдәрендә ҡул эшенә тотона. Күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән дебет шәлдәр, ойоҡбаштарының иҫәбе-һаны юҡ. Алсаҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, йомартлығы, сабырлығы менән ауыл халҡына, йәштәргә, балаларға үрнәк булып тора. Изге доғалар, аяттар уҡый, гәзит-журналдар алдыра. Телевизорҙан донъяла барған хәл-ваҡиғаны күҙәтеп, үҙ фекерен белдерергә ашыға, яратҡан “Юлдаш” радиоһы аша республика-район яңылыҡтары менән һәр саҡ хәбәрҙар.


Автор: Илмира САФИУЛЛИНА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә