Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Майлы ҡалъя” ҡайҙа?
“Майлы ҡалъя” ҡайҙа?…Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында дәртле көй яңғырай. Юҡ, сираттағы сәхнә йондоҙо концерт менән килмәгән бында. Стәрлетамаҡтың төрлө уҡыу йорттарында белем алған бер төркөм егет-ҡыҙҙар флэшмоб үткәрә. Сатлама һыуыҡ көн тип тормай, бейеү-хәрәкәт аша үҙҙәренең ташып торған күңел хистәрен белдерә улар.
Шаҡылдата баҫып бейеүҙәре, дәртле яңғыраған ауаздары, һәр хәрәкәттәре, әйтерһең дә, “Беҙҙең ҡулдан килә!” ти. Тик ағай-апайҙары ярҙамдан, кәңәштән, тәжрибә уртаҡлашыуҙан ҡалдырмаһын ғына.
Ярҙам тигәндәй, уныһы артынан да йыраҡ барырға түгел. Гөрләгән флэш-мобтан бер нисә йөҙ метрҙа ғына, атап әйткәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында нәҡ шул минуттарҙа был йәһәттән ҙур сара уҙа. Республика вуздары ректорҙары, район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, сәнәғәт берә­мек­тәре етәкселәре ҙур кәңәшмәгә йыйылған. Фекер алышыуҙың темаһы ла ябай түгел – йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүҙәге проблемалар, йәш белгесте хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү. Шул ярҙам түгелме ни? Һәр хәлдә, боҙ ҡуҙғала бит.
Бөгөн белем алыу мең мәшәҡәт булһа, эш табыу мәсьәләһе йәнә шул саҡлы бәлә өҫтәй. Бының сәбәптәрен дә асыҡлап китеү зарурҙыр: иҡтисади көрсөк арҡаһындағы юғалған хеҙмәт урындары, тәжрибә юҡлыҡ, аҙ кимәлдәге эш хаҡы һ.б. Шуныһы бигерәк үкенесле: яҡшы белгестәр “майлы ҡалъя” артынан ситкә китә.
– Йәш кадрҙар урында ҡалмай, – тип билдәләне, мәҫәлән, үҙенең сығышында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Тимур Мырҙағәлин. – Шул уҡ ваҡытта ситтә белем алған йәштәр уҡыған ҡалаһында һөнәре буйынса булмаһа ла эшкә урынлаша, — тине ул, үкенес белдереп.
Ысынлап та, хәҙерге йәштәр сит ерҙә хатта олтан булып йәшәргә лә риза. Билдәле, Мәскәү, Санкт-Петербург һымаҡ мегаполистарҙа тормош мауыҡтырғыс. Тик тыуған ҡалаң йәки ауылың да һинең һымаҡ әҙерлекле кадрға мохтаж икәнен оноторға ярамай.
— Үҙеңдең киләсәгеңде билдәләү, хатта аныҡ пландар ҡороу йәш кеше вуз эскәмйәһенә ултырғас ҡына башланырға тейеш түгел, ә мәктәптән үк шытым алыу фарыз, — тине Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дәминев, әлеге мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индереп.
Әйтелгәндәргә иш булып, филиал бүл­мәләрендә мәктәп уҡыусылары, уҡытыу­сылар, йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында саралар бара ине. Уларҙа БДИ имтихандарына әҙерлек, балаларҙа һәләтте үҫтереү, ата-әсәләр менән эш һымаҡ мәсьәләләр алғы планға сыҡты. Йәш быуын техник һәләттәрен күрһәтте.
Эйе, йәмғиәт белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә ҡайһы бер етди хаталарҙы таный башланы, буғай. Йәштәр, ҡулына диплом алғас, урамда ҡалмаһын өсөн ил етәкселеге кимәленән алып урындағыларға тиклем эш алып барыла, яңылыҡтар индерелә. Яңылыҡ тигәндән, был алым, киреһенсә, иҫке күренеш, минеңсә. Совет заманында мәктәп уҡыусыларының үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарауҙары, “йәш токарь”, “йәш төҙөүсе”, “штаттан тыш йәш хәбәрсе” танытмаларын ҡуйында һаҡлап йөрөү – ғорурлыҡ, киләсәккә бер ни тиклем төҫмөрләү түгелме ни?
Мәктәптә кем буласағыңды билдәләү — бер, аҙаҡ төплө белем алырға кәрәк бит әле. Был йәһәттән уҡыу йорттарына ҡарата талаптар, уларҙың белем биреү өлкәһендәге абруйҙары абитуриентҡа ла, уның ата-әсәһенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. “Иҙән аҫтында” урынлашҡан вуздарҙы тамамлау менәнме ни, аҙаҡ ярҙамсының ярҙамсыһы булып та эшкә урынлаша алмағас. Дөрөҫөн әйткәндә, кемдең ҡулынан килә, шул ғына белгес әҙерләргә хоҡуҡлы. Әлеге йәһәттән фекер алышыу мәлендә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальскийҙың һүҙҙәре иҫтә ҡалды:
— Юристар, иҡтисадсылар быуа бы­уырлыҡ, улар эш таба алмай тиһегеҙ, ә бына беҙҙең уҡыу йортон тамамлағандарға ундай проблема янамай, сөнки төплө белем биреүебеҙ күп предприятие-ойошмаға билдәле. Бынан тыш, әлеге факультеттарға килгәндәр үҙҙәре лә аныҡ маҡсаттар менән тупһаны аша атлай. Юрист һәм иҡтисадсы дипломын алған кисәге студенттарыбыҙ һанының 80 проценттан ашыуы хеҙмәт урыны таба.
Ысынлап та, ҡайһы бер һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ булып та, шул өлкәлә эшләй алырҙай белгестәр эшһеҙ ята. Бында хеҙмәт хаҡы, йәштәрҙең иртән уяныуға түрә булып китергә хыялланыуҙары тураһында ғына һүҙ бармай. Әлеге йәһәттән йәнә совет заманы һағындырып китә: йүнәлтмә буйынса эшкә барыу, уҡыу мәлендә ойошма-предприятие, учреждениеларҙа тәжрибә туплау (белемде ғәмәлдә камиллаштырыу). Хәйер, был йүнәлештә лә яңылыҡтар бар икән. Мәҫәлән, сәнәғәт берәмеге Стәрлетамаҡ инженерҙарға ҡытлыҡ кисерә. Урындағы вуздар уларға белгестәр әҙерләп өлгөр­мәгән, тимәк. Ә кәрәкле һөнәр артынан йәнә Мәскәү йәки Санкт-Петербургка сығып киткән егет йәки ҡыҙ ҙур ҡалаларҙан башы әйләнеп кире ҡайтмаҫмы? Ғөмүмән, әлеге сара барған белем усағында, БДУ-ның урындағы филиалында, был тәңгәлдә ҡыуанырлыҡ ваҡиғалар бар: уҡыу йорттары урындағы предприятиелар менән килешеү нигеҙендә уларға белгестәр әҙерләй. Әйткәндәй, башҡа төбәк-ил вуздары менән дә хеҙмәттәшлек булдырылған: бер ыңғайҙан ике диплом алырға мөмкин. Тимәк, бер нисә йылдан йәнә фекер алышырға йыйылғанда әлеге ҡунаҡтар бөгөнгө сетерекле мәсьәләне күтәреү урынына тыуған төбәгендә ҡалған йәштәрҙең инде башҡа проблемаларын хәл итеү тураһында һүҙ ҡуҙғатыр. Йәштәрҙең ҡулынан килә, ярҙамдан ғына ҡалмаһындар…


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә