Йәшлеген, бөтә ғүмерен ауыр эштә бил бөгөп, ҡартлығын тыныс тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә үткәргән инәй-олатайҙар һәр ауылда бар. Шундайҙарҙың береһе – Мәләүез районының Һәйет ауылында йәшәгән Зәйтүнә инәй Вахитова. Мөләйем йөҙлө, яғымлы тауышлы, күҙҙәренән нур сәсеп торған был инәйҙе күреү менән һәр кемдең күңелендә йылы хистәр уяна. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, кешеләргә, балаларына һаулыҡ теләп, изгелек ҡылып йәшәй ул.Зәйтүнә инәй Федоровка районының Һәйет ауылында Өммәһаный һәм Ҡорбанғәле Абдулловтарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе ҡыҙ бала булып донъяға килә. Яҙмыш уны шатлыҡ-ҡыуанысы менән дә, ауырлыҡтары менән дә күп һынай, һуғыш осоро балалары иңенә төшкән бөтә михнәттәрҙе татып үҫә, хеҙмәт биографияһын үтә йәшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ворошилов исемендәге колхозда эшләй. 1947 йылда БАССР-ҙың Юғары Президиумы указы менән “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ҡанлы ғәрәсәт тамамланғас, әрменән әйләнеп ҡайтҡан Мәләүез районы Түләк ауылы егете Шакир Вахитов менән тормош ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы дүрт ир балаға ғүмер бүләк итәләр.
Коллектив хужалыҡта эшләү, ғаилә усағын нығытыу кеүек көндәлек мәшәҡәттәргә балаларының матур тәрбиәле, тыңлаусан булып үҫеп килеү бәхеттәре үрелә. Тик ғаилә бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай. Тормош иптәше Шакир Мөхәмәтхужа улы 1958 йылда йәшләй генә донъя ҡуя. Олоһона – ун, кесеһенә өс йәш тулған балалар атай терәгенән яҙа.
Зәйтүнә Ҡорбанғәле ҡыҙы туған совхозында икмәк бешереүсе булып эшләй, аҙаҡ иҫәп-хисап эштәрен дә алып барырға ярҙам итә. Тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Ҡатын ҡыйынлыҡтарға бөгөлөп төшмәй, дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра. Һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына сығара. Үҙ ғаиләләрен ҡороп, хәҙер үҙҙәре олатай булһа ла, тәпәй баҫҡан тыуған йорттарына ашҡынып ҡайталар. Оло улы Малик оҙаҡ йылдар “Арыҫлан” совхозында директор булып эшләй, һуңынан тыуған Мәләүез районын ун ике йылдан ашыу етәкләй. Ул эшләгән осорҙа районыбыҙ иң алдынғылар рәтендә булды. Төрлө социаль объекттар сафҡа индерелде, эш урындары асылды, ауыл хужалығы һөҙөмтәләре буйынса район алдынғылыҡты бирмәне. Марат та ағаһы кеүек ауыл хужалығында агроном булып хеҙмәт итте. Флүре хәрби һөнәргә эйә булһа, иң кесеһе Ринат механизатор булып эшләне. Улар ҙа әсәйҙәренән өлгө, көс-дәрт, ҡеүәт алып, бер-береһенә ярҙамлашып, терәк-таяныс булып йәшәй.
Ғүмер юлдары шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул, яҙмыш елдәре уға тағы ла әсе тормош һурпаһын эсерә. Иң кесе улы Ринат 2014 йылда вафат булып ҡуя. Әсә кеше артабан йәшәргә көс, сабырлыҡ табып ғүмер йомғағын һүтә-һүтә, йорт усағын һүндермәй, балаларына, яҡындарына әле булһа ярҙам итеп, тырышып донъя көтә. Әлеге ваҡытта туғыҙ ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре бар.
Йорто таҙа, иркен, баҡсаһында төрлө еләк-емеш, сәскәләр үҫә. Ә өй эсе ҡупшы, бөхтә, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй, өҫтәлендә – һәр ваҡыт үҙенең күңел йылыһын һалып бешергән түңәрәк икмәге, бәлештәре, тәмле, телеңде йоторлоҡ аш-һыуы. Инәйҙең бер ҡасан да тик ултырғанын күрмәҫһең. Буш мәлдәрендә ҡул эшенә тотона. Күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән дебет шәлдәр, ойоҡбаштарының иҫәбе-һаны юҡ. Алсаҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, йомартлығы, сабырлығы менән ауыл халҡына, йәштәргә, балаларға үрнәк булып тора. Изге доғалар, аяттар уҡый, гәзит-журналдар алдыра. Телевизорҙан донъяла барған хәл-ваҡиғаны күҙәтеп, үҙ фекерен белдерергә ашыға, яратҡан “Юлдаш” радиоһы аша республика-район яңылыҡтары менән һәр саҡ хәбәрҙар.